100%

Эй, Аллаһ

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Эй, Аллаһ
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013.


Әкиәт


Бик борон заманда, ата- бабаларыбыҙ күсмә тормошта йәшәгән осорҙа, булған был ваҡиға.

Бер күс муланың һылыуҙарҙан һылыу ҡыҙы үҫеп буй еткергән. Кәүҙәһе күл ҡамышылай һомғол, билдәре өҙөлөп тора. Бер бите ҡояш, икенсеһе ай, оҙон керпектәре араһынан шоморт күҙҙәре Сулпан йондоҙолай нур һибә. Ҡыйғас ҡаштары ике ғашиҡ ҡошто хәтерләтә. Билдәле инде, был һылыуға ҡарап, егет – елән һоҡланған, йәшерен генә ғашиҡ уттарында яныусыларҙы әйтеп тораһы ла юҡ.

Башҡорт йолаһы буйынса, Өмөтәй күрше ырыуҙағы Тимерҡаҙыҡ исемле егеткә бишектә ятҡанда уҡ ҡолаҡтарын тешләштереп, йәрәштерелеп ҡуйылған булған. Шуға күрә егеттәр күҙ һалмаған. Әммә Өмөтәй Тимерҡаҙыҡты яратмаған. Ҡолаҡты тешләгән өсөн генә кешене яратып булалыр шул. Шуға, йәшләй етем ҡалғанлыҡтан, көтөү көтөп көн күргән Иҙелбай яулаған уның йөрәген. Сихри ҡурай моңон ишетһә лә, егетте күреп ҡалһа ла йән тыныслығын юғалтҡан. Был киң яуырынлы, ҡеүәте ташып торған баһадирҙы һәр көн күрер өсөн ярһып- ашҡынып типкән уның йөрәге. Тик ҡурайсы быны белмәгән. Ә һылыуҙың хистәре уның һайын арта ғына барған. Быны күреп ҡалған ата- әсәһе:

-Ул – был булғансы ҡыҙыбыҙҙы йәрәшелгәненә биреп ҡуяйыҡ,- тип кәңәшләшеп, туй үткәрергә ашыҡҡан.

Күҙ йәштәрен түгеп күпме генә ялбармаһын Өмөтәй, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмағандар. Ил йолаһына кем ҡаршы килә. Ә ҡыҙ көн һайын һарғайып кипкән. Форсатын табып Иҙелбайға ла еткергәндәр. Тик уны аттар юғалтыуҙа ғәйепләп, һөргәнгә ебәргәндәр. Себергә оҙатылған. Ҡыҙ быны ишетеп әсәһенә:

-Мине һөйгәнемдән айырҙығыҙ, хәҙер нисек йәшәрмен,- тип үпкәләп, үкһеп-үкһеп илаған да, Көйөргәҙе йылғаһына батып үлер өсөн шимәнән һыу алып килеү һылтауы менән һыу буйына төшкән. Тик үлер алдынан, һөйгәнен күреп, уның моңон ишеткеһе килгән… Һуңғы ҡабат…

Мәңге- мәңге ҡолаҡ төптәрендә яңғырарлыҡ итеп,”Эй,Аллаһ, мине ҡош итһәңсе! Осоп барып һөйгәнемде күрер инем, уның ҡурай моңон ишетер инем…Һуңғы ҡабат”- тип ялбарған ул. Һылыу шунда уҡ ҡошҡа әүерелгән. Һәм гел: “Эй,Аллаһ!”, тип ҡабатлар булған. Шулай ул һөйгән йәрен барып тапҡан, көҙөн бөтә ҡоштар менән бергә йылы яҡтарға осҡан. Яҙ етеү менән кире Себергә, һөйгәнен күрергә ашыҡҡан. Уның йөҙөн күреп, ҡурай моңон тыңлап илергән, тик Өмөтәй икәнен генә төшөндөрә алмаған. Яҙын һәм көҙөн ул тыуған Көйөргәҙе буйҙарында туҡтап, үҙәк өҙгәс тауышы менән ырыуҙаштарын һағыштарға һалыр булған. Халыҡ уның хөрмәтенә ул һуңғы тапҡыр һыуға төшкән шишмәне Өмөтәй шишмәһе, тип атаған. Ә ҡош халыҡ телендә эйалла тип йөрөтөлә.