Ышанам һөйөүеңә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ышанам һөйөүеңә (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1983 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (26-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ЫШАНАМ ҺӨЙӨҮЕҢӘ


Ишетмәнем әле “Һөйәм!” һүҙен,
Иҫермәнем әле шатлыҡтан.
Төнгө күккә,
          ышанысым кеүек,
Түп-тәңәрәк кенә Ай сыҡҡан.
Тик Ай сыҡҡан,
          ә һин күренмәйһең.
Килмәһәң дә көтәм өҙөлөп,
Юлдарыңа,ана, сәскә кеүек
Ап-паҡ ҡарҙар ҡалған түгелеп.
Һин килмәҫһең бөгөн,
           һин алыҫта...
Туп-тулы Ай йөҙә яй ғына.
Сикһеҙ ышанам шул һөйөүеңә –
Урап үтә шуға ҡайғылар.



Иҫкәрмәләр


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg


Heckert GNU white.svg
Vous avez la permission de copier, distribuer et/ou modifier ce document selon les termes de la Licence de documentation libre GNU, version 1.2 ou plus récente publiée par la [Free Software Foundation ; sans sections inaltérables, sans texte de première page de couverture et sans texte de dernière page de couverture.