0%

Ваҡыт үлсәме (шиғыр)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ваҡыт үлсәме (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1983 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (25-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ВАҠЫТ ҮЛСӘМЕ


Һине көтәм,
        көтәм, көтәм…
Көндәр йомғағын һүтәм –
Беҙҙең күрешмәгәнгә бит
Ай-һай күп ваҡыт үткән.

Һарыларға һабыштырып,
Бер ай үткәнме, тиһәм,
Минең һине күрмәгәнгә
Өс көн дә өс төн икән…
Һин янымда.
       Янда, йәндә…
Телем – һандуғас теле,
Йөрәгем – һөйөү баҡсаһы,
Ә сәскәһе – һин үҙең!

Йәшенләп яуған ямғырҙа
Өс минут үтте, тиһәм,
Һөйөү усағы дөрләгән
Өс көн дә өс төн икән!

Ваҡыт үлсәмен үҙгәртер
Һөйөүгә һыуһаған йән!
Юлдарымдың, йылдарымдың
Һинһеҙ үткәндәре йәл.



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.