Jump to content

Шәмсеҡәмәргә. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Шәмсеҡәмәргә (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1917.


Шәмсеҡәмәргә


Әссәләмәғәләйкүм, Шәмсеҡәмәр!
Беҙ иҫән-һау, башҡаса юҡ яңы хәбәр.
Уңайлы ваҡытығыҙ булырмы икән,
Бөгөн кис һеҙҙең яҡҡа барһаҡ әгәр?

Бер төҫлө аҡҡан көнгә асыу итеп,
Һеҙгә барһаҡ, аҙмы-күпме асыу ҡаныр,
Беҙ барыуға аулаҡ булһа, тыныс булһа,
Ул саҡта өҫтөгөҙгә рәхмәт яуыр.


1917