Jump to content

Шытмаған орлоҡтар

From Wikisource
Шытмаған орлоҡтар (хикәйә)
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2001. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Башҡортостан китап нәшриәте "Әсе шәкәр" Азат Хәлилов


Ләйлә яҙ еткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Атаһы алып ҡайтҡан сәскә орлоҡтарын сәсеп, матур –матур сәскәләр үҫтергеһе килде уның. Ер йылынып,әсәһе:

-Йә, ҡыҙым, һин көткән көн килде, әйҙә сәсәйек, - тигәс орлоҡтарын алып баҡсаға йүгерҙе. Әсәһе ҡаҙып биргән ерҙе ҡат –ҡат тырмалап, бәрхәт кеүек иткәс, орлоҡтарҙы сәсергә кереште. Их ниндәйе генә юҡ сәскәләрҙең! Байтаҡ ҡына орлоҡтар артып та ҡалды. Ни эшләтергә? Әхирәте Санияға бирергә булды: әйҙә ул да үҫтерһен.

Сания Ләйләне шатланып, һәр ваҡыттағыса йылмайып ҡаршы алды. Әммә әхирәтенең “эш” алып килгәнен төшөнгәс, һөмһөрө ҡойолдо. Ярай, сәсермен, тип ҡалһа ла, Ләйлә сығып китеү менән орлоҡтар тураһында онотто.

Көндәр үтә торҙо. Ләйләнең сәскәләре шытып сығып, матур булып үҫеп киттеләр. Ул сәскәләрҙе сүп үләндәренән утап, һыу һибеп, төптәрен йомошартып торҙо. Йәй аҙағында матур –матур сәскәләр тирә -яҡҡа йәм өҫтәне. Беренсе сентябрҙә ул иң яратҡан уҡытыусыһы Нурия апайға сәскәләр бүләк итәсәк. Ләйлә мәктәпкә бер ҡосаҡ сәскәләр күтәреп килде. Уның гөлләмәһенә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Тик Сания ғына өндәшмәне. Ләйләнең: -Ҡайҙа сәскәләрең?- тигән һорауына:

-Орлоҡтар шытманы, тип яуап бирҙе.Ә үҙенең бөтә бите оялышынан ҡып –ҡыҙыл ине. Ләйлә сәскәләренән уға ла бүлеп бирҙе лә:

-Мин һиңә орлоҡтар тағы бирермен, киләһе йыл һис шикһеҙ шытырҙар!-тине. Ә Сания һүҙһеҙ генә башын түбән эйҙе.