Jump to content

Хәлебеҙҙән бер күренеш. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Хәлебеҙҙән бер күренеш (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Хәлебеҙҙән бер күренеш


Ҡыҙҙар — иркә,
Ирҙәр — күркә,
Ҡатындар — ҡурсаҡ!
Аңҡый шәхсиәт,
Ялтырай тәрилкә,
Матбуғат — уйынсыҡ!
Күҙҙәр — йыландай,
Телдәр йыумалай,
Малайҙар үрмәләй,
Танауҙар — Һималай!


1916