Jump to content

Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе. 8-се өлөш. М.Аҡмулла

From Wikisource
Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе* (8-се өлөш)
Автор: Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
ҠАРА: Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.  


8-се өлөш


Әҙәм камил булмайҙыр, ҡайнап бешмәй,
Мөхәббәт туҫтағынан шарап эсмәй.
Дошмандар ау-тоҙағын һалып ҡарай -
Турғайҙың тоҙағына ыласын төшмәй.

Һауала ул бер шоңҡар әйләнә осҡан,
Беҙ йөрөйбөҙ, ҡарағоштай, эҙләп сысҡан.
Төлкөләр унда сыҙап тора алмайҙар,
Гүйә, бер киң соҡорҙан ҡото осҡан.

Беҙ һаттыҡ муллалыҡтың ҡоро атын,
Беҙҙән артыҡ яулыҡлы дөрөҫ ҡатын.
Күңелебеҙҙе бер һындырып иламайбыҙ,
Уйланып ғәрәсәттең вәҡәфатын115.

Ашҡан бер ғалим сыҡһа, яманлайбыҙ,
Мәжлесте ғәйбәт менән тамамлайбыҙ.
Эшебеҙ - йә мыҫҡыллау, йәки хурлау,
Үҙебеҙҙе һәр ғәйептән аманлайбыҙ.

Яҡшыны, һүккән менән, аты китмәҫ,
Яман һүҙҙең күңелдән даты116 китмәҫ.
Саф алтынды нәжескә117 буяу менән,
Нәжес китәр, алтындың заты китмәҫ.

Ҡыйыш уҡ, аткан менән, туры китмәҫ,
Күңелдән яман һүҙҙең ҡуры китмәҫ.
Ҡоторған эт һауа ҡарап өргән менән,
Асманда торған айҙың нуры китмәҫ.



Аңлатмалар

Аңлатмалар автор хоҡуҡтары менән һаҡлана. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһына ҡуйылған Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. китабында уҡығыҙ.

Иҫкәрмәләр