Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе. 7-се өлөш. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе* (7-се өлөш)
Автор: Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
ҠАРА: Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.  


7-се өлөш


Ҡурса хәҙрәт108 уларҙан борон булған,
Мәдехкә ул бер лайыҡ урын булған.
Ул мәрхүм, Мәржәниҙәй мәфтүн109 булып,
Күп ғалим ул ғәзизгә ҡырын булған.

Был зат һәм үҙ ғасырында оло ғалим,
Кәнсәләрен мөбталә табиғ салим.
Артына бер аҙ әҫәр ташлап киткән -
«Ҡамиғ әл-бидғәт», — гүйә, сәйеф сарим.

Һәр бәндә хазинаһын асыҡ яһар,
Вә ләкин хазинала айырма бар.
Ни бар-юғын белерһегеҙ, кибет асһа,
Һәр кемдә бер сауҙа бар хәле миҡдар.

Вә ләкин Мәржәниҙең эше башҡа,
Йылҡының толпарындай йондоҙ ҡашҡа,
Алыҫтан шәғшәғәһе110 балҡып тора,
Гәүһәрҙәй ҡундырылған алтын ташҡа.

Ҡай эше ул фазылдың таң ҡалмаҫтай?
Ҡай һүҙе ул камилдың күҙ һалмаҫтай?
Дәрденә111 дәрдмәндтәр шифа тапты,
Һуҡырҙар күҙен асты ҡарманмаҫтай.

Һырҡыуатлы кешеләргә бик килеште,
Булдылар аяҡ-ҡулы һыҙланмаҫтай.
Камиллығы ер йөҙөндә мәшһәр булды,
Булдылар ямандарға алданмаҫтай.

Исемдәрен яҙғандан уҡ, нурын сәсеп,
Әһбабын ғашиҡ ҡылды йән ҡалмаҫтай.
Шәжәрәи дәлиленең тамыры тәрән -
Улай-былай ҡойонға ҡуҙғалмаҫтай.

Беркеткән хожжәт112 менән мөддәғаһын113
Оҫта, һылыу — юнып һалған таштай.
Эше бөхтә, машинаның ширазындай,
Ебенең төйгән ере тарҡалмаҫтай.

Кәнсәләрҙең йөрәктәре һалмаҡланды -
Кәррәһе114 ауыр булды тарта алмаҫтай.
Батырҙарҙың ҡылысынан ҡаяу сыҡты,
Ҡайтанан эшкә инеп ялғанмаҫтай.

Айырылдылар күп көндәштәр әҙәбенән,
Хаслыҡты тәкәбберлек сәбәбенән.
Моғанид күркәм ергә күҙен һалмай,
Яҡшылыҡҡа ғәҙәте юҡ сәбәбенән.



Аңлатмалар

Аңлатмалар автор хоҡуҡтары менән һаҡлана. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһына ҡуйылған Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. китабында уҡығыҙ.

Иҫкәрмәләр