1-се өлөш
Ҡазанда бер фазыл1 сыҡты алмас булып,
Кәнсәләре күбәйҙе ғам2, хас3 булып.
Гәүһәрҙән фекерҙәрен ҡулға элгән,
Хәҡиҡәт диңгеҙендә ғаууас4 булып.
Майҙанда ул сығарҙы артыҡ ғәйрәт,
Бәйгелә уҙғандарҙан сыҡты ғәҫрәт5.
Беҙгә шатлыҡ: был тарафта беҙҙән сыҡты
Мәржәни Шиһабетдин ахун хәҙрәт.
Ҡараңғыла фонарҙы ҡабыҙған ул,
Ҡайнар һөткә һары майҙы тамыҙған ул.
Сәләмәтлек шишмәһенән юлдар асып,
Хәҡиҡәт йылғаларын ағыҙған ул.
Һүҙ ҡуҙғатыр ул аҫыл ир кәрәк ерҙән,
Хоҙайым үтә һиҙгер йөрәк биргән.
Моһәндистәр6 һиҙмәгән ерҙән ҡаҙып
Сығарҙы татлы һыуҙы тәрән ерҙән.
Болағы саф, сәйгә һәр кем һыу алғандай,
Хаҡлыҡҡа сарсағандар ҡыуанғандай.
Доррәһенән7 күпме бала һөткә туйып,
Башҡалар була ҡалды һыу алғандай.
Тәхҡиҡтәрен8 күргән әҙәм ҡыуанғандай,
Ғөләмәгә9 сәрдар10 булып, тыу алғандай,
Көрәшселәр майҙанына был сыҡҡан һуң,
Батырҙар була ҡалды юғалғандай.
Аңлауһыҙ һис кем уға тотонмаһын -
Ундай-бындай кеше түгел сыуалғандай,
Бәһлеүәндәрҙән йығылыу күргәне юҡ,
Бәйгене берәү алһа, был алғандай.
Мосолманға ҡарышыу лайыҡ булмаҫ,
Инсафлы урыҫ күрһә, инанғандай.
Ул - бер фазыл ғөләмә уҙған таптан -
Өлөшө бар дәрәжәи ижтиһадтан11.
Дошмандарға ҡаршы тороп йән аямай,
Уның өсөн көрәшсебеҙ алғы сафтан.
Дәҡаиҡтән12 мөшкил13 сисеп ҡалдырған ул,
Биш йөҙ йылғы батырҙарҙы талдырған ул.
Замандаштар уға оҡшаш тиңдәш тапмай,
Йөрәген дошмандарҙың яндырған ул.
Һәр ерҙә дәлил менән һүҙе баһир14,
Ҡеүәтенә келәм шаһит көндәй заһир15.
Был заманда тыуған юҡ уға тиңдәш,
Мәғрифәтле ирҙәрҙән бындай маһир16.
Үтә алмайҙар әҙенән баҫып уның,
Китә алмайҙар юлынан ашып уның.
Хаҡлыҡ нурын һүндерә алмай, моғанидтар17
Күрә алмайҙар ғаләмгә фашын уның.
Аһ, дәриға18, бара алманым ҡашына уның,
Һүҙенә мин мөкиббән ғашиҡ уның.
Һәр тарафҡа нескә уйҙар ташҡынын
Ағыҙған белеме ташыр уның.
|
|
Аңлатмалар
Аңлатмалар автор хоҡуҡтары менән һаҡлана. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһына ҡуйылған Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. китабында уҡығыҙ.
Иҫкәрмәләр