Jump to content

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк! М. Аҡмулла

From Wikisource
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.


Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!


Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!


Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
Яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.


Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.


Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек — арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.



Аңлатмалар

Аңлатмалар автор хоҡуҡтары менән һаҡлана. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһына ҡуйылған Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. китабында уҡығыҙ.