Әхәттең өләсәһе быйыл да ураҙа тотмаҡсы. Дүрт йәшкә етһә лә, ураҙаны Әхәттең бер ҡасан да күргәне юҡ әле. Нисек тоталар икән ул нәмәкәйҙе? Өләсәһенә был хаҡта әллә күпме һорауҙар биреп бөттө, тик өләсәһе генә яуап бирмәй интектерә.
Аптырағас, ураҙаны өләсәһенә тотоп уҡ бирешергә булды. Был турала кистән үк киҫәтеп, йоҡларға көндәгенән иртәрәк ятты.
- Таңдан тороп минең менән сәхәр эсерһең әләйһә, - тине бит өләсәһе.
Тик ниңәлер ул тәмле нәмәкәйҙе эсермәнесе. Әллә төнөн шул ураҙа тигән нәмә эсеп бөттө микән?
Көн төшкә ауышты, өләсәһе һаман ураҙаны тоторға ашыҡмай. Хатта күрше Зөләйхә инәйгә ҡөрьән уҡышырға инеп китте.
Әхәт уны үҙе тотоп ҡарамаҡсы булды. Баҙҙа ла , мейес аҫтында ла күренмәй. Шифоньер, сервант эсендә лә юҡ. Инде ҡайҙа булырға тейеш?
-Әһә, бына ҡайҙа ҡасҡан икән ул, - тип мейес эсенә үк кереп китте Әхәт бер мәл. Эстә нимәлер, “пырх” иттереп көлдө туҙҙырып ебәрмәһенме- Хәҙер, мин уны бикләп ҡуям, әйҙә өләсәйем ҡайтҡансы ҡасмай торһон,- тип бәләкәй мендәрен күтәреп мейес эсенә кире кереп китте һәм төтөн юллығына тығып та ҡуйҙы.
-Бына бит, ҡайһылай анһат. Ә өләсәһе өсөнсө көн тота алмаған була.
Әхәт тынысланып урындыҡҡа менеп ятып торғайны ла, йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Төшөндә ул ураҙаның мейес эсендә бесәйе Мырхан менән дыу килеп уйнап йөрөгәнен күрҙе.
Әхәт күҙҙәре әсетеп, сәсәп уянды. Өйгә төтөн тулған, ә өләсәһе кемделер әрләй- әрләй мейес эсенә сүмес менән һыу бөркә ине. Малай урындыҡтан осоп тигәнәй төштө лә:
-Өләсәй, ебәрмәй тор ураҙаны, мин дә тотоп ҡарайым!- тип ҡысҡырҙы.