Улым ҡарай күҙҙәремә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Улым ҡарай күҙҙәремә (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1992. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (102-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Улым ҡарай күҙҙәремә


           Урал улыма
Улым ҡарай күҙҙәремә
Хәтерләргә тырышҡандай
Нисә быуат, нисә быуын
Ҡушылғандар тамсы ҡандар.
Таныйһыңмы мине, улым,
Мин – Зәйнулла ҡыҙы булам,
Шәрифулла, Лотфулланың,
Кәбир ҡарттың ҡаны булам.
Уралтау менән Һаҡмарҙың
Йәме, тәме һинең ҡанда,
Эй, Уралым, ҡулыңа алыр
Ҡылысҡайың әле ҡында.
Ырыуыңдың данын һаҡлар
Көрәш тыуы – күкрәгеңдә,
Һыуһылыуҙар, Алтынсәстәр
Һинең бары төштәреңдә.
Улым ҡарай күҙҙәремә:
Осҡонлана ике күҙе.
Күҙҙәремә улым түгел,
Текләй кеүек тарих үҙе!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.