Улыма

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Улыма (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (103-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


Башыңды күтәр, улым!*


Яурыныңды кирә биреп,
Башыңды күтәр, улым!
Егет кешегә килешмәй,
Бөгөлөп, бөлөп тороу.

Аҙымдарыңды киң алып,
Ныҡ баҫып атла ерҙә,
Яҙмаһын инде башҡортҡа
Аяҡ ослап йөрөргә.

Яҙмаһын түрҙәге байҙың
Итек саңын һөртөргә,
Ҡырҡҡа бөгөлөп, бил бөгөп,
Һуҡыр тиндәр көтөргә.

Һомай ҡоштоң тыуған иле –
Урал – һинең төйәгең.
Унда Башҡортостан илдең
Тибә булыр йөрәге.

Күкрәгендә, һыйыша алмай,
Сал тарих тулай булыр,
Күңелеңдә Үлемде лә
Еңер рух – Урал булыр.

Ҡаның изге, улым минең,
Үткәндәрең – дан йыры,
“Мин – башҡорт!” – тип, ғорур баҫып,
Киреп атла яурының!



Иҫкәрмәләр

This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.

|}}