0%

Уйҙар уртаһында. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Уйҙар уртаһында (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1917.


Уйҙар уртаһында


Һис тотор хәл юҡ күңелдең теҙгенен,
Һис белер хәл юҡ фекерҙең төҙлөгөн,
Бер минутта мең түгел, миллион теләк,
Белә алмайым ҡай теләктең үҙлеген.

Алсы, тәңрем, был күңелдең йөҙлөгөн,
Һалсы күҙҙән был томанлы күҙлегем:
Аңҡы-тиңке ҡайғырып көндәр уҙа,
Инде аҙ-аҙлап безелдәр миҙгелем.


1917