0%

Тын төн. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тын төн (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Тын төн (Ауылда)


Тын ғына, тып-тымыҡ бер төн ине,
Шишмәкәй шылтыр-шылтыр-шылтыр ине...
Йыраҡтан гөлдөр-гөлдөр арба килә,
Ул да тынлыҡты ҡуйыртыр өсөн генә;
Аръяҡта бер эт өрә, ул шул тынлыҡты
Ҡолағыма ҡыуып кертеү өсөн генә...

Мин ятамын, шул тынлыҡта уйлай-уйлай,
Ике күҙем йондоҙ һайын ырғып йөрөй.
Ҡай сағында аҡрын ғына бер ел иҫеп,
Ағастарға минән йәшереп ниҙер һөйләй...

Йәсиғ уҙған, төн уртаһы яҡынлашҡан,
Тирә-яҡты ҡараңғылыҡ тамам баҫҡан.
Яҡты менән томаланған йөҙҙәрҙең
Күҙкәйҙәрен ҡараңғы төн тамам асҡан.

Босмаҡтарҙа күп ҡараңғы боҫоп тора,
Төн сымырлап, ем-ем итеп тынып тора.
Йондоҙҙар күҙ ҡыҫыша, ҡайһы уйнай,
Ҡайһы береһе иламһырап, моңһоу тора.


1916