0%

Тормош баҫҡыстары. 3-сө өлөш

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тормош баҫҡыстары. 3-сө өлөш
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.



УЛ ӘФӘНДЕНЕҢ КИТКӘНЕ ЯҠШЫ[edit]

Вахит үткән төндә һөйләгән кеүек, һуңынан да һәр ваҡыт аталарына үҙенең башынан үткән һәм күҙе менән күргән ваҡиғаларҙы һөйләү өҫтөнә, үҙе белгәнсә, ул ҡанлы ваҡиғаларҙың ни өсөн килеп сығыуҙарының сә¬бәптәрен төшөндөрөүҙе дауам итте.

Шулай һөйләп килеү арҡаһында ғаилә эсендәге ке¬шеләр Вахиттың ни өсөн боронғо юлынан айырылып, икенсе бер юлға кергәнен аңлай башланылар һәм уның һөйләгән һүҙҙәрен дөрөҫләү юлына керҙеләр. Вахит өй эсендәгеләрҙең күңелдәрен үҙенең тотҡан юлына, те¬ләгән теләктәренә буйһондороу дәрәжәһенә ирешеүен күреп шатланды. Ошо аңлашыу арҡаһында Вахит уларҙы боронғонан да яҡын күрә башлаған кеүек, улар ҙа Вахитты боронғо шәкерт булып йөрөгән ваҡыттарына ҡарағанда ла яҡын күрә башланылар. Шул ваҡыттан башлап тормоштары аңлашылып эш күрелә торған бер ғаилә булып әүерелделәр, һәр бер эш татыулыҡ ниге¬ҙендә кәңәш менән эшләнә башланы.

Вахит көнкүреш эштәрен үҙ ҡулына алып, ишек ал¬дын таҙартыу, малдарҙы ҡарау, бесән һәм утын ташыу кеүек ауыр күренгән эштәрҙән атаһын бөтөнләй азат итте. Был эштәр Вахитҡа мәҙрәсәлә ятып «Мохтасар», «Шәмсиә» уҡыуҙарҙан да, мәсеткә йөрөп ғибәҙәт ҡы-лыуҙан да матур, яғымлы булып күренде.

Вахит һалдаттан ҡайтҡан көндәрҙә булған фекер-уй башҡалыҡтарындағы аңлашылмауҙар бөткәс, бығаса ҡуҙғатылмай торған Мәрйәмде Мәхмүткә биреү мәсьә¬ләһе алға килеп баҫты.

Вахитҡа һалдатта сағында уҡ хат арҡылы аңлатыл¬ған был «ҙур мәсьәлә» Мәхмүттең Ғәлләм ағайҙарға Вахитты күреү һылтауы менән килгән көндө яңынан кү¬тәрелде.

Шулай бер ҡышҡы көндө кискә ҡаршы Вахит ишек алдында эшләп йөрөгәндә, быларҙың ҡапҡа төптәренә атлы бер кеше килеп туҡтаны.

Был кеше Вахиттың мәҙрәсә иптәше Мәхмүт ине. Мәхмүт, үҙенең мәртәбәһе үҫкәнлеген күрһәтергә телә¬гән кеүек, өҫтөнә төлкө толоп, башына ҡаракүл һымаҡ бүрек, муйынына ҙур аҡ шарф урап, яҡшы ғына ҡунаҡ санаһында килеп төштө. Ул Вахитты тиреҫ түгеп йөрө-гәндә осратып, эсенән генә Вахиттың бик түбән төшкән¬леген, үҙенең бик ҙур үҫкәнен уйлап, Мәрйәмде ҡулға төшөрөүендә шөбһәһе ҡалмаған рәүештә күреште.

Вахит уның өҫтөнә ҡарап алғандан һуң, күптәнге таныштарса асыҡ йөҙ менән күрешеп, ишек алдында бер аҙ һөйләшеп торғандан һуң, өйгә алып керҙе.

Улар өйгә кергәндә, Ғәлләм ағай ҡунаҡты ҡаршы алырға әҙерләнгән, Фәүзиә еңгә менән Мәрйәм төрлө төҫтәге дебеттәр менән биҙәкләнеп сүпләп һуғылған ҡыҙыл шаршауҙың артына кереп, ҡунаҡтан йәшеренеп өлгөргәндәр ине. Вахит менән Мәхмүтте йылы, йыйнаҡ өй менән ошо күренеш һәм Ғәлләм ағайҙың асыҡ йөҙө ҡаршы алды.

Мәхмүт сисендерелеп, түргә ултыртылып, иҫән-һаулыҡ һорашып бөткәндән һуң күп тә үтмәй, һүҙ тормош мәсьәләһенә күсте.

Ғәлләм ағай Вахиттың иҫән-һау ҡайтып, ҡартайған көнөндә үҙенең ауыр эштән бушаныу шатлығын әй¬теп үтте.

Мәхмүт үҙенең хәҙрәт фатихаһы менән мәҙрәсәне бө¬төрөп, Сабит ауылына мулла булыр өсөн приговор йыйыуҙарын һәм мәхкәмәи шәрғиәгә барып имам хатиплыҡҡа имтихан биреүен, унда мөфтөй хәҙрәт һәм ҡа¬зыйҙарҙы күреүен артыҡ оҙон итеп һөйләгәндән һуң кинәйәле рәүештә генә:

— Был бәхеткә ирештем, инде хоҙай сәҙәҡәтле бер рәфиғә насип итһен ине, бөтә теләгем шунда...— тип ҡыҙыл шаршау яғына һәм Ғәлләм ағай менән Вахитҡа ҡарап ҡуйҙы.

Уның был һүҙенә Ғәлләм ағай ҡыҙара төштө һәм, Вахиттың ни фекерҙә икәнен белергә теләгән кеүек, Ва¬хитҡа ҡарағанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Вахит уның был һүҙҙәрен тыңлап та, һаман да бер һүҙ әйтмәй тороуын, икенсе төрлө әйткәндә, уның шул саҡлы «ҙур бәхеттә-рен» дә уртаҡлашмауын күргәс, Мәхмүт аҙыраҡ уңайһыҙланды һәм шул уңайһыҙлыҡты бөтөрөр өсөн Вахит¬ҡа ҡарап:

— Беҙҙең шәриктәр (бер синыфта уҡыған шәкерттәр була) араһында иң зирәге һин инең, ләкин һалдатҡа ки¬теп бик күп артта ҡалдың... Әгәр ҙә һин һалдат бәләһе¬нә грифтар булмаған булһаң, был көндә иң бай бер ауылға имам хатип, хатта мөдәррис булған булыр инең бит,— тип, үҙенең Вахит өсөн ҡайғырғанын белдереп, тағы ла ҡыҙыл шаршауҙың ике яҡ ситенә ҡарап алды. Ләкин шаршауҙың бер ере лә ҡыймылдамауы, уның бе¬рәр яҡ ситендә матур бер «дөхтәр»ҙең нурлы күҙҙәре күренмәүе Мәхмүткә бик күңелһеҙ тойолдо.

Мулла буласаҡ кешеләрҙең серҙәрен аңламаған са¬дә күңелле Ғәлләм ағай, Мәхмүттең һүҙен дөрөҫләгән кеүек, уға ҡарап:

— Дөрөҫ, Мәхмүт әфәнде, беҙҙең Вахитҡа һеҙҙең ке¬үек оҙаҡ уҡырға тура килмәне. Үҙем эшләп булһа ла, уны уҡытырға теләнем, булманы... Хәҙер инде Вахит үҙ эшен үҙе белә,— тип, һүҙен тамам итә алмай, Вахиткә ҡараны.

Вахит һәр ике яҡтың һүҙҙәрен тыңлағандан һуң, алдындағы сәйен эсеп алды ла бик һалҡын ҡан менән:

— Башта мин һалдатҡа китеүемә ҡайғырған бул¬һам да, хәҙер ҡайғырмайым. Мин унда тормоштоң төр¬лө баҫҡыстарын күреп үтеү менән бергә, һәр бер ҡур¬ҡыныслы үлем янында поптарҙың, муллаларҙың доға ҡылып тороуҙарын күрҙем... Былар һәр кемгә ожмах теләйҙәр, ләкин үҙҙәренең ҡайһы яҡта икәнеп әйтә ал¬майҙар. Алланан да, кешеләрҙән дә ҡурҡалар... Шуның өсөн мин ул юлға кермәй ҡалыуыма шатланам, һин шул юлға кергәнһең икән, ул яғын үҙең беләһең!.. Һиңә сәҙәҡәтле рәфиғәне лә шул муллалар араһынан эҙләү яҡшы булыр,— тип һүҙен бөтөрҙө.

Бындай һүҙҙәрҙе ишетеүҙе уйламаған Мәхмүткә был һүҙҙәр бик ауыр күренде булһа кәрәк, ул тирә-яғына ҡа¬ранып алды ла:

— Шулай инде, беҙ ислам шәриғәте ҡушыуы буйын¬са барабыҙ... йәғни тәҡдирҙә яҙылған, миғадтарҙа сә¬се бәйләнгән берәр нәсибе булыр,— тигән ваҡытта, нин¬дәйҙер бер саналы кешенең ишек алдына кергән тауы¬шы ишетелде. Вахит тиҙ генә ишек алдына сығып кит¬кәс, Мәхмүт менән Ғәлләм ағай икәү генә ҡалдылар.

Мәхмүт бер аҙ иркенләп алған кеүек булып, тағы ла шаршау яғына күҙен төшөрөп алғандан һуң, Ғәлләм ағайға ҡарап:

— Шулай инде... Беҙ һаман боронғо уйҙа йөрөйбөҙ: ниәтебеҙ яҡшы, алла ҡушҡандан сығып булмаҫ...—тип Ғәлләм ағайҙан яуап көткән кеүек һүҙен бөтөрҙә.

Ғәлләм ағай нимә әйтергә белмәй аптырап торғанда, ишектән күрше ауылдың учителе менән Вахит керҙеләр. Учитель ишектән кергәндә үк асыҡ йөҙ менән:

— Һеҙҙә ҡунаҡ та бар икән! Бәхетленең ҡунағы бергә була тигән кеүек, һеҙ бәхетле икәнһегеҙ, Ғәлләм ағай. Иҫән-һау тораһығыҙмы? — тип килеп күреште.

Ул сисенеп сәй янына ултырғас та, төрлө һүҙҙәр баш¬ланып, мәжлес йәнләнеп китте һәм, шаршау артында күңелле ҡуҙғалыуҙар барлығы һиҙелеп, бер нисә минут эсендә ашъяулыҡ өҫтөндәге ашамлыҡтар өҫтәлеп, сама¬уыр ҙа яңыртылып өлгөрөлдө.

Был яңы ҡунаҡ Мәхмүткә әллә ниндәй яҡтан тар¬лыҡ килтергән кеүек булды һәм башҡаларға һиҙҙерер¬лек рәүештә учителгә дошмандарға ҡараған кеүек ҡа¬рап алды ла башын түбән төшөрҙө.

Учитель бер ҙә керһеҙ рәүештә Ғәлләм ағайға ҡа¬рап:

– Фәүзиә еңгә менән Мәрйәм иҫән-һауҙармы? — тип, асыҡтан-асыҡ ҡатын-ҡыҙҙар исемен әйтеп, уларҙы һорашыуы Мәхмүттең асыуын тағы ла килтерә төштө. Ул үҙенең шул учитель кеүек һорашырға ла аҡылы етмәүен уйлап, үҙен-үҙе шелтәләне һәм эсенән Мәрйәмдең янып торған ҡара күҙҙәрен учителгә төшөрөүен фараз итеп, үҙендә көнләшеү һиҙҙе. Аптырағандан тағы ла сәғәтен алып ҡарағандан һуң:

– Ғәлләм ағай, ни эшләйбеҙ, йәсиғ намаҙы еткән икән? — тигән булды, сөнки ул хәҙерге уңышһыҙлыҡтан сығыр өсөн шунан да яҡшы сара таба алманы.

Ғәлләм ағай аҙ ғына уйлап торғас:

— Мәхмүт әфәнде, беҙ тәһәрәтләнеп мәсеткә барып ҡайтайыҡ булмаһа... — тигән һүҙҙән һуң, улар тәһәрәт¬ләнеп, намаҙға киттеләр. Ләкин был китеү Мәхмүткә үҙ бәхетен әллә кемгә ташлап китеү кеүек ауыр булды. На¬маҙ уҡығанда ла уның күңеле вәсвәсәнән сыға алманы. Улар сығып киткәс тә, Мәрйәм шаршау араһынан учи¬телгә ҡарар, булмаһа үҙе былар яғына сығыр төҫлө бу¬лып күҙ алдына килде.

Улар киткәс, Вахит шаршау яғына ҡарап:

— Әсәй, самауырығыҙҙы йыйыштырып алығыҙ ин¬де! — Көлә төшөп: — Ниңә ҡасып тораһығыҙ, сығығыҙ был яҡҡа, — тигәс, Фәүзиә еңгә сығып, ҡунаҡ менән иҫәнләште. Мәрйәм дә шаршауҙы тарта төшөп, баҫынҡыраҡ тауыш менән иҫәнләшкәндән һуң, әсәһе алып бир-гән әйберҙәрҙе теге яҡҡа урынлаштыра башланы.

Вахит менән учитель төрлө нәмәләр хаҡында күңел¬ләнеп һөйләшергә керештеләр. Фәүзиә еңгә менән Мәр¬йәм дә, быларҙың һүҙҙәрен тыңлау аралаш, үҙ эштәрен¬дә булдылар. Өй эсе йәнләнеп китте.

Ғәлләм ағай намаҙҙан яңғыҙ ғына ҡайтты. Вахиттең:

— Теге нәмәне ҡайҙа ҡалдырҙың? — тип һорауына ҡаршы:

— Мәхмүт әфәндене хәҙрәт сәйгә алып китте. Миңә лә әйткән ине лә, мин, ҡунаҡ бар, тип ғөҙөр үтенеп, ҡайтып киттем, — тине.

Вахит көлә төшөп:

— Ул әфәнденең үҙ ише менән киткәне яҡшы. Ул беҙгә иш була алмаҫ, — тине.

Ғәлләм ағай Вахиттең һүҙен дөрөҫләгән рәүештә:

— Шулай инде, «иш ише менән, ҡош ҡошо менән» тиҙәр бит. Ул беҙҙең хәҙрәт менән күрешеү менән киле¬шеп киттеләр, мәсет алдында һөйләшеүҙәрен көтә-көтә өшөп бөттөм, — тине.

Был һүҙгә учитель дә ҡатнашты:

— Ғәлләм ағай, улар бер-береһен бик яҡшы аңлай¬ҙар шул, сөнки уларҙың кәсептәре, тотҡан юлдары бер төҫлө. Бына беҙҙең тотҡан юлыбыҙ башҡа булғас, улар менән үҙләшеп китә алмайбыҙ. Улар дин һөйләй, беҙ көнкүреште һөйләйбеҙ. Шуның өсөн улар беҙгә, беҙ улар¬ға яҡынлаша алмайбыҙ, — тине лә Вахит менән һөйлә¬шергә кереште.

Мәхмүт хәҙрәт янынан бик һуң ҡайтты. Ул хәҙер Ва¬хит менән дә, учитель менән дә үҙләшеп, ысын күңелдән һөйләшеп китә алмауын белә ине. Шуның өсөн үҙенең һүҙҙәрен Ғәлләм ағайға ҡаратараҡ һөйләргә кереште һәм үҙенең хәҙрәт менән ваҡ-төйәк кешеләр аңламай торған ҙур мәсьәләләр хаҡында һөйләшеп ултырғанын белдереү иҫәбе менән:

— Ғәлләм ағай, хәҙрәтегеҙ яҡшы ғына ғалим кеше икән, мин уны әле улай уҡ тип белмәй инем. Әһле ғи¬лем менән һөйләшеп ултырыуы ла күңелле бит! — тип һүҙ башланы һәм, Вахит менән учителгә ҡарап, уларҙың хәҙер тик тороуҙарын күреп, һүҙендә дауам итте: — Мин әйтәм, хәҙрәт, йәннәт менән йәһәннәм хәҙерге көндә лә барҙармы? — тим. Ул уларҙың барлыҡтарын айәт һәм хәдистәр менән иҫбат итә. Мин уның ғилемен һынар өсөн, юрамал мөғтәзиләләр юлы менән киттем: юҡ, хәҙрәт, әгәр улар була торған булһалар, Исрафил сурын өргән¬дә ҡайҙа ҡалалар? Ҡөрьәндә: «Көлө шәйин һаликен илла вәжһәһү», йәғни ул көндө һәммә нәмәләр һәләк булып бөтөр, мәгәр аллаһы тәғәлә үҙе генә ҡалыр тигән бит, тим. Хәҙрәт аптырап төштө лә:

— Мулла Мәхмүт, һин мөғтәзиләләр килтергән дә¬лилде килтерәһең, аллаға һис бер мөхәл эш юҡ,— тине. Шулай итеп, хәҙрәт ғажиз ҡала яҙҙы, — тип, үҙен күтә¬реп һөйләргә кереште.

Уның был һүҙҙәрен Ғәлләм ағай рәтләп аңламаны, Вахит әһәмиәт бирмәй, тик ҡарап ултырҙы, тик учитель йылмая төшөп:

— Ә һуң ул йәннәттәге хур ҡыҙҙары ла һаман тора¬лармы икән, улар ҡиәмәткә саҡлы ҡартайып бөтмәҫтәр¬ме икән? — тип һораны.

Мәхмүт учителдең мыҫҡыллы итеп һорауын һиҙә тө¬шөп:

— Әфәндем, аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәттәренән көлөр¬гә ярамай. Ер-күкте яратҡан алла ожмахты ла, ундағы хур ҡыҙҙарын да ярата алыр. Тик инҡар итеүсе дәһри¬ҙәр менән ваҡыт әрәм итәһем килмәй! — тип учителгә рәнйеүле ҡараш менән ҡараны ла һүҙен киҫте.

Мәжлес бер аҙ тын торғандан һуң, һүҙ башҡа мәсьә¬ләләргә күсеп, күңелле генә һөйләшеп ултырғандан һуң, һәр кем йоҡоға яттылар.

Иртәгеһен һәр ике ҡунаҡты сәй эсереп, асыҡ йөҙ ме¬нән оҙатып ҡалдылар, ләкин ҡунаҡтарҙың береһе, Мәх¬мүт, үҙенең уйлаған эше көтөлмәгән рәүештә уңышһыҙ сыҡҡанлыҡтан, «ниңә килдем» тигән көнгә төшөп, күңел¬һеҙ китте. Учитель үҙенең Вахитҡа килеүенән шатлан¬ғанлығын белдереп, асыҡ йөҙ менән күңелле рәүештә шатланып айырылды.

Вахит үҙенең боронғо ваҡыттағы мәҙрәсә иптәше Мәхмүттән фекер һәм тотҡан юлы яғынан шул саҡлы йыраҡлашыуын уйлап, бер яҡтан, ғәжәпһенде, икенсе яҡтан, уның һис бер донъя күрмәй, иҫке мәҙрәсәлә ята-ята тупаҫланып, донъяға бынан мең йылдар элек булған бер ҡарашта тороп ҡалыуын иҫәпләп уны ҡыҙғанды.

Мәхмүт тә юлда ҡайтып барғанда, Вахитта булған үҙгәреште күҙ алдынан үткәреп, уның былай боронғо мәҙрәсә иптәшенә һәм дин эштәренә һалҡын ҡарауын һалдатта йөрөп боҙолоуынан һәм «ғилем» яғынан артта ҡалыуынан тип уйланы ла:

— Кем нисек булыр, алда күрербеҙ әле... Әммә Мәр¬йәм ҡыҙғаныс, уны шул урыҫ кеүек учителгә йәиһә бе¬рәр һаҫыҡ мужикҡа биреп әрәм итәләр инде... — тигән һүҙҙәрҙе мығырҙап, асыу менән атын һуғып алға китте.

«ТАРТАЙ ТЕЛЕНӘН ТАБЫР», — ТИНЕЛӘР

Теге учитель барған һайын Вахиттарға килеүен йы¬шайтты. Ул яҙға саҡлы бер нисә рәт кистән килеп иртән китте.

Элек учитель исеме менән йөрөтөлгән был кеше, бара торғас, Ғәлләм ағайҙар ғаиләһендә үҙләшеп, Нәғим Әми¬нев тип үҙенең исем-фамилияһы менән йөрөтөлә башла¬ны. Вахит кенә түгел, Ғәлләм ағай менән Фәүзиә еңгә лә, Мәрйәм дә уны үҙҙәренең яҡын бер кешеләре кеүек ҡар¬шы ала торған булдылар. Ауыл ғәҙәтенсә, башҡа ваҡыт¬тарҙа сит кеше килгәндә төшөрөлә торған кизеле шар¬шау Нәғим килгән ваҡыттарҙа күтәрелгән урынынан тө¬шөрөлмәй башланы. Мәхмүт һәм башҡа шуның кеүек майлы күҙҙәрҙән һаҡлана торған Ғәлләм ағайҙар Нәғимдән һаҡланырға кәрәкһенмәнеләр.

Нәғим килеп ҡунған көндө, улар Вахит менән икәү¬ләп, Ғәлләм ағайҙар артыҡ аңлап еткерә алмай торған, гәзиттәрҙә яҙылыуына ҡарағанда, донъяның төрлө шәһәрҙәрендәге завод-фабрикаларҙағы эшселәрҙең ҡуҙға¬лыштары, эш ташлауҙары, әллә ҡайһы бер губернала крәҫтиәндәрҙең ерҙәре аҙ булғанлыҡтан баш күтәреп, баярҙарҙың имениеларын талауҙары, шул баш күтәреүсе¬ләргә ҡаршы карательный әтрәттәр (яза фирҡәләре) ебәртеп баҫыуҙар, әллә ҡайҙағы мосолмандарҙың ысул йәҙит мәктәптәрен яптырыуҙар, уларҙың уҡытыусыла¬рын ситкә һөрөүҙәр, төрмәләргә ябыуҙар һәм башҡа шу-ның кеүек хөкүмәт менән эшселәр, крәҫтиәндәр һәм инородецтар араһында сыҡҡан хисапһыҙ күп аңлашылмау¬ҙар, алдағы көндәрҙең берендә ҙур ихтилалдар булмай ҡалмаҫ тигән мәсьәләгә килеп туҡтай торған булдылар.

Ҡай ваҡытта Нәғим әкрен генә, ләкин бик моңло та¬уыш һәм Ғәлләм ағайҙарҙың береһе лә ишетмәгән көй менән:

Ташлайыҡ, туғандар, иҫке донъяны,

Китһен аяҡтан уның туҙаны...—

тигән йырҙарҙы йырлай. Ул был йырҙарҙы йырлағанда, бер моңланып, бер ғәйрәтләнеп киткән кеүек була. Вахит шуның кеүек матур көйҙәрҙе һалдатта ишетеүен, ул көй¬ҙәр күп эшселәр ауыҙынан йырланғанда бигерәк тә ма¬тур һәм моңло икәнен өҫтәп ҡуя ине.

Шундай һүҙҙәр һөйләгәндә һәм Нәғим шундай йыр¬ҙарҙы йырлағанда, өй эсендәге кешеләрҙең Вахит менән Нәғимдән башҡалары, алда әллә ниндәй ҡурҡыныс ва¬ҡиғалар буласағын уйлап ҡурҡыуға төшәләр, ләкин ул ҡурҡыныстарҙы барыбер күреп үтергә тейешле бер эш кеүек күҙ алдарына килтереп, ул ваҡиғаларҙың тиҙерәк булыуын теләү уйына киләләр ине. Уларҙың ошо ҡараш¬тарын аңлаған Нәғим менән Вахит көлә төшөп:

— Барыбер тормош был көйөнсә барасаҡ түгел. Ул үҙгәрергә тейеш, һәм халыҡ шул үҙгәреш ваҡытына әҙер¬ләнеп торорға тейеш, — тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, өй эсендә¬геләрҙең күңелдәрен йыуатып ҡуялар ине.

Нәғимдең һуңғы килеп китеүенән бер нисә көндәр үт¬кәс, Мәрйәмдең үҙ теләге һәм Вахиттың дә мәслихәт кү¬реүе менән, Ғәлләм ағайҙың үҙҙәре самаһындараҡ бер крәҫтиән балаһына Мәрйәмде кейәүгә бирҙеләр, һәр ике яҡтың теләге менән эшләнгән был эште Ғәлләм ағай ҙа, Фәүзиә еңгә лә шатланып ҡаршы алдылар, ләкин тор-мошҡа яңы сыға торған был ике йәштең туй шатлығы Нәғимдән килгән кескенә бер хат арҡаһында юғала яҙ¬ҙы. Ул хат ошо ине:

«Вахит иптәш!

Хөкүмәт мәьмүрҙәре миңә административный поря¬док буйынса ике көн эсендә... ауылынан сығып китергә һәм... губернаһына барырға бойороҡ бирҙеләр. Был эш¬тең сәйәси яҡтан икәне мәғлүм. Өйрәнгән ер, яҡын күр¬гән иптәштәрҙән айырылып китеү ауыр кеүек булһа ла, хәҙергә баш эйергә тура килә. Бер ваҡыт беҙҙең оста ла туй булыр, шул ваҡытта беҙ ҙә иҫәпләшербеҙ!.. Шуның өҫтөнә, был эштең донос арҡаһында икәне мәғлүм. Кемдәрҙән һаҡланырға кәрәк икәнен һиңә әйткән инем, шу¬ларҙы иҫеңдә тот... Бер аҙға һағыраҡ бул. Минеңсә, был тирәлә шулай мәслихәт. Асыҡ һөйләр ваҡыттарға йыраҡ ҡалмаған инде. Ғәлләм ағай, Фәүзиә еңгә һәм Мәрйәм¬гә сәләм, Мәрйәмдең шатлығын уртаҡлашып, алда бә¬хетле, иркен тормош теләйем. Буласаҡ иптәше эшсән, уңған егет. Улар икәүләп аңлы рәүештә тормош ҡороу юлын табырҙар...

Хәҙергә хуш! Нәғим. 1913 йыл, 15 март».

Ошо хат арҡыры белдерелгән һәм бығаса артыҡ кө¬төлмәгән был хәбәр Вахитҡа ла, башҡаларға ла күңел¬һеҙ яҡтан тәьҫир итте. Шуның өҫтөнә был хәбәр, бер-ике көн эсендә тирә-яҡ ауылдарға таралып, Нәғим хаҡында төрлө һүҙҙәр һөйләнергә һәм Ғәлләм ағайҙарҙың борсолоуҙарын арттырырға сәбәп булып өлгөрҙө. Нәғимдең яңы фекерҙә булыуын күрә алмаған хәҙрәттәр һәм улар¬ға эйәреп йөрөгән ҡуштандар:

— Теле бик оҙон ине, яҡшы булған. «Тартай теленән табыр» тигән кеүек, үҙенең теленән тапты. Ҙурҙарҙан уҙып артыҡ белемле булырға ла ярамай шул... Мирза Аҡбирҙин «ундай маңҡаларҙың арт һабаҡтарын уҡытыр өсөн беҙҙең бер һүҙебеҙ етә» тигән икән, шул дөрөҫ һүҙ булды... — тип Нәғимдең ситкә һөрөлөүенә үҙҙәренең шатланыуҙарын белдерҙеләр.

Нәғимдең хеҙмәтен һәм уның фекерен бер аҙ аңлап өлгөргән, ләкин асыҡтан-асыҡ уның яҡлы булып эш күр¬һәтеү дәрәжәһенә килеп өлгөрмәгән ярлы яҡтар:

— Ул ҡайҙа барһа ла хур була торған егет түгел «Тура әйткән туғанына ярамаған» тигән кеүек, уны күрә алманылар, — тип Нәғимдең ситкә ебәрелеүенә ҡайғырыуҙарын аңлаттылар.

Был хәбәр ауылдарҙың байҙары араһында бигерәк тә шатлыҡ менән ҡаршы алынды. Электән бөтә ауыл халҡын үҙ ҡулдарында тотоп, үҙҙәре теләгәнсә йөрөткән Сөләймән бай һәм уның иҫерек Ибрайы:

— Уның кеүек, телдәрен ауыҙҙарына һыйҙыра алмай йөрөгән тағы бер нисә кеше бар әле... Бына Ғәлләмдең Вахиты лә шулай. Уларҙың да ҡойроҡтарын ҡыҫҡартыр¬ға кәрәк! — тигән һүҙҙәрҙе асыҡтан-асыҡ һөйләргә ке¬рештеләр.

Был һүҙҙәргә Вахиттың артыҡ иҫе китмәһә лә, Ғәл¬ләм ағай менән Фәүзиә еңгә һәм Мәрйәм, был эштәрҙе теге Нәғим һөйләгән ҡурҡыныстарҙың башланғысы ке¬үек күреп, борсола башланылар. Ауылға колокол таҡҡан пар атлы кешеләр килә башлаһа, «беҙҙең Вахит тураһында килмәһә ярар ине» тигән уйға ҡала башланы¬лар.

Шундай борсолоуҙар арҡаһында Мәрйәмдең туйы бер аҙ күңелһеҙерәк булып үтте.

Шул эштәрҙән һуң бер-ике аҙна үткәс, дисәтский һәм сотскийҙар, күкрәктәренә ҡалай миҙалдарын тағып, ҡул¬дарына таяҡтар тотоп, өй беренсә йөрөп:

— Сөләймән бай өйөнә станауай пристав килгән, бе¬регеҙ ҙә ҡалмай йыйынға барығыҙ! — тип, халыҡты та¬яҡлап, йыйынға ҡыуа башланылар. Был эш, ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тығып бутаған кеүек, бөтә ауылды гөж кил¬терҙе, һәр кем үҙендә берәр ғәйеп барҙыр, хөкүмәткә һәм законға ҡаршы белмәйенсә берәр эш эшләгәндер кеүек ҡурҡыуға төштө. Ҙур түрәнән ҡурҡып өйрәнгән халыҡ ярты сәғәт эсендә Сөләймән байҙың ишек алдына йыйы¬лып өлгөрҙө.

Ауыл халҡы тамам йыйылып, бүректәрен ҡултыҡ аҫтарына ҡыҫтырып бер аҙ көткәндән һуң станауай при¬став Сөләймән байҙың болдорона сығып баҫты ла иң элек старостаны, унан һуң халыҡты яндырып һүгә баш¬ланы:

— Күперҙәрегеҙ емерек, юлдарығыҙ боҙоҡ. Хәҙер тө¬ҙәтергә сығығыҙ, вон! Мин киткәнсе, бөтәһе төҙәтелеп бөтһөн! — тип әмер бирҙе. Ҡурҡыуынан ни эшләргә бел¬мәгән староста шунда уҡ халыҡтарҙы дисәтскийҙәр ме¬нән ҡыуҙырып, пристав ҡушҡан эштәрҙе еренә еткерергә ебәрҙе.

Пристав халыҡ өҫтөндә ғәйрәтен күрһәтеп бөткәндән һуң, старостаға асыу менән ҡарап:

— Һеҙҙең ауылда Йәғфәров Вахит тигән кеше бар¬мы? — тип екереп сөәл бирҙе.

Староста артыҡ ҡурҡыуынан Йәғфәров Вахит тигән кешенең барлығын-юҡлығын иҫенә төшөрә алмай торғас, пристав тағы асыу менән:

— Йәғфәров тигән кеше бармы? Ниңә яуап бирмәй¬һең, хайуан! — тип аяҡ типте.

Староста бер аҙ хәл йыйып алғас ҡына:

— Бар, хәҙрәт, бар... — тигән һүҙҙе саҡ-саҡ ҡына әйтә алды.

Сөләймән бай уның һүҙен дөрөҫләп:

— Ул кеше бар, тәҡсир, бар,— тип ҡуйҙы. Станауай приставтың:

— Ошо минут эсендә ул кешене бында алып киле¬геҙ!— тип екергән тауышына шундағы кешеләрҙең Сө¬ләймән менән Ибрайҙан башҡалары ҡурҡынып ҡалты¬ранып киттеләр. Шул уҡ минут эсендә Вахитты алып ки¬лергә бер юлы ике дисәтский ебәрелде. Шул арала пристав старостаны тағы бер аҙ бешереп алды.

Вахитты алырға киткән дисәтский бер нисә минут эсендә кире ҡайтып:

— Хәҙрәт, Вахит Йәғфәров өйҙә юҡ икән. Бына уның атаһы килде, — тине, тыны бөтөп, көскә-көскә ки¬леп еткән Ғәлләм ағайҙы күрһәтте.

Пристав Вахиттың өйҙә юҡлығын, уның урынына ата¬һы килеүен күргәс, тағы ла ҡыҙа төштө:

— Ул ҡайҙа йөрөй? Уның атаһы ниңә кешеләр менән юлдар төҙәтергә бармаған?!. — тине, ғәйрәт күрһәткән¬дән һуң, Сөләймән байға ҡарап алды ла, берәр эш күр¬һәтеп, уның кәйефен табырға тейеш кеше кеүек, Ғәлләм ағайға ҡаратып: — Һин ниңә мин ҡушҡан эшкә бармай ҡалдың? Әллә һин дә начальствоның приказдарына ҡа-рышмаҡсы булаһыңмы?! Һинең улың ҡайҙа йөрөй? Ул нәмәнең теле бик оҙонайған икән, мин уның телен нисек ҡыҫҡартырға белермен! Бында түгел, Себерҙә лә урын тапмаҫ!.. Һеҙгә учителдең килеп йөрөүен, уларҙың нимәләр һөйләшеүҙәрен беҙ бик яҡшы беләбеҙ!.. Беҙҙең власть булған ерҙәрҙә улар кеүек төнгө ябалаҡтарға урын булмаҫ! — тигән һүҙҙәр менән Ғәлләм ағайҙы үҙен¬сә бик ныҡ бешерергә кереште. Ғәлләм ағай приставтың бер юлы бер нисә ғәйеп тағыуына һәм шулай ҡаты бәрелеүенә сикһеҙ ҡаушағанлыҡтан, нимә тип тә яуап би¬рергә белмәй, аптырап ҡалды. Пристав яңынан: — Ниңә яуап бирмәйһең?! — тигән екереүенән һуң, Ғәлләм ағай тирә-яғына ҡаранып:

— Хәҙрәт, ул тирмәнгә киткән, мин яңы ғына утын¬дан ҡайттым. Мин алтмыш йәшкә етеп судта булманым, начальствоға ҡаршы ҡарышманым... — тигән һүҙҙәрҙе әйтте лә тыны ҡыҫылып туҡтап ҡалды.

Пристав тағы:

— Һин ҡарышмаһаң, һинең улың ҡарыша. Ул һине ҡоторта. Мин ул этте бик тиҙ өйрәтермен!.. Ҡара һин ул этте, ни эшләп йөрөй бит?! — тип һүгенде.

Ғәлләм ағай эсенән бөтә эштең һиҙелгәнлеген уйлап, ни эшләргә белмәй, аяҡтарын бер нисә рәт алмаштырып баҫты. Маңлайы тирләгән кеүек булғас, уны һөртөп ал¬ды һәм көс-хәл менән:

— Мин улымдан ундай һүҙҙәр ишеткәнем юҡ, — ти¬гән һүҙҙе әйтеп, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, приставҡа ҡарап алды.

Пристав көмөш портсигарынан папиросын алып ҡа¬быҙҙы ла, тирә-яғына ҡарап алғандан һуң, кемдеңдер күңелен тапҡан кеүек, асыуын баҫа төштө лә Ғәлләм ағайға ҡарап:

— Бар, хәҙер юл төҙәтешергә йүгер! — тип екереп ҡуйҙы.

Ғәлләм ағай эштең былай ғына бөткән кеүек булға¬нын күреп, һүҙ ҙә әйтмәй, алға йүгерҙе. Ләкин уның күңе¬ле алдағы ҡурҡыныстарҙы һиҙеп, йөрәге нығыраҡ тибә башланы.

Пристав кеүек ҙур түрәнең Вахит хаҡында шундай һүҙҙәр әйтеүе уны яратмаған кешеләр араһында төрлө һүҙҙәр сығыуға сәбәп булды.

— Бик күп белә башлаған ине шул... «Тартай теле¬нән табыр» тигәндәй, был егет тә кәрәген тапты... — тип бында ла Нәғим хаҡында әйтелгән һүҙҙәрҙе ҡабатланы¬лар.

Пристав килеп, шулай ауыл халыҡтарына ҡурҡыу һалып һәм Вахит хаҡында Себергә һөргөнгә ебәреү ме¬нән янап киткәс тә, Сөләймән байҙарҙың:

— Беҙ уның кеүек маңҡаларҙы аҡылға ултырта бе¬лербеҙ... Имеш, ул бик күп белә башлаған!.. — тип маҡтаныуҙары таралды.

Вахит хаҡындағы был эш Ғәлләм ағайҙарҙың өй эсен¬дә ниндәйҙер бер ҡурҡыныс буласағын күҙ алдына кил¬тереп, яҡшы уҡ ҙур борсолоуға сәбәп булды. Ғәлләм ағай ҙа, Фәүзиә еңгә лә Вахитҡа:

— Балам, былай ҙа торабыҙ бит әле, ниңә шул бы¬ғаса булмаған һүҙҙәрҙе һөйләргә? Үҙеңде харап итерҙәр, беҙҙе лә хәсрәткә һалырҙар... Беҙҙеңсә, тик торғаның би¬герәк тә яҡшы булыр ине... — тип уны өгөтләргә кереш¬теләр.

Ләкин Вахит үҙе хаҡындағы ошо ҡурҡытыуҙарҙы ишеткәндән һуң, үҙендә ҡурҡыу һәм борсолоу барлығын һиҙҙермәй:

— Ярай, һөйләһендәр, һеҙ юҡ өсөн борсолмағыҙ. Мин үҙ юлымды үҙем беләм. Ул чиновниктар халыҡты ҡурҡытып өйрәнгәндәр. Улар был ерҙәге аңһыҙлыҡтан файҙалана торһондар. Уларҙың ҡаршыларындағы көс¬һөҙҙәргә лә бер ваҡыт ишектәр асылыр, — тигән һүҙҙәр менән яуап ҡайтарып, боронғоса эшенә кереште.

ЙӘШЕНДӘР ИШЕ ГЕНӘ БУЛМАНЫ[edit]

1914 йылдың матур йәйендә, бөтә ауыл халыҡтары ҡырҙа эштә йөрөгәндә, ҡояш байышы яғынан ҡапыл ғы¬на ҙур болоттар сығып, ярты сәғәт эсендә ҙурайып, яҡты күктең яртыһын ҡаплап алды. Был болоттарҙың көслө диңгеҙ кеүек буталыуҙарынан, ҙур өйөрмә кеүек бер-береһенә аралашып сайҡалыуынан, йәшендәрҙең арлы-бир¬ле киҫеп ялтырауынан, туҡтауһыҙ күкрәгән йәшеңдәрҙең тауыштарынан бөтә халыҡ ҡурҡыуға төштө:

— Афәтле болоттар был, ҡаты боҙ яуып, күҙ терәп торған игендәребеҙҙе генә харап итеп китмәһә ярар ине!.. Бигерәк тә дауыллап килгән кеүек күренә. Ҙур аждаһа¬ларҙы Ҡаф тауы артына алып китергә килә торған¬дыр... — тип ҙур ҡурҡынысҡа төштөләр һәм шунда уҡ эштәрен ташлап, һәр береһе үҙҙәрен һаҡлау юлына кер¬ҙеләр.

Йәшенле ҡурҡыныс болоттар ә тигәнсе килеп етеп, көслө дауылы, беренсе талпыныуы менән үк, күп нәмә¬ләрҙе аҡтарып ташланы. Дауыл артынан күгәрсен йо¬мортҡаһы кеүек эре боҙҙар тупырҙап ергә төшөп, кире юғары күтәрелә биреп, тағы төшөп ер өҫтөн ҡыйнарға керештеләр. Сикһеҙ күп һәм ғәҙәттән тыш эре булған был боҙҙар бер сәғәт эсендә урылмай ҡалған бөтә иген¬дәрҙе тупраҡ менән аралаштырып үтеп китте.

Шул саҡлы һәләкәт килтергән ҡара болот үткәс, көн аяҙытты. Ауыл халҡы ауылға ҡайтып, бер афәтле ямғыр һәм һәләк булған ашлыҡтар хаҡында һөйләшеп тә бөт¬мәнеләр, волостан килгән кеше халыҡты йыйып:

— Герман һуғыш башлаған. ...нсе, ...нсе йылғы һал¬даттарға бөгөндән һуғышҡа барырға... — тигән хәбәрҙе иғлан итте.

Әле генә күрелгән ҙур афәттең хәсрәтенән ни эшләр¬гә белмәй торған халыҡҡа был ауыр хәбәр йәшенле бо¬лоттарҙан да ауыр тәьҫир яһаны. Ике, өс йыл элек кенә, әллә нисә йылдар батша хеҙмәттәрендә йөрөп ҡайтҡан¬дан һуң, тормоштарын рәтләргә керешкән, ауылдың бы¬на тигән әллә ни саҡлы таҙа эшсән егеттәре оҙатыусы¬ларҙың күҙ йәштәре аҫтында бер көн эсендә һуғышҡа ебәрелделәр.

Һуғышҡа оҙатылыусыларҙың оҙатылыуҙарына рәт¬ләп бер ай ҙа үтмәне, «фәлән кеше үлде, мин ранен бул¬дым...» тип ҡайғылы хәбәрҙәр яҙылған хаттар артынан һуғыштың ҙурайғандан-ҙурайыуы хаҡында хәбәрҙәр яуҙы.

Аяҡ-ҡулһыҙ булып ҡайтҡан, һуғыш майҙанында үл¬гән кешеләрҙең урындарын тултырып, снарядтарға аҙыҡ өсөн, яңынан-яңы мобилизациялар иғлан ителеп, ауыл¬дар күҙ йәштәре менән сыланғандан-сыланды. Ирһеҙ ҡалған тол ҡатындар, атаһыҙ ҡалған етемдәр, тәрбиәсеһеҙ ҡалған балалар менән донъя тулды, һуғыш ҡур-ҡыныстары, ундағы әҙәм балаларын ҡыра торған йәһән¬нәм ҡоралдары хаҡында йөрәктәрҙе ҡалтырата торған хәбәрҙәр таралып, һуғышҡа китеүселәрҙең иҫән ҡайтыуҙарынан өмөттәр өҙөлдө.

— Ниңә һуғышалар? Был һуғыш беҙгә ниңә кәрәк? — тигән сөәлдәр бирелһә лә, уның яуабын табыуҙан ғажиз булдылар.

Байлыҡ арҡаһында һуғышҡа китмәй, хәйлә менән тороп ҡалған кешеләрҙең шатлыҡ эсендә тороуҙары, уларҙың һатыу итеп, яңынан-яңы байлыҡ нигеҙҙәре ҡороуҙары халыҡтың аңлыраҡ өлөшөн, бигерәк тә эшсе¬ләрҙе, тағы уйға ҡалдырҙы. Ауыл халыҡтарының бала¬лары һуғышҡа китеп үлгән, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалған йәки бөтөнләй хәбәрһеҙ юғалғандары:

— Бәхетле кешеләрҙең морондары ла ҡанамай, бында рәхәтләнеп торалар... Ә беҙҙең кеүек бәхетһеҙҙәрҙең аҡтыҡ балалары китеп, ҡайтмай юғалалар... — тип зарланыуҙарын арттырғандан-арттыралар. Өсәр балалары булған алтмыш йәшендәге ҡарт менән ҡарсыҡтар бер улһыҙ көйөнсә өй тулы етемдәр менән тороп ҡалдылар. Өс-дүрт балалы ҡатындар ирһеҙ ҡалып, балаларын тәр¬биә итеүҙән ғажиз булдылар. Фабрик-заводтарҙағы бына тигән эшселәр һуғыш майҙандарында үлеп, уларҙың ҡа¬тын, балалары урамға сығарылып ташландылар, һуғыш булған ерҙәр ҡан менән йыуылды... Ауылдар күҙ йәше менән сыланды.

Иҫән ҡалған эшселәрҙең һәм ярлы крәҫтиәндәрҙең сабырҙары төгәнде, асыуҙары ҡабарҙы. Был ҡәһәрле күренешкә берәр төрлө сик булыуын, быға сәбәпсе булған кешеләрҙең тонсоғоуҙарын теләргә керештеләр.

Ике йылдан да артыҡҡа һуҙылған был ҡанлы һуғыш, шул ике йылдан да артыҡ ваҡыт эсендә һис туҡтауһыҙ йәшен йәшенләп, күк күкрәп, ҡаты боҙ яуҙырып торған ҡара болоттарҙың ҡурҡынысынан да ауыр булды. Эш¬сән халыҡ был золомдоң, был ҡәһәрҙең бөтөрөлөүе мә¬гәр үҙ ҡулы менән генә мөмкин икәнлеге уйына төшөп, батшаның, уның генералдарының, губернаторҙарының — һәммәһенең, һәммәһенең үҙҙәренә дошман икәнлектәре¬нә иман килтереп, уларҙы сәнселдереү кәрәклеге юлына керҙеләр. Шул уй менән тиҙҙән нимә лә булһа берәр эш буласағын көтөргә керештеләр. Был ҙур теләктең тамы-ры әллә ҡайҙа булып, уның ялҡынлы ботаҡтары барған һайын үҫә, тарала барыуы хаҡындағы шатлыҡлы хәбәр¬ҙәр, ямғыр артынан күренеп ҡалған салауат күпере ке¬үек, ҡояшҡа ҡаршы ялтырап, күренеп-күренеп киткән¬дәй булды. Петроград, Мәскәү кеүек ҙур шәһәрҙәге эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм уларҙың балаларының асығыу тауыштары, уларҙың икмәк һорап урамға сығыуҙары бө¬тә ергә ишетелеп, йөрәктәргә беҙ менән сәнскәндәй бул¬ды, һуғыш ҡасаҡтары менән бөтә ер тулды. Ошо ҡыҙ¬ғаныс күренештәрҙән һуң икенсе бер көстөң ташып сы¬ғып, бөтә ҡара көстәрҙе баҫып китеүенә ҡаратылған өмөттәр артҡандан-артты, һуғыш яфаһынан ауырлыҡ¬ҡа төшкән, көнкүреше емерелгән һәр кемдең күҙе шул яңы сығасаҡ көстәргә йүнәлде.

БАШҠАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ВАХИТ ТА КИТТЕ[edit]

Һуғыш иғлан ҡылынғас та ...се, ...се йылдарҙағы һал¬даттарға яһалған беренсе мобилизацияла Вахитҡа ла һуғышҡа китергә тура килде. Уның был китеүе Ғәлләм ағай менән Фәүзиә еңгәгә боронғо ваҡытта һалдатҡа китеүенә ҡарағанда ла ауырыраҡ булып тойолдо.

Улар, бер яҡтан, ҡарт көндәрендә, көнкүреш эштәре¬нең бөтөнләй үҙ өҫтәренә йөкләнеп ҡалыуын, икенсе яҡ¬тан, берҙән-бер улдарынан айырылыуҙарын уйлап ҡай¬ғырыштылар, һис бер төрлө юл менән йөрәктәренән ташланып сығарылыуы мөмкин булмаған был хәсрәттә-рен Вахитҡа күрһәтмәй генә илаған күҙ йәштәре менән йыуып ташларға тырыштылар.

Вахит уларҙың йөрәктәрендә ҡайнашҡан хәсрәттәрен бик ныҡ һиҙеп, улар өсөн эстән ҡайғырһа ла, тыштан был ҡайғыны еңеләйтергә тырышып, үҙенең китеүен һалҡын ҡан менән ҡаршы алды:

– Әсәй, һеҙ ҡайғырмағыҙ, һуғышҡа киткән бер кеше үлә тигән һүҙ юҡ бит. Был юлы, һалдат хеҙмәтенә киткәндәге кеүек, әллә нисә йыл йөрөргә тура килмәҫ. Кем белә, бәлки, бер нисә айҙан ҡайтырға тура килер... — тип уларҙы йыуатыу өҫтөнә үҙенең һуғышҡа китеүе өсөн ҡайғырмағанын белдерер рәүештә:

– Элек, бер нәмә лә белмәгән-күрмәгән ваҡытта, һалдатҡа китеүгә ҡарағанда, хәҙерге китеү бер нәмә лә түгел. Хәҙер мин үҙемдең күргән-белгән ерҙәремә, таныш иптәштәрем янына барған кеүек барам. Шуның өсөн ҡайғырып, борсолоп торорға урын юҡ кеүек күрәм... — тип, үҙе башлап, кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләргә кереште. Вахиттың шулай һуғышҡа китеүҙе һалҡын ҡан менән ҡаршы алып, үҙе әҙерләнергә керешеүе Ғәлләм ағай ме¬нән Фәүзиә еңгәнең ауыр хәсрәттәрен еңеләйтеп ебәргәндәй булды.

Оҙатыу бик ашығыс булғанға күрә, оҙатыусылар ме¬нән Вахит араһында иң кәрәкле һүҙҙәр ҙә әйтелеп бөт¬мәгән кеүек булып ҡалды. Ата-әсәләренең һәм Вахиттың ҡайғыларын уртаҡлашып, Вахит ағаһы менән иҫәнләшеп ҡалыр өсөн килгән Мәрйәм дә әйтергә уйлап килгән һүҙ¬ҙәрен дә әйтә алмағанға, уның ул һүҙҙәре шул ашығыс¬лыҡ эсенә кереп юғалғандай булды. Улар ошо ашығыслыҡ эсендә Вахитты оҙатып, уның иҫән-һау ҡайтыуын теләп, артынан ҡарап ҡалдылар.

Ауылдың бына тигән таҙа егеттәренән ҡырҡ-илле ке¬шенең бер юлы ауылдап сығып китеүҙәре, бөтә ауыл хал¬ҡының тип әйтерлек уларҙы күҙ йәштәре менән оҙатып ҡалыу күренештәре, хәҙер үк һуғыш сатҡылары төшөп, ауылды яндыра башлаған кеүек бер хәлгә килтергән ке¬үек булды.

Вахит һәм уның иптәштәре шәһәргә барыу менән, уларҙың кәрәк-яраҡтарын биреп, юлға сығарып та ебәр¬ҙеләр...

Хәҙер былар тейәлгән поезд элекке ваҡытта һалдатҡа алынып киткәндәге поезд кеүек әкрен йөрөмәй, бәлки һуғыш майҙанына тиҙерәк етеп, быларҙы тиҙерәк үлем тырнағына тапшырыу өсөн ашыҡҡан кеүек шәп бара ние.

Вахит юлда барғанда үҙен яҡшы хис итте. Башлап һалдат хеҙмәтенә барып ҡайтҡан ваҡытта, юлда күреп үткән шәһәр һәм ауылдарҙың күбеһен ҡарап барып, бо¬ронғо иҫтәлектәрен күҙ алдына килтерҙе. Уларҙы күреү менән, Нурый Сәғитовтың һөйләгән һүҙҙәре яңынан иҫе¬нә төшөп ҡабатланған кеүек булды. Киев шәһәрендә хеҙ¬мәт иткән сағында үҙе күреп үткәргән «шомло эҙ ҡал¬дырған төндәр», Беренсе май көнөндә эшселәр тарафы¬нан яһалған «яңы байрамдар», унда булған ҡанлы күренештәр берәм-берәм күҙ алдынан үтә башланылар.

Алпауыт баҫыуҙарындағы игендәрҙең, бер яҡтан, ма¬шиналар менән урылып, икенсе яҡтан, машиналар менән һуғылып гөж килеүҙәре, ул игендәрҙең шунда уҡ таҙар¬тылып амбарҙарға оҙатылып тороуҙары, йөҙәрләгән крәҫ¬тиән ирҙәр менән крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарының янып-бе¬шеп шул эштәрҙе эшләп йөрөүҙәре, шулар менән бер рәттән үк һалам түбәле ауылдарҙың шаҡмаҡтарға бүле¬неп сәселгән ерҙәре өҫтөндә берәр ҡарт менән ҡарсыҡ¬тың йәки имсәк балаһын бәләкәй арбаһы аҫтына ултыртып, үҙе урып йөрөгән крәҫтиән ҡатынының ауыр күренештәре был ике тормош араһындағы айырмаларын, сәбәптәрен эҙләргә яңынан юл астылар.

Хәҙерге көндә Вахит үҙе лә элекке йылдарҙағы, һал¬датҡа алынып барған «боронғо Вахитлығынан» сығып, уңды-һулды айыра башлаған кеүек, уның менән бер эшелонда китеп барыусылар араһында ла шундай бай¬таҡ ҡына егеттәрҙең барлығы күренеп тора ине. Шуның өсөн хәҙер үлемгә ҡаршы алып барылған егеттер ҡурҡып-нитеп тормай, юғарылағы ике тормош хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеп барған ваҡыттары булды.

Баяр ерҙәрендә йөҙәрләгән крәҫтиәндәрҙең эшләп йөрөгәндәрен күргән саҡта ҡай берәүҙәр асыулы ҡатыш көлөп:

– Был баяр хәҙер үҙенең ҡатыны, балалары менән ағас күләгәһендәге еләҫ бер урында ғына ашап-эсеп ул¬тыра торғандыр инде!—тигән һүҙҙәрен әйтәләр. Улар¬ҙың шул һүҙҙәренән һуң тормош хаҡындағы фекер алы¬шыуҙар башланып китә ине:

– Меңәр дисәтинә ерең булһа, һин дә шулай торор инең...

– Уға ул ерҙәр ҡайҙан килгән һуң?

– Хоҙай биргәндер инде...

– Бында хоҙайҙың ни ҡатнашы булһын, ти?

— Белмәйем инде, уйлап ҡараһаң, аптырап китә¬һең...

— Ниңә аптырап торорға? Уларҙың ҡартаталарына батша тотҡан да бүләк итеп шул ерҙәрҙе биргән, шунан улар ергә хужа булып ҡалғандар. Әллә ниндәй бер гә¬зиттә шулай яҙғандар ине.

– Ә ул үҙе, беҙҙең кеүек, һуғышҡа ла бармай тор¬ғандыр әле?

– Ул ниңә һуғышҡа барһын, ти. Улар өсөн бында беҙ барабыҙ бит!

– Ниңә беҙ улар өсөн һуғышҡа барабыҙ?

– Бына бөтә хикмәт тә шунда инде.

—Сеү, ана тегенән беҙҙең һөйләшкәнде теге нәмә тыңлап тора...

— Тыңлаһа тағы? Беҙҙең һүҙ дөрөҫ бит...

— Дөрөҫөн дөрөҫ тә, шулай булһа ла бик ярап бөт¬мәй.

Һалдаттарҙың ҡай берәүҙәре араһында һөйләнгән был һүҙҙәргә төшөнөп өлгөрмәгән, хатта күңелдәре ме¬нән ҡаршы булған һалдаттар ҙа, ниңәлер, быларға ҡар¬шы төшмәйҙәр, хатта күбеһе:

— Бер яҡтан ҡарағанда, быларҙың һүҙҙәре лә дө¬рөҫкә яҡын шул... — тигән кеүек көлөмһөрәп уйға ҡала¬лар ине.

Поезд боронғо шәплеге менән алға бара. Алға барған һайын, фронтҡа оҙатылыусы һалдаттар тултырылған һәм һуғыш ҡоралдары тейәлгән поездар күбәйә, уларҙың һәммәһе лә, береһенән-береһе ашығып, ҡояш батышына ҡарап сабалар ине.

Фронт яҡынлашты буғай: бик күп ваҡыттар бер эҙ менән килгән эшелондар, төрлө яҡтарға китә торған ти¬мер юл тармаҡтары менән, төрлөһө төрлө юлдарға ке¬реп тарала башланы. Ғәскәр башлыҡтарының йөрөш-то¬роштарына ашығыслыҡ керҙе, һуғыш ҡурҡынысы аҫтын¬да ҡалған шәһәр һәм ауылдарҙан ҡасып сығып, былай килеүсе ҡасаҡтарҙың һандары барған һайын күбәйҙе.

Бына бер ваҡыт Вахиттар ултырған поезд ҙур бер станцияға килеп еткәс, үҙенең бынан да ары бара алма¬уын белгән кеүек иркен тын алып, бөтөнләй туҡтаны. Паровоз үҙе алып килгән ҡорбандарҙы тейешле урындарына еткергән кеүек быхылдап ары-бире йөрөргә ке¬реште.

Станция бөтөнләй һуғыш төҫөн алып шау-шыуға кү¬мелгән, үлем менән тереклек араһында торған бер ҡап¬ҡа хәленә әйләнгән ине.

Ҡараңғы төн булыуға ҡарамаҫтан, Вахиттар полкы менән башҡа полктарҙы станцияла оҙаҡ та тотмай, ти¬мер юлдан бер яҡ ситкә ҡаратып алып киттеләр. Улар ҡырҙар, урмандар араһынан киткән юл менән ҡараңғы¬лыҡ эсенә кереп юғалдылар.

Был ваҡытта ҡояш байышы яғындағы тәрән ҡараң¬ғылыҡтан һирәк-һирәк күк күкрәгән кеүек тауыштар ишетелә, һауала йәшен кеүек уттар ялтырап китә, әллә ҡайҙа бик йыраҡта күтәрелеп сыҡҡан янғындарҙың шом¬ло яҡтылыҡтары төнгө ҡараңғылыҡ эсендә күңелдәргә дәһшәт биреп торалар ине.

КӨТКӘНДӘН КҮП АРТЫҠ БУЛДЫ[edit]

Бығаса күҙҙәр күрмәгән, ҡолаҡтар ишетмәгән ҡот осҡос үлем ҡоралдары менән ҡоралланған, сикһеҙ күп һандағы ике көстөң бер-береһенә ҡаршы килеп бәрелешеүҙәре Вахитҡа ла, башҡаларға ла һуғыштың быға саҡ¬лы уйланып йөрөлгән дәрәжәнән күп ҡурҡыныс, көслө һәм дәһшәтле икәнен күрһәтте. Бәләкәй балалар саҡлы булған снарядтарҙың күҙгә күренмәй генә үлем тауыш¬тарын сығарып килеүҙәре, уларҙың ергә төшөү менән ярылып, әллә ни саҡлы ерҙе аҡтарып ташлауҙары, та¬уыштары менән тирә-яҡты тетрәтеп ебәреүҙәре һәм уларҙың төшкән урындарына тура килгән бәхетһеҙ һалдат¬тарҙың тупраҡ менән аралашып юҡҡа сығыуҙары, ямғыр урынына яуған пуляларҙың тура килгән кешеләрҙең тән¬дәрен үтеп, уларҙы боҙ һуҡҡан игеп кеүек яһауҙары был һуғыштан иҫән-һау сығыу өмөттәрен юғалтты, һауала осҡан аэроплан һәм цеппелиндарҙың, үлем йырҙары йыр¬лап, ҡаҙ бәпкәләрен эҙләгән төйлөгән кеүек, арлы-бирле осоуҙары һәр кемдең ошо үлем тырнағына эләгеү ҡур¬ҡынысын килтереп баҫтырҙы.

Һөжүм ваҡыттары булып, ике яҡтың ғәскәрҙәре бер-береһенә ҡаршы килеп һуғышырға тура килгән саҡтар¬ҙа, һәр кем үҙен һаҡлау уйына төшөп, нисек булһа ла ҡаршыһындағы дошманын элегерәк атып үлтереү юлын ҡарап, башҡаларҙы ҡыҙғаныу хисен күңеленән бөтөн¬ләй сығарып ташланы. Янында ғына үлем әсеһе менән һыҙланып ятҡан иптәшенең ауыр хәленә күҙ һалыуҙан, уның берәр тамсы һыу йәки берәр төрлө ярҙам һорап әйткән, үлем алдындағы һүҙҙәрен ишетеүҙән ваз кисеп, үҙ-үҙе менән мәшғүл була, үҙен генә ҡайғыртыу юлына төштө.

Шулай итеп, күңелдәр тупаҫланып ҡатты, кешеләрҙе ҡыҙғаныу, башҡаларҙың йөрәктәрендәге һыҙланыуҙарға ҡатнашыу кеүек сифаттарҙың һәр береһе юғалдылар.

Ҡапыл күтәрелеп сыҡҡан пожар үҙ тирәһендәге ке¬шеләрҙең һәммәһен дә үҙ тирәһенә йыйып, уларҙың бөтә уйҙарын үҙе менән мәшғүл иткән кеүек, был һуғыш та баштараҡ үҙенең ҡатнашыусыларын, шулар рәтенән Ва¬хиттың бөтә уйын үҙе менән мәшғүл итте. Һәр бер минут¬та ут аҫтында тороу, бер сәғәт тә рәтләп хәл йыймау, туҡтауһыҙ күкрәп торған туп тауыштары, умарта ҡорто айырғандағы кеүек, пуляларҙың һыҙғырыуҙары аҫтында бер алға, бер артҡа сигенеп, секунд һайын үлем көтөүҙәр Вахиттың күңелендә булған башҡа уйҙарҙы сығарып ташланы.

Бара торғас ул, шул ут эсендә йөрөргә күнегеп, төр¬лө ауырлыҡтарға өйрәнеп китте. Бик күп иптәштәре үлеп, бик күп иптәштәре ауыр ранен булып һуғыш са¬фынан юғалған ваҡыттарҙа, Вахит иҫән ҡалды. Бер аҙ¬ҙан һуң еңел генә ранен булһа ла, берәр аҙнанан тағы шул ергә килеп, боронғо, күҙе өйрәнеп, күңеле күнегеп бөткән эшкә кереште. Ул һуғыш күренештәрен, ундағы дәһшәттәрҙе күргән һайын, үткән, хәҙерге һәм киләсәк тормоштарын уйларға кереште. Окоп эстәрендә ятҡанда һәм башҡа ваҡыттарҙа ул элек мәҙрәсәлә ятҡан ваҡыт¬тарын, унда «Китабөлжиһад»ты уҡыған сағында «ка¬фырҙар» менән һуғыш сыға ҡалһа, үҙенең һуғышырға уйлап ғәйрәт ороуҙарын, хәҙрәттең мәнжәник тигән ҡо¬ралды һөйләгән замандарын, унан һуң һалдатҡа алынып китеүҙәрен, унда күргән төрлө ауырлыҡтарҙы һәм Нурый Сәғитов менән танышыуҙарын, Нурый һәм иптәштә¬ренең революция юлында ҡорбан булып та, үҙенең ул саҡта бер нәмә лә аңламай, һуңра уларҙың дөрөҫ юлда һәм ни өсөн шулай көрәшеп йөрөүҙәренең сәбәбен аң¬лап, үҙе лә шул юлға кереп, ауылға ҡайтҡас, Нәғим Әминев тигән уҡытыусы менән танышып, станауай при¬став тарафынан тикшерелеп тороуын берәм-берәм уйлап күҙе алдынан үткәрә башланы. Шуларҙы уйлағандан һуң ошо һуғыш, бындағы ҡырылыш һәм кешеләрҙең бер-береһен сәнсеш-атыштарын, быға сәбәп булған нә¬мәләрҙе уйлап, Киев шәһәрендә һалдатта сағында бул¬ған Май байрамдарының, ундағы эшселәрҙең ҡораллы көстәргә ҡаршы күтәрелеп сығыу дәрәжәһенә етеүҙәре¬нең хикмәттәрен бергә килтереп ялғап, был һуғышҡа ҡаршы булған асыуы барған һайын арта башланы.

Хәҙер уның асыуына, һуғышҡа ҡаршы булған фекере¬нә ҡушылыусыларҙың һәм:

— Был һуғыш беҙгә ниңә кәрәк?

— Беҙ кем өсөн һуғышабыҙ? Был немецтарҙың беҙгә ни дошманлыҡтары бар? Уларҙың да эшсе һәм крәҫти¬әндәрен, беҙҙе улар менән көсләп һуғышырға ҡушҡан кеүек, уларҙы ла беҙгә ҡаршы көсләп һуғыштыралар... Шуның өсөн беҙ улар менән дуҫлашып, һуғышты бөтөрөргә, винтовкаларҙы ысын дошмандарға ҡаршы тотор¬ға кәрәк... — тигән һалдаттарҙың һандары артҡандан-артты.

Эске Русиянан килгән һалдаттар ҙа боронғо рух, электәге дәрт менән килмәй, бәлки бик күбеһе:

— Беҙ ҡулға ҡорал ғына алайыҡ, унан һуң уны ҡай¬ҙа ҡаратырға үҙебеҙ белербеҙ... Хәҙер илдә рәт бөттө... Шәһәрҙәрҙә халыҡтар асығалар. Ауылдарҙа ҡарт-ҡоро, тол ҡатын һәм бала-сағаларҙан башҡа кешеләр ҙә ҡал¬май башланы. Ерҙәр сәселмәй, сәселгән ерҙәр урылмай ҡала... — тигән һүҙҙәрҙе шарран-яра һөйләп килә баш¬ланылар.

Төрлө шәһәрҙәрҙә ас ҡалған халыҡтарҙың икмәк һоpaп урамдарға сығыуҙары, эшселәр менән төрлө бәре¬лештәр булыуҙары, һалдаттарҙың башлыҡтарына ҡаршы тороп, эшселәргә атмау хәбәрҙәре береһе артынан икен¬сеһе килеп кенә тора башланы. Фронттың ҡай бер ерҙә¬рендә немец һалдаттары менән урыҫ һалдаттарының туғанлашыуҙары, шуның өсөн ҡай бер полктарҙың үҙ офицерҙарын атыуҙары фронт буйынса һуҙылған ҡыҙыл таҫ¬ма кеүек булып һуҙылып, һәр бер һалдат эштең ҡайҙа барыуын ысынлап аңлар дәрәжәһенә етте.

Вахит һуғыштың башынан бирле йөрөп, бөтә эштең нисек барыуын аңлап барғанға күрә, тиҙҙән ни ҙә бул¬һа ла берәр алмашыныу буласағын белеп, уның йөрәге шул алмашыныу дәртенә ысынлап ҡатнашыу дәрте ме¬нән ҡайнаша башланы.

НИМӘ БУЛДЫ ИКӘН?[edit]

— Нимә булды икән?

Һәр көн иртәле-кисле эре хәрефтәр менән баҫылып тарала торған «һуғыш хәбәрҙәре» тигән бюллетендар ике көндән бирле таратылыуҙан туҡталды. Төн-көн яңы хәбәрҙәр килтерә торған телеграф сыбыҡтары ике көн буйынса телһеҙ ҡалып, хәл йыйҙылар. Ике көн буйына тынлыҡта торған урамдарҙағы халыҡтар яңы өмөт ме¬нән яңы хәбәрҙәр көтә башланылар.

Ғүмерҙәре буйына ҡоллоҡта йәшәгән, үҙҙәренең күк¬рәк көстәрен һатып көн күргән, был ҡәһәрле һуғыштың тиҙерәк бөтөүен теләгән синыфтар бер хәбәрһеҙ көндәр¬ҙе алда, киләсәктә яҡты тормоштоң таңы төҫлө күреп, был тынлыҡ төҫтәрен хәйергә юранылар. Шуның өсөн уларҙың йөҙҙәренә алдағы яҡты көндәрҙең нурлы шәү¬ләләре төшкән кеүек булды.

Быларға ҡаршы булған синыфтар, ҡара груһтар был тынлыҡтан алда буласаҡ «шомло» төндәрҙе һиҙенеп, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа ғына һөйләшеп, әкрен баҫып йөрөй башланылар. Шуның өсөн хәҙер үк уларҙың йөҙҙәренә алда күрәсәк хәсрәттәренең ҡараңғы шәүләләре сыҡҡан кеүек булды.

Ике көндән һуң телеграф сыбыҡтары телләнеп: «Николай II тәхеттән төшөрөлөп, Псков шәһәрендә арестовать ителде...» — тигән яңы һәм сикһеҙ шатлыҡлы беренсе хәбәрҙе килтерҙе. Был хәбәрҙә Петроград эшсе¬ләренең һәм улар яғына сыҡҡан һалдаттарҙың баш күтәреүҙәре, шул һуғыштар арҡаһында Николайҙың иҫерек сағында тәхеттән ваз кисергә мәжбүр ителеүе, тәртип һаҡлап, «ватанды һәләкәттән һаҡлап ҡалыр өсөн» Ва¬ҡытлы хөкүмәт төҙөлөүе, ихтилалдың ни рәүештә булы¬уы, бынан һуң хөкүмәтте идара итеү тәртибе алмашыныу тураһындағы хәбәрҙәр ҡушылып, бөтә Русияны зыҡ ҡуп¬тарҙы.

– Николай төшөрөлгән!..

– Мең йыллыҡ Романовтарҙың тәхете емерелгән!..

– Бығауҙар өҙөлгән!..

– Эшсе, крәҫтиәндәргә иркен тын алырға юл асыл¬ды...

– Бынан һуң һәр бер халыҡ, һәр бер милләт тигеҙ буласаҡ!.. — тигән шатлыҡлы һүҙҙәргә:

— Бынан һуң баяр ерҙәре крәҫтиәндәргә бирелергә тейеш!..

–Фабрик-заводтар боронғо хужаларынан эшселәр¬ҙең үҙ ҡулдарына алынырға тейеш!..

– Йәшәһен хөрриәт! — һүҙҙәре ҡушылып яңғырай башланы.

Был һүҙҙәр өҫтөнә:

– Берләшегеҙ, бөтә донъя пролетариаты!..

–Бөтһөн һуғыш!..

— Бөтә власть Советтарға! — тигән лозунгылар таш¬ланып, эшсән халыҡтың йөрәгендә яңы революция утын ҡабыҙҙы. Ваҡ милләттәргә етәкселек итеү арзуһында булған ҡай берәүҙәр тарафынан:

— Йәшәһен милли-мәҙәни мөхтәриәт, — һүҙе тара¬тылды.

Төрлө синыф, төрлө фирҡәләр тарафынан үҙҙәренең тотҡан юлдары буйынса алдағы теләктәренә ирешеү уйы менән иғлан ителгән был лозунгылар тиҙ арала көрәш төҫөн алды.

… әҫәрҙең дауамы…