0%

Тормош баҫҡыстары. 2-се өлөш

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Тормош баҫҡыстары. 2-се өлөш
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.



СЕРЛЕ КИТАП[edit]

Вахит бик күп этләнә торғас, казарма тормошона күнегә, унда өйрәтелә торған яңы «иман шарттарына», яңы ҙур кешеләрҙең исем-фамилияларына, уларҙың был тор¬мошта ниндәй урын тотоуҙарына һәм казарманың ауыр тәртиптәренә күнегә башланы. Шулай ҙа ул, ауылына хат яҙғанда, һаман да хаттарын: «Әлхат — нисфелмөл-ҡәт» тип башлай һәм: «Һеҙки ғиззәтле вә хөрмәтлү булып торғусы әнкәйем хәҙрәттәренә беҙки батша хеҙмә¬тенә грифтар булып йөргүсе, һеҙҙе бер күрергә зар-интизар булып торғусы беҙки ғәзиз балағыҙҙан биниһая сәләм...» тип башлай, һаман боронғоса зарлана, боронғоса һәр бер аяҡ баҫҡан ауылдаштарына саҡлы сәләм әйтеп бөтөргәндән һуң, үҙенең ҡанаты булһа, ҡош кеүек осоп ҡайтырға теләүен белдерә ине. Шуға ҡаршы ата-әсәһенән өҙөлөп, һыҙланып яҙылған хаттарҙы алғанда, был тормоштан тиҙерәк хәләс булыуҙы өмөт итеп, теге күкрәк кеҫәһенә тегеп ҡуйған доғаларҙы алып, күҙҙәрен ғәрешкә терәп уҡый торған ине. Ул шул доғаларҙы уҡып, унда артыҡ бирелеп китеп, дежурный офицерҙың килгәнен күрмәйенсә честь бирергә өлгөрә алмай ҡалып, бер нисә рәт сикәһенә лә алды. Бер нисә рәт:

— Гололобый татарин! — тигән һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң, үҙенә сират етмәй тороп, ашамаған көйөнә төнгө ҡарауылға китергә мәжбүр ителде. Вахит бына шундай ауырлыҡтарҙы бер нисә рәт татығандан һуң ғына, ул «хәсиәтле доғалар»ҙы уҡыуын һирәкләтте.

Шундай яҡшы хеҙмәт итеп тә, шундай «хәсиәтле доғалар»ҙы уҡып та, шундай ауыр язаларға грифтар булғандан һуң, теге оҙон сәсле Сәғитовтың «был титулдарҙы сикәгә төшмәҫ өсөн генә белергә кәрәк» тигән һүҙенең һәм уның ҙур кешеләргә ҡаршы хөрмәтһеҙ һүҙҙәр әйтеүенең мәғәнәһен аңлағандай булып, Сәғитовҡа мөхәббәтен арттырҙы.

Ул, йәй көнөндә лагерға сыҡҡанда, ҙур туптарҙы күреп, «Китабөлжиһад»ты уҡыған ваҡыттағы «мәнжәник»тәрҙе, кафырҙарға ҡаршы һуғышырға өйрәнеүҙәрен күҙ алдына килтереп, тормош баҫҡыстарының төрлөсә икәнен уйлай башланы. Шундай ваҡыттарҙа уның күҙ алдына теге оҙон сәсле Сәғитов менән ҙур салмалы хәҙрәт килеп, икеһе ике яҡҡа саҡырған кеүек була башланылар.

Вахит бындай ваҡыттарҙа, үҙенән-үҙе шикләнеп, электән теле өйрәнеп бөткән «лә хәүлә вә ләҡеүәте...»ләрҙе уҡырға теләһә лә, әллә кемдәр уға бармаҡ һелккән кеүек булдылар. Әллә ниндәй көс уны ике яҡҡа тартҡан кеүек һиҙелде... Ул, киң сәхрәнән казармаға ҡайтҡас, үҙен шун¬дай икеләнеү араһында күрә башланы.

Көҙгө ҡараңғы төндәрҙең береһендә Вахит казарманың эсендә ҡарауылға ҡуйылған ине. Ул, винтовкаһын арҡаһына арҡыры аҫып, арлы-бирле бер аҙ йөрөгәндән һуң, ҙур ишек алдында һәр көн ҡарауылсылар ултыра торған йәшник өҫтөнә ултырып, үҙенең тағы ике йылдан ауылға ҡайтыуын уйлап, башын түбән эйеп, хыялға батты. Был ваҡытта уның аяҡ аҫтында кескенә генә бер китап ятһа ла, ул уны тиҙ генә алмай, тик алдағы көндәрҙең береһендә, ауылға ҡайтҡас, көн үткәреү пландарын бер аҙ уйлағандан һуң ғына ҡулына алды.

Китаптың тышына былар өйрәнә торған кенәгәнең тышындағы кеүек мылтыҡ һүрәте төшөрөлгән, шул уҡ кенәгәнең тышындағы һүҙҙәр яҙылған ине.

Вахит ул кенәгәне берәрһенең яңылыш төшөрөп ҡалдырған кенәгәһелер тип уйлап, бер аҙ тотоп торҙо ла эсен асып ҡараны. Китаптың беренсе битенең башында эре генә хәрефтәр менән яҙылған «Кто наши враги?» тигән һүҙҙәрҙе, яңы ғына хәреф танып килгән балалар кеүек, берәмләп уҡып сыҡҡандан һуң:

— Товарищи, мы рабочие и крестья... — тигән һүҙҙәрҙе теҙергә кереште.

Ул шул һүҙҙәрҙе әйтеп тә өлгөрә алманы, бик көслө бер ҡул уның уң беләгенән тотоп, ҡулындағы китабын тартып алды ла, уның тышын ҡарау менән, Вахитҡа асыулы күҙен төшөрөп:


- Ах ты, сволочь, изменник!.. — тип екеренгәндән һуң теге китапты икегә бөтәрләп кеҫәһенә һалды һәм:

—Ты за это преступление отвечать будешь! — тип коридор буйлап казарманың теге яҡ башына китте.

Вахит һис бер уйламағанда булған был эшкә аптырап ҡалды һәм тиҙ генә урынынан һикереп тороп, бик тура баҫып, уң ҡулын сикәһенә терәп:

—Так точно, ваше благородие... — тигән һүҙҙе әйтеп, теге офицерҙың артынан ҡарап ҡалды.

Вахитҡа, һалдаттарға өйрәтелә торған, «Иман шарты» кеүек, теге кескенә китапта:

«Хөкүмәт бойороҡтарын еренә еткермәүселәр, падишаһ хәҙрәттәренең ниндәй генә булһа ла берәр әмер-фарманына ҡарышыусылар, начальство тарафынан ҡушылған эште еренә еткермәүселәр «мәмләкәттең эске дошмандары» тип өйрәткәндәр, әллә нисә төрлө язалар менән ҡурҡытып, был нәмәләрҙе уның ҡанына һеңдереп бөтөргәндәр ине. Ул был «серле китап»тың башындағы һүҙҙәргә ҡарап шундай бер китаптыр тип уйлаһа ла, эштең былай булып сығыуын күргәс, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Нахаҡ бәләгә эләгеүенән ҡурҡып, тәндәре сымырҙап китте.

Ул кескенә берәр эш сәбәпле сикәһенә алғанда, подвинтовкы торған саҡтарында ла башлыҡтарҙың был саҡлы уҡ асыуҙарын күргәне юҡ ине.

Оҙаҡ та үтмәй, теге офицер взводный менән икенсе бер һалдатты эйәртеп алып килде лә, взводныйға ҡарап бер нисә һүҙ әйткәндән һуң, Вахиттың исем, фамилияһын, ҡайһы рота, ҡайһы полк икәнеп яҙып алды ла ашығып сығып китте.

Ул киткәс, взводный Вахитҡа ҡарап:

—Һиңә ни булды, Йәғфәров, неужели һин дә шундай эштәр менән сыуалаһың? Мин һинән был эште көтмәгән инем. Бик ҡыҙғаныс... Хәҙер бар, урыныңа кит! — тип, уны алмаштырып, теге һалдатты посҡа ҡуйҙы.

Боронғо ваҡытта «хәҙрәте Ғәли» булып ғәйрәтләнгән беҙҙең Вахит, теге взводныйға честь биреп, ул китапты иҙәндән генә тапҡанын, үҙенең бер нәмә лә төшөнмәгәнен әйтергә теләп ҡараһа ла, рәтләп төшөндөрә алмағас, үҙенең урынына китте. Алдағы көндә ауылға ҡайтып донъя көтөү пландарын уйлап ултырғанда, бындай бер бәләгә осрап, күҙҙәренә йоҡо кермәгәнгә күрә, таңды көтөргә кереште.

Таң алдында һалдаттарҙы уяттылар: улар көндәге ке¬үек, бер-береһенән ашығып, иртәнге занятиеға, үҙҙәренә билгеләнгән эштәрҙе еренә еткерергә китергә әҙерләнәләр ине. Көн иртә булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн төндә һәм кисә кистән күрше казармаларҙа һалдаттарға уҡырға ярамай торған әллә ниндәй брошюралар таратылыуы, күрше казармаларҙа һәм был казарманың өҫкө ҡатында бер нисә кешенең арестовать ителеүҙәре ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа һөйләнә, шуның өҫтөнә ваҡ-төйәк башлыҡтар, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, ашығыс, ҡурҡыныс хәрәкәт күрһәтәләр ине.

Эштең былай булыуын күргәс, Вахиттың ҡурҡыуы тағы ла артты. Эш уның менән генә ҡалмай, фельдфебелдең Вахит янына килеп:

— Һиңә бөгөн занятиеға барырға ярамай, шунда ғына тор! — тип әйтеүе уның ҡурҡыуын мең ҡабат арттырып ебәрҙе.

Һалдаттар занятиеға, ҡалғандары төрлө эшкә керешеп, бер аҙ торғас та, ротный командир менән бер нисә офицер, тағы бер нисә һалдат быларҙың казармаһына килеп, һәммә һалдаттарҙың урындарын тентеп, һандыҡтарын писәтләп, айырым бүлмәгә тултыра башланылар.

Эш былайға киткәс, Вахит эштең ҙурға китеүен тағы ла тулыраҡ аңланы, йөрәге ныҡлап тибергә кереште. Теге тентеүселәр казарманың теге башындараҡ булыуына ҡарамаҫтан, аяҡ өҫтөнә баҫып, уң ҡулын йәйеп сикәһенә терәне лә, уларҙың килеүҙәрен көтә башланы.

Ул үҙе тураһына еткәс тә, үҙенән берәр нәмә һорауҙарын көткән ине. Ләкин улай һорау-фәлән булманы. Уның койкаһын ҡарағандан һуң, өйөнән алып килгән һандығын писәтләп, уның хаҡында бер нисә һүҙ һөйләшкән кеүек булып, уға асыулы ҡараштарын ташлап, алға киттеләр. Ул шул урынында баҫҡан көйөнсә, таш бағана кеүек, ҡатып ҡалды.

Һалдаттар занятиенан ҡайтҡансы, шул рәүешсә тентеүҙәр дауам итте. Улар ҡайтҡандан һуң, һәр береһенең исем, фамилияһы менән саҡырып, үҙҙәренең күҙҙәре алдында, теге писәтләнгән һандыҡтарын асып, уларҙың эсендәге әйберҙәрен ҡарап, хат, китап кеүек нәмәләрҙе бер ергә өйөргә керештеләр.

Вахиттың һандығы эсенән бер нисә иҫке китап менән ата-әсәләренән килгән бер тиҫтәгә яҡын хат сыҡты. Бер-ике һалдаттың һандығынан тышына мылтыҡ һүрәте төшөрөлгән, кисәге Вахит ҡулынан үткән «серле китап» кеүек китаптар табылды, һандыҡтарынан шундай китаптар табылған һалдаттарҙы шунда уҡ башҡа һалдаттарҙан айырып ҡуйҙылар.

Был эште күргәс, башҡа һалдаттарҙың йөҙҙәре ағарынып китте.

Вахит үҙенең һандығы эсенән бер нәмә лә сыҡмауын, кисә теге «серле китап»ты иҙәндән табып алыуын, уның өсөн генә әллә винауат та булмауын уйлап, аҙ ғына ты¬ныслана төштө.

Казармала тентеүҙәр бөткәндән һуң, оҙаҡ та үтмәй, һалдаттар араһында ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа һөйләнгән тағы бер хәбәр сыҡты. Кисә шәһәрҙең теге яғындағы казармаларҙа саперҙарҙың ҡуҙғалыуҙары, уларҙы баҫырға казачий отряд менән ҡайһылыр полктың, ҡайһылыр ротаның барыуы, бер нисә кеше үлеп, әллә ни саҡлы кешеләрҙең арестовать ителеүҙәре һәм был эштәр кемдәрҙеңдер батшаға ҡаршы ҡотортоуҙарынан килеп сығыуы һөйләнде.

Был хәбәр Вахитҡа тағы ла ныҡ тәьҫир итте. Ул теге китапты ҡулға тотоп ҡарауы арҡаһында үҙен шул батшаға ҡаршы баш күтәреүселәргә ҡатнашҡан кеүек һиҙҙе.

Оҙаҡ та үтмәй, һандыҡтарынан «серле китаптар» сыҡҡан теге һалдаттар менән бергә, Вахитты батальонный командирҙың кәнсәләриәһенә алып киттеләр.

Эш былай ҙурға киткәс, Вахит үҙенең ныҡлап эләге¬шеп, әллә тағы бер нисә йыл иленә, тыуған ауылына ҡайта алмауын уйларға кереште.

Унда барғас, иң элек Ефимов тигән бер урыҫ һалдатын саҡырып эскә керттеләр. Вахит менән башҡаларҙы ҡарауыл аҫтына алып, кәнсәләриәнең ишек төбөндә көттөрә башланылар.

Ефимовтан бик күп нәмәләр һораштылар, күрәһең, бик оҙаҡ торҙо.

Уның шулай оҙаҡ тороуын күргән һайын Вахитты ҡал¬тырау алды, эсенән әллә нәмәләр уҡырға уйлаған ине, теле күңеленә буйһонманы, үҙенең хәҙер бығаса уйлама¬ған рәүештә урыҫ крәҫтиәндәренең егеттәре менән бергә ғәйепләнеп йөрөүен уйларға кереште.

Бик оҙаҡ торғандан һуң, Ефимовты бер ҡораллы һал¬дат эйәртеп сығып, ҡайҙалыр алып китте.

Уның ҡораллы һалдат ҡарауылы аҫтында китеүен кү¬реү Вахиттың да, башҡа һалдаттарҙың да йөрәктәренә беҙ менән сәнскән кеүек яһаны.

— Вахит Йәғфәров! — тигән тауышҡа Вахит һиҫкә¬неп китте лә, үҙен тура тоторға, йөҙөндә ҡурҡыу белдер¬мәҫкә тырышып, теге ҙур залға барып керҙе.

Унда батальон командирынан башҡа бер нисә генерал кеүек кешеләр ултыралар, бер нисә офицерҙар аяҡ өҫтөн¬дә торалар ине.

Был күренеш Вахиттең дә күҙенә ҡот осҡос булып күренде. Был кешеләр алдында, хатта уларҙың ротный командирҙары лә урынында ғына тик баҫып тора алмай, үҙендә бер төрлө ҡаушау һиҙҙерә. Тегеләргә ҡарап, кү¬тәргән ҡулын башынан алмай ине.

Вахит эйәген туралатып, аяҡтарын тигеҙ баҫып, ҡу¬лын күтәреп честь биргән хәлдә теге ҙур түрәләрҙең алдарынараҡ килеп баҫты ла уларҙың һорауҙарына яуап бирергә әҙерләнде.

Теге ҙур начальниктар, Вахитҡа зәһәрле күҙ ташла¬ғандан һуң, араларынан береһе:

– Как ваша фамилия? — тип һораны.

– Жагфаров, ваше благородие...

Уның йомшарған ауыҙынан сыҡҡан «ж» хәрефен аң¬ламанылар ҙа:

— Как? Жагфаров? — тип тәҡрар һоранылар.

— Так точно, ваше благородие! — тине. Уның фами¬лияһы шулай икәнен ротный дөрөҫләп ҡуйҙы.

Вахиттың исемен һорағандан һуң:

– Ты грамотный? — тигән сеәлде бирҙеләр.

– По-татарски тулька грамотный.

– Где учился? — тигән һорауға ул тағы ҡаушап төш¬тө.

– Татарский мәҙрәсә учился, ваше благородие... — тигән булды.

Тегеләр уның хаҡында «...татарин, может быть, он ни¬чего не понимает...» тигән кеүек һүҙҙәр һөйләшкәндән һуң береһе:

— Чему вас учили? — тигән сөәлде бирҙе.

Вахит былай уҡыу хаҡында һүҙ барғанын белеп, бер аҙ иркенләп киткәндәй булды:

— «Ҡөрьән» учился, «Төхфа-и-Фараиз» учился, ваше благородие,— тип үҙенең уҡыған китаптарын теҙҙе, «Китабөлжиһад»ты уҡығанымды белһәләр, ҙурыраҡ ғәйепле яһарҙар тип, үҙенең «Мохтасар» уҡығанын йәшереп ҡал¬дырҙы.

Вахиттың, «Ҡөрьән» учился, «Төхфа-и-Фаранз» учил¬ся, тигән һүҙҙәренән яуап алыусылар, әлбиттә, бер нәмә лә аңламанылар һәм уның урыҫсаны белмәүен, быларҙың теләктәренә кәрәк булған яуаптарҙы бирә алмауын белеп, тәржемәсе (переводчик) килтерергә мәжбүр булдылар.

БЫНАН ҺУҢ Вахит үҙенә бирелгән төрлө сөәлдәргә пе¬РЕВОДЧИК арҡыры яуап бирергә кереште.

Переводчик һораусының һүҙҙәрен тәржемә итеп:

– Ул китаптарҙа нимәләр уҡының һуң? — тине. Вахитты бик ныҡ ғәбдиәт алғанлыҡтан, татарса һүҙҙәрҙе боҙоп, урыҫса акцент, шиүә менән әйтеп китте һәм:

— Намаҙ өйрәнгән, ураҙа тоторға, хаж ҡылырға өй¬рәнгән, мал бүлергә өйрәнгән, никах, талаҡ өйрәнгән... Иман менән... — уйланып торғандан һуң, — һәм дингә кәрәк булған хөкөмдәрҙе тикшергән... — тип яуап бирҙе.

Переводчик Вахиттың был һүҙҙәрен бермә-бер тәрже¬мә итеп биргәндән һуң, һораусылар уның биргән яуапта¬рының башҡаларына ғәжәпләнмәһәләр ҙә, «мал бүлергә өйрәнгән...» тигән һүҙенә ғәжәпһенеү күрһәтеп:

— Ниндәй малды бүлергә өйрәнгән һуң ул? — тип һо-ранылар.

Вахит:

— Фаразан, берәр кеше үлеп, уның малы ҡалһа, шул малдарҙы шәриғәт ҡушыуы буйынса уның вариҫтарына бүлеп бирергә өйрәндек, — тине.

Начальниктарҙың йөҙҙәрендәге асыу бөткән кеүек бу¬лып, улар үҙ-араларында нимәлер һөйләшеп алғандан һуң:

– Һин крәҫтиәнме, эшсеме? — тип һоранылар.

– Крәҫтиән, йәғни ауыл кешеһе.

– Ерегеҙ бармы?

– Бар...

Һораусылар, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләргә тырышҡан кеүек, кинәйәле рәүештә:

— Әллә һеҙгә тағы ла ер кәрәктер? — тип һоранылар һәм был һүҙҙәре менән улар Вахиттың ерһеҙлектән зарланыуын белмәксе булдылар.

Вахит уларҙың был сөәлдәренең, әлбиттә, ысын мә¬ғәнәһен аңламаны:

– Ер аҙ ҙа, уны ҡайҙан алаһың һуң? — тигән яуапты бирҙе.

- Шулай икән... Ә һуң һеҙҙең яҡта баяр ерҙәре юҡ¬мы?

— Бар...

– Ауылдарығыҙ уларҙың ерҙәренә ҡыҙығалармы? Һуң һиңә шул хаҡта хат яҙмайҙармы?

– Улар ул хаҡта һөйләшмәйҙәр ине, хат та яҙмай¬ҙар.

– Ә һеҙ бында һалдаттар араһында ер-һыу хаҡында һөйләшәһегеҙме?

– Юҡ...

– Әллә һөйләп йөрөүселәр барҙыр?

– Ишеткәнем юҡ...

Вахит уларҙың ер-һыу хаҡында күп һорашыуҙарын күреп, ҡаушай төштө. Нурый Сәғитовтың был хаҡтағы ҡай бер һүҙҙәре иҫенә килеп, әйтергә лә уйлап ҡуйған ине, эштең тәрәнгә китеүенән ҡурҡып, әйтмәй ҡалдырҙы.

– Урыҫса уҡый беләһеңме?

– Аҙ-маҙ ғына хәрефтәр таный башланым.

— Кисә һинең ҡулыңдан алған китапты уҡып сыҡ¬тыңмы?

– Юҡ, тик башындағы бер генә һүҙен уҡыным...

– Унда ни тигән?

Ул «серле китап» Вахиттың иҫенә төшөп, нисек әйтер¬гә белмәй аптырап ҡалды һәм көс-хәл менән:

«Беҙҙең дошмандар кем һуң?» тигән һүҙҙе әйтте, һо-раусыларҙың береһе ҙур көмөш портсигарҙан әғлә па¬пирос алып ҡабыҙҙы ла, Вахитҡа ҡарап:

— Һинең дошмандарың кем һуң? — тигән сөәлде бирҙе.

— Беҙҙең... дошмандар хөкүмәткә хыянат итеүселәр, батша әмерҙәренә ҡарышыусылар... — тип һәр көн ятлай торған нәмәләрҙе теҙеп алып китте.

Ул бәләкәй сағында, кешеләр үлеп, ҡәбергә күмелеп, күмеүселәр ҡырҡ аҙым киткәндән һуң, «мөнкир, нәнкир» тигән фәрештәләрҙең утлы суҡмарҙар тотоп килеүҙәрен һәм төрлө сөәлдәр биреүҙәрен, әгәр ҙә дөрөҫ яуап бирә алһаң, сөәл фәрештәләренән ҡыйналмай, ожмах ниғмәттәрен ашай башлауын уҡыған ине. Хәҙер ҙә ул был яуаптарҙан һуң шул уҡығандарҙы иҫенә төшөрҙө һәм үҙенең был кешеләрҙең һорағандарына яуап бирә барып, быларҙың ҡулдарынан ҡотолоуын уйлап, бер аҙ тыныслана төштө.

Уның был яуабынан һуң тегеләрҙең дә сырайҙары асылып китте һәм һораусы:

— Шулай, дөрөҫ... — тип ҡуйҙы, ләкин уның артынан уҡ:

— Ул китапты ҡайҙан алдың? Һиңә уны кем бирҙе? Биргәндә нимәләр әйтте? — тигән яңы сөәлдәр бирҙеләр.

Вахит иҙәндән табып алыуын, бер кеше лә бирмәүен һөйләне:

— Шундай китаптарҙы таратып йөрөүсене күрҙең¬ме? — тинеләр.

– Юҡ...

- Әллә күргәнһеңдер?

- Бер ҙә күрмәнем, ваше благородие...

- Дөрөҫөн әйт, үҙеңә бер нәмә лә булмаҫ!

- Так точно, ваше благородие.

Вахит артыҡ ҡаушауы арҡаһында бығаса биргән яуаптарында «ваше благородие, ваше превосходитель¬ство» кеүек һүҙҙәрҙе әйтергә онотоп килгән ине. Хәҙер ул һүҙҙәр ҡапыл ғына уның иҫенә килеп, һәр бер һүҙ ар¬тынан теге титулдарҙы тәҡрарлай башланы.

– Табып алғас та ниңә ротныйға тапшырманың?

– Уның нимә икәнен белмәнем.

— Нурый Сәғитов менән танышмы һин?

Был сөәл Вахитты тағы ауыр хәлгә ҡалдырҙы. Хәҙер таныуҙың мәғәнәһе булмауын аңлап:

– Таныш, — тине.

– Шулай...

– Һуң ул һиңә нимәләр һөйләй ине?

– Уҡырға ҡуша ине...

Тегеләрҙең йөҙҙәре үҙгәреп китте, уларҙың бер нисәһе берҙән ашығып:

— Нимәләр уҡырға ҡуша ине? — тип сөәлде бирҙеләр һәм: — Дөрөҫөн әйт! — тип ҡысҡырҙылар.

Вахит ҡурҡыуынан ағарып китте һәм ҡалтыраған та¬уыш менән:

– Так точно, ваше благородие, ул уҡырға ҡуша ине...

– Нимә уҡырға ҡуша ине?

– Нимә—ана теге һалдаттарға белергә кәрәк булған словесносты белергә, уны белер өсөн урыҫса уҡырға ҡуша ине...

Тәржемәсе Вахиттың һүҙҙәрен төҙәтеп: урыҫса бук¬варь уҡырға өйрәтеүен өҫтәп ҡуйҙы.

– Ниңә ул һине уҡырға ҡуша ине?

– Ул мине ҡыҙғана ине, белмәһәң, ауыр булыр, ти ине...

– Нимә ауыр булыр?

Вахит тағы ҡаушаны:

–Һалдат уйындарына өйрәнеү ауыр була...

Начальниктар үҙ-ара нимәлер һөйләшкәндән һуң:

– Хәҙер ауырмы һуң? — тинеләр.

Вахит көрһөнөп алғандан һуң:

— Хәҙер ауыр түгел инде, өйрәндем, — тине лә, ярты сәғәттән артыҡ һис ҡуҙғалмай баҫып торған аяҡтарын ҡуҙғатып, тағы рәтләп баҫты һәм ярты сәғәт буйына кү¬тәреп тора торғас талып бөткән ҡулын һелкеп, тағы си¬кәһенә терәне.

Һораусылар тағы әллә ни саҡлы һорауҙар биреп, яуап алғандан һуң һәм үҙ-ара бер аҙ һүҙ алғандан һуң:

— Бар, хәҙергә казармаға ҡайтып тор, — тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, Вахитты сығарып ебәрҙеләр. Вахит, йыртҡыстар уртаһынан ысҡынған кеше кеүек, сығып, иркенләп тын алды. Талған ҡулын улай-былай һелкеп рәтләне. Үҙенең был «серле китап» бәләһенән ҡотолоу-ҡотолмауын һәм Нурый Сәғитовтың был эшкә ниндәй мөнәсәбәте барлығын уйлап, казармаға ҡайтып керҙе.

Уны иптәштәре бик ҙур эш булған кеүек ҡаршы алдылар һәм нимәләр булғанын һораша башланылар.

Вахит бындай көтөлмәгән ҙур эшкә эләгеүенән бик ҡурҡҡанлыҡтан һәм начальниктарҙың төрлө нәмәләр һо¬рауҙарынан артыҡ ҡаушағанлыҡтан, иптәштәренең һо¬рауҙарына рәтләп яуап бирә алманы. Үҙенең тағы бер бәләгә эләгеүенән ҡурҡып, мөмкин хәтле һөйләшмәҫкә тырышты. Эстән генә теге «серле китап»та нимәләр яҙылыуын, ни өсөн ер мәсьәләһе хаҡында һәм Нурый Сәғитов тураһында һорашыуҙарын, ул эштәрҙең үҙенә ниндәй мө-нәсәбәте бар икәнлеген уйларға кереште.

«МӘМЛӘКӘТ ХАИНДАРЫ»[edit]

Бөгөн казармалағы тормош көндәгегә ҡарағанда үҙ¬гәргән, общий правилалар башҡарған, шуға ҡарағанда шәһәрҙә бер үҙгәрештең барлығы әллә ҡайҙан күренеп тора ине: хәҙер бер ҡарауыл урынына ике ҡарауыл ҡу¬йылып, казарма тирәһендә атлы казактар йөрөй, жан¬дармдар күренә. Унтер-офицер, ротныйҙарҙан башлап, һәммәһенең дә төҫтәре ҡасҡан, һәммәһе лә бик мөһим, ашығыс бер эш булған кеүек етеҙләнгәндәр, башҡа көн¬дәргә ҡарағанда әллә нисә тапҡыр уҫалланғандар, йыртҡысланғандар ине.

Шуның өҫтөнә, казарманың коридор һәм ишек төптә¬ренә военный положение хаҡында приказдар йәбештере¬леп, уларҙа ғәскәри хеҙмәттә булған кешеләрҙең үҙҙәрен нисек тоторға, нисек итәғәт итергә, властың әмерҙәрен ни рәүешле үтәргә тейешлек хаҡында ҡәтғи әмерҙәр булыу өҫтөнә, быларға ҡаршы килеүселәргә, был әмерҙәрҙең кескенәһен дә еренә еткермәүселәргә иң ҙур, иң ҡаты язалар булыу хаҡында яҙылған ине.

Эш былар менән генә ҡалманы, көндөң иртә булы¬уына ҡарамаҫтан, бөтә һалдаттарҙы ишек алдарына сы¬ғарып теҙҙеләр ҙә кемдеңдер килеүен көтөргә, тын да алмай шунда баҫып торорға ҡуштылар.

Оҙаҡ та үтмәй, аҡ ат өҫтөндә, үҙенең әллә ниндәй эйәрсендәре менән дивизия начальнигы килеп керҙе. Уның кереүенә простой һалдаттарҙан алып, бөтә ғәскәри бү¬лектәрҙең башлыҡтары аяҡтарын тигеҙ баҫып, ҡулдарын уң яҡ сикәләренә ҡуйып, бер ауыҙҙан:

— Здоровье желаю, ваше... — тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алдылар.

Уларҙың меңләгән ауыҙҙарынан сыҡҡан был һүҙҙәр¬ҙең башы аңланһа ла, һуңғы яҡтары бергә ҡушылып:

— Дра-ра-ра-ра! — тигән кеүек гөбөрҙәгән, мәғәнәһе булмаған бер тауышҡа әйләнеп, тирә-яҡҡа таралды.

Улар аҡ ат өҫтөндәге кешене шулай ҙурлап ҡаршы алғандан һәм тауыш-тын баҫылғандан һуң, дивизия баш¬лығы уртаға туҡтап, военный губернаторҙың һалдаттарға ҡарата яҙған фарманын уҡырға кереште. Ул фарманда стеналарға йәбештерелгән һүҙҙәр булыу өҫтөнә, кемдәрҙеңдер тыныс халыҡ һәм ғәскәриҙәр араһында ҡотҡо һа¬лып, «тыныс мәмләкәтте» тынысһыҙландырыр өсөн, йә¬шерен нәмәләр таратыуҙары, шундай «мәмләкәт хаиндары»ның ҡай берәүҙәре ҡулға эләгеүҙәре, падишаһ һәм уның тарафынан мәмләкәтте идара итергә билгеләнгән хакимдарҙың әмерҙәренә буйһоноуҙан баш тартып, тыныс¬һыҙлығына сәбәп булыусыларға һис бер рәхимһеҙ, шәфҡәтһеҙ иң ҡаты язалар бирелеүе хаҡында ҡәтғи һүҙҙәр ЯҘЫЛҒАН ине.

Шул һүҙҙәргә өҫтәп, дивизия башлығы үҙ тарафынан, һалдаттарҙың бындай ҡотҡоларға эйәрмәҫкә, сәҙәҡәт өсөн биргән анттарына хилафлыҡ итмәҫкә тейешле булыуҙарын, араларында шундай кешеләр барлығы һиҙеелеү менән, тейешле урындарға тапшырырға кәрәклеген, әгәр ҙә шундай йәшерен эштәрҙе һиҙеп тә, әйтмәй ҡалдырған ғәскәриҙәр була икән, уларҙың иң ҡаты язаларға грифтар буласаҡтарын әйтеп үтте.

Уның был һүҙҙәрен башлап ғәскәри башлыҡтар, улар¬ға эйәреп, түбән дәрәжәләге һалдаттар ризалыҡ күрһәтеү ғәләмәте менән тауышланып, ҡаршы алдылар һәм һәр ваҡытта ундай мәмләкәт хаиндарына ҡаршы торасаҡтарын белдерҙеләр.

Ғәскәриҙәрҙең шундай бер ауыҙҙан шулай итәғәт ит¬кән кеүек күренеүҙәре дивизия башлығын шатландырған кеүек булды, асыулы йөҙө аҙ ғына асылды.

Ләкин уның «мәмләкәт хаиндары» тигәне кемдәр икәнен беләһе килеү, уларҙың ниндәй йәшерен нәмәләр та¬ратып, ғәскәр һәм халыҡтарҙы нәмә эшләргә өндәүҙәрен белергә теләү бөтә түбән чинлы ғәскәриҙәрҙең күңелдәре¬нә кереп ултырҙы.

Улар казармаға кереп, үҙ урындарына таралыу ме¬нән, бер-береһе менән һөйләшергә керештеләр.

Урыҫ һалдаттарын казарма сиркәүенә алып барып ғибәҙәт ҡылдырғанда ла, һуңра «Боже, царя храни»ҙы йырлағанда ла, уларҙың күңелдәренән был ваҡиғаларҙың асылын белергә теләү фекере сыҡманы.

Бер аҙ ваҡыт үтеү менән ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа йәшерен генә һөйләнә торғас, һандыҡтарынан «серле китап»тар сыҡҡан Ефимов менән Кузнецов тигән һалдаттарҙың гауптвахтаға ябылыуҙары, күрше казарманан Нурый Сә¬ғитов менән бер нисә һалдаттың кисә төндә арестовать ителеп, военный төрмәгә оҙатылыуҙары беленде. Шуның өҫтөнә, кисә шундай шикле китаптар һәм прокламация¬лар таратып йөрөгән нәмәғлүм бер кешенең ҡулға эләгеүе, гусарский полктың баш күтәреп, уларҙы баҫырға ҡаршы барғанда батальон командирының үлтерелеүе, бер нисә офицерҙың яраланыуы һәм бер нисә атлы казактың үлеүе, военный губернаторҙың дворецына бомба ташла¬нып ярылмай ҡалыуы кеүек хәбәрҙәр һөйләнде.

Был хәбәрҙәр ҡай берәүҙәрҙең йөрәктәрен ҡалтырата, ҡай берәүҙәрҙе йәшерен рәүештә генә булһа ла шатлан¬дыра һәм үҙҙәренең дә шул ваҡиғалар эсенә кереү телә¬ген тыуҙыра ине.

Ваҡ-төйәк башлыҡтарҙың ғәҙәттәгенән тыш, арлы-бирле йөрөп, һалдаттарҙы күҙләп, тикшереп тороуҙарына ҡарамаҫтан, һалдаттар бер-береһе арҡыры юғарылағы хәбәрҙәрҙе белеп бөтөү өҫтөнә, үҙҙәренә: «Был ни өсөн былай икән?» — тигән сөәлдәрҙе бирә башланылар.

Йәшерен генә рәүештә:

–Улар эшселәргә тигеҙ хоҡуҡ һәм крәҫтиәндәргә ер бирергә кәрәк тиҙәр, имеш...

–Теге «серле китап» һәм төндә таратылған ҡағыҙ¬ҙарҙа шул һүҙҙәр яҙылған икән...

–Ана шул эштәрҙе булдырыр өсөн хөкүмәткә ҡар¬шы баш күтәрергә өндәйҙәр, имеш... — тигән кеүек хә¬бәрҙәр таралып өлгөрҙө.

Вахит был хәбәрҙәрҙе ситтән генә тыңлап ишеткәндән һуң, үҙенең дә был ваҡиғаға яңылыш ҡына булһа ла эләгеүен, нисек итеп әле үҙен Ефимовтар менән бергә ябып ҡуймауҙарын уйлап бер шатланды, бер ҡалтыранды.

Ул үҙенең шундай бәләгә эләгеүе, эше ҡыл өҫтөндә генә ҡалыуы, ләкин әле һаман ҡурҡыныста тороуы ха¬ҡында ауылына, ата-әсәләренә хат яҙмаҡсы булған ине лә, бөгөн ул эште булдыра алманы. Сөнки үҙенән йыраҡ түгел бер һалдат нимәлер яҙырға ултырыу менән, фельд¬фебель уның ҡулындағы ҡағыҙы менән ҡәләмен тартып алды һәм бөгөн ундай нәмәләр яҙырға ярамауын, бынан һуң хат-фәлән яҙғас, уны конвертҡа һалмаҫ борон кәнсәләриәгә күрһәтергә тейеш икәнен әйтеп, тәнбиһ яһап китте. Шунан ғибрәт алған Вахит, әлбиттә, хат яҙырға батырсылыҡ итә алманы.

Бөгөн төндә казарманың һәр еренә ҡарауыл ҡуйылыу өҫтөнә, әллә ни саҡлы һалдаттарҙы ҡайҙалыр ҡарауылға алып киттеләр.

Был эштәрҙең һәммәһен бергә йыйып ҡарағанда, теге һөйләнгән хәбәрҙәрҙең ысын икәне мәғлүм булыу менән бергә, ҡурҡыныстың әле һаман баҫылып бөтмәүе лә бил¬геле ине.

Ошо хәбәрҙәр менән тулған казарма көслө ҡарауыл аҫтында төнгө тәрән тынлыҡҡа батты. Тик ҡарауылдар¬ҙың казарманың оҙон коридоры буйлап арлы-бирле йөрөүҙәре менән ҡайһы бер һалдаттарҙың мышылдап йоҡо¬ға китеүҙәре генә был тынлыҡты боҙа ине.

Ошо ваҡиғалар булған көндөң иртәгеһен ниңәлер һал¬даттарҙы көндәге була торған занятиеға сығарманылар. Шуның менән бергә һалдаттарға бик ныҡ әҙерләнеп то¬рорға әмер булды.

Һәммә эште һалдаттарҙан йәшерен йөрөткән, тик уларҙы йәнле ҡорал итеп тоторға өйрәткән башлыҡтар был юлы ла бөгөн нимә булаһы, һалдаттарҙы ҡайҙа алып бараһы хаҡында ләм-мим һүҙ әйтмәнеләр. Ошондай ҡы¬ҫынҡылыҡ эсендә йәшәп, әҙәм балаһынан бигерәк, хай¬уан урынында йөрөтөлөп, рухтары һүндерелгән һалдат¬тар ҙа, әлбиттә, бының сәбәбен һорарға батырсылыҡ итә алмайҙар. Тик бик йәшерен рәүештә генә бер-береһенә:

– Ҡайҙа булһа ла тағы ҡуҙғалыш булғандыр, беҙҙе шуларҙы баҫырға ебәрәләрҙер...

– Булмағандыр, булыуы ихтималдыр...

— Парад була торғандыр, — тигән сөәлдәрҙе бирҙе¬ләр.

Ҡай берәүҙәре эстәренән генә: «Әгәр ҙә берәр ерҙә ҡуҙғалыш булып, беҙҙе шуларҙы баҫырға һәм атырға ҡушһалар, мин ни эшләрмен? Уларға ҡаршы нисек ба¬рып атырға кәрәк?.. Бына ошо кешеләргә буйһоноп, улар¬ҙың һәр бер теләктәрен еренә еткерергә ҡорал бул да йөрө инде!.. Барыбер мин былар атырға ҡушҡан кеше-ләргә ҡаршы атмам...» —тигән уйға керҙеләр. Аңлыраҡ һалдаттарҙың йөрәктәре ошо уйҙар менән типһә лә, үҙҙә¬ренең уйҙарын тышҡа сығара алмауҙарына эстән янып, алда әллә нәмәләр буласағын көтөргә керештеләр...

Шулай торғанда:

— Сығырға! — тигән әмер булды.

Нәмә буласағын беләһеләре килеп, көтә-көтә за¬рығып бөткән һалдаттар бер минут эсендә казарманан сығып:

– Смирно! — тигән тауыш ишетеү менән һәр ҡайһыһы үҙҙәренең башлыҡтары ҡул аҫтында сафҡа теҙелде¬ләр һәм асыулы тауыш менән әйтелгән:

– Алға атлағыҙ! — тигән һүҙ яңғырау менән, меңлә¬гән аяҡ бер юлы дөп-дөп баҫып, ҡайҙа бараһыларын үҙ¬ҙәре белмәгән көйгә башлыҡтары артынан киттеләр.

Башҡа һалдаттар, шул рәттән Вахит та, элек был «смирно» һәм «алға атлағыҙ» тигән әмерҙәрҙе бик күп ишетеп ҡолаҡтарына һеңеп бөтөүгә ҡарамаҫтан, был юлы уларға «смирно» тигән тауыш ҡурҡыныс булып ишетелде.

Вахит был тауышты мәзиндәрҙең йыназа намаҙы уҡы¬ғанда әйтә торған тәҡбирҙәренә лә, ураҡ урғанда бик ҡаты йәшенләп күк күкрәгән тауышҡа ла оҡшатырға бел¬мәне.

Уларҙы шулай дөрҫ-дөрҫ атлатып алып бара торғас, әллә ни саҡлы атлы казактар менән уратылған майҙандың бер генә яҡлы урамындағы бейек һәм матур бер йорттоң алдындағы, ҡараға сорналған мәйет арбаһы — катафалкы тирәһенә тәреләр төшөрөлгән, киң кейемле әрхәрәй һәм әллә ни саҡлы поптар теҙелгән, улар артынан мәйеткә доға уҡып барыр өсөн килтерелгән, осло ҡара бәрхәт бүрек кейгән монахтар, ҡара кейемгә сорналған монашкалар һуҙылған ине. Улар тирәһендә ҙур начальниктар, бик мөһим эш алдында торған кеүек, әйләнеп йөрөйҙәр, нимәлер көтәләр ине.

Хәҙер ғади һалдаттар ҙа үҙҙәрен ни өсөн әҙерләнеп торорға ҡушыуҙарын аңланылар.

Был эштәр һәммәһе лә өсөнсө көн үлтерелгән командирҙы күмеү, уға хөрмәт итеү, шәүкәт күрһәтеп, һалдат¬тарҙың күңелдәренә тәьҫир итеп, көс күрһәтеү өсөн эш¬ләнә икәнен белделәр.

Ләкин был шәүкәт, «ҙур үлек»те былай күмеү, эшсе, крәҫтиәндәрҙән ғибарәт булған «ғади һалдаттарҙың» аң¬лап өлгөргән өлөшөнә, башлыҡтар уйлаған тәьҫирҙе ҡал¬дырыу урынына, уларға ҡаршы эстәрендә йәшерен асыу тыуҙырҙы, һәм улар «мәмләкәт хаиндары» тип йөрөтөлгән мәғлүм булмаған кешеләрҙе быларҙың күҙ алдарына кил¬тереп баҫтырған кеүек булып, күңелдәрендә:

— Был ни өсөн былай? — тигән сөәлде бирҙерҙе.

Тышҡа сығып, бер-береһенә ҡушылып, ҙур көс булып әүерелерлек хәлгә килмәгән был күп уйҙар айырым-айы¬рым рәүештә был күренешкә ләғнәт уҡыйҙар, был күре¬нештең киреһе булыуын теләйҙәр ине.

Вахит был күренеште күргәс, уның күҙ алдынан һуңғы бер-ике йыл эсендә үҙ башынан үткән тормошо үтә баш¬ланы. «Китабөлжиһад»ты уҡып йөрөгән ваҡытта һалдат¬ҡа алыныуы, ахун хәҙрәттең батшаға һәм уның олуғ түрәләренә хөрмәт, итәғәт итергә ҡушып, «Ҡөрьән» үптереп ант иттереүе, юлда Нурый Сәғитовҡа осрап, баяр ерҙә¬peн, крәҫтиән ауылдарын күргәндә әйткән һүҙҙәре, һуңра уның бында килгәс тә, кинәйә менән һүҙҙе шул яҡҡа бо¬роп, нимәлер әйтергә теләүҙәре, үҙенең «серле китап» табыу арҡаһында яуапҡа тартылып, ҙур начальниктарҙың ер-һыу, тағы үҙенең иҫенә лә төшмәгән эштәр хаҡында һорашып ентекләүҙәре, крәҫтиән һалдаты Ефимовтың шул китап өсөн генә гауптвахтаға ябылыуы берәм-берәм күңеленән кисте. Шундай уйҙар менән торғанда, команда тауышына һиҫкәнеп китеп, тирә-яғына ҡараны.

Ул ҡарағанда дүрт ат егелгән теге мәйет арбаһы әкрен генә ҡуҙғалып алға бара башлаған, бөтә майҙан хә¬рәкәткә килергә әҙерләнеп бөткән ине.

Арба артынан тәре күтәргән хисапһыҙ поптар, чиновниктар, монахтар, монашкалар ҡойроҡ булып әкрен генә ҡуҙғалдылар. Матәм көйө уйнаған музыка, аралаш нәҙекле-йыуанлы тауыштар менән дини йырҙарҙы олоу та¬уышы аҫтында бик күп урамдарҙы үткәндән һуң, теге арба монастырь ҡапҡаһынан кереп юғалды.

Ҙур түрәләр, ғәскәри башлыҡтар, поптар, монахтар һәм атлы казактар, улар менән бергә, ҡушыу менән генә йөрөтөлгән һалдаттарҙың бер нисә ротаһы монастырға керетелгәндән һуң, ғәскәри өлөштәренең ҡалғандарын урам буйлап йөрөтөп, кире казармаларға алып ҡайтты¬лар.

Эштең шуның менән тамам булыуы, әллә ҡайҙа ҡуҙғалыш-фәлән баҫырға бармау теге эстәрендә янған һал¬даттарҙы шатландырҙы.

Быларҙың ҡай берәүҙәре эстәренән: «Береһен сәсрәт¬кәндәр икән, бик яҡшы, беҙҙе шуның өсөн ҡайғыра тип уйлағандарҙыр, ләкин яңылышалар. Уның өсөн үҙҙәре ҡайғырһындар, поптары менән доға ҡылһындар, ул беҙ¬ҙең кеше түгел», — тигән уйҙа булдылар.

Ҡай бер һалдаттар үҙ-ара ғына:

— Кем өсөн йөрөтәләр бит?!

— Хәҙергә йөрөтөп ҡалһындар, һуңынан булмаҫ әле... — тигән һүҙҙәрҙе әйттеләр.

Шулай итеп, командирҙы күмеү тантанаһы һалдаттар¬ҙың күбеһенә киреһенсә тәьҫир итте: улар ҡайғырыу уры¬нына шатландылар. Ҡайтыу менән, бер нәмә лә булмаған кеүек, ғади казарма тормошо менән тора башланы¬лар.

Командирҙы күмеү эштәре шунда уҡ онотолоп, күҙҙән төштө. Ләкин арестовать ителгән һалдаттар һәм кемлектәре әлегә мәғлүм булмаған кешеләрҙең хәҙерге көндә ҡайҙа һәм ниндәй хәлдә булыуҙары быларҙың күңелдә¬ренә кереп ултырҙы, һәр ваҡытта ара-тирә улар тураһында һүҙ барҙы:

— Уларҙың ҡалған иптәштәре лә күп икән... Йәшерен рәүештә һаман да әҙерләнәләр икән... — тигән һүҙҙәр бар¬ған һайын тамыр йәйҙе. Шуның менән бергә, ғәскәри башлыҡтар тарафынан ҡаты дисциплиналар ҡуйылып, һалдаттар араһында тикшереп тороу эштәре бик артты¬рылды. Аҙ ғына эш өсөн дә, буйһонмау һылтауы менән, язалар бирелә башланы, һалдат булған берәүҙең һалдат булмаған бер кеше менән һөйләшеп тороуын күрһәләр ҙә, уға ҙур мәғәнә биреп, ныҡлы тикшерә торған булдылар.

Хөкүмәт ошо юлдар менән һалдаттарҙы иҙеп, уларҙың күңелдәрендә булған шикле ҡараштарын тамам бөтөрөр¬гә, уларҙы һаман йәнле ҡорал итеп ҡалдырырға теләй ине.

Теге ҙур ваҡиғалар булған көндәрҙә төрлө ғәйептәр арҡаһында арестовать ителгән һалдаттар ҙа ҡомға һыу һипкән кеүек юғалдылар. Уларҙың ҡайҙалыҡтары, үлек¬тәрме, тереләрме икәнлектәре ҡараңғылыҡта ҡалды. Бы¬лар хаҡында ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа йөрөгән:

– Улар крепосталар икән, уларға военно-окружной суд була, имеш...

– Бығаса уларға берәр хәл эшләмәгәндәрҙер инде...

– Юҡ, улар бынан ебәрелгәндәр икән... — тигән һүҙ¬ҙәр йөрөһә лә, уларҙың ниндәй хәлдә һәм ҡайҙа тотолоуҙарын асыҡ белгән кеше юҡ ине.

БӨТМӘҪ ЭҘ ҠАЛДЫРҒАН ШОМЛО ТӨН[edit]

Һалдаттар араһында шау-шыу баҫылды, тегеләр ха¬ҡында һөйләү һирәгәйҙе. Эштәр, боронғо кеүек, тәбиғи хәлгә төшөп киткән һымаҡ булды, башлыҡтар ҙа артыҡ тыпырсынмай башланылар. Шулай итеп, казармала ты¬ныс тормош башланған кеүек булды.

Ләкин был «тыныс тормош» оҙаҡҡа барманы.

Төндәрҙең береһендә, төн уртаһынан һуң, һалдаттар¬ға йоҡоларынан торорға, бик ашығыс рәүештә әҙерләнер¬гә ҡуштылар.

Ете төн уртаһында йоҡоларынан уятылған һалдаттар был эштең сәбәбен белмәй аптырап ҡалдылар. Секерә¬йеп, тикшеренеп торған башлыҡтарҙың зәһәрле күҙ ҡа¬раштары аҫтында, бер-береһенә рәтләп һүҙ ҙә өндәшергә батырсылыҡ итмәй, бер нисә минут эсендә кейенеп, команда тауышын ишетеү менән, мылтыҡтарын тотоп, казарманан сыҡтылар ҙа, сафҡа теҙелеп, алға йүнәлделәр.

Урам тын булып, тоноҡ ай яҡтыһында һирәк-һирәк полицейский, стражниктарҙың шәүләләре күренә һәм ике¬шәр-өсәр булып теҙелеп йөрөгән атлы казактарҙың ат тояҡтары тауышы менән был тынлыҡ аҙ ғына боҙола ине. Шуларға һалдаттарҙың тигеҙ һәм берҙәм ҡаты итеп баҫҡан аяҡ тауыштары ҡушылып, урамды күңелһеҙ һәм хәйәтһеҙ бер төрлө тауыш менән тултырҙы.

Яңы ғына йоҡоларынан уянған һалдаттар, иҫәнгерә¬гән кеүек, бер аҙ барғандан һуң, эстәренән генә үҙҙәренең берәр ҡурҡыныс эш баҫырға барғандарын уйлап, ҡаршы¬ларынан ниндәйҙер ҡораллы дошмандарҙың килеп сығыуҙарын көтөргә керештеләр. Ләкин быларҙың көтөүҙә¬ренә ҡарамаҫтан, быларға ҡаршы килгән бер кем дә кү¬ренмәне. Бара-бара шәһәрҙән сығып киң ҡырға табан бара башланылар.

Был эш һалдаттарҙы тағы ғәжәпкә ҡалдырҙы:

«Был ваҡытта шәһәрҙән сығып, ҡайҙа барабыҙ икән?» тигән уйға төшөрҙө.

Шәһәрҙән сығып таш юл менән бер аҙ барғас, оло юлдан бер аҙ ситкә ҡайырылып, яңы ғына яуған ҡар өҫтөндә эҙ ҡалдырып, юлдан ярты саҡрымдай ситкә китеп, ҙур ғына ағастарҙан йыраҡ түгел бер ерҙә быларҙы, икешәр ҡат итеп, цепҡа теҙҙеләр.

Хәҙер һәр кем берәр яҡтан дошмандарҙың килеп сығыуҙарын, үҙҙәрен шуға ҡаршы торорға ҡушыуҙарын көтә башланы.

Былар килеп аҙ ғына торғас та, ҡырҙың икенсе яғы¬нан быларға ҡарап килә торған бик күп ҡарасҡылар килә башланы. Уларҙы күргәс, һәр бер һалдат ниндәй ҙә бул¬һа дошмандарҙың килеүҙәренә шик тә килтермәй, винтов¬каларын нығыраҡ тоттолар һәм атырға әмер булыуын көтә башланылар. Ләкин эш былар көткәнсә булып сыҡ¬маны, атырға ла, ҡаршы торорға ла әмер-фәлән булманы.

Теге быларға ҡаршы килгән ҡарасҡылар ҙа, ҡырҙың икенсе яғына туҡтап, цепҡа теҙелделәр.

Өсөнсө яҡтан атлылар килеп сығып, улар тағы ла төр¬лө ергә урынлашып, һис бер һүҙһеҙ генә нимәлер көтөргә керештеләр.

Шул саҡлы ҙур көстөң ете төн уртаһында шым ғына төрлө яҡтан йыйылып, тын ятҡан ҡырҙы уратып алыу¬ҙың мәғәнәһен һис бер аңламаған һалдаттар был эштең сәбәбен бер-береһенән һорашмаҡсы булып ауыҙ асһалар ҙа, башлыҡтарҙың һөйләшергә ихтыяр бирмәүҙәренән тик торорға мәжбүр булдылар.

Эштең нәтижәһе нәмә менән бөтәсәген белергә аш¬ҡынған күңелдәр өсөн был күренеш бик ауыр булды, күп кешеләрҙең йөрәктәре бәреп сығырҙай булып асыу менән ҡабарҙы. Ләкин һәр береһе янындағы иптәшенең ниндәй уйҙа икәнен белмәгәнлектән, икенсе төрлө әйткәндә, бы¬ларҙың һәр береһе береһенән ҡурҡҡанлыҡтан, үҙҙәренең асыуҙарын белдереүҙән һаҡланып, йөрәктәрендәге ялҡындарын ауыр тындары аша һауаға сығарып бөркөү ме¬нән туҡталдылар...

Ниһайәт, бик йыраҡта батып барған моңһоу айҙың һуңғы яҡтылары аҫтынан төрлө яҡтан атлы кешеләр ме¬нән солғанып алынған ҙур бер ҡарасҡы килеп сыҡты. Оҙаҡ та үтмәй, ат аяҡтары тауыштарына аралаш ҡарҙы һыҙып килгән сана тауышы ишетелә башланы.

Шул саҡлы күп халыҡтың һәм ҙур көстөң көткән «дошмандары» ошо яңы килгән ҡара карета ине.

Бер нисә ат егелгән, тирә-яғы баштан-аяҡ ҡораллы казактар менән солғанып алынған, үҙе лә ҡара ҡаты ти¬мерҙәр менән нығытылған был ҙур ҡара тимер ситлек әкрен генә майҙан уртаһында ҡаҙылған һәм янына өс-дүрт бағана ултыртылған ергә килеп туҡтаны.

Был күренештән һалдаттарҙың йөрәктәре ҡалтырап китте. Уларҙың бик күбеһе шунда уҡ эштең нимәнән ғи¬бәрәт икәнен, быларҙың ете төн эсендә ергә күмеләсәк йәнле мәйеттәр булғанын һиҙеп, алға һикереп сығырҙай булдылар. Ләкин былай уйлаусыларҙың һәр береһе:

— Былай аңлаусы, ошо рәүешле асыуланыусы мин генәлер... — тип уйлағанлыҡтан, пожар сығып та, һүнде¬рергә ҡулында ихтыяры булмаған бығаулы кеше кеүек, шаҡ ҡатып, баҫҡан урындарында тик кенә торорға мәж¬бүр булдылар.

Оҙаҡ ауырып, тәбиғи үлем менән үлгән берәүҙе ҡәбер яғаһына килтереп ҡуйыу, уны күмергә әҙерләнеү һәм был эштең көпә-көндөҙ булыуына ҡарамаҫтан, был күренеш¬тең күңелгә ауыр тәьҫир итеүе, хәҙер ауыр күренешкә ҡа¬рағанда, бик ваҡ булып ҡалды.

Айҙың һаран ғына тоноҡ яҡтылары араһынан ҡара¬ған меңләгән күҙҙәр ошо тимер ситлеккә табан атылып, уның эсендә булған кешеләрҙе сығарыуҙарын көтөргә ке¬рештеләр. Бер-береһен солғап алған ҡораллы көстәр, ниндәйҙер бер ҡара көстөң ҡушыуы буйынса, ошо күре¬неште һалҡын ҡан менән ҡарап торорға мәжбүр ителеп, кәрәк була икән, янындағы иптәшен атырға йәки штык менән ҡаҙарға, шулай итеп, теге ҡара көстөң бысраҡ әмер вә фарманын еренә еткерергә тейешле булған ке¬үек, мәғәнәһе аңлашылмай торған бер хәлдә ҡатып ҡал¬дылар.

Тимер ситлек янындағы кешеләр кемдеңдер ишараһы менән төрлө ергә урынлашып алғандан һуң, уның янында ҡалған бер нисә кешенең ҡулы менән ҡара каретаның тимерҙән булған ишеге шалтырап асылды. Каретанан сы¬ғарылыусыларҙың аяҡ-ҡулдарындағы тимер сылбырҙа¬ры, бығауҙары шалтырап китеп, яҡыныраҡ торған һал¬даттарҙың ҡолаҡ төптәренән сыңлаған тауыштар үтеп киттеләр.

Ер өҫтөнә сығарылған ләхет кеүек булып та, аттар ме¬нән генә хәрәкәткә килтерелеп йөрөтөлә торған ҡара ка¬рета, үҙенең эсендәге ҡорбандарын ҡораллы кешеләр араһына ҡалдырғандан һуң, үҙе әкрен генә икенсе ергә барып туҡтаны.

Төрлө кешеләр менән тормоштоң ауыр баҫҡыстарын үтеп, ҡара карета арҡыры ошо үҙҙәренә ҡаршы төҙәлгән, меңләгән ҡораллы кешеләр араһына ташланған, иң һуңғы мәртәбә иркен саф һауаны еҫкәп, батып барған моңло айға һуңғы мәртәбә күҙҙәрен тултырып ҡараған, ҡара көстөң иң ҡаты яза тип биргән үлем язаһына мәхкүм булған былар — өсәү ине.

Улар, бер-береһенә нимәлер һөйләп, теге ҡораллы ке¬шеләрҙең уртаһында булғандары хәлдә, бағаналар яны¬на килтерелделәр.

Был өс кәүҙәнең эсендә типкән йөрәктәрҙең ялҡын¬дары һәр бер һалдаттың йөрәгенә барып кергәндәй бул¬ды. Күп кешеләрҙең ҡулдары йомшап, винтовкаларының һаптарынан ихтыярһыҙ айырыла башланы. Ихтыярһыҙ сыҡҡан ҡайнар тындар иркен һауаға сығып таралдылар.

Был күренешкә Вахиттың йөрәге ҡағып, күҙ алды ҡа-раңғыланып китте. Ул бығаса тормоштоң бер нәмәһен дә аңламай йөрөп, хәҙер генә аңлаған кеүек булып китте.

Теге өсәүҙең береһе Нурый Сәғитов кеүектер булып Вахиттың күҙ алдына килде лә ҡысҡырып һорағыһы, уға берәр һүҙ әйтәһе килде.

Ҡалған икәүһенең береһе үҙе кеүек крәҫтиән балаһы¬лыр, уның да өйөндә атаһы-әсәһе, Мәрйәмдәй яңы үҫеп килә торған һеңлеһе барҙыр йәки йәш кенә ҡатыны уның ҡайтыуын көтөп тора торғандыр кеүек булды.

Өсөнсө береһе берәр фабрик йәки заводта эшләп йө¬рөгән берәр эшсе егеттер ҙә, һалдатҡа алынып бында килгәс, ул да Сәғитов кеүек быларға ҡаршы һөйләгәндер, теге «серле китап»ты яҙып таратыусылар менән бер серҙә, бер фекерҙә булып йөрөгәндә тотолғандыр кеүек булып күренде.

Бик күп һалдаттар уйлаған кеүек, Вахит та эсенән генә: «Беҙгә быларҙы атырға ҡушалар икән, тура ҡарап атмаҫҡа, пуляны аҫҡараҡ йәки өҫкәрәк ебәреп, тейгеҙмәй ҡалырға, шулай итеп, был атыу эшенә ысынлап ҡатнашмау менән бергә выждан ғазабынан ҡотолорға кәрәк...»— тигән уйға кереп, эштең нәтижәһен көтөргә тотондо.

Мәхкүмдәрҙе килтереп, теге сям янындағы бағана¬ларға бәйләнеләр. Эш был хәлгә килгәс, йөрәктәрҙең тибеүҙәре тағы ла арта төштө.

Шул арала быларҙың янына дүртенсе кәүҙә килеп баҫты. Был кәүҙәнең оҙон һәм йыуан булыуынан, уның быларҙы тәүбә иттерергә килгән поп икәнлеге билгеле ине. Ул ҡулына «Инжилме» йәки башҡа берәр китапмы тотҡаны хәлдә, былар янына килеп, үҙенсә вәғәз итергә, үлгән саҡта тәүбә итеп, «гонаһтарҙан» әрсенеп үлергә те¬йеш икәнде ғарыз итте. Ләкин мәхкүмдәр, уның тауы¬шын ишетеү менән, уға ҡаршы ҡул һелтәнеләр ҙә, нимә¬лер әйтеп, уны үҙ яндарынан ҡыуҙылар. Поп был «иманһыҙ» һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмай торған «шайтандар» янынан ситкә китте. Батша һәм хөкүмәт тарафынан би¬релгән вазифаһын үтәргә теләп, былар ҡабул итмәгәс, үҙ вазифаһын бер төрлө үтәгән һәм бөтә мәсьүлиәтте был гонаһлы» кешеләр өҫтөнә ташлаған кеүек, тирә-яғындағы начальниктарға ҡарап алды ла минән бурыс төштө тигән мәғәнәне аңлатты.

Уның китеүе менән берәү мәхкүмдәргә яҡын килеп:

— ...1909 йыл... число. Батшаның... мәмләкәттең ты¬ныслығы... — тигән һүҙҙәрҙе теҙгәндән һуң: — ...Үҙҙәре ғәскәри булып та, биргән анттарына ҡаршы йөрөп, ...йә¬шерен партияға мәнсүп булып, батшаның ғали закон¬дарына буйһонмай, власть тарафынан ҡуйылған эштәргә баш эймәй, мәмләкәткә енәйәт итеү, шуның өҫтөнә йә¬шерен китаптар таратыу менән бергә, эш башындағы ке-шеләргә ҡаршы яман уйҙа булып, уларға һул ҡасыд яһау эштәрен ойоштороуҙа юлбашсылыҡ ҡылыу, шулай итеп, воинский преступление (ғәскәри енәйәт) яһау, улар, шул эштәре менән мәмләкәттә бунт сығарырға тырышыу¬ҙа ғәйепле булып, 249, 253 һәм 252-се статьялар буйынса ғәйепләнеп, бөтә хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү өҫтөнә, иң ҙур яза булған — үлем язаһына хөкөм ителделәр... — тигән суд ҡарарын уҡып сыҡты.

Хәҙер эштең нимәнән ғибарәт булыуы бөтә һалдат¬тарға билгеле булды. Мәхкүмдәргә үлем язаһы биреү ха¬ҡындағы был хөкөм уҡылғас, бығаса хөкүмәткә ышаныс менән ҡарап йөрөгәнерәк һалдаттарҙың да йөрәктәре әр¬неп киткәндәй булып, күңелдәрендә икеләнеү һәм хөкөм итеүселәргә асыулы бер ҡараш тыуҙырҙы. Вахит «Мохтасар»ҙағы: «Кафырҙарға иң элек иман ғарыз ҡылыныр, уға ла риза булмаһалар, кафырлыҡтары өсөн жизиә тү¬ләргә ҡушылыр, уға ла риза булмайҙар икән, уларға ҡар¬шы һуғыш асылып, үлтерелерҙәр...» — тигән һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрҙө лә: «Бында кафырлыҡ та, мосолманлыҡ та юҡ, шулай ҙа быларға үҙҙәренсә иман ғарыз итәләр», тип уйлап алды һәм, күңеле былар яғында булып, атыусыларға булған асыуы артҡандан-артты.

Ул шундай уйҙа торғанда, теге үлемгә хөкөм ителеүселәрҙән береһенең:

— Һеҙҙең ниндәй генә ауыр яза биреүегеҙ ҙә беҙҙе ҡурҡытмай һәм беҙҙе тотҡан юлыбыҙҙан ҡайтара алмай. Беҙ шул тотҡан юлыбыҙҙан артҡа сигенмәй үләбеҙ! – тигән һүҙҙәре уны уйҙан туҡтатты.

Мәхкүмдәрҙең береһе һүҙендә дауам итеп:

— Һалдат иптәштәр! Һеҙ хәҙерге хөкүмәттең ҡаты закондары аҫтында иҙелеп, туғандарығыҙға ҡаршы мыл¬тыҡ күтәрәһегеҙ, шуларға хеҙмәт итәһегеҙ, шуға мәжбүр¬һегеҙ. Әле һеҙ үҙегеҙҙең дошмандарығыҙ йәки дуҫтары¬ғыҙ кем икәнен аңлап бөтөрә алмайһығыҙ. Синфи мәнфәғәттәрегеҙҙең кем менән бергә барыуҙа икәнен аңлап, шуға ҡарап эш күрергә белмәйһегеҙ. Ләкин ғүмер буйына иҙелеп, аңһыҙлыҡта ҡалдырылып килгән һеҙҙең өсөн был эш хәҙергә ғәйеп түгел, һеҙ тиҙҙән беҙҙең ни өсөн ошо язаға хөкөм ителеүебеҙҙең мәғәнәһен аңларһығыҙ. Дуҫ¬тарығыҙ һәм дошмандарығыҙҙың кем икәнен тиҙҙән айы¬рырһығыҙ. Беҙ, шуға ҡарап, хәҙерге көндә беҙгә төҙәгән винтовкаларығыҙҙы киләсәктә ошо дошмандарҙың үҙҙәренә ҡаршы төҙәүегеҙгә ышанабыҙ. Шуға таянып һеҙгә дуҫлыҡ, туғанлыҡ ҡулын һуҙып, алдағы яҡты көндәрҙе күҙ алдыбыҙға килтереп, эшсе, крәҫтиәндәрҙең тиҙ көн¬дән азатлыҡҡа сығыуҙарын өмөт итеп, шатлыҡ эсендә үләбеҙ!.. Дошмандарҙан ҡурҡып, уларҙан ғәфү үтенергә теләмәйбеҙ!.. Бөтһөн ҡан эскес палачтар!.. — тигән һүҙ¬ҙәрҙе әйтте.

Был һүҙҙәр тыңлап тороусы һалдаттарҙың йөрәктәрен ярып керҙе. Дошмандар артыҡ сыҙап торорлоҡ хәлдән үттеләр ҙә шунда уҡ мәхкүмдәрҙең күҙҙәрен бәйләнеләр. Кемдер берәү уларға төҙәлеп, мылтыҡтарын төҙәп торған бер нисә тиҫтә кешегә ҡарап, ҡулындағы ҡылысын һелтәп, атырға ишара итте.

Электән әҙерләнеп торған ҡулдар бер нисә секунд эсендә винтовкаларын көйләп алдылар һәм бер юлы бер тиҫтә пуля һауа яңғыратып, мәхкүмдәргә ҡаратып шылды. Мәхкүмдең:

— Йәшәһен эш...се...кр...!! —тигән һүҙҙәре тамам булмай бүленеп ҡалды.

Ер өҫтөндә үҙенең шәүкәтен мәңге һаҡлау өмөтө менән йәшәгән ҡара көстөң ҡәһәрле хөкөмө урынына еткерелеп, мәхкүмдәрҙең баштары түбән һалынып төштөләр.

Һаҡлыҡ йәки «ғибрәт» күрһәтеү өсөн генә килтерелеп, был ауыр һәм ҡанлы күренеште ҡарап тороусы меңләгән һалдаттарҙың йөрәктәре ҡағып, теге мәхкүмдәрҙең йәнһеҙ кәүҙәләрен солғап алғандай булдылар. Уларҙың иң һуңғы минутта әйткән һүҙҙәре пуля тауыштарын еңеп, ҡолаҡ төптәрендә яңғырап, был күренеште мәңге онотол¬маҫлыҡ иттереп һөйләп торғандай эҙ ҡалдырҙылар.

Һалдаттар үҙҙәренең ни өсөн йөрөүҙәрен, кемгә хеҙ¬мәт итеүҙәрен, бындай ауыр күренештәрҙе ҡарарға ни өсөн килтерелеүҙәрен уйлап өлгөрмәҫ борон, һәр береһенә үҙҙәренең роталары менән, килгән юлдары менән кире китергә команда бирелде.

Улар ҡайтырға ҡуҙғалғанда, ай моңһоу һары төҫкә солғанып, батырға әҙерләнгән һымаҡ быларға ҡарай, шуның менән бергә көнсығыштан яңы атып килә торған таңдың һуңғы нурҙары, ниндәйҙер өмөттәр биргән кеүек, үҙенең яҡтыһын минут һайын арттыра бара ине.

Ай бата, таң ата... Ошо ике күренеш уртаһында ҡал¬ған һалдаттар ҙур ваҡиғаларҙы артта ҡалдырып, алға киттеләр, һүҙһеҙ генә төрлө уйҙарға сумып, шәһәргә яҡынлаштылар. Былар шундай уйҙар менән шәһәргә кергәндә, шәһәр тирәһендәге завод-фабриктар ҡысҡырып, эшселәрҙе эшкә саҡыралар ине.

Үҙҙәренең теләктәренә ҡаршы йөрөп, арып ҡайтҡан һалдаттар ҡояш сыҡҡан ваҡытта казармаларына керҙеләр, һәм быларҙың бөтә хәрәкәттәрен тикшереп, ентек¬ләп тороусы шымсыларҙың барлығына ҡарамаҫтан, үҙ араларында булып үткән эштәр хаҡында һөйләшергә керештеләр. Улар йәшерен рәүештә генә:

— Уларҙы ниңә былай аталар?

— Ҡаршы торорға ҡоторталар икән...

— Кемгә ҡаршы торорға?

— Билгеле инде: хөкүмәткә ҡаршы торорға...

– Ни өсөн улар үлергә лә риза булалар һуң?

– Шулай инде, ныҡлап тикшергәс белербеҙ әле! — тигән сөәл һәм яуаптар менән әле генә булып үткән ҡан¬лы күренештең мәғәнәһен аңларға һәм шуға яуап табыу юлын эҙләргә керештеләр. Уларҙың күҙ алдарында теге өсәүҙең кәүҙәләре асылып: «Һалдат иптәштәр...»— тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлап торған кеүек була, шуның өсөн һал¬даттар бер-береһенә ошо сөәлдәрҙе бирәләр ине.

Шәһәрҙә ҡаты тәртип ҡуйыу, тентеү һәм арестар, «мәмләкәткә хыянат» итеүҙә ғәйепләнгән кешеләрҙе атып, башҡаларға «ғибрәт» күрһәтеүҙәр менән генә ха¬лыҡтың ауыҙын томалап, йөрәктәрендә янған уттарҙы һүндерә алманылар.

Теге өс кешене атҡандан һуң, тағы йәшерен ҡағыҙҙар таратып өлгөрҙөләр.

Һалдаттарҙы бик ныҡ күҙәтеп тороуға ҡарамаҫтан, ул йәшерен яҙыуҙарҙың бер нисәһе һалдаттарҙың ҡулына төшөп, нимәләр яҙылғанлыгы телдән-телгә һөйләнелеп, таралып та өлгөрҙө.

Унда:

«Палачтар беҙҙең ҡай бер иптәштәребеҙҙе үлтереп, ҡулдарын ҡанға буяп, беҙҙең йөрәккә ҡурҡыу һалмаҡсы булдылар. Беҙҙең арабыҙҙан юғалған был иптәштәрҙе беҙ мәңге онотмау менән бергә, көрәште тағы ла артты¬рабыҙ. Өс кеше урынына меңләгән көрәшселәр барлығын, уларҙың йөрәктәре ялҡынлы ут менән тулы икәнен һат¬лыҡ йәндәр иҫтәренән сығармаһындар. Саф күңелле ке-шеләр эшсе һәм крәҫтиәндәр өсөн көрәшеүсе кешеләрҙең ни өсөн көрәшеүҙәрен аңларҙар. Ваҡыт килеү менән ҡул¬дарындағы ҡоралдарын эшсе, крәҫтиәндәрҙең дошмандарына ҡарап төҙәрҙәр. Беҙ иптәштәребеҙҙең — эшсе, крәҫтиән һалдаттарының бынан һуң дошмандары кем икәнлеген белеп, ҡоралды шуларға ҡаршы тотоуҙарына ышанабыҙ!

Иптәштәр, эшсе, крәҫтиән һалдаттары! Һеҙ үҙегеҙҙең алданып йөрөүегеҙҙе аңлап, үҙегеҙҙең файҙағыҙ, азатлыҡ өсөн көрәшеүселәрҙең, шул юлда йәндәрен фиҙа итеүсе¬ләрҙең үҙегеҙ кеүек эшсе, крәҫтиән балалары икәнен, уларға ҡаршы тороу үҙегеҙгә ҡаршы тороу булғанын аң¬ларға тейешһегеҙ!..

Байҙар файҙаһын күҙәтеп, беҙҙең ҡандарыбыҙҙы эс¬кән ҡара түрәләрҙең һәм һеҙҙең башлыҡтарҙың яҙмыш¬тары һеҙҙең ҡулда икәнен бер минут та иҫтән сығарма¬ғыҙ. Улар, үҙҙәренә ҡаршы көрәшеүселәрҙе «мәмләкәткә хыянат итеүселәр» тип, һеҙҙе алдамаҡсы булалар, һеҙ уларҙың был һүҙҙәренә ышанып, йәнле ҡорал булып тор¬мағыҙ!..

Уларҙың беҙҙең иптәштәрҙе атыуҙары, төрмәләргә ябыуҙары һеҙгә ғибрәт булырға тейеш. Уларҙың шул эштәренә ҡаршы беҙ йәндәребеҙҙе фиҙа итергә әҙербеҙ. Шул көрәш ваҡытында һеҙ беҙҙең сафта булырға тейешһе¬геҙ!

— Бөтһөн ҡан эскес залимдар!

— Йәшәһен беҙҙең берләшкән көсөбөҙ!» — тигән һүҙҙәр яҙылған ине.

Был һүҙҙәр электән икеләнеп йөрөгән һалдаттарҙың күңелдәренә лә ут һалды. Бик күбеһе:

—Быларҙың һүҙҙәре ысынлап та дөрөҫ бит: беҙ үҙе¬беҙҙең туғандарыбыҙға ҡаршы барабыҙ, уларҙың көстә¬рен бөтөрөп, дошмандарға көс бирәбеҙ, — тигән уйға төштөләр.

Бөтмәҫ эҙ ҡалдырған теге шомло төн һалдаттарҙың йөрәктәрендә кәүҙәләнеп ҡалды.

Бығаса бер нәмә лә аңламай йөрөгән һалдаттар ҙа хәҙер был эштәрҙең мәғәнәһен аңларға теләй башланылар. Уларҙың ҡолаҡ төптәрендә үлтерелгән мәхкүмдәрҙең:

— Дошмандарҙан ҡурҡып, ғәфү үтенергә теләмәйбеҙ. Бөтһөн ҡан эскес палачтар! Йәшәһен эшсе, крәҫтиән! — тигән һүҙҙәре һаман да тәҡрарланып яңғырап торған ке¬үек була ине.

Вахит хәҙер Нурый Сәғитовтың әйткән һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлай башлаған кеүек булды. Ул үҙенең быға¬са аңламай йөрөүенә, Сәғитов менән күберәк һөйләшмәй ҡалыуына үкенә башланы. Уның хәҙерге көндә ҡайҙа икәнен беләһе, уны күреп һөйләшәһе килде... Ләкин хә¬ҙер ул үлтерелгәндер инде, уны мәңге күреп булмаҫ... Әллә ул үлмәгәндер, төрмәләлер, тип уйлап, уны күреүҙән өмөт өҙҙө.

ТОРМОШТАҒЫ ЯҢЫ ҺҮҘҘӘР[edit]

Бик күп һалдаттар кеүек, Вахит та: «Донъяла урыҫтар бар ҙа мосолмандар бар» — тип уйларға өйрәнгән, башҡа көстәрҙең барлығын белмәй йөрөгән кеше.

Ошо ваҡиғанан һуң Вахит урыҫтар менән мосолман¬дар араһында булған аңлашылмауҙарҙың урынһыҙ икә¬нен, былар араһында байҙар һәм улар яҡлы кешеләр бу¬лып, тағы бер төрлө халыҡтың уларға ҡаршы көрәшеүен ишетә һәм күрә башланы. Ул элек был көрәшселәрҙең ниндәй исемдә йөрөүҙәрен белмәй ине.

Теге йәшерен ҡағыҙҙар арҡыры һалдаттар араһына таралған һүҙҙәрҙән ул көрәшеүселәрҙең «социалистар» исемендә йөрөүҙәрен белде. Вахит өсөн был яңы ине.

Социалистар! Был һүҙ уға беренсе ишеткәндә ҡыҙыҡ та, матур ҙа булып күренде!

Был үҙҙәре күренмәй йөрөгән, яңы исемдәге, ҡурҡ¬май торған йөрәкле кешеләрҙе күрәһе килгәндәй булды. Нурый Сәғитовтың да шулар яҡлы булып эшләгәнен уй¬лап алды.

Ҡай берәүҙәр шул уҡ «социалист» тигән һүҙгә «партия» тигән һүҙҙе ҡушып һөйләй башланылар. Вахит өсөн был һүҙ ҙә яңы ине. Ана шул социалист партияһындағы кешеләрҙең эшселәр һәм крәҫтиәндәр яҡлы булып, бай¬ҙарға, начальниктарға ҡаршы сығыуҙарын, уларҙың үлем¬дән дә ҡурҡмай торған кешеләр булыуын аңлай башла¬ны. Бер нисә көн элек, теге шомло төндә үлтерелгән кешеләрҙең дә социалист булыуҙары өсөн атылыуҙары, Нурый Сәғитовтың да шулар менән бер фекерҙә булып, бергә эшләп йөрөүе өсөн арестовать ителеп, язаға эләгеүен аңланы.

Көндәр үтеү менән был һүҙҙәр уның йөрәгенә һеңә барҙы. Бер нисә көндән һуң һалдаттар араһында тағы ла яңы хәбәр таралып, теге һандыҡтарынан «серле китап¬тар» табылған Ефимов менән Кузнецов тигән һалдаттар¬ҙың дисциплинарный ротаға ебәрелеүҙәре, Нурый Сәғитов менән бергә бер нисә кешенең военно-окружной судта эштәре ҡаралып, Сәғитовтың ун йыл крепосҡа ябылырға хөкөм ителеүҙәре ишетелде.

— Сәғитов социалист булған икән... Ул шул партияла булып, эшселәр тарафынан баҫылған нәмәләрҙе һалдат¬тар араһында таратып йөрөгән, имеш... Уның ҡулынан шундай нәмәләр алынған икән... — тигән һүҙҙәр тара¬лып, бик күп һалдаттарҙы хайранға ҡалдырҙы.

Һалдаттар Сәғитовтың шундай ауыр язаға хөкөм ителеүен:

– Ниндәй һәйбәт егет ине, меҫкен, әрәм булған!..

–Һалдат булғас, ундай эшкә ҡатышмаҫҡа кәрәк ине.

– Ниңә ҡатышмаҫҡа?.. Әллә һалдаттың йәне юҡ¬мы?..

— Молодчина егет! Ул беҙҙең өсөн көрәшеп, ауырлыҡ¬ҡа төшкән!.. — тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алдылар.

Был һүҙҙәр, был хәбәрҙәр Вахитҡа бик ныҡ тәьҫир итте. Нурый Сәғитов социалист булған икән, шуның өсөн бер нәмәнән дә ҡурҡмай көрәшеп, шундай ауыр язаға дусар булған икән, тип уйлап, уны күҙ алдына килтерҙе.

– Дисциплинарный рота...

– Социалист...

– Крепость...

– Партия...

Был һүҙҙәрҙең һәммәһе лә Вахит өсөн дә, уның янындағы башҡа һалдаттар өсөн дә яңы һүҙҙәр булып ишетелеү менән бергә, тормоштоң яңы баҫҡыстары булып күренделәр. Был һүҙҙәрҙең артында «тормош өсөн көрәш» тигән фекер ялтырап, бер яҡта байҙар, начальстволар, жандармдар, ҡораллы ҡара көстәр теҙелеп, уға ҡаршы простой, ләкин үткер һәм йәндәрен шул юлда фиҙа итергә әҙер торған кешеләр теҙелеп торған кеүек булып күҙ ал¬дына килделәр. Шулай итеп, был яңы һүҙҙәр ниндәйҙер бер яңы тормошҡа маяҡ төҫлө булып күренеү менән бер¬гә, күңелдәрҙә бөтмәй торған эҙ ҡалдырҙылар.

Көндәр үтеү менән, шомло төндәге кешеләрҙе атыу ваҡиғаларының, шул көндәр эсендә хөкүмәткә ҡаршы тороусылар тураһындағы төрлө ауыр хәбәрҙәрҙең тәьҫире әҙәйеп, һалдаттар араһында иҫке тормош эҙенә төшөп, ҡара көстөң еңеүе булып күренгән булһа ла, күңелдәрҙә моронлап ҡалған яңы уйҙар, яңы һүҙҙәр, төрлө сәбәптәр арҡыры тамырланып, ҡар аҫтынан сыҡҡан ҡара ерҙә башлап күренгән беренсе йәшел үләндәр кеүек үҫергә йөҙ тоттолар. Ҡайҙандыр өрөлгән рух, ҡайҙандыр тара¬тылған агитация, яҙғы йылы ямғыр кеүек, уларҙы үҫте¬рергә ярҙам итте.

Эшселәр һәм ғади граждандар менән ғәскәри халыҡ¬тар араһында мөнәсәбәт — бағланыш булмауға төрлө саралар күрелеүенә ҡарамаҫтан, төрлө юлдар арҡыры һаман имеш-мимеш хәбәрҙәр таралып, ҡабынған фекер¬ҙәрҙең һүнмәүенә сәбәп итеп килде.

Ҡайһылыр бер офицерҙа денщик булып, боронғо ҡара ҡолдар кеүек хеҙмәт иткән бер һалдат, ул офицерға кистәрҙә йыйылған башҡа офицерҙарҙың эсеп ҡыҙып алғандан һуң, батшаға, самодержавиеға һәм байҙарға, алпа¬уыттарға ҡаршы эшләгән йәшерен типографиялары табылыуын, шул арҡала бер нисә хәреф йыйыусылар ҡулға алынһалар ҙа, башлыҡтары ҡулға эләкмәүен, теге офицерҙарҙың:

–Ул мерзацевтарҙы тоҡомдарын ҡалдырмай киҫергә кәрәк, улар халыҡты ҡотортоп, хөкүмәткә ҡаршы баш күтәрмәксе булалар!..

– Ул сволочтарға көн күрһәтергә яраймы һуң? Улар¬ҙың тамырҙары ҡоротолорға тейеш!

– Һалдаттар араһына уларҙың фекерҙәре таралма¬һын өсөн, ул дуңғыҙ һалдаттарҙы тағы ла ҡыҫырға кә¬рәк... Улар әле беҙҙең ҡәҙерҙе белмәйҙәр... Сабаталы крәҫтиән малайҙарына аң керә башлаһа, улар түргә һи¬керә башларҙар!.. — тип ғәйрәт ороуҙарын ҡайтып һөй¬ләне.

Икенсе бер һалдат, ҡарауылда торғанда, шунда яҡын бер йортта тентеү булып, әллә кемдәрҙе арестовать итеп алып китеүҙәрен, арестовать ителеүселәр менән итеүсе¬ләр араһында атыш булыуын һәм, уларҙы алып киткәндә, уларҙың береһе:

– Долой ҡан эскестәр!.. Долой самодержавиеның ялланған тупаҫ ҡолдары!..

– Йәшәһен уларға ҡаршы көрәшеүселәр! — тип ҡысҡырыуын, уның шул һүҙҙәре өсөн жандармдар тарафы¬нан мылтыҡ түтәһе менән ҡыйналыуын үҙ күҙе менән күреүен хәбәр итте.

Өсөнсө бер һалдат ҡайҙалыр бер эшсе менән осра¬шып, ул эшсенең: «Беҙ йәберләнеп ҡоллоҡта аҫыралған, ҡараңғылыҡта, аңһыҙлыҡта тотолған эшсе, крәҫтиәндәрҙе азатлыҡҡа сығарғансы көрәшәсәкбеҙ, беҙҙең бере¬беҙҙе тотоп үлтерәләр икән, артта меңәрләгән иптәштәр ҡала. Беҙ уларҙың һис бер язаларынан ҡурҡмайбыҙ, беҙ¬ҙең ҡандар түгелгән ерҙә революция үҫә генә барыр... Ҡараңғы ауылдарҙан килгән, әле һаман ҡоллоҡта йәшәгән йәш крәҫтиән балалары быны хәҙергә аңламаһалар ҙа, бара торғас аңларҙар. Шуның өсөн беҙ һалдаттарҙы үҙебеҙҙең иптәштәребеҙ итеп ҡарайбыҙ. Уларҙың аңһыҙлыҡтары арҡаһында ғына беҙгә ҡаршы килеүҙәрен бе¬леп, уларға асыу менән ҡарай алмайбыҙ...» — тип һөй¬ләгән ялҡынлы һүҙҙәрен ҡайтып әйтте.

Шундай юлдар менән, йәшерен генә булһа ла, йәше¬рен партия хаҡындағы әйберҙәр, уларҙың тотҡан юлда¬ры, яңы фекерҙәр, яңы һүҙҙәр менән өҫтәлеп, һалдаттар араһында төрлө уйҙар тыуҙырырға сәбәп була барҙы. Электән һәммәһе лә бер уй, бер фекерҙә булып, батшаға итәғәт итергә ант иткән, бер ҡашыҡ ҡандары ҡалғансы хеҙмәт итергә «Ҡөрьән», «Инжил» үбеп ғаһед биргән һалдаттар араһында фекер башҡалығы һиҙелә башланы. Хәҙерге тормошҡа ҡараштар төрлөсәгә әйләнде, боронғо изге тип уйланған нәмәләргә, ҙур тип йөрөтөлгән кеше¬ләргә ҡараш үҙгәрҙе.

Элекке һүҙҙәргә буржуазия, самодержавие, палачтар, демократ, полицейский, рабочий, партия кеүек яңы һүҙ¬ҙәр өҫтәлде.

Һалдаттарҙың ҡай берәүҙәре, боронғоса туң көйөнсә ҡалып, иҫкелек яҡлы икәнен белдерҙеләр. Ҡай берәүҙә¬ре, беҙҙең өсөн теләһә нәмә булһын тигән кеүек, тик йө¬рөнөләр. Ҡай берәүҙәре бөтә күңелдәре менән яңы фе¬керҙә булып, бөгөнгә саҡлы килгән тормошҡа ҡырын күҙ менән ҡарап, власть тарафынан эшләнгән эштәргә дош¬манлыҡ, уларға ҡаршы торған теге яңы кешеләргә дуҫ-лыҡ уйы менән йөрөй башланылар.

Вахиттың фекере һуңғылар яғында булды. Ул үҙ фе¬керендә булған һалдаттар менән яҡынлашып, был уйҙы изге уй тип күңеленә беркетте. Улар, кемдәрҙең ниндәй фекерҙә булыуҙарын аңлап, үҙҙәренә ҡаршы фекерҙә бул¬ған ҡарэсле һалдаттарҙан һаҡланыу юлын тоттолар. Шу¬лай итеп, һалдаттар араһында йәшерен уйлы, йәшерен партия ойошма тарафтары булған бер төркөм хасил булды. Быларҙың эстәрендә «форсат сыҡһын ине лә эшсе, крәҫтиән дошмандарын ошо штыктар менән бәреп төшөрәһе ине... Уларға ҡаршы йөрөгән көрәшселәрҙең ярҙам¬дарына етешәһе ине... Үҙ иркеңдән башҡа ошо дошмандарға хеҙмәт итеп йөрөү ауырлығынан азат булаһы ине...» тигән теләктәр ҡайнаша, йәшерен уттар яна ине.

ЯҘ БАЙРАМДАРЫ[edit]

Яҙ етте. Ер үҙен ҡаплап торған аҡ күлдәк кеүек ҡар¬ҙарҙы өҫтөнән йыртып ташлап, май айын ҡаршы алыр өсөн, йәшел үләндәр менән биҙәнде. Йәнгә яғымлы, донъя¬ға хәйәт бирә торған ҡояш нурҙары, ҡалын стеналы төр¬мәләрҙән, эшселәр тора торған подвалдарҙан башҡа һәм¬мә ергә кереп, уйнаҡлап, кешеләрҙең күңелдәре менән шаяра башланылар.

Кешеләр ҙә өҫтәрендәге кейемдәрен алмаштырып, еңел, матур кейемдәргә төрөндөләр. Тик ғүмергә эшләү¬селәрҙең генә һаман шул майға ҡатып ялтыраған кейем¬дәре өҫтөндә ҡалды.

Күңелдәр ҡырға, хәл йыйырға ашҡындылар. Байҙар, баярҙар йорттарында үҙҙәренең имениеларына, дачаларға китеү әҙерлектәре күреп, йәй буйы шунда тороу, көн¬дәрҙе күңелле үткәреү уйына төштөләр.

Эшсе, хеҙмәткәрҙәр матур май айының бер нисә кө¬нөн генә булһа ла иркен һауаға сығып, йәшеллек ара¬һында йөрөп ҡалыуҙарын уйлап, календарь ҡағыҙҙарын аҡтарып, ҡайһы числоларҙа байрам булыу көндәрен ҡа¬рарға керештеләр.

– Бына батша тыуған көн...

– Бына батшаның ҡатыны исемләнгән көн...

– Бына батшаның балаһы тыуған көн...

Былар барыһы ла ҡыҙыл менән баҫылғандар.

Шул көндәрҙә бөтә Русия халҡы байрам итәсәк. Шул көндәрҙә шәһәр урамдары аҡлы, күкле, ҡыҙыллы төҫ¬тәргә ҡушылып яһалған флагтар менән биҙәлеп, уларға хөрмәт итәсәк. Бына шул көндәрҙә генә эшсе хеҙмәткәр¬ҙәр ҙә ирекле рәүештә ҡырға сығып, хәл йыйып ҡаласаҡтар. Уларҙың бөтә йәйгә ала торған отпускылары шул ҡы¬ҙыл төҫлө календарь биттәрендә генә тора. Батшаның ҡатыны, балаларының тыуған көндәренә бағышланып байрам ителә. Йәй шатлыҡтары шулар менән бағланып йөрөй.

Һалдаттар ҙа, бер аҙ ғына тын алып ҡалыу өсөн, был байрамдарҙың булыуын көтәләр. Башҡа байрамдар бул¬мағас, шулай көтмәй тура килмәй, сөнки уларҙың да бай¬рамдары шуларҙың тыуыуҙары менән бәйләнгән. Улар¬ҙың шатлыҡтары бөтә халыҡтың шатлыҡтары булырға тейеш. Был мәжбүри ҡанун булып ҡуйылған...

КӨТӨЛМӘГӘН БАЙРАМ[edit]

Иртәгә Беренсе май. Һәр кемдең күңеле матур май айы башланыуын, бигерәк тә уның беренсе көнөн йыл¬майып көтә. Бигерәк тә эшселәр Беренсе май көнөн үҙ¬ҙәренең байрамдары итеп ҡаршы алырға әҙерләнәләр. Уларға һәр бер Беренсе май көнө берәр еңеллек бирер кеүек һиҙелә.

Икенсе яҡтан, Беренсе майҙың йылы, матур ҡояшы¬ның нурын ҡапларға, уны эшселәр өҫтөнә порох төтөндә¬ре арҡыры ғына төшөрөргә әҙерләнеүселәр ҙә бар. Бы¬на шуның өсөн быйыл да, иртәгә Беренсе май тигән көн¬дөң кисенән үк, шәһәрҙә жандармдарҙың йерөтөлөүе арттырылды. Казармаларҙағы атлы казактар урамдар¬ҙа йөрөп, көстәрен күрһәтеп үттеләр, һалдаттар ара¬һында нимәгәлер ҡаршы торорға әҙер булып тороу са¬ралары күрелде. Башлыҡтар, ғәҙәттәге көндәргә ҡарағанда, башҡаса йөрөп, нимәгәлер ҡурҡып ҡарағанда¬рын һиҙҙергән төҫлө йөрөй башланылар.

Был эш һалдаттарҙың күңелдәрендә:

— Бөгөн ниңә былай икенсе төрлө хәрәкәт бар?

— Тағы нәмә булған? Нимәнән ҡурҡалар?— тигән сөәлде тыуҙырҙы.

Йәшерен генә һоралған был сөәлдәргә ҡолаҡтан-ҡо¬лаҡҡа ғына:

— Иртәгә эшселәр үҙҙәре байрам итергә әҙерләнә¬ләр икән...— тигән яуаптар бирелде.

— Ул ниндәй яңы байрам һуң?

– Ул эшселәрҙең Беренсе майҙа яһай торған бай¬рамдары. Уны донъя эшселәре яһайҙар икән...

– Ни өсөн улар үҙҙәре генә айырым байрам яһай¬ҙар һуң?..

– Сөнки ул, Беренсе май, бөтә донъя эшселәренең үҙҙәренең теләктәрен эшкә ашырыр өсөн берләшеүҙәрен күрһәткән көрәш көндәре. Шуның өсөн эшселәргә ҡар¬шы яҡтар уға ҡатышмайҙар, бәлки бөтә көстәре менән ҡаршы торалар.

— Ниңә ҡаршы торалар һуң?

— Ниңә ҡаршы тормаһындар, ти... Эшселәр, шул байрамдары аша, бөтә донъя капиталистарына һәм шу¬ларҙан төҙөлгән хөкүмәттәргә ҡаршы баралар. Ул көн¬дө эшселәр: һигеҙ сәғәтлек эш ваҡыты булыуҙы, бөтә донъялағы иҙелгән халыҡтарҙың азат ителеп, һәммәһенең дә туғанлашыуҙарын, тормош юлдары еңелләштерелеүен теләп, демонстрациялар яһайҙар һәм үҙҙәренең теләктәре хаҡында һүҙҙәр һөйләйҙәр. Шуның өсөн ул мосолмандарҙың ураҙа, ҡорбан байрамдарына ла, урыҫ¬тарҙың рождество, пасха байрамдарына ла һәм батша¬ларҙың тыуған, тәхеткә ултырған көндәрендә яһала тор¬ған байрамдарға ла оҡшамай. Бер халыҡ, бер диндәге кешеләрҙең генә байрамдары түгел, бәлки бөтә донъя эшселәренең уртаҡ байрамдары. Был байрамдың ба¬шында ана шул йәшерен ойошмалар, хәҙерге режимға ҡаршы барыусы һулдар торалар икән!..

Күңелдәре яңы фекергә ауышҡан, эстәренән көрәшсе эшселәргә яҡынлыҡ һиҙгән һалдаттар араһында ошо һүҙҙәр йәшерен генә һөйләнеп үтте.

Электән ҡорбан байрамын, мәүлет байрамын ғына күргән татар, башҡорт һәм электән пасха кеүек байрам¬дарҙы ғына күргән урыҫ һалдаттарына был һүҙҙәрҙе ишетеү яңы бер хис тыуҙырҙы. Әле һаман күңелдәре туң булып, көрәштең асылы нимәлә икәнен аңламаған кирерәк һалдаттар үҙ араларында:

— Күрәһең, әле һаман шул бунтовать итеүселәр бөтмәгәндәр икән!

– Улар батшаға ҡаршы түгел, бәлки дингә лә ҡаршы¬лар икән. Улар баярҙы бөтөрөп, үҙҙәре хужа булырға теләйҙәр икән. Разве аллаһыҙ, батшаһыҙ тороп була?!.

– Тынысһыҙлыҡ сығарып тороусыларҙы бөтөнләй бөтөрөргә кәрәк ине. Улар халыҡты әллә нимәләргә ҡо¬торталар, сиркәүҙәргә ҡаршы баралар. Имеш, беҙгә ти¬геҙ булырға кәрәк икән! Биш бармаҡ та тигеҙ түгел. Неужели беҙ ана теге гололобый татарҙар, бер нәмә лә белмәгән сыуаштар менән тигеҙ булабыҙ?.. Юҡ, был булмаҫ!..— тигән һүҙҙәрҙе асыҡтан-асыҡ әйтәләр һәм, күңелдәре менән үҙгәреш яғындалыр тип уйланған һал¬даттарға төртөп:

–Һалдат булғас, анттарға хилафлыҡ итергә яра¬май. Әллә ниндәй ҡотортоусылар һүҙенә ҡарап, үҙен бысратҡан һалдат һалдат түгел ул. Беҙгә ротный коман¬дир шулай һөйләне,— тип ҡуйҙылар.

Улар был һүҙҙәре менән, үҙҙәренә ҡаршы булған һал¬даттарҙы асыуландырып, кемдәрҙең асыҡтан-асыҡ «бунтовщиктар» яғында булғанын асыҡ белергә телә¬гәндәр ине, ләкин уларҙың яуыз ниәттәрен белгән һал¬даттар, хәҙергә улар менән һүҙ көрәштереүҙең файҙа¬һыҙ буласағын аңлап, уларҙың һүҙҙәрен яуапһыҙ ҡал-дырҙылар.

Тегеләр тағы һүҙ башлап:

— Батша менән сиркәүгә ҡаршы барыусылар уң¬майҙар улар. Ана бит, Ефимов менән Кузнецов инде ҡайтабыҙ тип торғанда, өсәр йылға дисциплинарный ротаға, ә Сәғитов тигән татар ун йыл төрмәгә хөкөм ителделәр. Бер нисә сволочы бөтөнләй теге донъяға оҙатылдылар...— тип үҙҙәренең күңелдәрен йыуатып ҡуйҙылар.

Уларҙың был һүҙҙәре лә яуапһыҙ ҡалдырылды. Тик былар үҙ араларында:

— Алда күрербеҙ әле. Беҙ һеҙҙең кемдәргә ышанып, алданып йөрөүегеҙҙе беләбеҙ,— тип асыуҙарын эстәрен¬дә ҡалдырҙылар һәм үҙҙәренең был байрамға ҡатна¬шыу түгел, бәлки ҡаршы торорға мәжбүр ителеүҙәрен һәм, ҡара көстәргә таянып, юғарылағы һүҙҙәрҙе һөйлә¬гән һалдаттарға ҡаршы яуапһыҙ ҡалыуҙарын, уларҙың артыҡ аңһыҙ икәнлектәрен уйлап ҡайғырҙылар.

Вахит, «улар бөтә донъялағы иҙелгән милләттәрҙе азат итеү юлын тотоп, тигеҙлек өсөн көрәшәләр» тигән һүҙгә бигерәк тә ғәжәпһенде.

— Ысынлап та донъя улар теләгәнсә булып сыҡһа, беҙҙең кеүек халыҡтарға ла һан булырмы икән ни?!. Бына бит әле бында ҡай бер ҡара йөрәктәр нимәләр һөйләйҙәр бит әле! Ә инде эшселәр әйткәнсә булһа, беҙ һәммәбеҙ ҙә тигеҙ булыр инек шул!—: тигән уйға төштө һәм иртәгә ниҙәр булаһын тынысһыҙлыҡ менән көтә башланы.

Ул Беренсе май көнөндә теге азатлыҡ өсөн көрәшеүсе эшселәрҙе һәм уларҙы башлап йөрөүселәрҙең төр¬көмдәрен, уларҙың нисек йөрөүҙәрен күрергә теләй ине. Ул шул уйҙарҙы уйлағанда, теге төндә атылған кеше¬ләр, шул ваҡыттағы ауыр күренештәр, Нурый Сәғитов¬тың ун йылға төрмәгә ябылыуы һәм башҡа ваҡиғалар артынан үҙенең дә юҡ ҡына эш өсөн саҡ-саҡ ҡына ҡа¬лыуы, шул ваҡытта ҙур начальниктарҙың ҡыланышта¬ры— һәммәһе лә тәҡрар күҙ алдынан үтеп, уның күңе¬лендәге йәрәхәтте арттырып, уларҙың үлгән саҡта әйт¬кән һүҙҙәре ҡолаҡ төбөнән яңғырап киткән төҫлө бул¬дылар. Күңеленән, әгәр ҙә иртәгә эшселәр менән бәре¬лешергә тура килһә, уларға төҙәп атмауҙы уйлап ҡуйҙы.

Шуның өҫтөнә «һалдаттарҙың да бер аҙ ғынаһы булһа ла, шулар яғына ҡушылһа ине лә дошмандарҙың йөрәк¬тәрен алырлыҡ эштәр эшләнеп ташланһа ине...» тигән уй уның башынан йәшен кеүек үтеп китте.

Беренсе май иртәһендә һалдаттарҙы уятыр өсөн ҡысҡыртылған борғо тауышы, Вахиттың да һалдатҡа алынып, ошо казармаға килгәндең иртәгәһендә ҡысҡырт¬ҡан борғо тауышына оҡшап, насар тәьҫир итте.

Көндәгенең киреһенсә, бөгөн һалдаттарҙы иртүк урам буйлап төрлө көйҙәр, шулар рәтенән «Боже, царя храни» («Илаһым, падишаны һаҡла!») тигән көйҙө йыр¬латып йөрөтөп алып ҡайттылар. Начальстволар был эштәре менән халыҡтың, бигерәк тә эшселәрҙең, йөрәк¬тәренә ҡурҡыу һалып, ҡаршылыҡтар булған ваҡытта үҙҙәренең көстәре ҙур, власлыҡ итеүҙәре ныҡ икәнлеген күрһәтмәкселәр ине. Һалдаттар урамдарҙа йөрөгән ва¬ҡыттарҙа уҡ, бөгөн охрананың көслө ҡуйылыуын, ни булһа ла берәй эш булыу ихтималын уйлап һәм, юғары¬ла бирелгән бойороҡ буйынса, башлыҡтарҙың шуны ба¬ҫырға әҙерлек күреүҙәрен аңлап ҡайттылар.

Беренсе майҙың ҡояшлы матур иртәһендә булған был йәмһеҙ көстәр, байрам көнөндә урам буйлап үлек алып барғандағы күңелһеҙлекте иҫкә төшөрөп, йөрәктәрҙә на¬сар тәьҫир ҡалдырҙылар.

Ни булһа ла һалдаттарҙың көтөүе бушҡа китмәне, ахыры... Сәғәт ундар самаһында Вахиттар казармаһын¬дағы һалдаттарҙы бер нисәгә бүлеп, урамға сыҡҡас та, төрлө отделениены төрлө яҡҡа бороп алып киттеләр. Хә¬ҙер урамдарҙа һаҡсы стражниктар тағы ла арта төшкән һәм уларҙың йөҙҙәренә зәһәрле асыу сыҡҡан кеүек кү-ренә ине.

Вахиттар ротаһының башлығы уларға асыулы тауыш менән команда биреп, уларҙы әллә ниндәй тар урамдар арҡыры шәһәрҙең бер яҡ ситенә табан эйәртеп алып китте. Ҡораллы көстәрҙең ашығыслыҡ менән китеп ба¬рыуҙарын урамдарҙа, ҡапҡа төптәрендә ҡарап тороусы ирекле граждандар ҡапҡаларға кереп, йәки бер яҡҡа тайпылып тороп ҡалдылар. Уларҙың шулай тайшанып ҡалыуҙарынан, шикләнеп ҡарауҙарынан һәр кемдең бер нимә һиҙенгәнлеге күренә ине.

Вахиттар йәйәүләп шулай барғанда, бер төркөм ат¬лы казактар, һөңгөләрен юғары күтәреп, ҡиәмәт булған кеүек ашығыслыҡ менән, йәйәүле ғәскәрҙәрҙе бер яҡта ҡалдырып уҙып киттеләр ҙә, алдағы арҡыры урамдың мөйөшөнән уңға кереп юғалдылар.

Был күренештән Вахиттың һәм уның менән бер серҙә булған иптәштәренең йөрәктәре ҡағып ҡуйҙы. Шул саҡ¬лы көстәрҙең эшселәрҙең йыл буйынса көтөп алған Бе¬ренсе май байрамдарын баҫырға барыуҙарын уйлап, күңелдәренән эшселәргә ғәйрәт, ҡаршы торорлоҡ көс һәм түҙемлек теләп ҡуйҙылар. Үҙҙәренең мәжбүри рә-үештә был сафта барыуҙарын иҫтәренә төшөрөп, бер-береһенә ҡарашып алдылар.

Бара торғас, шәһәр ситендәге фабрик-заводтарҙың туп-тура булып күккә сығып торған төрлөсә оҙонлоҡта һәм төрлөсә йыуанлыҡта булған мөрйәләре күренә баш¬ланылар.

Бөгөн уларҙың остарынан көлтә-көлтә булып сыҡ¬ҡан, бара торғас, бергә ҡушылып, бер яҡҡа ауышып һу¬ҙылып киткән төтөндәр сыҡмайҙар ине. Тағы аҙыраҡ барғас, завод-фабрик биналарының ҡоромланған ҡара кәүҙәләре күренде. Бөгөн уларҙың ҡабырғаларынан һәр ваҡыт та пох-пох итеп, өҙөк-өҙөк аҡ пар сығарып тор¬ған тын юлдары эштән туҡталғандар ине.

Кисә гөрләп тороп та, бөгөн йәнһеҙ, мәйет кеүек, ҡа¬тып ҡалған был мөрйәләрҙе, ҡоромдарға мансылған тау-тау булып ятҡан биналарҙы былай тын һәм йәнһеҙ күреү күңелдәргә төрлө уйҙар төшөрҙө. Аңлы яҡта бул¬ған һалдаттар:

«Быларға йән һәм матурлыҡ биргән — мәгәр эшсе¬ләр генә икән... Бына завод-фабрик хужалары һәм улар¬ҙы яҡлап йөрөгән ошо һатлыҡ кешеләр аңһыҙҙар, үҙ¬ҙәре килһендәр ҙә эшләп ҡараһындар ине! Ә былар үҙ¬ҙәре ҡыл да ҡыбырҙатмай тороп, эшселәрҙең бер көн¬лөк байрамдарына ла ирек бирмәҫ өсөн, ҡаршы бара¬лар, өйҙәрендә ҡырын ятып көлөп торған байҙарға хеҙ¬мәт күрһәтәләр!» — тигән уйға килделәр.

Тағы аҙ ғына барғас, завод тирәһендәге төрлө ҙур¬лыҡтағы йорттар теҙелгән урамдарҙан теҙелешеп кил¬гән бик күп ҡарасҡылар күренде. Уларҙың иң алдында килгәндәренең ҡулдарында ҡыҙыл флаг булып, ул май ҡояшына ҡарап йылмайған кеүек була. Теге көслө ҡул¬дарҙың алға алып килеүҙәре арҡаһында елберҙәп, йән-лелек күрһәтә ине.

Аҡ, күк, ҡыҙыл төҫтән уҡмаштырылып, ялғанып яһалған, Романовтарҙың тыуған, кәләш алған көндәрен¬дә һәр бер ҡапҡа башына эленеп, ергә һалынып төшкән ала флагтарҙы күреп өйрәнгән кешеләр өсөн был ҡыҙыл флаг бик сәйер тойолдо һәм уларҙың ҡаршыһында йәнләнеп, быларҙы ла үҙенә таба саҡырып, эшселәрҙең күңелдәрендәге теләктәрен һөйләп торған кеүек булды.

Был күренеш Вахиттың йөрәгенә килеп бәрелде. Те¬ге йәшерен ойошма һәм уларҙың көрәшселәре таратҡан һүҙҙәре иҫенә төшөп: «Улар шулар икән.... үҙҙәре бик күптәр икән... ләкин ҡулдарында ҡорал булмаған көйөнсә нисек итеп ошо саҡлы ҙур һәм ҡораллы көстәргә ҡаршы киләләр? Үҙҙәре белә торғандарҙыр инде, юғи¬һә күрәләтә утҡа ҡаршы килмәҫтәр ине... Барыбер мин уларға төҙәп атмам...» — тип уйлап алды ла янындағы үҙенең серҙәш иптәшенә күҙен төшөрҙө. Уның да, Вахит кеүек үк, ауыр уйҙа икәнлеге йөҙ һыҙыҡтарынан күре¬неп тора ине.

Берҙәйерәк ҡара кейемдәр кейенгән был ҙур тулҡын, бер юлы бер нисә урамдан сығып, шундағы кескенәрәк бер майҙанға ҡарап ағылдылар. Шул уҡ ваҡытта улар яғынан бик моңло бер яңы көй тауышы килә. Был көй моңло булыуы менән бергә, күңелдәргә әллә ниндәй ғәйрәт, хәҙер ҡуҙғалып китерлек дәрт бирә ине. Ул көйҙө ишеткәс, бик күп күңелдәр йомшарҙы, бик күп кәүҙәләр үҙҙәре был яҡта булып, уларға ҡаршы винтовкалар тө¬ҙәп барыуҙарына ҡарамаҫтан, күңелдәре менән теге яҡҡа сығып, ҡулдарындағы винтовкаларын оноттолар.

Ул көйҙән төрлө золомдарҙың ҡәһәрҙәренән һыҙла¬ныу, ауыр тормоштан туйып зарланыу менән бергә, шул золом, шул ауыр тормошҡа ҡаршы көрәшергә өндәү һәм көрәштә сыҙамлы булыуға ҡыҙыҡтырыу тауыштары бер¬гә сыға, һалмаҡ ҡына тулҡынланып тирә-яҡҡа тарала ине.

Был көй Вахитҡа май айында һайраған һандуғас та-уыштарынан да, ҡырҙа эшләп йөрөгәндәге моңло йыр көйҙәренән дә, кесаҙна кистәрендә шәкерттәрҙең бергә йыйылып:

— Сөн әҙәм йәннәтә керҙе...— тип «Мөхәммәдиә» әй¬теүҙәренән дә матур, моңло, күңелле һәм дәртле булып ишетелде, һәм үҙенең тегеләр яғында булаһы килеп, был яҡты кафырҙар фарыз итеп, «Китабөлжиһад»тағы кеүек, ләкин башҡа теләк өсөн, башҡа ҡоралдар менән һуғышаһы килеп китте.

Бер нисә ҡыҙыл флаг артынан килгән эшселәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бер ергә килделәр, теге бер нисә ҡыҙыл флагтар тағы ла юғарыраҡ күтәрелеп, эшселәрҙең уртаһындараҡ ҡалдылар.

Был күренештән һуң йөрәктәрҙең тибеүҙәре йышай¬ҙы, күҙҙәр алға тағы ла нығыраҡ текәлделәр.

Вахиттарҙың башлап килгән офицеры, кәүҙәһен турай¬та төшөп, шәберәк атларға команда бирҙе һәм һалдат¬тарҙы теге эшселәр йыйылған майҙандың икенсе яғына таба ҡаратып алып китте, һалдаттар уларға ҡабырған барыуға ҡарамаҫтан, күҙҙәре һаман эшселәр яғында ине.

Шул арала теге эшселәр араһынан береһе:

— Товарищи!..— тип ҡысҡырып һүҙ башлау менән, төрлө яҡтан атлы казактар ҡылыстарын ялтыратып ки¬леп сыҡтылар ҙа эшселәрҙе төрлө яҡтан ҡамап алырға теләй башланылар.

Һалдаттарға эшселәр тора торған майҙанды уратып алып, цепҡа теҙелергә команда бирелде.

Ул арала ҡайҙандыр берәү эшселәргә хәҙер үк тара¬лып китергә, әгәр ошо минут эсендә таралып өлгөрмәһә¬ләр, ҡорал менән таратырға, ҡаршы тороусыларҙы атырға, тигән һүҙҙәрҙе ҡысҡырып ебәрҙе.

Йөрәктәр шауланы. Вахит һәм уның менән бер те¬ләктә булған иптәштәре, үҙҙәренең ата-әсәләрен атырға әмер биргән кеүек, сикһеҙ бер ауыр хәлдә ҡалдылар.

Эшселәр тиҙ генә таралманылар, бәлки ҡалын һәм юғары тауыш менән быларға ҡарап нимәлер әйтә башланылар.

Шул минутта теге ҡалын тауышлы кеше, атлы ка¬зактарға ҡарап, эшселәрҙе ҡорал менән таратырға ко¬манда бирҙе. Майҙан буталды, казактарҙың һелтәгән ҡылыстары Беренсе май ҡояшында ялтырап, төрлө яҡ¬ҡа бутала башланылар. Ҡайҙалыр мылтыҡтар атылып, һауаны яңғыратып ебәрҙе. Ҡайҙалыр ҡатын-ҡыҙҙарҙың нәҙек һәм әрнеп нимәлер әйткән тауыштары сыҡты.

Бик шәп һәм йөрәктән сыҡҡан:

– Товарищи!..

–Палачтар!..

– Ҡоралһыҙ эшселәргә атаһығыҙ! — тигән тауыш¬тар тирә-яҡҡа яңғырап таралдылар. Эшселәр менән ат¬лы казактар бергә буталып, аралашып киттеләр.

Ҡыҙыл флагтар бирелмәҫ, еңелмәҫ өсөн талашҡан кеүек, арлы-бирле һелкенә башланылар.

Һалдаттарға мылтыҡтарҙы төҙәп әҙер торорға әмер бирелде.

Төрлө яҡтан уратылып алынған эшселәр хәҙергә үҙҙәренең еңеләсәктәрен белеп, төрлө яҡҡа тарала башла¬нылар.

Таралыусылар араһында атлы казактарҙың ҡылыс¬тары ялтырай, һәм һалмаҡ ҡамсылар арлы-бирле һел¬тәнәләр ине.

Теге ҡыҙыл флагтар, ахыры, дошмандар ҡулына төштө, улар күҙҙән юғалдылар. Был эш йөрәктәргә әр¬неү һалды, ай тотолоп, йондоҙҙар атылып ергә төшкән кеүек булып китте.

Вахиттар ротаһына алғараҡ барып, эшселәрҙең мәр¬кәзе торған ерҙе уратып алырға ҡуштылар, икенсе яҡ¬та торған һалдаттар ҙа алға атланылар.

Казактар, жандармдар ҡасҡан эшселәрҙе ҡыуып, бер нисәһен тотоп алдылар... Вахиттар барғанда, майҙан ур¬таһында бер нисә эшсене тотоп алғандар ҙа, улар тартҡылашҡан һайын, нагайка менән баштарына бирәләр ине.

Уларҙың баштарынан һәм маңлайҙарынан ҡан ағып төшә, аяҡ аҫтында бер нисә кәүҙә тәгәрәп ята. Уларҙың ҡай береһе асыулы тауыштар сығарып һелкенәләр, ҡай берәүҙәре һис бер ҡуҙғалмай, ергә нисек ауып төшкән булһалар, шул көйөнсә яталар ине.

Ошо ауыр күренешкә ҡарамаҫтан, буталышҡан һәм күҙҙәрен ҡан баҫҡан кешеләр һаман сайҡалалар, йән һәм күңел асыуы менән күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, береһе өҫтөнә икенсеһе һөжүм итәләр ине.

Тирә-яҡтарҙағы атлы казактарҙың һүгенеп, ҡылыс¬тарын ялтыратып һелтәнеүҙәре тауыштарына уларҙың менгән аттарының арлы-бирле сабып йөрөгән аяҡ та¬уыштары ҡушылып, ул тауыштарға эшселәрҙең асыулы һәм рәнйешле тауыштары өҫтәлеп, байтаҡ ҡына ваҡыт¬тарға саҡлы һауа яңғырап, иңерәп торҙо.

Вахит һәм уның менән серҙәш булған иптәштәре, бер яҡтан, эшселәрҙе атырға тура килмәүен уйлап шат¬ланһалар, икенсе яҡтан, үҙҙәрендә эшселәрҙең дошмандарын атырға ихтыяр һәм ойошҡан көс юҡлығын уйлап ҡайғырҙылар. Үҙҙәрен булдыҡһыҙлыҡта, шундай ауыр ваҡытта ла бергә ойошоп, дошмандарға ҡаршы тора алмауҙа, теге мәжрух эшселәрҙең йөҙҙәренә ҡарарға оялып, күҙҙәрен түбән төшөрҙөләр... Үҙҙәре кеше үлтер¬мәһәләр ҙә, кеше үлтереүселәрҙе ҡарап, уларға көс бир¬гән кеүек тороуҙары күҙ алдарына килеп, выждандары ҡаршыһында ҡалтыранып киттеләр.

Нәҡ шул ваҡытта мәжрухтарҙың әле лә аяҡ өҫтөндә торорлоҡ хәле булған берәүһе, һалдаттарға ҡарап, үке¬несле тауыш менән:

— Эх, вы, товарищи! Һеҙ кемдәргә ҡаршы мылтыҡ күтәреп килеп, кемдәрҙең йөрәк ҡандарын ағыҙыуығыҙҙы беләһегеҙме?!— Тирә-яғын күрһәтеп:— Былар һеҙҙең файҙағыҙ өсөн бирелгән ҡорбандар... Беҙ һеҙҙең өсөн көрәшәбеҙ... һеҙ беҙҙең туғандар...— тип әйтеп тә өлгөр¬мәне, бер атлы казак килеп, мәжрух эшсенең өҫтөнә ҡы¬лысын ялтыратып һелтәп ебәргәндә, Вахит ҡулындағы штыгы менән уның ҡулында ялтыраған ҡылысты бер яҡ¬ҡа ҡағып өлгөрҙө. Вахиттың эшсенең башы өҫтөндә ялтыраған ҡылысты ҡағып ебәреүе — азатлыҡ һәм эшсе, крәҫтиәндәрҙең дошмандарына ҡаршы ҡулындағы штыгын беренсе мәртәбә төҙәүе ине.

Вахит теге мәжрух эшсене һаҡлап ҡалыр өсөн, кү¬ҙен ҡан баҫҡан атлы казактың көс менән һелтәгән үт¬кер ҡылысын ситкә ҡағып ебәргәс, казак Вахитҡа асыу менә ҡарап:

— Һин дә шул эттәр яҡлы икәнһең! — тип екеренде лә ҡылысын Вахит өҫтөнә һелтәр өсөн юғары күтәрҙе. Ул арала Вахиттың артында торған иптәше, эштең ҡай¬ҙа барасағын һиҙеп, штыгы менән теге казак менгән ат¬тың ботона сәнсеп алды. Шул секундта ат, өҫтөндәге казагы менән, бер яҡҡа тайпылып сығып китте.

Тауыш, буталыш һәм йәйәүле һалдаттарҙың атлы казактар, жандармдар менән аралашып китеүҙәре ар¬ҡаһында Вахиттар ҙа икенсе ергә китеп, башҡалар араһына кереп буталдылар. Теге эшсе өҫтөнә һелтәнгән казак та үҙенә ҡаршы штык күтәргән һәм менгән атының ботона сәнскән һалдаттарҙың кемдәр икәнен белмәй ҡалды.

Бер аҙҙан тауыш баҫыла төштө. Ҡулға төшкән эшсе¬ләрҙе төрлө яҡтан ҡамап ҡулға алдылар ҙа ҡайҙалыр алып киттеләр. Бер нисә үлек менән ауыр яралыларҙы арбаларға һалып икенсе яҡҡа оҙаттылар. Төрлө ғәскә¬ри бүлектәргә ҡайтырға команда бирелде.

Майҙан тынды. Унда, Беренсе май көнөндә, көрәш теләге менән күтәрелгән ҡыҙыл флагтарҙың йыртыҡ ки¬ҫәктәре һәм үҙҙәренең һуңғы һүҙҙәрен әйтеп үлгән ба¬тыр көрәшселәрҙең йөрәктәренән аҡҡан ҡыҙыл ҡандары Беренсе май ҡояшы ҡаршында ялтырап тороп ҡалды¬лар.

Күңелдәре менән көрәшсе эшселәр яғында булған һалдаттар, бер нисә кешене тереләй ергә күмгән кеүек, ауыр һәм күңелһеҙ бер хәлдә, ә инде эштең асылын белмәй, йәки белеп тә, эшселәргә ҡаршы тороусылар, ауҙан ҡайтҡан һунарсылар кеүек, күңелле рәүештә казармаларына ҡайтып киттеләр.

Вахит бөгөн, үҙенең эшселәргә ҡаршы барыусылар сафында булыуына үкенһә лә, бер эшсене йыртҡыс ка¬зактың ҡылысынан һаҡлап ҡалыуын уйлап шатланды. Урыны килгәндә дошмандарға ҡаршы торорға батырлы¬ғы етәсәген хәтеренә килтереп, ғәйрәтләнеп ҡуйҙы.

Май байрамы ҡыҙыл флагтың еңелеүе менән бөтһә лә, был ҡанлы көрәш һәм эшселәрҙең ғәйрәт менән ҡаршы тороуҙарын күреү һалдаттарҙың күңелендә бөт¬мәҫ эҙ, уңға, һулға киткән ике юл бер-береһенә дошман булып көрәшә торған ике синыф барлығын һыҙып ҡалдырҙы. Алда тағы ла ҙур көрәштәр һәм ауыр тормош баҫҡыстары арҡыры ирешелә торған ирекле көндәр ял¬тырап күренгәндәй булды.

БОРОНҒО ҺӘМ ИҢ ҺУҢҒЫ ХАТТАР[edit]

Вахиттың ата-әсәләренән, беренсе йылдарҙағы кеүек, ун-ун биш көн һайын хат килеп тормаһа ла, һаман да ай һайын тип әйтерлек хаттар килеп тора. Ул хаттарҙың бер нисәһен бергә сағыштырып ҡараһаң да, һәммәһе лә береһе икенсеһенең купиәһе кеүек, бер төҫлө булып сы¬ға ине.

Был хаттарҙың һәр береһе «әлхат — нисфелмөлкәт...» тип башланғандан һуң, иң элек Вахиттың атаһы Ғәлләм ағайҙан, әсәһе Фәүзиә еңгәйҙән, һеңлеһе Мәр¬йәмдән һағынып, һарғайып, бер күрергә зар-интизар бу¬лып әйтелгән сәләмдәр менән сыбарлана, уларҙан һуң бөтә ҡәрҙәш-ырыуҙары, күршеләре исеменән әйтелгән хәйер-фатихалар үтенеү менән һуҙылып китә ине. Хат¬тың бер-ике бите шундай сәләм әйтеүҙәр, хәйер-доға үтенеүҙәр менән тулғандан һуң һәр бер хаттың ахырын¬да:

«Әйтергә онотҡанбыҙ икән, Ғәйнетдин бабағыҙ ауы¬рып вафат булды, алла иманын юлдаш итһен»; «Сәхип¬гәрәй ҡыҙы Хәлимәне түбән остоң Ғәләү малайы Шәмсет¬дингә кейәүгә бирҙеләр, никахтары булды»; «Шәмсиә еңгәңдең балаһы булып, Аллабирҙе тип исем ҡушты¬лар...»; «Бесәнгә төштөк. Сарлаҡлы башындағы сабындан 40 сүмәлә сыҡты, бик йәшел көйө кәбәнгә ҡуйҙыҡ, ямғыр күрмәне...»; «Быйыл йылдар бик насар күренеп тора, күптән бирле ямғыр булғаны юҡ. Ямғыр теләп истисна намаҙына сығып ҡараһаҡ та, ямғыр булманы. Игендәр бик насар, берәр һыйырҙы һатмай булмаҫ, ахыры, иген хаҡы күтәрелде»; «Быйыл игенде күп сәсеп булманы. Баяр ерҙең хаҡын бик юғары ҡуйғанға, ала алманыҡ. Хәлле кешеләр алһалар ҙа, беҙҙең кеүек кешеләр яҡын барырлыҡ түгел»; «Сәхи ағайыңды баярҙың урман ҡарауылсыһы атып үлтерҙе... Меҫкен, Әсҡәп еңгәң итәк тулы балаһы менән етем ҡалды. Баяр өҫтөнән судҡа бирергә ҡурҡалар. Судҡа бирһәк, ерен баш¬ҡа ауылға ғына һатыр ҙа беҙҙең ауылға бер дисәтинә лә бирмәҫ, тиҙәр... Үҙебеҙҙең башыбыҙҙы төрмәлә серетер, тиҙәр»; «Аҡтау баҙарында ахун хәҙрәтте осратып кү¬рештем, егерме тин саҙаҡа бирҙем, бик оҙаҡ доға ҡылдә, һине һорашып торҙо, иҫән-һау ҡайтһа, уҡыуын яңыртып, мулла йәки мәзин булыр, тип һөйләп торҙо»; «Тәүфиҡле йөрөп ҡайтырға тырыш инде, балам!»; «Әй¬тергә онотҡанбыҙ икән, туры бейә ҡолонланы, ҡолоно бик матур булып үҫеп килә...» — тигән кеүек ауылдың үҙе өсөн бик мөһим булған, бер нисә юллыҡ хәбәр яҙы¬лып, хат яҙылып тамам була ла, иң ахырында:

«Үтенеп хат яҙыусы атайың Ғәлләметдин Йәғфәр улы», — тип ҡул ҡуйыла торған ине.

Вахит беренсе йылдарҙа был хаттарҙың һис бер һү¬ҙен ҡалдырмай, энәһенән ебенә саҡлы уҡып сығып, ахыр¬ҙағы хәбәрҙәрҙе күргәс әҫәрләнә торған булһа ла, һуң¬ғы йылдарҙа хаттағы хәбәрҙәрҙең хәбәренә ҡарап ҡына әҫәрләнә торған була башланы.

Ул элек үҙенең остаҙы ахун хәҙрәттән сәләм килһә шатлана, үҙен әле һаман да кире ҡайтып уның алдында дәрес алыр кеүек уйлай, яҙған хаттарында ахун хәҙрәт¬кә сәләм әйткәндән һуң, бик үтенеп, изге доға һорай торған ине. Хәҙер ул ахун хәҙрәттән килгән сәләмгә шатланмаған кеүек, үҙе лә хатында уға сәләм әйтмәй, фатихаһын үтенмәй башланы.

Элек баяр ере тураһында уйламай торған булһа ла, хәҙер уның ҡарауылсылары тарафынан кешеләр атылыуын, ерҙең барған һайын ҡиммәтләтеүен ишетеп, ул хаҡта уйларға кереште. Барған һайын йәшерен көрә¬шеүселәрҙең, Май байрамдары яһап, ҡыҙыл флагтар күтәреп сығыусыларҙың кем өсөн, ни өсөн көрәшеүҙәренең мәғәнәһен аңлап, теге баярға һәм шундай баярҙар¬ҙы яҡлаусыларға асыуы артты.

Ул атаһы яҙған хаттағы «ахун хәҙрәт, иҫән-һау ҡайт¬һа, уҡыуын яңыртып мулла йәки мәзин булыр...» тигән һүҙҙәргә лә көлөп ҡараны. Уға ҡаршы яҙған хатында: «Мин ҡайтһам да, мулла булыр, мәзин булыр өсөн ҡайт¬майым, үҙ көсөм менән үҙебеҙҙең тормошто алып ба¬рырлыҡ яҡшы крәҫтиән булһам, миңә шул етә», — тигән һүҙҙәрҙе яҙҙы ла, ахун хәҙрәткә сәләм дә ҡуйманы. Уның урынына Сәхиҙең баяр ялсыһы тарафынан үлтерелеүе, баярҙың һаман үҙ ерен ҡиммәтләтеүе хаҡында ҡайғырыуын яҙып, хаттың ахырын, аталары аңламай торған шундай һүҙҙәр менән бөтөрҙө.

Ғәлләм ағайҙың һуңғы хатында Вахиттың был һүҙ¬ҙәренә ҡаршы бер аҙ рәнйеш, ахун хәҙрәткә сәләм әйт¬мәүгә бер аҙ үпкәләү белдереү өҫтөнә, ошо яңы хәбәр¬ҙәр бар ине:

«Үҙем был арала әллә ни эшләп сырхап торам, көл¬тәнән ҡайтҡанда арбам ауып, үрәсә аҫтында ҡалып билемде имгәткән инем. Ахыры, шуның шауҡымы ҡалды, һуңра мәғлүм булһын: Мәхмүт Сабит ауылына мулла булырға приговор йыйҙы. Беҙгә килеп китте, беҙҙең Мәрйәмде һората. Беҙ бик шатландыҡ. Ләкин һинең ҡайтыуыңды көтөргә ҡуштыҡ. Мәрйәм бәхетле була ин¬де. Хоҙай һиңә лә иҫән ҡайтырға насип итеп, шатлыҡлы туйҙарҙы бергә-бергә күрергә яҙһын...»

Вахит был ике хәбәрҙең һәр икеһенә бик ҡайғырҙы.

«Ауырыуыңды ишетеп бик ҡайғырҙым. Ауырыуың артыҡ көсәйеп китмәҫ борон, Ҡыҙыл Яр бальнисына ба¬рып күренеп ҡайт. Мәрйәмде, мин ҡайтмай тороп, Мәх¬мүткә бирергә вәғәҙә ҡуймағыҙ... Ҡайтҡас, кәңәш итер¬беҙ... Мулланан башҡа ла урын бөтмәгән әле...» тигән һүҙҙәр менән яуап ҡайтарҙы.

Был хат Вахиттың ауылына ҡайтыр алдынан яҙған иң һуңғы хаты ине.

ТЫУҒАН ИЛГӘ ТАБАН...[edit]

191... йылдың көҙөнә табан:

«19... йылда хеҙмәткә алынып килгән һалдаттарға ҡайтырға» тигән приказ сыҡты.

Күптән көтөлөп алынған был хәбәр бер нисә йыл иректән мәхрүм булып торған һалдаттарҙы сикһеҙ шат¬ландырҙы.

Мәгәр казарма «тәрбиәһе» алып, начальство ҡушы¬уы буйынса ғына йөрөп тупаҫланған, тормоштоң төрлө тармаҡтарын һәм үҙҙәренең кем файҙаһына хеҙмәт итеүҙәрен аңлап өлгөрмәгән һалдаттар был хәбәрҙе бат¬шаның һәм уның чиновниктарының мәрхәмәттәре кеүек иттереп ҡаршы алдылар. Тормошто аңлай башлаған һәм үҙҙәренең теләктәренә ҡаршы хеҙмәт итеүҙәрен бе¬леп өлгөргән һалдаттар хәҙер үҙҙәренең ҡоллоҡтан ысҡыныуҙарын күҙ алдарына килтереп, алдағы ирекле тормошто уйлап шатландылар.

Ҙур станцияларҙа ғына түгел, һәр бер разъезда ла сәғәттәрсә туҡтап, ашығыс поездарҙың үткәнен көтә торған оҙон состав, ошо ике фекерҙә, ике төрлө шатлыҡ¬та булған һалдаттарҙы тейәп, әкрен генә ҡуҙғалып, ал¬ға китте.

Тыуған илгә ҡарап, иркен ҡырға сығыу күңелдәргә әйтеп бөтөрмәҫлек киңлек биреп ебәргәндәй булды. Бер аҙ ваҡытҡаса һалдаттарҙың күҙҙәре артта ауып ҡала торған күренештән айырыла алманы.

Килгән ваҡытта ҡарап үтелгән баяр йорттары, ал¬пауыт урмандары, уларҙың иркен баҫыуҙары менән бер рәттән, боронғо һалам түбәле, тығыҙлашып тултырыл¬ған ҡаралдылар менән тулған ауылдар берәм-берәм артта ҡала башланылар.

Поезд алға барған һайын күңелдәренең иркенәйеүе артҡандай булды. Кәүҙәләр тотҡондан ҡотолоп иркенәйгән кеүек, күңелдәр әллә ниндәй бер төрлө мәжбүри ауырлыҡтан ысҡынып, киләсәкте уйларға керештеләр. Берәүҙәр алдағы тормош планын уйлай. Берәүҙәр үҙе¬нең тыуған илен, ундағы ҡәрҙәш-ырыуҙары менән күрешеүҙәрен күҙ алдарына килтерҙеләр. Ҡай берәүҙәре теге баяр ерҙәрен, ярлы крәҫтиән ауылдарын күреп, үт¬кән ауыр күренештәрҙе күҙ алдарына килтереп, ер-һыу хаҡында, шәһәрҙә үҙҙәре күреп үткәргән йәшерен кө¬рәшселәр тураһында һөйләшергә керештеләр. Ошо мө¬нәсәбәт менән, ата-әсәләре ауыр тормошта булған һалдаттар, илгә ҡайтҡас, нисек итеп ул ауыр тормоштан сығыу юлдарын уйлай башланылар. Уларҙы илдәрендә ауыр тормош, ерһеҙлек, малһыҙлыҡ, төрлө яҡтан етеш¬һеҙлек ҡаршы алырға көтөп торғандай булып күренде, һалам түбәле өйҙәре бер яҡҡа ауышҡандыр, тәҙрәләре ватылып, ҡарындыҡ ҡуйылғандыр, әсәһенең өҫ-башы сәләмәлер, туҙғандыр кеүек булып күҙ алдынан үтә башланы.

Шулай итеп, илгә ҡайтыу, бер яҡтан, һалдаттарҙы шатландырһа, икенсе яҡтан, уларҙы тәрән уйға батыр¬ҙы.

Вахит һалдатҡа алынып, ошо юлдар менән үҙенең ҡайҙа барасағын белмәй барғанда, теге оҙон сәсле Ну¬рый Сәғитовҡа башлап осрағанда, үҙенең һалдат хеҙ¬мәтен бөтөрөп ауылға кире ҡайтыуын, ҡайтҡандан һуң тағы мәҙрәсәгә кереп, «кафыр» ҡоллоғонда йөрөп ҡа¬райған күңелен ағартыуын, уҡыуҙар яңыртып, берәр ауылға мулла булып, ғөшөр-саҙаҡа алып, аш-һыуға йө¬рөп, ил өҫтөндә хөрмәт күреүен, матур ғына бер ҡыҙға өйләнеүен уйлап, күңелен баҫа ине. Ләкин уның хәҙер был уйҙары һәммәһе лә тәмһеҙгә әйләнгән кеүек, тор¬мош баҫҡыстары уның был уйҙарын емергән кеүек бу¬лып күренде. Уның боронғо тәмле уйҙары урынына икенсе уйҙар урынлашып, теге уйҙарын, боронғо хыял¬дарын ҡыҫырыҡлап, бәреп сығарҙылар. Шуның өсөн ул хәҙерге көндә тыуған иленә ҡайтып барыуында электән уйлап йөрөгән матурлыҡтарҙы таба алманы. Шуның өсөн үҙенең янындағы иптәштәре менән ер-һыу һәм уларҙың кемдәр ҡулында булыуы хаҡында һүҙгә кере¬шеп, күңеленең тулмаған мөйөштәрен шул һүҙҙәр менән тултырырға тырышты.

Баштары төрлө уйҙар менән сыбалған һалдаттарҙы тейәгән поезд, шәһәр һәм ауылдарҙы артта ҡалдырып, һаман алға китте. Илдәренә яҡынлашҡан ҡай бер һал¬даттар, үҙҙәре менән бер нисә йыл ауырлыҡ күргән ип¬тәштәре менән күрешеп, төрлө станцияларҙа төшөп ҡа¬ла башланылар. Улар урынына икенселәрҙе ултыртып, поезд һаман алға китте.

Вахит та үҙенең бер нисә иптәше менән, һалдатҡа киткән ваҡытта ултырып киткән шәһәргә етеп, алға ки¬тәсәк иптәштәре менән күрешеп, хат яҙышып торорға вәғәҙә бирешеп айырылышҡандан һуң, шәһәрҙә бер ни¬сә генә сәғәт торҙо ла, үҙҙәренең яҡташтарын табып, арыҡ аттарға ултырып, ауылдарына ҡарап юлға сыҡ¬тылар.

Шәһәрҙән сығып бер аҙ барғас та, һыу буйҙарында, тау аҫтарында һибелеп ултырған ауылдарҙы үтергә ту¬ра килде. Көҙгө оҙаҡ ямғырҙар аҫтында ятып күшеккән был ауылдар Вахитҡа бойоҡ, күңелһеҙ, йәнһеҙ булып күренделәр.

Ауылдарҙың һалам башлы өйҙәре араһынан өҫкә сы¬ғып һерәйеп торған ҡойо бағаналары мәҙрәсәлә уҡыған мәнжәникте иҫкә төшөрҙө. Көҙгө ямғырҙар аҫтында бөр¬шәйеп һыуға барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың кәкере көйәнтә¬ләре һуғыш ҡоралдары тип йөрөтөлгән уҡ, йәйәләрҙе хәтерләтте. Баҫыуҙарҙағы ваҡ-ваҡ шаҡмаҡтарға бүленгән ер өҫтөндәге сибек һәм һирәк кенә ҡамылдар хужаларының ауыр тормоштарын күҙ алдына килтерҙе.

Вахиттар шуның кеүек бер төҫлө тормошта, бер төҫлө күренештә булған бер нисә ауылдарҙы артта ҡалдырғандан һуң, үҙҙәренең тыуған ауылдарына ҡайтып еттеләр.

Вахит үҙенең тыуған ауылын ситтән күреү менән, шунда ҡайтыуына ышанмаған кеүек, аптырап китте. Элек уға ситтән ҡарағанда бик матур күренгән ауыл хәҙер йәмһеҙләнгән, моңайып торған, ергә батырға әҙерләнгән кеүек, тәпәшәк, тиреҫ ояһы кеүек, күңелһеҙ кү¬ренде. Элекке ваҡытта бик бейек һәм мөһабәт булып күренгән мәсет манараһы бер яҡҡа таба ауышҡан, ту¬тығып, күгәреп бөткән, ауырға торған бағана кеүек булып күҙенә бәрелде.

Ситтән ҡарағанда шул күренештә булған ауыл эсен¬дәге ата-әсәһе, ҡәрҙәш-ырыуҙары, күршеләре — һәммә¬һе лә рухһыҙҙар, күңелһеҙҙәр кеүек булып тойолдо.

Ауыл тирәһен әйләндереп алған баҫыу кәртәһе, бер яҡҡа ауып төшкән баҫыу ҡапҡаһы, ташландыҡ йорт¬тағы туҙған үрмәкүс ауҙары кеүек, йәмһеҙ күренде.

Улар ауылға кереү менән, ямғырлы, көҙгө һалҡын көн булыуына ҡарамаҫтан, яланаяҡ тышта йөрөгән йыртыҡ күлдәкле бер малай:

— Һалдаттар ҡайтып киләләр...— тип ҡысҡырынып алға йүгерҙе.

Уның был әсе тауышын ишетеп, ауырға торған ҡап¬ҡаларҙың эсенән бер нисә кешенең сүбәктәре сыҡҡан, меҫкен бүректәре һәм тәҙрәләрҙән баштарына иҫке яу¬лыҡ бәйләгән сырайһыҙ ҡатындарҙың биттәре күренде.

Башта был бүрек эйәләре Вахиттарға ҡарап, таныр-танымаҫ аптырап торған кеүек торҙолар ҙа араларынан береһе:

— Бәй, был Вахит түгелме һуң?!—тип ҡыйыр-ҡый¬маҫ ҡына алға атлап килеп күреште. Уның артынан башҡалар ҙа килеп үҙҙәренең ҡулдарын төрттөләр.

Был күренеште күргән башҡалар ҙа берәм-берәм сы¬ғып, Вахиттарҙы һырып алып, күрешеп, уларҙың өҫ-баштарына текәлеп ҡарап, кәмит ҡараған һымаҡ бер хәлгә төштөләр. Бер нисә малай берҙән:

— Ғәлләм бабайҙарҙан һөйөнсө алырға!..— тип алға йүгерҙеләр.

Бер нисә минут эсендә ауылдың тын урамы йәнләнеп китте. Күгәргән быялалар арҡыры ҡарап ултырған ке¬шеләр урамға сығып, ашығыслыҡ менән Вахиттарға ҡаршы төштөләр, уларҙың алға барыуҙарына маниғ булдылар.

Вахиттар был халыҡ тулҡынының эсендә ҡалып, бик әкренлек менән алға йүнәлделәр һәм төрлө яҡтан яу¬ҙырылған:

– Иҫән ҡайттыңмы?

– Һағындыңмы?

— Ниндәй үҙгәргән, танып та булмай! — тигән сөәлдәргә яуап биреп бөтә алмай, Вахиттарҙың ҡапҡа төп¬тәренә килеп еттеләр.

Вахитҡа ҡаршы иң элек Ғәлләм ағай сыҡты. Ул сик¬һеҙ ҡаушаған һәм артыҡ шатланғанлыҡтан сәкмәненең бер еңен кейә алмай аптырауҙа ҡалған көйөнсә ҡапҡа¬ны асып, Вахит менән килеп күреште.

Уның артынан бик ашығып Фәүзиә еңгә сыҡты ла:

— Балам ҡайтҡан, Вахит балам!..— тип күрешмәҫ борон уҡ илап ебәрҙе.

Фәүзиә еңгә ҡулдарын Вахиттың ҡулдарынан алып та өлгөрмәҫ борон, Мәрйәм сығып:

— Ағай ҡайтҡан! Шәкерт ағайым, ҡайттыңмы?— тип Вахиттың уң беләгенән килеп тотто ла, күҙҙәрен йәшләндереп, ағаһының йөҙөнә ҡараны.

Былар өҫтөнә күршеләре йүгереп сығып, үҙҙәренең һағыныуҙарын белдерә торған төрлө һүҙҙәр әйтеп, Вахит менән күрешә башланылар.

Был күренеш уртаһында ҡалған Вахит аптырап кит¬кән кеүек булһа ла, ҡаушау белдермәне һәм һалҡын ҡан менән генә һәр кем менән күрешеп, теге халыҡты артта ҡалдырып, ата-әсәһе һәм һеңлеһе уртаһында бул¬ған хәлдә өйгә кереп китте.

БОРОНҒОСА ТӘЬҪИР ИТМӘЙҘӘР[edit]

Вахит өйгә кереү менән, өй эсендә ҡаушау ҡатыш шатлыҡ тыуҙы, һөйләргә теләгән һүҙҙәр күп булһа ла, һүҙҙе ҡайҙан башлап алып китергә аптырап ҡалдылар. Шәкерт көйөнсә генә һалдатҡа оҙатылған Вахиттың тө¬ҫөндәге үҙгәреше, башындағы картузы, өҫтөндәге һоро шинеле, аяғындағы ҡалын табанлы итеге өйҙәге кеше¬ләргә уны әллә ниндәй бер сит кеше кеүек иттереп күр-һәткәндәй, боронғо шәкерт ваҡытындағы матурлығын юғалтҡан Вахит икенсе бер кешегә әйләнеп ҡайтҡан ке¬үек булып килеп баҫты...

Ул өҫтөндәге кейемдәрен һалғас, ҡайтанан иҫәнлек-һаулыҡ һорашып алғандан һуң, тағы ла һүҙһеҙ ҡалды¬лар. Ләкин Вахит үҙе элек һүҙ башлап, аталарының иҫән-һаулыҡтарын, тормоштарын һораша башлап был һүҙһеҙлекте бөтөрҙө. Ул быйыл күпме иген сәсеүҙәрен, күпме ерҙәре барлығын, баярҙың ер хаҡын күтәреү-күтәрмәүен һорашты. Баярҙарҙың урман ҡарауылсыһы та¬рафынан үлтерелгән Сәхиҙең ни өсөн үлтерелеүен һорап алғандан һуң, уйға ҡалғандай булды.

Вахиттың әле яңы ғына ҡайтып та, онотолоп бөткән Сәхиҙең үлтерелеүен һорашыуы уның аталары өсөн ҡыҙыҡ ҡына булып күренде.

Улар Ғәлләм aғай менән шундай һүҙҙәргә керешеп киткәндә, Фәүзиә еңгә менән Мәрйәм өлтөрәп йөрөп, сәй әҙерләп ебәрҙеләр. Ҡулдары эштә булһа, күҙҙәре Вахитта булып, уның һәр бер һүҙен йоторҙай булып тыңларға тырыштылар.

Сәй янында һүҙҙәр тағы ла төрлөләнә төштө. Күрше ҡарттары кереп, һүҙҙәрҙе тағы ла арттырҙылар. Үҙҙә¬ренең Вахитты һағыныуҙарын һөйләп, «кафыр» ҡолло¬ғонан ҡотолоп ҡайтыуына шатланыуҙарын белдерҙеләр.

Вахит үҙенең һалдатта йөрөгәндә күргән нәмәләрҙе өҫтән генә һөйләп үткәндән һуң:

— Һалдатҡа барыу, бер яҡтан, ярай икән, беҙ бында ғына йөрөгәндә бер нәмә лә белмәй ятабыҙ икән. Унда¬ғы төрлө ғибрәттәр аңлаған кеше өсөн бик күп һабаҡ¬тар бирә икән,— тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, үҙенең һалдатта йөрөп ҡайтыуы өсөн үкенмәгәнен белдереү өҫтөнә, ниндәйҙер былар аңламаған серле эштәрҙең булыуын да аңлатып ҡуйҙы.

Ҡарттар менән Ғәлләм ағай ҙа Вахиттың һүҙҙәрен тыңлағандан һуң:

— Шулай инде, беҙ бында ятып бер ни ҙә белмәй торабыҙ, йөрөгән кеше һәммәһен дә күрә шул, йөрөгән таш шымара шул... Күп йәшәгән ни белгән, күпте күр¬гән — шул белгән,— тип уның һүҙҙәрен йөпләп ҡуйҙы¬лар.

Ғәлләм ағай Вахиттың былай асылып ҡайтыуына шатланыуын белдереү өҫтөнә:

– Бик ҙур михнәттән иҫән-һау ҡотолдо инде, бынан һуң уҡып мулла булырға яҙһын. Беҙҙең кеүек мужик булып ҡалмаһын ине инде! — тип Вахитҡа ҡараны. Башҡалар ҙа Ғәлләмдең һүҙен ҡеүәтләп:

– Шулай инде, нисә йылдар тырышып уҡыған ғи¬лем әрәм булмаһын инде. Беҙ ҙә уның мулла булыуын көтөп кенә торабыҙ,— тинеләр.

Вахит быларға яуап бирмәне, һүҙҙе икенсе яҡҡа бо¬роп:

— Йөрөү ҙә, күреү ҙә кәрәк. Шуның өҫтөнә беҙҙең мәҙрәсәләрҙә түгел, бәлки донъяның уңын, һулын белде¬реп, аң бирә торған ерҙә уҡырға кәрәк икән. Мин һал¬датта йөрөп шул тәжрибәне алдым,— тине.

Уның был һүҙҙәрен тыңлаусылар аңлап етмәнеләр һәм:

— Беҙ, уҡымаған кешеләр, белмәйбеҙ инде, уҡыған кешеләр ҡайҙа ла хур булмайҙыр шул,— тип өҫтәп ке¬йә ҡуйҙылар.

Вахит ҡайтҡан көндө Ғәлләм ағайҙарҙың өй эсе ҙур байрам төҫөн алды. Килеп күрешеп китеүселәрҙең һаны ла булманы. Фәүзиә еңгә менән Мәрйәм ҡунаҡ һыйлау¬ҙан бушаманылар. Тик кис булғас ҡына өй эсе аулаҡ ҡалып, Вахит менән туйғансы һөйләшеп ултырҙылар.

Иртәгеһен иртүк тороу менән һәр кем тағы ла эшкә кереште: Ғәлләм ағай ошо шатлыҡлы көндәрҙә һуйыр өсөн атап ҡуйған һимеҙ тыу һарыҡты һуйып ташланы; Фәүзиә еңгә уға булышыу менән бергә, бәлеш өсөн ярма бүрттереү кеүек эштәрҙе эшләргә кереште; Мәрйәм өй¬ҙөң эсен матурлар өсөн үҙенең һуңғы йылдарҙа һуҡҡан, баштары төрлө төҫтәр менән биҙәкләнгән таҫтамалда¬рын элеп ҡуйыу өҫтөнә, ағаһының намаҙ еләндәрен, итектәрен, салмаһын, түбәтәйен һандыҡтан сығарып ҡуйҙы. Вахит ишек алдына сығып, ундағы һабан-тырмаларҙы ҡарап, малдарға бесән һалып йөрөү менән бергә, әле атаһы, әле әсәһе, әле Мәрйәмгә төрлө һүҙҙәр ҡушып, төрлө сөәлдәр биреп, күңелләндереп йөрөнө.

Өйлә намаҙынан сығыуға ауылдың ҡарттары һәм күршеләре менән бергә муллаларҙы саҡырып ҡайтыр¬ға күрше малайҙары йүгертелде.

Улар килер ваҡыт яҡынлашҡас, Фәүзиә еңгә Вахит янына килеп, ипләп кенә:

— Балам, хәҙер муллалар, ауыл ҡарттары киләләр, һин ошо кейемдәреңде ташлап, ана теге мосолман ке¬йемдәреңде кейен инде!—тип Мәрйәм әҙерләп ҡуйған кейемдәрҙе кейергә тейеш икәнен аңлатты.

Вахит уларҙы тотоп ҡарағандан һуң, ҡара түбәтәйҙе алып кейҙе лә, башҡаларын ситкә этеп:

— Былары тороп торһондар әле. Алып ҡуй, Мәрйәм. Хәҙергә кәрәктәре юҡ,— тигән һүҙҙәрҙе әйтте.

Әсәһе лә, Мәрйәм дә аптырау ҡатыш:

– Муллалар алдында былай килешмәҫ бит,— тине¬ләр. Вахит бер ҙә аптырау күрһәтмәй:

– Мин уларҙы йәш сағымда күп кейҙем инде, хә¬ҙергә тороп торһондар әле, мине көсләмәгеҙ, әсәй...— тип кенә яуап бирҙе.

Ғәлләм ағай, ике араға төшөп:

— Көсләмәгеҙ инде, хәҙер Вахит нисек кәрәк икәнеп үҙе белә торғандыр, ул бит сабый бала түгел,— тип көлөп ҡуйҙы.

Ошондай шатлыҡлы көндә, ҡәҙерле ҡунаҡтар саҡырылғанда ла кейелеүҙән мәхрүм ҡалған кейемдәрҙе Мәрйәм кире ҡулына алып, төрлөһөн төрлө ергә элеп ҡуйҙы.

Килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе Вахит менән күре¬шеп, шул уҡ бер төрлө иҫәнләшеү, фатиха ҡылышыу, бер һүҙҙе ҡабатлауҙан һуң урындарға ултырҙылар. Иң һуңынан мулла, мәзин килеп ҡапҡанан кергәндә үк сө¬сө телләнеп:

— Шулай, Ғәлләм, хоҙай тәүфиҡ биреп, иҫән-һау йөрөп ҡайтыу бик ҙур бәхет. Остаздар фатихаһын ал¬ған кеше һис бер ваҡытта хур булмаҫ. Инде үҙе шулай беҙҙең кеүек булырға яҙһын,— тип һөйләнеп, өйгә кер¬ҙеләр һәм, Вахит менән күрешеп, түрҙең башына менеп ултырып доға ҡылғандан һуң, тағы иҫәнлек һорашып, нимәлер әйтергә теләгән кеүек булып, Ғәлләм ағайға ҡарап алдылар.

Ғәлләм ағай ике ҡулын алдына ҡуйып:

— Хәҙрәт, әруахтар рухына берәр аят рәхим итһә¬геҙ ине! — тип ҡөрьән уҡыуын үтенде.

Хәҙрәт тирә-яғына ҡаранып, тамаҡ ҡырғандан һуң ҡөрьән уҡырға тотондо.

Күптән бирле ишетелмәгән ҡөрьән уҡыу ауазы Вахитҡа бик сәйер тойолдо. Мулланың салмаһы йәмшәй¬гән, ауыҙы салшайған, тауышы тупаҫланған төҫлө, Вахитҡа боронғо шәкерт булып йөрөгән ваҡытта матур һәм яғымлы булып күренгән был нәмәләр хәҙерге көндә ул яғымлылыҡтарын һәм матурлыҡтарын юғалтҡан кеүек булып күренделәр.

Хәҙрәттең ҡөрьән уҡыуы бик оҙон тойолоп, инде «Сөбөханә»не уҡып ебәрә тигәндә, һаман да икенсе аятты башлап китеүе тыңлап ултырыусыларҙы ялыҡтырып, хәҙрәткә ҡаршы асыу тыуҙырҙы.

Ҡөрьән уҡылып бөткәс, ауыҙ эсенән генә ҡылынған доғалар ҙа, һуңынан өләшелгән саҙаҡалар ҙа боронғо кеүек алда көтөлгән ҙур бәхеттәргә ирештерергә сәбәп булған изге ғәмәлдәр төҫлө булып күренә алманылар. Вахит, был ҡөрьән уҡыу һәм саҙаҡа биреүҙәргә өҫтән генә ҡарап ултырғандан һуң, доға ҡылғанда бер нәмә лә уҡымай, бит һыйпағанда бармаҡ остарын эйәгенә тейҙереп алыу менән генә ҡәнәғәт итте.

Хәҙрәт ҡөрьән уҡып, доға ҡылып бөткәндән һуң, был эштәрҙең йәмһеҙлеген үҙе лә һиҙгән кеүек, һүҙен донъя¬уи тормошҡа бороп ебәрҙе һәм, Вахитҡа ҡарап:

— Һеҙ, мулла Вахит, рөбөғө мәскүндең күп ерҙә¬рен күреп ҡайттығыҙ. Беҙҙең бында, йәғни мәҫәлән, һа¬ман шулай бер төҫлө барыш әле. Һеҙҙең йөрөгән ерҙә көнкүрештәр нисек? Унда ла беҙҙең кеүек мосолман халыҡтары бармы? — тигән сөәлдәрҙе бирҙе.

Вахит хәҙрәттең сөәлдәренә ҡаршы:

– Унда мосолмандар юҡ юғын да, мәгәр бик яҡшы халыҡтар бар. Мосолман булмаһалар ҙа, һис бер улай һине рәнйетмәйҙәр. Көнкүрештәр унда ла беҙҙең бында¬ғы кеүек: ярлы халыҡтар ауыр торалар, байҙар шәп то¬ралар. Шуның өсөн был ике төрлө халыҡ араһында бер ҙә татыулыҡ юҡ...— тип бер аҙ ғына һөйләп алды.

– Шулай инде, был донъя тигеҙ түгел шул. Шулай булыуҙың бик ҙур хикмәте бар, уны хоҙай белмәй генә шулай итмәгән... Байҙар булмаһа, ярлылар эш таба ал¬маҫтар ине, байҙар малдың ҡәҙерен белмәҫтәр ине. Шу¬ның өсөн байҙарға ла алланың биргән ниғмәттәренә шөкөр итеп, өҫтәренә төшкән зәкат кеүек фарыз ғәмәлдәр¬де үтәргә, ярлыларға ла хоҙайҙың биргәненә сабыр итергә кәрәк ине,— тип мулла вәғәз һымаҡ нәмәләр һөйләп алып китте.

Вахит үҙенең аңлаған ҡәҙәре белеме менән уға ҡар¬шы һөйләп китергә уйлаһа ла, берҙән, үҙенең кисә генә ҡайтыуын, икенсенән, бында ғына һөйләп бер нәмә лә аңлата алмауын күңеленән кисереп, һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙ¬маны. Хәҙрәт тә Вахиттың рухында ниндәй ҙә булһа бер үҙгәреш барлығын һиҙеп, һүҙҙе өҫтән генә бөтөрөргә ты¬рышты.

Шулай итеп, Вахит ҡайтыу хөрмәтенә яһалған ҡөрь¬ән уҡытыу мәжлесе көткән кеүек күңелле сыҡманы. Шуға ҡарағанда иҫке йолаларҙың Вахит ҡаршыһында¬ғы әһәмиәте аҙайғанын күрһәткән бер төҫтә мәжлес та¬мам булып, барына фатиха ҡылыу менән ҡунаҡтар таралып киттеләр.

АУЫЛ ҮҘЕНСӘ ҺӨЙЛӘЙ[edit]

Вахиттарҙың ҡайтыуҙарына бер нисә көндәр үтеү менән, ауыл халыҡтарының уларға ҡыҙыҡһынып ҡарауҙары бөтә башланы. Уның урынына яңы ҡайтҡан һалдаттарҙың һәр береһе хаҡында бер төрлө мөхәкәмә итеү башланып, улар хаҡында төрлө хәбәрҙәр тарала башланы. Ҡай береһе тураһында:

— Ул бик байып, аҡсаланып ҡайтҡан икән. Хәҙергә аҡсаһы барлығын белдермәй, имеш... Йортобоҙ бик иҫ¬кергән, иң элек йортто яңыртып алырға кәрәк тип әйтә икән... Кем ҡыҙын алыр инде,— тигән һүҙҙәр сыҡты.

Икенсе береһе хаҡында:

— Һалдатта йөрөп ҡайтһа ла, һис бер ҡотаймаған, һаман боронғо кеүек... Бер бәхет булмаһа булмай шул! — тип кәмһетеп һөйләнеләр.

Сөләймән байҙың хеҙмәтсеһе Шәйбәк тураһында:

— Әҙәм танымаҫлыҡ рәүештә һимереп ҡайтҡан. Батша икмәге шулай һимертә шул... Инде байға кермә¬йем, үҙ көнөмдө үҙем күрәм тип маһайып һөйләшә, имеш...— тигән хәбәрҙәр таралды.

Халыҡ араһында иң күп һөйләнгәне Вахит булды.

Вахит элек шәкерт булып та хәҙер намаҙға йөрөмәүе, йомаларға барһа ла, салмаһыҙ ғына фарызын уҡы¬ғас, сығып тайыуы, йоманан һуң боронғо кеүек «тәбә¬рәк сүрәһен» уҡымауы, ҡай бер мәжлестәрҙә әллә нин¬дәй яңы фекерҙәр өҫтөнә, «батша икмәген ашап таҙа¬рып, һимереп ҡайтҡандар» тигән кешеләргә ҡаршы:

— Батшаның ниндәй икмәге булһын, ул иген сәсәме ни?.. Ул үҙе беҙҙең икмәкте ашап ята...— тигән ауыр ғына һүҙҙәрҙе ысҡындырып ҡуйыуы үҙе тураһында төр¬лө ғәйбәттәр тыуыуына сәбәп булып әүерелде.

Ауылдың муллаһы менән ҡай бер ҡуштандары, Вахиттың һүҙҙәрен арттырып, халыҡ араһында Вахит ту¬раһында төрлө һүҙҙәр таратырға керештеләр. Шуның арҡаһында:

– Ул әллә нишләп боҙолоп, бинамаҙ булып ҡайт¬ҡан икән...

– Урыҫ ни, мосолман ни, барыбер кешеләр инде, тип хәҙрәттәргә ҡаршы килгән, имеш...

– Батша беҙҙең икмәкте ашап ята, ти икән... Батша ниңә беҙҙең икмәкте ашаһын? Ул бит үҙе аҡса яһай... Үҙе аҡса яһаһын да беҙҙең икмәкте ашап торһон, имеш...— тигән һүҙҙәр телдән-телгә йөрөй башланы.

Вахит хаҡында таралып өлгөргән был «ауыр һүҙҙәр» Ғәлләм ағай менән Фәүзиә еңгәгә лә, Мәрйәмгә лә бик насар тәьҫир итте. Улар күптән көткән бәхеттәренең бер сите емерелгән кеүек булып, Вахитты халыҡтың тел-те¬шенән сығарырға юлдар эҙләргә керештеләр. Уны боронғо кеүек хәлфә яһап, өҫтөнә елән, башына салма, аяғына ситек-кәүеш кейҙереп, биш ваҡыт намаҙға йө¬рөүен күрәһеләре килеп, урыны килгән һайын өгөтләп ҡаралылар. Остаҙы ахун хәҙрәткә барып күрешеп, «хәйер-доғаһын» алып ҡайтырға димләнеләр. Ҡай ваҡыт¬та:

— Эште һәр кем эшләй ул... һин уҡыуыңда бул, уҡыу арҡаһында рәхәт көн күрерһең,— тип ҡаранылар.

Ләкин Вахит уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалманы, салма менән еләнде ҡулына алманы, остаҙы ахун хәҙ¬рәткә күрешергә барманы. Шуның өҫтөнә һалдаттан ҡайтып бер аҙна үтеүгә күрше ауылдың учителе менән яҡынлашып алды. Электән дә халыҡ тарафынан артыҡ яратылмай, урыҫҡа оҡшаған учитель менән яҡынлашыуы Вахиттың «әллә ниндәй бер шикле юлға» кергә¬нен тағы ла аса төштө. Оҙаҡ та үтмәй:

— Ат аҙғыны тайға эйәрер тигән кеүек, Вахит урыҫ кеүек бер нәмә менән йөрөй башланы. Изгеләрҙән ҡасыу ярамаҫ ине... Ысынлап та һалдаттан бөтөнләй боҙолоп ҡайтҡан икән ул егет! — тигән һүҙҙәрҙе ишеттеләр.

Аталары арҡыры ишеткән хәбәргә Вахит бер ҙә асыуланмай:

— Улар теләһә нәмә әйтһендәр, минең уларҙа эшем юҡ. Ул учитель шул һүҙҙәрҙе һөйләүселәрҙең һәммәһенән дә артыҡ булһа, ни эшләрһегеҙ? Ул кеше өҫтөндә йәшәмәй, балаларға кәрәкле нәмәләр уҡытып, үҙ көсө менән көн күрә... Унан һуң, уның башҡа яҡшы яҡтары ла бар...—тигән яуап ҡайтарҙы.

Кисҡорон күңелле генә эселеп ултырылған сәй янын¬да башланған был һүҙҙәр Вахиттың бығаса үҙе өсөн борсолоп йөрөгән ата-әсәһенә үҙенең эс серен башлап асып биреүенә сәбәп булып төштө. Уның юғарылағы һүҙҙәренә ҡаршы атаһы:

— Балам, үҙ көсө менән көн күрмәгән кем бар һуң? Бына мин үҙемде белә башлағандан бирле эшләп көн күрәм, һине кеше булһын тип уҡытырға тырыштым. Шуның өсөн эшләнем. Әллә беҙҙең төшөнмәгән ерҙәре¬беҙ барҙыр, һинең боронғо төҫлө шәкерттәр кеүек йөрөмәүеңдән халыҡ төрлө һүҙҙәр һөйләй...— тип Вахитҡа сөәл йөҙө менән ҡарап ҡуйҙы. Вахит бик иркенләп:

— Үҙ көсө менән көн күрмәгән кешеләр бик күп улар. Бына беҙҙең бында, һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Дура¬сов, Аҡбирҙин тигән баярҙар бар. Уларҙың һәр береһе әллә нисә мең дисәтинә ер биләйҙәр. Беҙ сәсер өсөн генә йыл һайын нисә мең тәңкәлек ер һаталар. Бер сыбыҡта¬рын киҫкән өсөн крәҫтиәндәрҙе атып үлтерәләр. Үткән йыл ғына Сәхи ағайҙы атып үлтерҙеләр. Улар өҫтөнә һәр бер ауыл һайын тип әйтерлек бер нисә бай булып, улар кеше көсө арҡаһында байлыҡтарын арттыралар. Аҡсалары арҡаһында һис бер ауырлыҡ күрмәйҙәр. Бына беҙҙең ауылдан Сөләймән байҙы алһаҡ, уның үҙе нимә эшләгәне бар? Көн-төн ашап-эсеп, иҫереп йөрөгән Иб¬райы (Сөләймән байҙың улы Ибраһим) аҡса арҡаһында ғына һалдаттан ҡотолоп ҡалды. Шуның өҫтөнә ауылда теләһә ниндәй боҙоҡлоҡ эшләһә лә, халыҡ уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмай, сөнки бөтә түрәләр улар яҡлы. Йыраҡ шәһәрҙәргә китһәң, шундай баярҙар, шуның ке¬үек байҙарҙы тағы ла күберәк күрәһең.

Вахиттан күҙ ҙә алмай тыңлап торған Ғәлләм ағай сыҙаманы:

— Хоҙай тигеҙ яратмағас, нисек итәһең? Һәр кемдең шулай булаһы килә лә бит, хоҙай бәхет бирмәгәс, бул¬май...— тигән һүҙен ҡыҫтырҙы. Уның был һүҙҙәрен Фәү¬зиә еңгә лә йөпләгәндән эйәген һелкеп ҡуйҙы.

Вахит ашыҡмай ғына:

— Хоҙай ни өсөн бәхетте көн-төн эсеп, уҫаллыҡ эш¬ләп, башҡаларға ауырлыҡ килтерә торған кешеләргә бирә лә, таңдан алып ҡара төнгә ҡәҙәр эшләгән кеше¬ләргә бирмәй? Атай, был эштәр һин уйлағанса түгел. Элек мәҙрәсәлә уҡып йөрөгәндә, мин дә шулай уйлай торған инем, унда беҙгә шулай өйрәтәләр ине. Ләкин һалдатҡа барып, төрлө кешеләргә осрап, төрлө һүҙҙәр ишетеп, ундағы ҡот осҡос йәмһеҙ эштәрҙе үҙ күҙем менән күргәс, ул уйымдан ҡайттым. Унда беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа эшсе-крәҫтиәндәр яҡлы булған, бына тигән егеттәрҙе ете төн уртаһында атып үлтерҙеләр. (Вахит ул «бөтмәҫ эҙ ҡалдырған шомло төн»дәге күренештәргә оҙаҡ туҡталып һөйләне лә, көрһөнөп алғандан һуң, һүҙ¬ҙе дауам иттерҙе.) Шуларҙы атыуҙың йәмһеҙ күренеш¬тәрен мин әле лә күҙ алдымдан ебәрә алмайым. Улар¬ҙың атылыр алдынан әйткән һүҙҙәре әле лә минең ҡола¬ғым төбөндә яңғырап торған төҫлө була. Ул атылған егеттәр кеше лә үлтермәгәндәр, әллә ниндәй уҫаллыҡ та эшләмәгәндәр, мәгәр ана шул күп ер биләүсе баяр¬ҙарға, кеше көсө арҡаһында көн күргән байҙарға һәм уларҙы яҡлаусы түрәләргә ҡаршы баш күтәрергә өндә¬гәндәр икән. Улар үҙҙәренең ни өсөн көрәшеүҙәрен яҙыуҙар аша таратҡандар ине. Шул яҙыуҙарҙы уҡығас, бик күп һалдаттар күңелдәре менән улар яҡлы булды¬лар. Унан һуң мин һалдатҡа барған саҡта юлда Сәғи¬тов тигән бер егеткә осраным. Уның миңә бик күп файҙаһы тейҙе. Ул үҙе былай ҡарап тороуға урыҫ төҫлө булһа ла, әйткән һүҙҙәре гелән яҡшылыҡ ине... Шул егетте ун йылға каторгаға ебәрҙеләр. Ул егет минең уҡырға өйрәнеүемә һәм бер аҙ булһа ла күҙем асылыу¬ға сәбәп булды...

Фәүзиә еңгә менән Мәрйәм икәүһе берҙән:

— Ул меҫкен егет хәҙер иҫәнме икән әле?— тигән сөәлде бирҙеләр.

Вахит, әллә нимәләр күҙ алдына килгән кеүек, ти¬рә-яғына ҡарап алғандан һуң:

— Белеп булмай, әллә иҫәндер. Әммә иҫән-һау донъяға сыҡһа, эш күрһәтер ине,— тип ҡуйҙы һәм һү¬ҙендә дауам итеп:— Үткән йыл шулай Беренсе майҙа һалдаттарҙы иртә үк ҡоралландырып алып киттеләр. Беҙ үҙебеҙҙе ҡайҙа һәм кемдәргә ҡаршы барыуыбыҙҙы күбебеҙ алдан уҡ белгән инек... — тип Беренсе май бай¬рамы көнөндә булып үткән эшселәрҙең ҡыҙыл флагтар күтәреп сығыуҙарын, уларҙың атылыуҙарын, шундағы күренештәрҙе һәм үҙенең ҡулындағы штыгы менән атлы казактың ялтыраған ҡылысын ситкә ҡағып ебәреп, бер эшсене үлемдән ҡотҡарып алып ҡалыуын, бер төндө ҡарауылда йөрөгән сағында «Иман шарты» саҡлы ғына китап табып, шуның арҡаһында начальстволар ҡаршы-һына яуапҡа тарттырылыуын берәм-берәм һөйләп сыҡ¬ты.

Ул һөйләп бөткәндә, уның һүҙҙәрен тын да алмай тыңлап торған Фәүзиә еңгә һәм Мәрйәмдең күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре ялтырай, Ғәлләм ағай күҙен дә алмай Вахитҡа ҡарап тора ине. Вахит, уларға ҡарап:

— Эштәр бына шулай тора... Шуларҙы күргәс, кире иҫке тормошома ҡайтаһым килмәй...— тип ҡуйҙы.

Тыңлаусылар бер юлы:

— Һинең һүҙең дөрөҫ шул... Беҙ бында ятып бер нәмә лә белмәйбеҙ шул... Халыҡтың тел-тешенән йөҙәп бөткәнгә күрә генә әйтә инек, бынан һуң һиңә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәбеҙ,— тип Вахитҡа ҡарап уйға ҡалдылар. …әҫәрҙең дауамы …