Jump to content

Теләк (Л.Һаҡмар)

From Wikisource
Теләк (Л.Һаҡмар)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (61-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Теләк


Күргем килә кешеләрҙең
Нурға ҡойонғандарын –
Кескәй бәхет түбәһенең
Үрендә торған сағым!

Күргем килә кешеләрҙең
Йотолор ҡараштарын –
Хистәремдең шырлығында
Яңғыҙым аҙашҡаным.

Күргем килә кешеләрҙең
Һоҡланып бағыуҙарын –
Күҙҙәремде ҡамаштырыр
Еңеүҙән сағыу сағым!

Күргем килә кешеләрҙең
Бәхетемде күпһенмәүен –
Шатлыҡ, хәсрәт араһынан
Һеҙҙең менән үткән мәлем.

Һеҙҙең менән үткән юлым –
Ғүмеремдең хазинаһы!
Күргем килә шуға һеҙҙе
Бәхетлерәк итеп тағы.

Көләсерәк, ихласыраҡ,
Яҡыныраҡ иткем килә,
Мин бит сәскә, һыйынып үҫкән,
Йылы урман ипкенендә.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.