Тамсы хәҡиҡәте

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тамсы хәҡиҡәте (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 06.03.2001.. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (60-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Тамсы хәҡиҡәте


Яҙ тамсыһы – наҙ яусыһы
Тәҙрә сиртә, хәбәр илтә,
Күңелемдең утрауында
Хыялдарым морон төртә.
Өлгөрөп тә еткән себеш
Аҡ йомортҡа эсендәге,
Тик иреккә сығыу – уйы,
Яҡты өмөт – кисергәне.
Туҡ – туҡ…
Хәлһеҙ суҡышынан
Сатнап ҡуя ҡаты ҡабыҡ,
Донъялыҡҡа – яҡты йортҡа,
Ят иреккә юлдар ябыҡ.
Һары себеш киләсәктә
Белмәй ниҙәр күрәсәген,
Аяуһыҙ ер ҡанундары
Хыялға ау үрәсәген.
Белмәй һағыш упҡынында
Ел-елкәнһеҙ йөҙәсәген.
Ирендәрен ҡанундарҙың
Ауыҙлығы өҙәсәген.
Донъялыҡтың “Кәрәк!” тигән
Тәртәләргә керетәһен.
Белә, һиҙә - еңеү мәле
Бар ғазапты иретәһен.
Туҡ-туҡ…
Суҡыш ҡабыҡ тишә.
Хыялдарым ирек даулай.
Тамсы белә хәҡиҡәтте –
Ташты тишеп булмай таммай.
Ташты тишеп булмай таммай!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.