Табипҡа

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Табипҡа (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1998. Өфө. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (130-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ТАБИПҠА


Хәлгенәмде йәшермәйсә
Әйтсе миңә, доктор,
Бер ҡасан да төҙәлмәҫлек
Минең сирем юҡтыр?
Был һорауҙан ҡурҡыуыңды
Күҙҙәреңә йәшер,
Күңелемдең баҫыуҙары
Һары түгел, йәшел!
Юҡ, өндәшмә, ә бары тик
Һин яныма ултыр,
Йәнә ҡабыҙ йөрәгемдә
Йылы йәшәү утын...

Шым ғына беҙ ултырайыҡ –
“Йәшенмәкле уйын”.
Ә сир мине юғалтһын да,
Әйҙә эҙләй торһон.
Ҡасан килеп тапҡанынса
Тауышланма, доктор!
Ер йөҙөндә төҙәлмәҫлек
Һис бер сир ҙә юҡтыр…
Доктор?!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.