Jump to content

Бер шағирға

From Wikisource
Бер шағирға (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1987. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (130-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


БЕР ШАҒИРҒА


Шағир икән тиһәк – һин шаһ икән,
Балмәгәнбеҙ ниңә элгәре?
Ҡаршы алыр инек оркестрлап,
Парлы аҫау айғыр ектереп.
Күрер инек үҙ күҙебеҙ менән
Башыңдағы таждың алтынын,
Йәлләп китеп, бәлки бирерһегеҙ
Хәйерсегә шиғыр ярпыһын...

Шағир икән тиһәк – һин шаһ икән,
Тик билдәһеҙ, ниндәй батшалыҡ?
Көтәм әле ирҙең Ир булырын
“Шаһ” һүҙенә ҡушып әйтерлек.
Шаһтың ялсылары – ярандар,
Кәрәк микән уға ҡалғандар?



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.