Jump to content

Сәйер мәлем

From Wikisource
Сәйер мәлем (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (38-се бит) ISBN 5-295-03798-3


СӘЙЕР МӘЛЕМ


Бер сәғәтем бер ай һымаҡ,
Йылдай оҙон көндәрем,
Өйөм булып өйөлә бара
Көндәремдең көлдәре.

Көлдәрем аҫтында ҡала
Һап-һары һағыштарым,
Мөхәббәтем, һин, ахыры,
Ғүмерлек табышмағым.

“Һөйөү бар!” тип ышанам да
Ҡағылам ҡулдарыңа.
Һөйөү, тормош ваҡлығынан,
Әҙер шул ыуалырға.

Ҡағылам оло хистәргә,
Мансылам һағыштарға,
Бәхет, тиеп нарыҡлайым
Тамсыҡай табыштарҙы.

Мөхәббәттең бишеге лә,
Ҡәбере лә миндә генә,
Мөхәббәттең бар ғүмере,
Бар ғүмере һиндә генә.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.