0%

Бер бағырға ҡурҡам күҙҙәреңә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Бер бағырға ҡурҡам күҙҙәреңә (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 18.03.1990. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (37-се бит) ISBN 5-295-03798-3


БЕР БАҒЫРҒА ҠУРҠАМ КҮҘҘӘРЕҢӘ*


Бер бағырға ҡурҡам күҙҙәреңә –
Осрашмаһы әгәр ҡараштар,
Мәңгелек сер сәсрәп түгелер ҙә
Юҡҡа сығыр кеүек яңылыштан.

Арабыҙҙа йәшен балҡыр кеүек,
Ер ысҡыныр кеүек күсәрҙән,
Кем һуң, тигән өнһөҙ һорау ҡалыр,
Кем күктәргә беҙҙе күтәргән?

Ҡараштарҙың йылы күперенән
Йөрәктәргә хистәр ағылыр,
Бар йыһанда икәү генә ҡалғас,
Йырлап туймаҫ  йырҙар яҙылыр…

Ҡурҡам әле, ҡурҡам бер бағырға,
Йөрәгемде килмәй турағым,
Яҙмыш теҙгән хистәр табынының
Мин хужаһы түгел –
Ҡунағы?!
Шуға ҡурҡам, ахыры, шуғалыр…



Иҫкәрмәләр

  • Китаптағы исеме "Осрашһамы әгәр ҡараштар"
  • Авторҙың башҡа әҫәрҙәре Author:Лилиә_Һаҡмар



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.