0%

Сыйырсыҡ

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Сыйырсыҡ (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1980 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (27-се бит) ISBN 5-295-03798-3


СЫЙЫРСЫҠ


Һин бер генә ҡараш бүләк иттең…
Ни бар ине ошо ҡарашта?
Серҙәр донъяһына сумғанымды
Аңланым мин бары аҙаҡтан.

Бер ҡасан да былай шашып-ярһып,
Күңелемдә шатлыҡ ташманы,
Нисә тапҡыр, күпме утлы ҡараш
Йөрәгемдә урын тапманы.

Ә һинеке – күңелем урманына
Осоп керҙе – яҙғы сыйырсыҡ,
Ә йөрәгем – үҙем ҡорған оя,
Бары бер сыйырсыҡ һыйырлыҡ.

Сыйырсығым, бөгөн йөрәгемә
Килеп керҙең, тимәк, яҙ килә!
Күңелемдә ҡар ҙа ирер әле
Яҙ елдәре иҫһә әҙ генә?!

Тик бер генә ҡараш бүләк итте
Йондоҙ диңгеҙенән бер мәрйен…
Бер сыйырсыҡ яҙ килтермәй, тиҙәр,
Ә яҙ килеп ҡуйһа нишләрмен?!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.