0%

Йылдар ята арабыҙҙа

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йылдар ята арабыҙҙа (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 10.04.1983. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (27-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ЙЫЛДАР ЯТА АРАБЫҘҘА


һөйөү ҡарамай ул йәшкә, тиеп,
Әллә йыуатырға теләнең,
Белмәй инең, нисек ошо һүҙҙәр
Йөрәгемде минең телгәнен.
Аңламаның, берҙән-берем минең,
Күҙҙәремдең йәшкә тулғанын,
Аҡ ҡайындың ниңә моңһоу ғына
Ҡарт имәнгә ҡарап торғанын.
Йылдар ята беҙҙең арабыҙҙа.
Ниңә тыуҙың, йәнем, иртәрәк,
Йәш араһы һөйөү өсөн юҡ, тип,
Елдәр йыуатырға итәләр,
Тик йөрәккә инмәй, талғын ғына,
Баш осонан иҫеп үтәләр.



Иҫкәрмәләр

  • Авторҙың башҡа әҫәрҙәре Author:Лилиә_Һаҡмар
  • Шиғырҙың икенсе исеме - "Һөйөү ҡарамай ул йәшкә"



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.