0%

Салауат батыр. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Салауат батыр (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1918.



Салауат батыр


Салауат нисә йәшендә?
Йәшел ҡамсат бүрке башында...
(Халыҡ йырынан)

Салауат ҡандай бәһлеүән?
Салауат ҡандай бәһлеүән?
Даусан, яусан бәһлеүән,
Еңелмәүсән бәһлеүән.
Салауат тиңһеҙ арыҫлан,
Салауат тиңһеҙ арыҫлан,
Арыҫландай алышҡан,
Уғы алған алыҫтан.
Салауат — Урал балаһы,
Салауат — йөрәк ҡәғбәһе[1],
Ерҙә әнүәр[2] кәүҙәһе,
Күктә зәңгәр шәүләһе.
Салауат дауҙы ҡайтарған,
Салауат яуҙы айҡаған,
Ҡылысы тауҙы аҡтарған,
Тауышынан күл сайҡалған.
Салауат — йәнле шәжәғәт[3],
Салауат мәңге сәләмәт,
Ҡаны беҙгә аманат,
Килтермәбеҙ яманат!


1918

Иҫкәрмәләр

  1. ҡәғбәһе — йүнәлә торған урын
  2. әнүәр — нурлы
  3. шәжәғәт — батырлыҡ