0%

Остолар. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Остолар (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.



Остолар


Гөрләшеп, дәртле минуттар
Остолар моңдар менән;
Мин төшөп киттем, төшөп киттем,
Төшөп киттем түбән.

Остолар моңдар һауаға,
Йырлашып ҡыҙҙар менән;
Мин тороп ҡалдым көйөп, әрнеп,
Күңел һыҙлау менән.


1916