100%

Омонимдар. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Омонимдар
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Омонимдар» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 1994.


* * *


Ышанма бер ишеткәнгә,
һүҙҙәрҙе бер иш иткәнгә,
һәммәһен бер иш әйткәнгә



Омонимдар темаһы - грамматиканың иң мауыҡтырғыс өлөштәренең береһе. Бигерәк тә уларға ҡоролған әҙәби әҫәрҙәр балаларҙа ҡыҙыҡһыныу, ижади дәрт уята. Һәр хәлдә, бала сағымда “Башҡортостан пионеры”, “Пионер” баҫмаларында сыҡҡан омонимлы шаян шиғырҙар һаман иҫемдә. Шуларҙың һаҡланып килгән мөғжизәле тәьҫиреме, бер мәл үҙем дә “Ышанма бер ишеткәнгә, һүҙҙәрҙе бер иш иткәнгә, һәммәһен бер иш әйткәнгә” тип атап, һүҙ уйнатыуға ҡоролған шиғырҙар теҙмәһен аҡ ҡағыҙға төшөргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мәгәр, омонимдар бер төрлө яҙылып, төрлө мәғәнә аңлатһа, шиғырҙарымда һүҙҙәр бүленеп тә бер иш яңғыраған урындар байтаҡ. Мәҫәлән, “тай аҡ” һәм “таяҡ”, “ярсыҡ” һәм “яр, сыҡ”, “сиратлап” һәм “сир атлап”, “малайҙар” һәм “Я – мал, Айҙар”. Һүҙ уйнатыу балаларҙың телмәрен байыта, “йомролата”, уның моңон ишетергә, “елеген” эҙләргә, табырға өйрәтә. Тупланма дәрестәрҙә омоним темаһын өйрәнгәндә ярҙамсы булыр тигән өмөттә ҡалам.