Йылға буйлап юлға сыҡтым
Мауыҡтырғыс сәфәрем,
Һыу буйында мөғжизә күп,
Юҡ арттырыу әҫәре.
Урғып ҡына инеш сыға,
Ул ҙур йылғаның башы,
Башы йомро түгел дәһә -
Уйлап бик ҡатты башым.
Сөм генә бер урыны бар
Күҙҙәй мөлдөрәп ята,
Күҙләүек тип шул урынға
Исем биргәндәр хатта.
Үәт ярҙарҙың мороно күп -
Бөгөл һайын бер морон!
Шаршыларҙа шарылдай һыу
Үҙгәртеп һалмаҡ йырын.
Һыу ауыҙы - шаршы тиһәң,
Күп бит әле шаршылар,
Ҡараһам, урман ауыҙы,
Ҡая тора ҡаршыла.
Ҡая төбөндә мәмерйә
Бына ҡайҙа ул ауыҙ,
Иҙелгә ҡойған еренә
Барып еттем йылғаның,
Белдем йылға ҡойған урын
Тамаҡ тип аталғанын.
Башы ла бар, тамағы ла,
Әммә иң-иң ғәжәбе,
Ағиҙелдәй йылғаның да
Юҡ икән бит кәүҙәһе…