Моң даръяһы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Моң даръяһы (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 22.09.2007. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (95-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Моң даръяһы


Скрипкала бик матур уйнаған атайым
Зәйнулла Шәрифулла улы Ҡәйеповҡа

Түрҙә торған “моңдар батшаһына”
Таңғы елме килеп ҡағылды...
Сыңлап китте ҡылдар, ҡолағыма
Скрипка моңо салынды.

Ошо моңдо елдәр йырлай-йырлай
Оҙатҡандай ихлас алҡышлап,
Һаҡмарымдың бейек яр башында
“Ҡарабай”ға бейей ҡамыштар.

Һығыламы талдар Һаҡмарымда
Моңло “Таштуғай”ҙы ишетеп,
Кемуҙарҙан һайрай һандуғастар
Таныш моң-сыңдарҙы иш итеп...

Түрҙә торған “моңдар батшаһына”
Һинең ҡулдар, атай, ҡағылды:
Сайпылырға әҙер халыҡ моңо
Күңел үҙәненә ағылды...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.