Йомашым ғалимдары

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йомашым ғалимдары (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 19.03.2000. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (94-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Йомашым ғалимдары


Ауылдаштарым: фән докторҙары һәм
фән кандидаттары Хәлил Барлыбаев,
Мәжит Мәхмүтов, Әҙеһәм Барлыбаев,
Булат Юнысбаев, Яхъя Ҡәйепов, Марсель
Тойғонов, Мортаза Абдуллиндарға.

Сер йомғағын һүтә –
Асыш аса,
Фән ҡаяһын сәмле яулайҙар,
Ябай ғына башҡорт ауылында,
Ябай ғына үҫкән малайҙар.
Математик, физик, биологтар,
Экономист һәм дә агроном
Иҫләйҙәрҙер әле, малай саҡта
Бер үк тыҡырыҡтан йүгерә-атлай
Кеүәшленән һыуҙар алғанын...
Ҡарауылтау,
Заһрый баҫҡысында
Ергә ятып еләк тиргәнен,
Тубыҡ һыҙырып ҡайтып илағанын,
Ҡая яңғыратып көлгәнен.
Улар өсөн Өйташ ҡаяһы ла
Ҡәғбә ташы булып күренгән,
Кеүәшленең татлы һыуы, гүйә,
Мәккәләге зәм-зәм ирендә...
Мең сәскәле ялан, ҡуйы урман,
Мәғрур ҡая, уйпат йырындар –
Әйтерһең дә, бар ғәләмдең йәме
Бер Йомашта ғына йыйылған!

Мин төшөнәм кеүек хәҡиҡәткә:
Хикмәт түгел китап битендә,
Хикмәт бары
Әсәй-тәбиғәтте
Китапхана йорто итеүҙә!

Ҙур йылғаның инеш башы бит һеҙ–
Малай түгел – ғалим ағайҙар!
Ауылыма ҡайттым.
Кеүәшленән һаман һыу ташыйҙар
Шаян күҙле уйсан малайҙар...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.