— Мин уҡыусы, мин йыраусы, мин — даһи, Уҙҙырырмын мин даһиҙан, билләһи! — Сеү! Ханис булырһың, ант итмә, иҫәр, Сеү, даһи йәндәрҙе рәнйетмә, иҫәр! Даръяны үртәйем тигән сәпсек һымаҡ, Буш ҡыуыҡ холҡоңдо аңҡытма, иҫәр! — Мин — даһи! Йөрөмәм үҙемде кәм тотоп, Тергеҙәм үлгән йөрәкте ант итеп. Ник… Ханис булһам, түләрмен кәфарәт, Бар ғүмергә ут тотоп та ҡан йотоп.