Jump to content

Май иртәһе

From Wikisource

Май иртәһе (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1938 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” 1938 йыл.





Май иртәһе



Бәхетлемен,
Керер күңелемә,
Нур йәйелә баҫҡан еремә,
Сәскә еҫе аңҡый сыуаҡ менән,
Күтәрелә ауылым өҫтөнә.
Ҡыуаныуҙан уға ҡарап торам,
Байраҡ тотоп сафтар эсендә.
Шаулы баҡса
Йәшел рәшәткәләр,
Яҡты өйҙәр минең тирәмдә.
Һәр бер кеше бай бында,
Һәм һәр бере
Патриотлыҡ йөрөтә үҙендә.
Әллә шуға ҡайҙа йөрөһәм дә
Ауылдаштар һулай хисемдә.
Ниндәй шатлыҡ!
Дуҫтар урамында,
Иңләп килә шулар тулҡыны.
Йөҙҙәрендә көлә тормошобоҙ
Йәшәү көсө, йәшәү ялҡыны.
Бында килә башаҡлыҡтар ҡыры-
Тракторҙар килә түрендә.
Ҡырҙар килә, һыуҙар килә бында.
Аҡ балыҡтар килә төбөндә.
Атлап ибарам халҡым уртаһында,
Нурҙар йәйелә баҫҡан еремә.
Шатлыҡ тауышщы май һауаһын ярып
Күтәрелә илем күгенә.


1938 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.