0%

Ленин

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ленин (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1936 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” 1939 йыл №3.


Ленин


Рәшәткәнән яҡты төшә
Төрмә эсенә.
Тәндәрҙе туңдыра һыуыҡ,
Йөрәккә менә.
Ике ҡулы бығауланған,
Ябыҡҡан немец.
Бығай менән һүҙҙәр яҙа,
Ҡыҙара кирбес:
-Ленин, бәхет өмөтөбөҙ,
Көнөбөҙ таңы;
Кешегә кешелек бирә,
Тик уның аңы.
Уның юлы менән йәшәп,
Ватан алырбыҙ.
Иреклеләр булып ерҙә,
Мәңге ҡалырбыҙ.
1939 йыл Ермолаевка.


1939 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.