Фаягөлдәргә йыраҡтан ҡунаҡтар килеп төштө. Күстәнәскә ул төшөндә лә күрмәгән төрлө төҫтәге тәмле –тәмле емештәр алып килгәндәр. Уға бигрәк тә алма кеүегерәк, әммә эсе лә, тышы ла ҡыҙыл емеш оҡшаны. Ҡабыҡтарын әрсейһеңдә, эсендәге витамин кеүек, бик һутлы төймәләрҙе ашайһың. Фаягөл менән күрше ҡыҙы Гөлминаҙға ҡунаҡ ҡыҙы Рива, уны нисек ашарға икәнен төшөндөрөп бргәйне.Гранат ҡайҙа үҫкәне ҡыҙыҡһындыра уны. Анау тау артында үҫмәйме икән? Үҙҙәре шул яҡтан килеп сыҡтылыр бит. Күрәһең Рива белмәйҙер:-Алмалыҡтан килдек!- тине лә ҡуйҙы. Ул алмалыҡ, йәғни алма баҡсаһы ҡайҙа икәнен бер кем белмәй. Әсәһенән дә һорағайны, ул:
-Көньяҡтан, Урта Азиянан, тине.
Урта Азия ҡайҙа икән? Көньяҡ ҡайҙа икән? былтыр ҙа ана әхирәте Айзиләләргә Себерҙән, Төньяҡтан ағалары ҡайтҡайны. Шул саҡта ла аптыраған ине. Ярай ваҡыт Айзиләнең ағаһы үҙе аңлатып бирҙе. Унда көндәр беҙҙәгенән һыуыҡ икән. Көн менән төн дә уларҙа бик оҙон була ти. Улар алып килгән кедр сәтләүеге лә бик тәмле булды.
Көньяҡ бар, Төньяҡ бар. Ә беҙ ҡай тирәлә йәшәйбеҙ икән? тип оҙаҡ аптыраны Фаягөл. аҙаҡ ағаһынан һорарға батырсылыҡ итте. Ағаһы Европа менән Азия киҫешкән урында Урал тип аталған мәшһүр тау итәгендә йәшәүҙәрен, Урал тауының бик бай булыуын һөйләне. Ысынлап та төрлө -төрлө ҡаҙылма байлыҡтарға, ҡалын-ҡалын урмандарға, бик күп төрлө хайуандарға, ҡоштарға бай икән ул уның да тыуған ере. Хәҙер ғорурланып йөрөй ул ситтән килгән тиңдәштәре араһында. Сөнки уларҙа үҫкән көртмәле лә бик тәмле бит ул.
The permission for use of this work has been archived in the Wikimedia Volunteer Response Team System; it is available for users with a VRTS account. To confirm the permission, please contact someone with a VRTS account.
|