Кем өсөн? Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Кем өсөн (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Кем өсөн


Айға үрләп, нурҙа уйнап,
Күкрәгемде нурланым.
— Ит ғәфү әй, ай, тинем мин,
Нурҙарыңды урланым.

— Һис зарар юҡ, ал, тине ай,
Ал ла сәс нур халҡыңа;
Мин дә бит төн хаҡына
Алдым ҡояштың нурҙарын.


1916