Jump to content

Кем беҙ

From Wikisource
Кем беҙ? (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (114-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Кем беҙ?


Сабырлығым – муйындағы элмәк кеүек,
Һорамайым бер кемдән дә әммә ярҙам.
Киләсәгем,
      кисер инде беҙ – ҡолдарҙы,
Беҙ – кәҫтәрҙе,
Айырылған тарих-ярҙан...
Үткәндәрҙең ағымдары йыуа-йыуа
Ебеткән дә күңелебеҙ тамырҙарын
Ярлыҡауһыҙ ҡалған ярҙы йыуған ғына
Бөгөнгөнөң ел-дауыллы яуындары.
Тал-тирәкһеҙ,
Яҡлаусыһыҙ,
Һаҡлаусыһыҙ
Ҡалған ярҙар,
Ҡалған йәрҙәр,
Ҡалған ерҙәр.
Ишелеп тә бөтөп барған ярға килеп,
Ярҙам һорап, тубыҡланып, талған теҙҙәр...
Ишелә яр киҫәк-киҫәк.
Яҙмыш һыуы
Үткән менән киләсәкте бутай ғына,
Кесерткән йә билсән тиеп, яңылышмылыр,
Үлем иң-иң көслөләрҙе утай ғына.
Юҡ, утамай,
       батырҙары әҙ булғанға,
Улар үлһә, Ҡояшыбыҙ һүнгән кеүек,
Тере саҡта сатҡыларын күрмәй ҡалғас,
Бар халыҡты тар ҡәбергә күмгән кеүек.

Тал-тирәктәр һирәк, һирәк арабыҙҙа,
Һайығая намыҫ, күңел үлсәмдәре,
Халҡым түрен биләй (ахыры сараһыҙҙан)
Ғәмһеҙлек һәм наҙанлыҡтың билсәндәре.

Әле мин ҡол яҙмышыма.
Сәйер бер мәл:
Телле – телһеҙ,
Ерле – ерһеҙ,
Илле – илһеҙ...
Әйт тураһын, яҙмышымды әгәр белһәң,
Кем беҙ?



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.