Яҡындарын онотоп, мал атынан ҡыуған
ир-егеттең әйткәне
Затлы заманға атланып,
Елдерәбеҙ киләсәккә –
Атҡан уҡтың йөҙҙән бере,
Меңдән бере тейә сәпкә.
Елдерәбеҙ…
Һис туҡтау юҡ!
Китегеҙ, кит юлдарымдан –
Дөлдөл-атым күккә осор:
Үргән ҡамсы ҡулдарымда.
Алда ниндәй убалар ул?
Ҡәберлекме?
Тиҙлек кәмей...
Туҡталыу юҡ!
Юл ситендә
Аҡ яулығын болғай әбей.
Алда йылға (тағын кәртә?!),
Ә йылғала сабый бата.
Һөрәнләй ҙә ҡуша миңә
Туҡталырға:
“Атай! Атай!?”
Йөҙөр әле,
сығыр әле.
Алда урман (ҡәһәр һуҡҡан!)
Осоп үтер әле дөлдөл,
Һырт буйына берҙе һуҡһам!
Осто! Осто…
Килеште бит
Бында тағы ҡаты ҡулым...
Туҡта, тиеп, ҡулын болғай
Ҡайын?
Әллә ҡатынҡайым?!
Еләм, еләм киләсәккә,
Бәхет төҫөн күрәйем, тим.
Айҙар еләм,
йылдар еләм
Һәм Ер шарын урайым тик.
Үткән һайын Ер шул көйө.
Үҙгәрә тик сәсем төҫө.
Әллә үҙем?
Әллә инде
Әсәйем дә,
Малайым да,
Ҡатыным да рәсем төҫлө.
Йә, табығыҙ берәй сара –
Күңелемде йәшәртегеҙ!
Сапҡан аттай ярһып түгел,
Кеше итеп йәшәтегеҙ!!!
Күпме була әйләнергә?!
Ҡамсылап һуҡ!
Бәр!
Ватығыҙ!
Юҡ, ваҡыттың үҙен түгел,
Тик атымды туҡтатығыҙ!