Кемдең зауҡы юҡ… М.Аҡмулла
← Атайыма хат | Кемдең зауҡы юҡ… |
Әйләр → |
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. • Аҡмулла сайты |
|
Аңлатмалар
- 1 Ғирфан (ғ.) — аң-белем, тәрбиә.
- 2 Мәхбүс (ғ.) — әсир булыу, зинданға ябылыу.
- 3 Дәхи (ғ.) — һәм, йәнә, тағы.
- 4 Ғали (ғ.) — бөйөк, оло.
- 5 Вәли (ғ.) — изге.
- 6 Мәшаһир (ғ.) — күренекле, данлыҡлы, атаҡлы кешеләр.
- «Булмаған..,», «Әйләр...», «Кемдең зауҡы юҡ...» әҫәрҙәре 1977 йылда Тарих, тел, һәм әҙәбиәт институтының VIII археографик экспедицияһы ваҡытында Йылайыр районы Үрге Түш ауылы ҡарты Иҙрисов Исмәғил Баймырҙа улының ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптар коллекцияһынан В. Әхмәҙиев менән ошо юлдарҙың авторы тарафынан табып алынды. Аҡмулланың Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының Ғилми китапханаһында һаҡланған автографы менән сағыштырыу был әҫәрҙәрҙең дә шағирҙең үҙ ҡулы менән яҙылғанлығын асыҡланы. Уларҙың тәүгеһе Дусмайыл Ҡасҡынбаев мәжмүғәһендә урын алған «Хибесханәдән Зәйнулла ишанға яҙғаны» шикәйәтенең (беҙ уға исемде строфа һайын ҡабатланып килеүсе «булмаған» һүҙенән алып бирҙек) тулы варианты, йәғни төп нөсхәһе, булып сыҡты. Ҡалған икеһе — бығаса билдәһеҙ әҫәрҙәр.
«Кемдең зауҡы юҡ...» шиғырынан алда шағир: «Был бәйетте берәү килештереп әйткән»,—тип, эпиграф урынына бер строфалыҡ шундай шиғри юлдар килтерә:
Ғәзизем, һин был донъяла мөхәббәткә әшнә бул, Мөхәббәтһеҙ көнөң — ҡыш, һис яҙ булмаҫ. Һауала осҡан һомай ҡошо ҡурҡыу белмәҫ, Бейек осҡан менән, байғош шоңҡар булмаҫ.
Уның һуңында: «Быныһын беҙ килештерәйек», — тип үҙ әҫәрен яҙып ҡуйған.
- Шағир быға үҙе шундай аңлатма биргән: «Мөғәллим Ҫәни (ҫәни — ғәрәпсә «икенсе») тип Әл-Фарабигә әйткәндәр... Әбуғали Әл-Фараби ғилем хикмәтте грексәнән ғәрәпсәгә тәржемә итмеш».