100%

Атайыма хат. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Атайыма хат
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Атайыма хат


Хат ебәрҙек Оренбург ҡалаһынан,
Ҡалаһында ғөләмәләр араһынан.
Хөрмәтле атайыма йөҙ мең сәләм
Күңеле һыныҡ аҡ ҡош - шоңҡар балаһынан.
Хөрмәтле атаҡайым, һеҙгә сәләм,
Һеҙҙәргә бәғд әс-сәләм ошо кәләм.
Бер нисә, күңеле һынып, ғосса* яҙҙы
Зарланып, бер мосафир мулла балаң.
Атаҡайым, килешмәне эшең артыҡ,
Беҙ ҡайттыҡ һеҙҙе һағынып, күңел тартып.
Ун өс йылда бер ҡайтып, күңел һынды,
Инде беҙгә тереклектән үлгән артыҡ.
Үпкәм шул мөрәүәтһеҙ атабыҙға:
Әсәбеҙ ғәжәп хәл көтә беҙгә.
Беҙ, бисара, доғасы инек барсабыҙға:
Үҙегеҙгә, ата-баба, жәддәгеҙгә*.
Атаҡайым, инде һеҙгә юҡ бүтән һүҙ,
Был донъя малына туя алмай күҙ.
Ун өс йылда бер ҡайтып, үҙ итмәнең,
Инде һағынып ҡайтырҙай булманыҡ беҙ.
Күп ғәжәп был сифатлы ҡатып ҡалмаҡ,
Һеҙгә еңел булһа ла, беҙгә һалмаҡ.
Беҙ ҙә бит вариҫ инек, түгел үгәй,
Һин беҙҙәргә ата инең, түгел ҡалмаҡ.
Ғүмеребеҙ йә бер көн, йә бер айлыҡ,
Күңел етһә, уйланмаҫ ярлы-байлыҡ.
Беҙҙе бер мәстәк хәтле күрә алманың,
Була алманыҡ һеҙҙең ҡашта яңғыҙ тайлыҡ.
Сиратҡа мәркәб булмаһын көрән атың*,
Белә алманың үҙең һин ғәләмәтең.
Һәр хәлдә бер атҡа ғына торошбоҙҙор -
Беҙ ҙә бит ир-егетбеҙ, түгел ҡатын.
Абруйһыҙ ҡалғаны юҡ оҙон морон,
Һис ҡасан хур булмаҫ ҡоро морон.
Ат та булыр, тун да булыр - беҙ булмабыҙ,
Имен булһа, кире ҡайтыр туры айғырың*.
Беҙҙәрҙән артыҡ икән һеҙҙең турат,
Мөжәррәд* туры атта - һеҙҙең морат,
Беҙҙәрҙән бер ата тирен ҡыҙғандығыҙ
Беҙ ҙә һеҙгә бала инек, түгел брат.
Йоротом, тип, ҡайтҡан инем һағынғандан,
Вәғәҙә шул иркен ерҙә табылғандан.
Ун өс йылда бер ҡайтып, оҙатмағас,
Күҙемдән ҡанлы йәште ағыҙғандан.
Һеҙгә әйтмәй, кемгә әйтәйем, эй солтаным.
Һыҙылалыр көйә-көйә йөрәк майым.
Уйлаған эш еренә етмәй ҡалды,
Бәхил бул инде беҙҙән, миһырбаным.
Сәләмәт, имен торһон баш, малығыҙ,
Мал булғанда, юҡ һеҙҙең арманығыҙ.
Алтындың ҡулда барҙа ҡәҙере булмаҫ -
Табылмаҫ мең тәңкәгә мыҫҡалыбыҙ!
Ҡәҙерле йорт эсендә булһын башың,
Ғалимға күңелдәрең ник аумаһын?
Һандуғас ҡоҙғон менән бергә булмаҫ,
Йүнһеҙҙәр ҡайҙан белһен ир сауҙаһын?



  • ғосса (ғ)— ҡайғы-хәсрәт, һағыш
  • жәддә (ғ) — оләсәй, ҡартәсәй
  • Мөжәррәд (ғ) — яңғыҙ, бер бөртөк
  • «Атайыма хат». Аҡмулланың шиғыр менән атаһына яҙған хаты. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 1974 йылғы археографик экспедицияһы ваҡытында ғилми хеҙмәткәрҙәр В. Әхмәҙиев, А. Ҡудаш һәм И. Бүләков тарафынан Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылы Балғужин Яҡуп ҡарттың ҡулъяҙма дәфтәренән табылған. Уның бер күсермәһе 1975 йылда VI археографик экспедиция ағзалары В. Әхмәҙиев һәм ошо юлдарҙың авторы тарафынан шағирҙең тыуған ауылы Туҡһанбайҙа Бәҙретдинов Хәбетдин ҡарттың ҡулъяҙмалары араһынан табылды. Текстар араһында айырма юҡ. Хат «Аҡмулланың әткәсенә яҙмыш мәктүбе» исемендә В. Әхмәҙиев аңлатмалары һәм транскрипцияһы менән «Ағиҙел» журналында (1976, № 8) баҫылып сыҡты.


  • Ислам тәғлимәтенең өйрәтеүенсә, ғәйет көн салынған ҡорбан кешене теге донъяла ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер сират күпере аша үткәндә тамуҡҡа йығылып төшөп ҡалыуҙан һаҡлай, имеш. Шуға мосолмандар араһында һәр ғаилә ағзаһына айырым атап ҡорбан салыу йолаһы киң таралған. Бында шағир, көрән атың миңә сират күперен алып сығыр мәркәб (ғ. — атланып, менеп йөрөй торған хайуан) булыр тип ҡурҡаһыңмы, тип атаһын ҡарунлыҡта ғәйепләй. Ләкин был юлдарҙың төп мәғәнәһе иҫке ҡарашлы Камалетдин мулланың дини тойғоларының ихласлығын шик өҫтөнә алып, уларҙан бик нескә һәм тапҡыр ирония менән көлгән кинәйәгә ҡайтып ҡала.
  • Сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Аҡмулла, атаһынан рөхсәт һорап тормаҫтан, ил гиҙергә уның атын егеп сығып киткән. Бында шағир шуға ишаралай.