0%

КИМ

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
КИМ (шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1941. Нәшер ителгән: 1960. Сығанаҡ: "Йыр сафта ҡала" Башҡорт АССР-ы Культура министерствоһының Башҡортостан китап издательствоһы, Өфө, 1960 йыл,184 бит


КИМ


Шиғыр сығарһам һинең тураһда
Хистәремдән теҙеп һүҙемде,
Гений ҡулын ҡыҫҡан кеше кеүек,
Мин бәхетле һиҙәм үҙемде.

Һиндә минең ҡаным ҡайнарлығы,
Күҙем нуры, йөрәгем тибеүе,
Һиндә минең илһам, һөйөнөсөм
Һәм йәшлегем көсө көлөүе.

Йөҙөңә баҡһам бөйөк намыҫым
Сағыла кеүек һинең һәр төштә,
Әйтә кеүек: комсомоллыҡ исемен
Эшең менән аҡла көрәштә.

Һиндә күрәм, ғүмерем иртәһендә
Сәскәләнгән йәшәү гөлөмдө.
Һиндә күрәм батыр юлбашсымды,
Маҡтауҙарға тиңһеҙ көнөмдө.


1941 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.