Йөрәгем - йәшен ҡайтарғыс

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йөрәгем - йәшен ҡайтарғыс (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 02.1994. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (78-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Йөрәгем - йәшен ҡайтарғыс


Дауыл килде.
Ҡара болоттарҙан
Йәшен-уҡтар ергә атылды.
Ергә яуа эре борсаҡ ҡына –
Түҙемлеге елдең ватылды.
Йоҙроҡтарын төйөп тәҙрә ҡаҡты,
Ҡыйыҡтарҙы алып осорҙо,
Ҡапҡаларҙы шап-шоп асып-япты,
Мөрйәләргә килеп тондорҙо.
Асыулы ел, әсе һыҙғырҙы ла,
Йәшен-дуҫын янға саҡырҙы,
Асыу ялҡынына сыҙай алмай
Бар тирә-яҡ янды шытырҙап…

Ғәиләбеҙ йорто күптән шулай
Янып ҡалыр ине күмергә,
Әгәр мин дә йәшен уты булһам,
Ел артынан сабып йүгерһәм.

Ярай әле,
Һин ярһыған саҡта,
Йәшен ҡайтарғысым – йөрәк бар.
Барыһы ла һеңә өнһөҙлөккә,
Сабырлыҡҡа,
Йәнгә, үҙәккә…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.