Ирек ҡорбаны

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ирек ҡорбаны (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (79-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Ирек ҡорбаны


Һин ситлектә булғанһың бит –
Ҡағиҙәләр ситлегендә,
Яҙмыштарҙың әсе тоҙон
Татығандар битлегендә.
Ә мин, иҫәр, уйламайса
Кеше азат була, тиеп,
Кеше булып йәшәмәһәң
Ерҙә яҙыҡ була, тиеп,
Емергәнмен ситлегеңде:
Ҡысҡырмаған, ҡушмағанмын…
Муйыныңа сынйыр һалып,
Бер эт кеүек тотмағанмын…

Шул саҡ ситлек менән бергә
Өҙҙөң асыу тышауҙарын
Емерелде, һүтелде бит
Үҙең ҡорған ҡоршауҙарың!
Инде ирек ҡосағында
Һағынаһың ситлегеңде,
Кейгең килә тағы, тағы
Ҡайғы-хәсрәт битлегеңде.
Шулай рәхәт:
Йәлләйҙәр бит–
Ситлектәген ашаталар,
Барыһы ла әҙер генә,
Батшаларҙай ҡәҙер генәң...
Һағынаһың.
Ҡулдарың буш –
Улар эшкә һыуһағандар.
Бер кем ҡушмай,
Ә һин тейеш,
Сыбыҡ менән ҡыумаһаң да
Йүгерергә был тормоштоң
Ҡая-ташлы юлдарынан,
Әйләнмәйсә көсһөҙлөктән
Ҡанлы ҡулдар ҡорбанына…

Хистәремде һурып туйғас,
Йөрәгем таш булып ҡалды.
Аптыранып ҡалдың яңғыҙ.
Кипкән ағас, йылға, ерҙән
Үлем тыны килә ине…
“Уян!”– тинем.
Ишетмәнең.
Кем һин?
Кәрәк бәндә түгел!
Ундайҙарға Аллаһы ла,
Муллаһы ла кәрәк түгел.
Ҡайҙа булған икән үҙе?
Ситлектәге күңелдәрҙең
Зарлы бушлығына күнеп,
Йәшәһен ул,
Әйтә аҡыл:
Ҡалдырһана яңғыҙ үҙен!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.