Jump to content

Йәшә, ҡыҙыл ғәскәр!

From Wikisource
Йәшә, ҡыҙыл ғәскәр! (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1936 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” 1936 йыл №8.



Йәшә, ҡыҙыл ғәскәр!




Дошман яуы ҡотороп, уттар бөркөп,
Илебеҙҙе ҡаплап килгәндә,
Сит илдәргә ҡасҡан йыртҡыс байҙар,
Илебеҙгә кире ингәндә.
Дошман сафтарына дәһшәт һалып,
Йәш батырҙар Совет сиктәренә ташланды.
Бөтә байҙар йыртҡыс дошмандарҙы,
Ил йөҙөнән һепереп ташланы.
Тар-мар итте, ҡыйратты, ҡырҙы
Бөтә дошмандарҙы тар-мар иткән
Йәш талымһыҙ ҡыҙыл ғәскәрҙәр.
Поста тора илдең сиктәрендә,
Алмашҡа беҙ үҫәбеҙ миллион йәштәр
Иркен совет иле ерендә.
Ҡыҙыл ғәскәр йәшә, мәңге йәшә,
Илебеҙҙең ҡорос терәге,
Ҡыҙыл ғәскәр йәшә мәңге йәшә,
Илебеҙҙең батыр йөрәге.


1936 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.