Jump to content

Йәшә,илкәйем

From Wikisource
Йәшә илкәйем (шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1941. Нәшер ителгән: 1960. Сығанаҡ: "Йыр сафта ҡала" Башҡорт АССР-ы Культура министерствоһының Башҡортостан китап издательствоһы, Өфө, 1960 йыл,184 бит


Йәшә, илкәйем


Яҡты иртәнән
Яҡты илкәйем,
Гөл баҡсаһындай,
Йәмле еркәйем.
Һәр саҡ хуш еҫле
Саф,таҙа һауа.
Һулышым иркен,
Рәхәт тын алам.
Матур йәшәүҙә
Шат, көләс халҡым,
Барыһы ла, дуҫым,
Йөрәккә яҡын.
Һөйөп үҫтергән
Шат Ватанымды,
Бәхетем, иркем
Һәм дә данымды
Мәңге мәңгегә
Батыр һаҡлармын,
Илем алдында
Антым аҡлармын!


1941 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.