Сыйырсыҡ
[edit]Бер теләгемде
Тыя алманым.
Сыйырсыҡ өсөн
Оя яһаным!
Тик сыйырсығым
Оҙаҡ көттөрә.
Бер ҙә ашыҡмай
Килеп етергә.
Бәлки, ул белмәй
Минең көткәнде.
Әллә аҙашҡан
Юлдар үткәндә.
Кил, сыйырсығым,
Һағынып бөтәм.
Һайрауыңды мин
Өҙөлөп көтәм.
Уҫал ата ҡаҙ
[edit]Ҡыҙыл тәпәйле
Ата ҡаҙ уҫал.
Мине күрә лә,
Ана, күҙ ҡыҫа!
Осоп килер ҙә
Ул суҡып алыр.
Ергә аунатып,
Йығып та һалыр.
Әсәй өйрәткәс,
Ҡулымда – сыбыҡ!
Ҡаса ата ҡаҙ,
Ә миңә ҡыҙыҡ!
Өйрәндем!
[edit]Бер һөнәргә мин
Өйрәндем әле.
Күлдәкте кейгәс,
Элдем төймәне.
Мине маҡтайҙар: -
— Маладис бала!
Бер төймәм генә
Арта ла ҡала!
Көҙгөлө тараҡ
[edit]Атай миңә алып ҡайтты
Көҙгөлө тараҡ.
Рәхмәт инде, тараҡ миңә
Ҡалды бик ярап.
Матур булһын ҡыҙым, тиҙер
Атайым мине.
Битем таҙамы? Йыуамын
Ҡалды тик миңем.
Һыуһылыуҙай, тарайым да
Сәсемде үрәм.
Һыуһылыумы мин – көҙгөнән
Үҙемде күрәм.
Толомдарым һап-һарыҡай,
Ҡаштарым ҡыйғас.
Бит остарым соҡорланды –
Йылмайып ҡуйғас.
Мин – Һыуһылыу, өҫ-башымды
Тотам гел ҡарап.
Көлдө миңә, мин йылмайғас,
Көҙгөлө тараҡ.
Ике аяғым да
[edit]Әсәй мине кейендерә,
Итекте кейәм үҙем!
“Уң аяҡ – матур аяҡҡа
Тәүҙә кей, - ти, - бул түҙем!”
Уйын бөтөп ҡуймаһын, тим,
Йәһәт кейәйем дә һуң!
Ике аяғым да матур,
Ике аяғым да уң!
Һыйлайым
[edit]Әсәй бешерҙе
Тәмле бәлештәр.
Миңә бата ул –
Эҫе килеш тә...
Үҙем туйғайным,
Бәпкәләремде
Бәлештәр менән
Һыйлайым инде!
Бәрәстәрем
[edit]Беҙ уйнарға яратабыҙ
Бәрәстәребеҙ менән.
Һарыҡ, кәзә бәрәстәре
Өркмәйҙәр бер ҙә минән!
Булған бөтә бәрәстәрҙе
Бүлештек ағай менән!
Бар уларҙың ҡушаматы,
Һәр беренең бар иңе.
Ҡара ғына бәрәсемдең
Маңлайында бар ағы.
Һор муйынсаҡ – ағайҙыҡы,
Аҡ кәпәсе бар тағы.
Сыбар бәрәс ағайымдың
Тыуған көнөндә тыуған.
Шуға, ахыры, ағайымдай,
Бөҙрә сәсле булған.
Яҡты саҡта
[edit]Ҡояш уйнарға саҡыра-
Атылабыҙ беҙ тышҡа.
Һулағандар саф һауаны
Үҫә, тиҙәр, бер башҡа.
Ағай менән баҫтырышып
Уйнайбыҙ яҡты саҡта.
Уйын бөтә лә ҡуя шул
Ҡараңғы төшкәс тышта.
Турник
[edit]Китапта күреп айыуҙы
Китә иҫтәрем.
Булам уның кеүек көслө,
Мускул үҫтерәм.
Күтәреләләр турникта
Атай, ағайым.
Уларҙы мин ҡарап тороп,
Отоп алайым!
Көслө булам,тип эшләйем –
Нимә отҡанмын.
Ә әлегә минең турник –
Ишек тотҡаһы!
Күңелле!
[edit]Әсәйемдең ҡосағында
Миңә рәхәт, күңелле!
Атай менән тышта йөрөү
Йәнгә рәхәт, күңелле!
Ағай менән бергә уйнау,
Ҡар бәрешеү күңелле!
Апайым бәлеш бешерһә,
Бергә ашау күңелле!
Әсәй менән, атай менән
Бергә булыу күңелле!
Эй һикереп мин уйнайым,
Өйөбөҙҙә күңелле!
Бесәй
[edit]Йомшаҡ ҡына, йомро ғына
Мин –бесәй балаһы: «Мяу!..»
Тауыш-тынһыҙ йөрөһәм дә,
Йыш ҡына әйтәләр: «Тай!»
Яйлап баҫып, ипләп атлап,
Ҡолаҡтарҙы ҡарпайтам.
Бүлмә буйлап сысҡан сапһа,
Йөндәремде тырпайтам.
Минең урыным –йомшаҡта,
Яратмайым мин тыйыу.
Минән сысҡандар ҡурҡҡанға,
Өй хужаһы — мин, «Мыяу!..»
Миҙгелдәр
[edit]Йәшел күлдәкле,
Шат, көләс гелән!
Һикереп уйнай
Йәй беҙҙең менән!
Уҡыуҙар етте.
Йәй артта ҡалды.
Һары бишмәтен
Көҙ кейеп алды.
Көндәр һыуытҡас,
Ерҙән йәм китер.
Аҡ толоп кейеп,
Ҡыш бабай килер.
Ә гел күңелдә —
Яҙ ағай атлай!
Янында күк күҙ
Яҙһылыу апай!
Ҡыш
[edit]Ҡыш — һыуыҡ һәм дә
Саф һауа.
Ниндәй ҙур шатлыҡ —
Ҡар яуа!
Ҡыш ул — бейәләй,
Һәм быйма.
Өшөйһөҙ, ҡайт, тип
Һин тыйма!
Ҡар бәрешеүҙәр —
Мәрәкә!
Саңғыла йөрөү
Кәрәк тә!
Бөтә ер өҫтө
Аҡтан-аҡ!
Ҡышта бәхетле
Бала саҡ!
Кескәй гәзит
[edit]Балаларҙы эй көттөрөп
Ергә Яңы йыл килә!
Ҡыш бабайҙы яһайым, тип
Һүрәтен эҙләй Зилә.
— Гәзит-журналдар килгәйне,
Шунда бабай бар,— тине.
Күстәнәсле тоғон тотҡан,
Миңә йылмая ине.
Ярҙамға килде әсәһе,
Теҙҙе бөтә журналды.
«Аманат», «Тамаша», тағы
«Щоңҡар», «Ағиҙел» һалды.
— Унда түгел, — тигәс Зилә,
Әсәй гәзиттәр теҙҙе.
«Башҡортостан», «Йәншишмә»не
«Йәшлек»тәге «Кәрәҙ»ҙе.
Өс йәшлек Зилә әсәһен
Аптыратты ҡайһылай!
Ә һүрәт булған яратҡан
“Аҡбуҙат”та - үәт шулай!
Ҡыш бабай килгәнгә
[edit]Яңы йылды ҡаршылайбыҙ,
Шыршы уттары әҙер.
Ҡарһылыу ҡыҙын эйәртеп,
Ҡыш бабай килер хәҙер!
Шыршы уратып йөрөргә
Төрлө костюм кейербеҙ.
Йырҙар йырлап, шиғыр һөйләп,
Тыпыр-тыпыр бейербеҙ.
Һағындыҡ шул Ҡыш бабайҙы,
Ул беҙгә бик ҡәҙерле.
Тоҡлап ҡыуаныс килтергәс,
Көтәбеҙ шул ҡәҙәрле!
Минең ил
[edit]Бына – минең өй,
Был – минең урам.
Ошо юлдан гел
Мәктәпкә барам.
Был – минең ауыл,
Тауҙарым бейек.
Кешеләр алсаҡ,
Ә халҡым – бөйөк!
Милләтем – башҡорт,
Был – минең телем!
Башҡортостаным –
Ул - минең илем!
Шәжәрә байрамы
[edit]Беҙҙең ауыл йәй көнөндә
Бик ҙур байрам үткәрә.
Ошо хаҡта туғандарға
Һәр ғаилә еткерә.
Хаттар оса: ”Байрам була!
Ҡайтығыҙ тыуған яҡҡа!”
Ете быуыныңды белеү-
Шәжәрә ошо хаҡта.
Балаларҙы ла алығыҙ,
Һәр кем үҙ ҡанын таныр.
Сығышын белһә, нәҫелде
Ҡоротмаҫ өсөн яныр.
Еләктә
[edit]Ғәзиз менән Зөбәржәт
Китте бөгөн еләккә.
Күп итеп йыйырбыҙ, тип,
Алды улар силәк тә.
Еләк йыя Зөбәржәт,
Уйнап тора ҡулдары.
Тапмай Ғәзиз еләкте.
Әллә ҡаса улары?!
—Еләк мине күрмәй, — ти,
Күрһә, саҡырыр ине.
Йәһәт кенә силәккә
Төшөр ҙә ятыр ине.
Көтә Ғәзиз еләкте,
Уны көтәме еләк?
Уйнап торһа ҡулдары,
Ул да йыйыр бер силәк!
Еләктән ҡайтҡас
[edit]Еләк бешкән саҡ етте.
Балалар китте тауға.
— Еләк тапһаҡ,— тинеләр,—
Тултырырбыҙ ҡулаға*.
Әлһерәшеп ҡайттылар
— Тултырҙыҡ бит ҡуланы!
Асып күрһәтте үҙҙәре:
— Ошо инде булғаны.
Ғәзиз һөйләп бирҙе хәлде:
— Ҡайтып киттек, тултырғас.
Яртыһын ашап бөткәнбеҙ,
Еләк бик тәмле булғас.
(ҡула — күнәсек, кескәй биҙрә)
Егеүле ат
[edit]Ишек алдында ултыра
Беҙҙең «Жигули».
Атай оҫта булғанға, ул
Һәр саҡ егеүле!
Йәй көнөндә сәйәхәттә
Йөрөү күңелле!
Кәрәк ергә тиҙ еткерә
Беҙҙең «Жигули»!
Кем нимә буяй?
[edit]Борон заманда йәшәгән
Йәшел тигән бер ағай.
Буяу алып, ул яҙ көнө
Ағастарҙы буяған.
Йәйгә Йәшел ағайыбыҙ
Саҡырған бар төҫтәрҙе.
Алһыу, ҡыҙыл, күк һәм йәшел —
Донъяға йәм өҫтәлде!
Көҙҙәр еткәс, биҙәкләргә
Тотона Һары ағай.
Ул һарғайтҡас, бар тәбиғәт
Нәҡ алтын булып баға.
Ҡыш етеүгә, бумалаһын
Ана, Аҡ ағай ала.
Эй тырыша, Ер өҫтө, ти
Ятмаһын булып ала.
Ҡар иреүгә, буяуҙарға
Тотона Ҡара ағай.
Мансығас ҡараға ерҙе,
Ҡарҙар һыу булып аға.
Һыуҙы, йылғаны һәм күкте
Зәңгәр ағай буяны.
Ҡоштар осҡан зәңгәрлеккә —
Күккә ҡарап туйманым.
Ағастар туйы
[edit]Көҙ еткәйне, ағастар ҙа
Алтындан күлдәк кейҙе.
Ап-аҡ ҡайын һарғайҙы ла,
Оялып башын эйҙе.
Сағыу буяуҙарын һибеп,
Ергә көҙ килә инде.
Саған япраҡтары — ялҡын,
Торғаны бер ут инде!
Ҡыҙыл миләш емештәре
Тәмләнә көҙгә генә.
Ырыуыбыҙ ағасы тип,
Күңел һөйөнә генә!
Япраҡ яуа, япраҡ яуа,
Түшәлә балаҫ ергә.
Елдәр таҡмаҡ әйтәләр бит
Әйләнә улар бергә.
Гүйә, ағастарҙың туйы
Көҙҙәр еткәндә генә!
Сағыу күлдәктәрен кейеп,
Бейеп йөрөйҙәр бергә!
Ләүәш
[edit]Әсәй менән йәй көнө
Йөрөнөк беҙ еләккә.
Ул еләген, ул алмаһын,
Киптерҙек беҙ кәрәккә.
Ҡыш көнө килеп етте,
Төшөрҙөк беҙ еләкте.
Киптереп элеп ҡуйған
Еләк хәҙер кәрәкте.
Ебеткәс турағыстан,
Әсәй үткәрә һалды.
Шәкәр ҡомо ҡуштыҡ та
Еләк бутҡаһы алдыҡ.
Он, һөт, сөпрә, йомортҡа,
Тағы май һәм тоҙ кәрәк.
Иртән баҫҡан ҡамыр ҙа
Әҙер булды төшкөлөк.
Ҡамыр йәйҙек табаға,
Өҫтөнә еләк йәйҙек.
Биҙәкләп ҡуйғас ситен,
Хәтерләп алдыҡ йәйҙе.
Ун биш минутҡа таба
Ҡыҙыу мейескә инде.
Минең тыуған көнөмә
Ләүәш тә беште инде!
Атай кеүек булам мин!
[edit]Мәрәкә күреп,
Һорайҙар минән
Баш ҡатыралар
Шул һорау менән.
Үҫкәс, кем булаң?
Яуаплай алам.
- Мин атай кеүек
Шәп кеше булам!
Һаҡсы
[edit]Мин - буласаҡ һалдат-һаҡсы,
Әсәйемде һаҡлайым.
Һаҡлайым мин өләсәйҙе,
Апайымды яҡлайым.
Ситкә китеп уйнамайым,
Өй тирәләп атлайым.
Атай-әсәй өйҙә юҡта
Өйөбөҙҙө һаҡлайым.
Ҡурсағым
[edit]Ҡурсағымды яратам,
Көн дә уны уйнатам.
Кистән йырлап йоҡлатам,
Иртән наҙлап уятам.
Ҡурсағымды йыуындырам,
Гел таҙалыҡ һөйгәнгә.
Бигерәк тә ныҡ шатланды
Күлдәк тегеп биргәнгә!
Бензин кәрәк!
[edit]Машина булып уйнарға
Ярата беҙҙең Ғәзиз.
Выжлай-выжлай артҡа китә,
Рулен дә бора бик тиҙ.
Көнө буйы уйнай торғас,
Ашар ваҡыт та етте.
Ғәзизебеҙ хәбәр һалды:
“Минең бензиным бөттө.
Икмәккә ҡаймаҡты һылап,
Тәмләп ашаны бик тиҙ.
Туйып алғас, хәбәрҙәрен
Беҙгә һөйләне Ғәзиз:
“Бензин аяҡҡа төшкәйне,
Хәҙер муйынға етте.“
Ныҡлы баҫып, егетебеҙ
Уйнарға сығып китте.
Ташлап ҡайтмай
[edit]Бигерәк рәхәт уйнауҙар
Йәйгеһен бергә - бергә.
Кис еткәнсе гөр киләбеҙ,
Күңелле бөтәбеҙгә.
Әсәйҙәр борсола башлай,
Сығала беҙҙе эҙләп.
Ҡайҙан табырға ла белмәй,
Бөтәләр ҡай саҡ йөҙәп.
Ғәзиз аҡлана: “Мин ҡайтһам,
Ҡурҡыр, тием, апайым.
Шулай булғас, нисек өйгә
Унан алда ҡайтайым?!”
Бәпес кәрәк!
[edit]Кендек инәй хәбәр итте:
Һеҙгә бәпес килтерәм,
Ул кәрәкме, ҡыҙ кәрәкме?
Биләүгә урап бирәм.
Ғәзиз әйтә: — Малай булһын!
Зөбәржәт: — Һылыу кәрәк!
Ҡыҙҙар — әсәйгә ярҙамсы,
Малай — атайға терәк.
Һайланығыҙмы? — ти инәй.
Ҡысҡырҙы улар һәләт.
Икеһе лә бергә булһын,
Ҡусты һәм һеңле кәрәк!
Нимә эсергә!
[edit]Төрлө - төрлө һыуҙар һата
Киоскылағы апай.
Бер көн шешәләрҙә ҡымыҙ
Алып ҡайтҡайны атай.
— Һаулыҡ өсөн бик файҙалы,
Эсегеҙ, — ти, — балалар!
Көслө, таҙа булыр өсөн
Эскән ата-бабалар.
— Буҙа бауыр өсөн һәйбәт,
Уныһын да эсегеҙ, —
Ти әсәйем, үҙе ҡоя
Батырҙар эсемлеген.
Улар борондан данлыҡлы
Милли эсемлек була.
Пепси-колаға ҡыҙмайбыҙ,
Булғанда ҡымыҙ, буҙа.
Тәҙрәнән ҡарай...
[edit]Килеп ҡунды ла рамға,
Тәҙрәнән ҡарай турғай.
“Ҡунаҡ килә һеҙгә,” – тип,
Ҡыуанып әйтә, буғай.
Әсәй бәлеш бешерҙе,
Тәмле еҫтәр таратып.
Ә мин иҙәнде йыуҙым,
Келәмдәрҙе таҙартып.
Ҡунаҡ көтәм, тәҙрәнән
Алмайса күҙҙәремде.
Хатта кейеп алдым әле
Иң матур күлдәгемде.
Эҫе!
[edit]Ғәзиз һүрәттәр төшөрә,
Юя, һыҙа, матурлай.
— Әсәй, ҡара, минең ҡояш
Бөтә донъяны нурлай!
Тышта ла ҡояш ҡыҙҙыра,
Өй эсендә том(о)ра.
— Һалҡын ағай, кил, кил, кил, — тип,
Малай һамаҡлап тора.
— Эҫелә уйнап булмай бит,
Йоҡом килә, ойота.
Юй әле, әсәй, ҡояшты,
Ҡояш апай йонсота!
Сулпы таҡтым сәсемә
[edit]Толомлап үреп ҡуйҙым да
Сулпы таҡтым сәсемә.
Әберкәле күлдәк кейгәс,
Оҡшап торам әсәмә!
Камзулым да бик килешә,
Сулпы сыңлай сәсемдә.
Матур итеп бейеп киткәс,
Тәңкә моңо сәселә!
Иң тәмле ризыҡ
[edit]Иң тәмле ризыҡ нимә?
Беләһең уны һин дә!
Көн һайын уны ашайбыҙ
Һин дә, ул да һәм мин дә!
Өҫтөнә ҡаймаҡ яғабыҙ,
Шәкәр – уның өҫтөнә.
Донъялағы тәмле ризыҡ
Балаларҙы үҫтерә!
Асыҡһаң, икмәк бик тәмле!
Белә уны һәр кем дә!
Шуға күрә яратабыҙ
Һин дә, ул да һәм мин дә!
Ҡурҡыттыҡ!
[edit]Күрше Сирғол ауылынан
Яман ауырыу килгән.
Насар сирҙән – ҡыҙылсанан
Балалар сирләй икән.
Биттәренә, тәндәренә
Ҡыҙыл сыға, ти, сәсрәп.
Урам баҡсала ағасҡа
Бәйләнек ҡыҙыл сепрәк.
“Аҙыҡ була ҡыҙылсаға,
Сепрәккә икмәк төрһәң, -
Шулай әйтә ҡәрсәйебеҙ. -
Сир ҡаса, ҡыҙыл күрһә.”
Ырымдарҙы гел үтәһәк,
(Беҙгә әле улар сер!)
Ҡағылмаҫ, бәлки, ауырыу,
Ҡасыр беҙҙән яман сир!
Эшкә!
[edit]Көн дә иртән тороу менән
Бөтәбеҙ эшкә бара.
Өй генә моңайған һымаҡ
Беҙҙе оҙатып ҡала.
Апайым китә уҡыуға —
“Бишле” генә алырға.
Эй ашыға әсәйем дә
Һуңламай, тиҙ барырға.
Атай иртүк сығып киткән,
Кәрәк бит аҡсаһы ла!
Мин дә барам эшемә -
Балалар баҡсаһына!
Тәмлекәсме?
[edit]“Тәмлекәсем”, — тип ярата
Ҡәрсәһе Ғәзизйәнде.
Мин күстәнәс түгел дәһә, —
Тип яуаплай ейәне.
— Тәмлекәс ул — күстәнәс бит,
Ҡунаҡтан ҡайта торған.
Ул бәлеше, ул ләүәше —
Ауыҙҙан ҡоя һыуҙар!
Тәмлекәс, тимәсе мине,
Тәмлекәс — кәнфит, алма!
Күстәнәс тип ашап бөтһәң,
Ғәзизйәндән ни ҡала?!
Йола тотоу
[edit]Байрамға өйҙө матурлау —
Боронғолар йолаһы.
Атай һәм апай буяны
Ҡапҡаны, өй ҡоймаһын.
Тел шартлатып йөрөйөм мин
Донъя ҡалай балҡыны!
Ишек алдын һепергәйнем,
Эй әсәйем маҡтаны!
Ғәзиздең дуҫтары
[edit]Күп Ғәзиздең дуҫтары —
Күрше малай Айтуған.
Ул тыуғандда ҡыш көнө
Күктә яңы ай тыуған.
Бар тағы бер күршеһе
Айгиз — уның исеме.
Ай түгел, ерҙәр гиҙер,
Исеменә — есеме.
Дүрт йәш Айтуғанға ла,
Айгиздең бише – көҙгә.
Биш тултырған Ғәзиздең
Дуҫтары етер йөҙгә!
Ниңә уйнатмайҙар?
[edit]Һорау бирһәң дә, “ы-ы”, — ти,
Хәбәр әйтһәң, өндәшмәй.
Ыылдауҙан бушамай шул,
Айтуған бит һөйләшмәй.
Ялҡҡандарҙыр һорау биреп,
Ғәзиз, Айгиз йүгерә.
Илап арттарынан ҡалмай,
Айтуған ныҡыш зерә*
— Уйнатмайбыҙ, һөйләшмәгәс, —
Яуапты тиҙ таптылар.
Айтуғанды индермәҫкә
Ҡапҡаны шарт яптылар.
Байтаҡ ваҡыт үткәс, күрәм:
Айтуған да һөйләшә!
Ғәзиз менән уйнағанда
Хатта ҡай саҡ телләшә!
(зерә – бик)
Һүҙгә төшөнөү
[edit]Әсәһе ҡалаға китте,
Ә Ғәзиз йоҡлап ҡалды.
Әсәһен күргеһе килеп,
Торғас, илап та алды.
Яйланып китте лә унан,
Кискә хәтлем уйнаны.
Йоҡларға ваҡыты еткәс,
“Әсәй ҡайҙа?” —уйланды.
Әсәһен күргеһе килеп,
Мыш-мыш килде шым ғына.
Атаһы килгәс янына,
Йоҡлап китте тын ғына.
Әсәһе лә ҡайтты бына.
“Һағындым!” - тип яратты.
—”Һағындым” нимә була ул?
Әсәй уға аңлатты.
Уйлаһаң минең турала,
Күргең килһә тағы ла!
— Әсәй, һине мин һағындым,
Атай, апай – улар ҙа!
Яратып булмай
[edit]Дүрт йәшлек Ғәзиз барыһын
Ауыҙына ҡарата.
Һөйләне бөгөн ул беҙгә
Кемде малай ярата.
— Әсәйемә иркәләнәм,
Ҡосаҡлайым атайҙы.
Мәктәптән ҡайтһа, йүгерәм
Яратырға апайҙы.
Мин бәпкәләрҙе һөйәмен,
Ашатам мин уларҙы.
Ҡош тибеп, алып китмәһен -
Ҡарайым гел шуларҙы.
Бесәйемде иркәләһәм,
Мыр-мыр миңә һыйына.
Аҡтырнағым – көсөгөм дә
Аяғыма һырына.
Ҡупшыҡайым – тауығымды
Тотам тиеп ынтылдым.
Яратайым тиһәм , - оса,
Һөйөп булмай ҡупшымды!
Сут итмәгән Һандуғас
[edit]“Ай былбылым, вай былбылым,
Ағиҙелдең ҡамышы.
Таң алдынан сут-сут итә
Һандуғастар тауышы.”
Эй тырышып шулай йырлай
Зилә Һүрәм буйында.
Ғәзиз уны ихлас тыңлай
Ниҙәр икән уйында.
— Зилә апай, —ти ул, — ниңә
Һандуғас сут-сут итә?
Сут итмәй беҙҙең Һандуғас,
Баҡырһа, ҡурҡып китәм.
Ә беҙҙең Һандуғас – һыйыр,
Таңдан китә көтөүгә.
Ул һөт биргәс, әсәй һауа
Иртән һәм кис етеүгә.
Өй эшләй
[edit]Ғәзиздәргә өй һалалар
Килделәр ҙә ағайҙар.
Туҡ та туҡ ҡыйыҡ ябалар
Ҡарап тора малайҙар.
Иң остағы Сабир еҙнәй
Самалап ҡаҙау ҡаға.
Аҡ ҡалайҙы мендерергә
Ағайҙар арҡан таға.
Аҡ ҡалайҙар шыуып ҡына
Ҡыйыҡҡа менеп китә.
Уларға ҡарап Ғәзиздең
Күҙҙәре ҡыҙып китә.
Бәләкәй сүкешен алып,
Ул да ҡаҙауға һуға.
“Мин дә өй эшләйем!” — ти ул,
Һүҙ әйтеп ҡара уға!
Президент булыу менән
[edit]— Өләсәйҙәргә барайыҡ! —
Хәбәр һалды балалар.
Ағиҙелдә һыу инербеҙ,
Унда тәмле алмалар!
Бөрйән юлы таҡыр түгел,
Һикертә соҡорҙары.
Теләп сыҡҡас, балаларҙың
Өндәшмәй барыуҙары.
Үркәс – Әтек юлы бына.
Машина батты-ҡуйҙы.
Этләнә торғас, саҡ сыҡтыҡ.
Ә Ғәзиз әйтеп ҡуйҙы:
— Президент булыу менән үк,
Юлға асфальт йәйҙерәм.
Асфальт юлдан выжлап ҡына
Өләсәйгә елдерәм.
Бынан һуң уйнаған саҡта
Бик йыш батып ултыра.
Выжлап сығып киткән саҡта
Ниндәй икән уй ҡора?!
Нимә эшләй Президент?
[edit]Башҡортостан иле буйлап
Сәйәхәт сығып киттек.
Ситтән тороп, карта буйлап,
Өфөгә килеп еттек.
Өсөнсөләр ихлас икән,
Яуаптар яуа ғына.
Президентты ла беләләр,
Бер һорауға класс тына.
— Ә Президент нимә эшләй?
Тик Таһир әйтеп ҡуя:
— Әйтәйемме, ул ни эшләй —
Ҡағыҙҙарға ҡул ҡуя!
— Мин әйтәм! — Зөбәржәт баҫа. —
Машинала ил гиҙә!
Кешеләр нисек эшләйҙәр —
Ул тикшерә тиҙ генә!
Кемгә рәхәт?
[edit]Картуф күмә әсәһе.
Янына килде Карам.
Арып киткән, күрәһең,
Өндәшмәй ҡарап тора.
Текләп торғас картуфҡа,
Көрһөнөп ҡуйҙы Карам.
— Арып киттем әле мин,
Шулай ҙа баҫып торам.
— Уға рәхәт – картуфҡа,
Ерҙә генә ултыра.
Миңә генә ярамай —
Салбар бысрана – беләм.
Мине йоҡлата
[edit]Уйнап йөрөй Ғәзим тышта.
Күрше инәй һораша:
— Балам, әсәйең ҡайҙа ул?
Уға килдем йомошҡа.
— Инәй, ҡысҡырып һөйләшмә!
Тауышланма, уятаң!
Әле бушамай шул һис тә,
Әсәй мине йоҡлата!
Йәйғорға ҡаршы
[edit]Ямғыр менән уйнап йөрөй
Кескәй генә ҡыҙсыҡтар.
Ҡояш йылмая аҙаҡтан.
Ана, йәйғор ҙа сыҡҡан!
Йәйғорға ҡаршы йүгерҙе
Ышанғандар ҡыҙсыҡтар...
“Малайға әйләнәләр, ти бит,
Йәйғор аша кем сыҡҡан.”
Ҡыҙ булһаң, әйлән малайға,
Йәйғор аша һин сыҡ та!
Йәйғорға ҡаршы йүгерә
Кескәй генә ҡыҙсыҡтар.
Ураҙа байрамы
[edit]— Байрам менән! Байрам менән!
Бөгөн Ураҙа еткән!
Байрам ҡотлап, беҙ сығабыҙ,
Ҡулдарҙа – тоҡсай икән!
— Байрам менән!
— Рәхмәт! - тиҙәр.
Инһәк беҙ һәр бер өйгә.
Байрамды ололағанға,
Беҙгә күстәнәс тейә.
Байрамсылап, тоҡсай тулғас,
Ҡайтып китәбеҙ өйгә.
Ураҙа байрамы етһә,
Көтөгөҙ беҙҙе һеҙ ҙә!
Хәрефтәр килде ҡунаҡҡа
[edit]А
Алмағастан ағайым
Алһыу алмалар ала.
Алма ашаған Айрат
Атҡа атланып ала.
Б
Беҙҙең баҡсала
Банандар булмай.
Былтырҙан бирле
Баландар быҙлай.
В
Велосипедта
Виль елә генә!
Волейбол булһа,
Шунда елдерә.
В (Уы)
Ваҡ-төйәк менән булышып,
Вәли ваҡыт туҙҙыра.
Ватанға хеҙмәт итәм, тип,
Вәкил спортта уҙҙыра!
Ғ
Ғәзиз ғауғаны яратмай,
Ул китаптар ярата.
Ғилем донъяһына сумған,
Тимәк, ул – ғәмле бала.
Г
Газель-машина
Уйнатам гелән.
Һеҙҙе бейетәм
Мин гармун менән!
Д
Даян тырышып бая
Шундай һүрәт төшөргән:
Үҙе, дейеүгә ҡаршы
Дөлдөл менеп, көрәшә.
Ҙ
Ҙур йорттар төҙөп уйнай
Ғәҙел тигән бер малай.
Ҙур үҫкәс тә, төҙөүсе
Булырға тип ул уйлай.
Е
Етегән - ете егет, ти,
Кейеп алғандар елән.
Ерән аттарында елеп,
Улар еләккә елгән.
Ё
Ёлка, ёлка, беҙ һине
Һағынып көттөк йыл буйы!
Ж
Жираф жилет кейгән дә
Жонглер булып киткән, ти.
Жонглерҙар ярышында
Жюри булған, ти Жәүит.
З
Зоопаркка барғандар
Бер заман Зөһрә, Зилә.
Зебра тигән аттары
Залп бирә икән залда.
И
Был бит – ҡырмыҫҡа иләүе,
Иркә, илама!
Урап үтербеҙ, тип уға
Ирек аңлата.
Й
Йәй көнө йәшен йәшнәне,
Эй ҡойоп яуҙы ямғыр!
Артынса йылмайҙы ҡояш,
Һәм балҡып ҡалҡты йәйғор!
К
Кескәй булһа ла, Кәримдең
Көрәк уйнай ҡулында!
Ҡарҙар көрәп, көрттәр өйгән,
Тапап йөрөй юлын да...
Ҡ
Ҡумыҙ ята ҡумтала.
Ҡадир ярата ҡурай.
Уйнай Ҡадир ҡурайҙы,
Ҡурай донъяны урай.
Л
Ләлә лапаҫта уйнаған,
Һалҡын алдырған.
Лимон менән сәй эсергәс,
Ләлә һауыҡҡан.
М
Моратҡа – матур машина,
Ә Миләүшәгә – мунсаҡ.
Миҙалдар таға олатай.
Ә кем ярата мунса?
Н
Нурсилә нәски бәйләй,
Ә Нур ҡарай нимәгә?
Нисек бәйләйҙәр нәскиҙе? —
Ул ҡыҙығып күҙәтә.
Ң
Саңғы шыуғанда, Ильястың
Туңған һыңар быймаһы.
Моң тыңлап, быймаһын сисһә,
Шыуған тауҙан саңғыһы.
О
Оморҙаҡ оялта мине —
Йомортҡалар йоморо.
Ошолары ҡаҙҙыҡы, — ти. —
Тауыҡтыҡы – былары.
Ө
Өләсәйгә килеп төштө
Өфөнән Өлфәт туған.
Өфөлдәп тора өләсәй,
Булғанға Өлфәт уңған.
П
Ҡәләм пеналда ята,
Пенал парта өҫтөндә.
Пилотка – минең башта,
Пингвин – һыуҙың эсендә.
Р
Роман уҡый Рәсимә,
Күктә оса ракета.
Ринат ручка юғалтҡан,
Сәскә атҡан ромашка.
С
Сыйырсыҡ ояға осто,
Ә самолет – һауала.
Сәйҙәгә тип, сәскә өҙөп,
Сабир тора баҡсала.
Ҫ
Кеҫәл ярата Мираҫ,
Миҫал эшләй Ишморат.
Дөрөҫлөгөн тикшерә
Туйғас та, уҫал Мираҫ.
Т
Таҫма таҡҡан сәсенә
Минең Таңһылыу апай.
Тротуарҙа тамсы тама,
Таһир танк менән уйнай.
У
Урманға барыу өсөн
Урам аша үтәбеҙ.
Уҫаҡ үҫкән урманға
Урай-урай етәбеҙ.
Ү
Үлмәҫбикә йәй көнө
Күп үләндәр киптергән.
Үгәй-инә үләненең
Бер саҡ кәрәге тейгән.
Ф
Фуат факел тоҡандырған,
Фәнил фонарь ҡабыҙған.
Х
Халат кейгән Хәҙисә
Хәсәндән көтә хәбәр.
Һөйгәненә, һағынып,
Гел хаттар яҙа Хәбир.
Һ
Һибәт һарыҡтар көтә,
Һәҙиә һыйыр һауа.
Эше бөткәс, һабынлап,
Һаҡмарҙа битен йыуа.
Ц
Циркуль һыҙҙы аренаны,
Цирк күрһәтәләр унда.
Ч
Чапай булып уйнайҙар
Чабан булған малайҙар.
Ш
Шыршы үҫә урманда,
Шамил санала шыуа.
Шарҙар тотҡан Шәһиҙә,
Шәһит йәшенгән шкафҡа.
Щ
Щетка алып ҡайтҡан атай,
Щи бешерә әсәйем.
Ъ
Донъя матур, даръя сикһеҙ, -
Тип йырлай кескәй Яхъя.
Ы
Ыласын күккә ынтыла.
Ырыҫбай ырғый ерҙә.
Ыңғырсаҡ – атта, ышаныс
Ысын кешелә генә.
Ь
Ильяс ҡарай төньяҡҡа,
Ҡоштар осто көньяҡҡа.
Э
Эшкә китте атайым,
Этебеҙ һаҡлай өйҙө.
Ә
“Әлифба” уҡый Әлфиә,
Әсәйгә ярҙамлашам мин.
Ю
Юлай юрғаны эйәрләй,
Юрға юрта юл буйлап.
Я
Ямал яҡшы, ярҙамға ашыға,
Ялҡау ярҙам һорап, яр һала...
| 2018 йыл }}