0%

Иҙел ҡыҙы/IV бүлек ”Иҙел ҡыҙы” повесы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Иҙел ҡыҙы (Шиғырҙар, әкиәттәр, повестар)
автор Земфира Аҡбутина
.Нәшер ителгән: 2018 йыл. Сығанаҡ: "Китап" нәшриәте. -Өфө


1. «Эр»һыҙ сағым[edit]

Үҙемде белеүем «эр» өнөн әйтә белмәүҙән башланды. Ағай-апайҙарым минән:
– Исемең нисек? – тип һорай, ә мин «эр»һыҙ ғына яуап ҡайтарам:
– Әлфилә.

Улар миңә төрлө әйберҙәр күрһәтә. Мин барыбер «эр»һыҙ ҡабатлайым. – Был нимә?
– Салбал.
– Ә тегеһе?
– Бүлек.

Салбар менән бүрек тотҡан ағай-апайҙарым һыны ҡатып көлә, мине үсекләйҙәр.
– Һаҡау, һаҡау... Һаҡау менән уйнамайбыҙ. Һаҡауҙы уйнатмайбыҙ.

Улар минән ҡаса. Күҙҙәремдән йәштәр тама. Яңғыҙ ҡалғас, илай-илай «эр» өнөн әйтергә тырышам. Килеп сыҡмай. «Эр»лы әйберҙәрҙе тырышып-тырмашып ҡысҡырып ҡабатлайым. Юҡ, булмай. Күҙ йәштәрем аға башлай һәм мин туҡтайым.

Ағай-апайымдар минең менән уйнамағас, яңғыҙ ултырырға ғәҙәтләндем. Ул урын йә кәртә башы, йә мунса алды, йә умарта баҙының баҫҡысы була. Яңғыҙ ҡалһам, тағы «эр»лы әйберҙәрҙе ҡысҡырып атарға тырышам. . Килеп сыҡмағас, бөтә өндәрҙе берәмләп тә, ҡушып та ҡабатлайым. “Р” өнөн әйтә алмағас, ҡатыраҡ яңғыраған “ж”, “ш” өндәренә көс төшөрәм, уларҙы ҡабатлай торғас, хатта тауышым бөтөп китә.. Шулай бер йәй буйы теш үтмәҫ «эр» менән алыш¬тым. Яңғыҙ ҡалып ултырыу миңә йыш эләгә ине. Өлкән ағайым, апайым әсәйемдәр менән бесәнгә китә, икенсе апайым ҡустымды йоҡлата. Мин үҙемә баш, үҙемә түш булып, «эр» өнө менән алышам. Тырыша торғас, барыбер әйттем уны. Башта үҙ ҡолағыма ышанманым. Тағы ҡабатлап ҡараным. Сыға! «Эр»лы һүҙҙәрҙе әйтә башланым. Килеп сыға бит! Бер кемгә лә өндәшмәй, көн буйы «эр»лы һүҙҙәрҙе үҙ алдыма ғына әйтеп йөрөйөм. Ә шатлығым эсемә һыймай. Уны кем менәндер бүлешер кәрәк. Әсәйем янына йүгерәм.

– Әсәй, әсәй! Хәҙер мин «эр» тип әйтә беләм! – тим. – Бына әйтәйемме? Минең исемем – Әлфирә! Тағы «эр»лы әйберҙәрҙе атай башлайым. Әсәйем йылмая ла:
– Өйрәнгәнһең бит, – тип арҡамдан һөйә . Түбәм күккә тейгәндәй була. Бик ныҡ теләһәң һәм тырышһаң, бөтә нәмәгә лә теш үтә икәнен мин шулай дүрт-биш йәштәрҙә үк аңланым...

2. Йоҡлап ҡалыу[edit]

Әлиә апайым мәктәпкә өйрәнсеккә йөрөй башланы. Уға яҙға – ете, миңә биш йәш була.

– Мин дә барам, – тип ныҡышҡас, әсәйем апайыма эйәртеп, мәктәпкә ебәрҙе.

Унда шул тиклем оҡшаны! Иң артҡы партаға яңғыҙымды ғына ултыртып ҡуйҙылар, төҫлө ҡәләмдәр менән ҡағыҙға нимәнелер буяп ултырҙым. Ә апайымдар ниндәйҙер таяҡсалар һыҙҙы. Икенсе юлы ла эйәреп барҙым. Өсөнсө тапҡыр апайымдың сығып киткәнен абайламай ҡалдым, бүтәнсә мине ебәрмәнеләр ҙә. Ләкин уҡырға барыу теләге менән яна башланым.

Йәй ҙә етте. Әсәйемдән:
– Апайым ҡасан мәктәпкә бара? – тип һорайым.
– Көҙ еткәс, балам.
– Ә көҙ ҡасан етә?
– 1 сентябрҙә, ҡыҙым.

Йәй буйы бер кемгә лә өндәшмәй генә 1 сентябрҙең килгәнен көттөм. Ағай-апайҙарыма эйәреп, мәктәпкә барғым килә. Бына бер саҡ улар уҡыуға әҙерләнә башланы. Атай-әсәй форма, алъяп¬ҡыс, таҫма, китап-дәфтәр, сумка, башҡа кәрәк-яраҡ һатып алды.

Әсәйемә әйтеп ҡуйҙым:
– Апайым менән мин дә беренсе синыфҡа уҡырға барам!
Ә ул:
– Йәшең етмәгән бит әле, балам, – ти.
– Йәшем етмәһә лә, барам, – тим.
– Йәшең етмәгәс, алмайҙар, ҡыҙым.
– Алалар. Теге ваҡыт апайым менән йөрөнөм дә инде өйрәнсектә, – тим. Әсәйем өндәшмәй.

Иртәгә – 1 сентябрь. Ағай-апайҙарым кис буйы мәктәпкә әҙерләнде. Мин дә мәж килеп улар араһында йүгереп йөрөнөм.

Иртәнсәк уянып китһәм, өйҙә – тынлыҡ. Шомланып, тирә-яғыма ҡарайым: яҡтырған. Мин бит мәктәпкә барырға тейеш кеше! Әллә йоҡлап ҡалғанмынмы? Йүгереп өйҙө ҡарап сығам – бер кем юҡ. Тышта ла береһе лә күренмәне. Урамға атылам – ҡулдарына сәскәләр тотҡан бер нисә бала һәм өлкән кеше¬ләр мәктәп яғынан ҡайтып килә ине. Йүгереп ишек алдына инәм. Шым ғына илай-илай ҡап¬ҡа ярығынан байрамдан ҡайтыусыларҙы күҙәтәм. Әсәйем ҡайтыуға, илап хәлем бөткән ине. Саңлы ергә лып ултырҙым. Берәй нәмә өндәшерлек тә хәлем юҡ. Әсәйем ерҙән күтәреп алды ла йыуатҡандай итеп:
– Йәшең еткәс, һин дә мәктәпкә барырһың, ҡыҙым, – тине.
Ә мин:
– Йоҡлап ҡалғанмын бит, һеҙ ҙә уятмағанһығыҙ, – тип уға үпкәмде белдерәм. – Икенсе йыл мотлаҡ барасаҡмын!

Киләһе йыл да мәктәпкә йоҡлап ҡалдым. Йәшем еткәс кенә, беренсегә йәштәштәрем менән бергә барҙым. Бөтә нәмәнең дә һин теләгәнсә генә булмауын, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты етеү кәрәклеген миңә биш йәшемдә шулай аңлаттылар.

3. Көмөш тәңкәләр[edit]

Ике апайым бар. Ҙуры – Әлфиә, икенсеһе – Әлиә. Әлфиә апайымдан мин ҡурҡыңҡырайым. Сөнки ул, тыңлашмаһаң йә эш боҙһаң, әрләй, берҙе эләктерергә лә күп һорамай. Ә Әлиә апайымды яратам. Ул бер ваҡытта ла һуғышмай, мине һәр саҡ үҙе менән йөрөтә. Яңғыҙымды ҡалдырып, бер ҡай¬ҙа ла ҡасып китмәй.

Бер көн Әлфиә апайым беҙгә ун биш тинлек аҡса бирҙе лә кәнфит-печенье алырға ебәр¬ҙе. Магазинға тәүге тапҡыр килеүем. Йәй. Тышта эҫе, ә бында һалҡынса, рәхәт. Һатыусы ла яңғыҙы ғына. Кәштәләге әйберҙәргә ҡарап, иҫем китеп торам. Уңарсы Әлиә апайым һатыусыға көмөш тәңкәне һуҙ¬ҙы. Һатыусы бер устай «Кис-кис» тигән кәнфит, байтаҡ ҡына печенье үлсәне. Күҙем дүрт булды. Бәләкәй генә көмөш тәңкәгә күпме ниғмәттәр алырға була! Ҡайҙан алды икән Әлфиә апайым ундай аҡсаны? Яйын табып, һорашам:
— Апай, ул ун биш тинде ҡай¬ҙан алдың ул?
— Иҙән йыуғанда таптым.
— Ҡайҙан?
— Карауат аҫтынан!
— Улайһа, мин бөгөн иҙән йыуам!
— Йыу.

Тасҡа һыу һалып, эшкә тотонам. Карауат аҫтына инеп, һәр мөйөшөн тикшереп сығам. Бәлки, көмөш тәңкә иң төптә яталыр. Иҙәнде йыуып бөткәнсе шундай уй менән йөрөнөм. Ләкин аҡса табылманы.

Апайыма тағы барҙым:
— Иҙәнде йыуып бөттөм, ә аҡса юҡ, – тим, ҡайғырып. – Тағы ҡайҙан табырға була ундай тәңкәләрҙе?
— Аяҡ аҫтыңды ипләберәк ҡарап йөрөһәң, ерҙән дә табырға була. Тағы...
Апайым туҡтап ҡала. Мин уның ауыҙына текәлгәнмен. Бына-бына бик мөһим хәбәр әйтер кеүек. Тамшанып ҡуй¬ҙым: кисәге кәнфит-печенье¬ларҙың тәме һаман тел осонда тора! Беҙ тағы Әлиә апайым менән магазинға йүгерер инек. Тик ҡайҙа көмөш тәңкә? Апайым әйтһен генә! Ә ул күҙен ҡыҫа биреп:
— Тағы... атайҙың салбар кеҫәһендә күп. Тәңкәләре сыңлап-сыңлап китә, ишеткәнең юҡмы ни? Мин бөтөнләй шаҡ ҡатып торам.
— Юҡ, – тим.
— Йоҡлар алдынан салбарын сисеп, ултырғысҡа һала. Шунда тәңкәләре сыңлап-сылтырап китә. Салбарын кейгән саҡта, кеҫәһендәге аҡсалары төшөп китеп, карауат аҫтына ла тәгәрәй, – ти апайым. Мин ҙур асыш яһағандай, ауыҙымды асып торам.

Артабан ни тураһында һөйләшкәнбеҙҙер, хәтерләмәйем. Тик мин бөтә кеше йоҡлап бөткәс, атайым менән әсәйем ятҡан карауат эргәһендә атайымдың салбарын тотоп тора инем. Бер мәл... салбар кеҫәһенән көмөш тәңкәләр сыңлай-сылтырай иҙәнгә ҡойола башланы. Улар, гүйә: «Урлашырға ярамай!» – тип сылтырай ҙа иҙән буйлап тәгәрәп китә. Ҡулдан салбар ҙа төшөп китте, атайым да уянды. Мин, шаң¬ҡып, урынымда ҡатып ҡалдым. Атайым, күҙен асып-йомоп, башын ҡалҡытты ла:
— Бында нимә эшләп тораһың, ҡыҙым, бар йоҡла! – тине. Шунан ғына миңә йән инде. Нисек урыныма барып ятҡанымды иҫләмәйем.

Беренсе һәм аҙаҡҡы тапҡыр аҡса урларға барыуым, көмөш тәңкәләрҙең сылтырап иҙәнгә ҡойолоуынан шаңҡып, ҡатып тороуым, был хаҡта бер кем бер ни өндәшмәһә лә, хәтеремә мәңгелеккә уйылып ҡалды...

4. Кесерткәндең әсеһе[edit]

Беҙҙең тирәлә бала-саға күп. Яҙ етеү менән, ҡарҙан әрселгән ергә йыйылып, уйнай башлайбыҙ. Ергә һыҙыҡ һыҙып, быяла ырғытып та уйнайбыҙ.”Гөргөлдәк”, “Ун ике таяҡ”, “Һәйкәл”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Үгеҙ йөҙөк” – береһе лә ҡалмай. Иҙелдә боҙ китеүен бигерәк тә көтөп алабыҙ. Бөтә ауыл сыға боҙ китеүен ҡарарға.

Бына йәшәреп үләндәр сыға башлай. Унан баҡса, ҡойма буйҙарында кесерткәндәр күренә. Бәпкә кеүек йәш, асыҡ йәшел төҫтәге кесерткәндән яҙ һайын әсәйем кесерткән ашы бешерә.
— Йылына бер тапҡыр булһа ла кесерткән ашы ашау кәрәк, — ти ул. — Кесерткән витаминдарға бай, ашы һаулыҡ өсөн файҙалы.

Ә мин кесерткәнде яратмайым. Яңылыш сағылһаң да, сағылған тән шунда уҡ сабыртып сыға, урыны оҙаҡ әрнеп тора.

Бәләкәй булғанға, уйындарҙа бик ҡатнаштырмайҙар. Әлфиә һәм Әлиә апайымдарға эйәреп йөрөйөм шунда. Улар эшләй алған күп нәмәне мин эшләй белмәйем. Мәҫәлән, улар һә тигәнсе ҡапҡа башына менеп китәләр, ҡолонсаҡ кеүек әллә ҡайҙа йүгерекләп китәләр. Ә мин әле йүнләп йүгерә лә белмәйем. Шулай ҙа апайымдар ни ҡыланһа, шуны ҡыланып, арттарынан эйәреп йөрөйөм.

Шулай урам буйында уйнап йөрөйбөҙ. Йәй көндәрендә ауыл урамында тулып балалар йөрөй ҙә унда-һаяҡ ҡарт-ҡоро күренеп ҡала. Ә атай-әсәйҙәр колхоз эшендә йә бесәндә була.

Бына бер заман үр яҡтан былай табан туйтаң-туйтаң баҫып, Фәтхиямал әбейҙең килгәне күренде. Фәтхиямал инәйҙе ауылда берәү ҙә исеме менән әйтмәй, Һәтҡи әбей ти ҙә ҡуялар. Беҙ ҙә уның исеме шулай тип уйлайбыҙ. Шау-гөр килеп уйнап йөрөгән балаларҙың береһе был хаҡта хәбәр итергә лә өлгөрҙө:
— Үрге остан Һәтҡи әбей килә!
Бер бала:
— Әйҙәгеҙ, уны үсекләйек! – тигәйне, башҡалар уны эләктереп тә алды:
— Әйҙәгеҙ! Әйҙәгеҙ!

Ул ваҡытҡа Фәтхиямал инәй балалар төркөмөнә яҡынлашҡайны. Тулы кәүҙәле булғанға, уның атлауы ла алыҫтан мәрәкә тойола. Кемдер:
— Һәтҡи әбей, һимеҙ баҡа, һимеҙ баҡа! – тип сәрелдәне. Уға башҡалар ҡушылды. Хор менән тиерлек:
— Һимеҙ баҡа, һимеҙ баҡа! – тигән тауыш урамды яңғыратты. Мин дә баҡаның һимеҙен түгел, ябығын күргәнем булмаһа ла:
— Һимеҙ баҡа! – тип ҡабатланым.

Ул мәлгә әбей ыһылдай-ыһылдай, таяғын туҡылдатып, беҙгә бөтөнләй яҡынлашты.
— Ах, мин һеҙҙең кәрәгегеҙҙе бирәйем әле! – тип, таяғын болғап, балаларға ташланды. Ләкин бер бала ла тотторманы, барыһы ла ҡасышып бөттө. Мин дә ҡасырға уйлағайным, аяҡтарым мине тыңламаны. Урамда бер үҙем тороп ҡалдым. Таяғын алға һоноп, балалар баҫтырып йөрөгән инәй мине күреп ҡалды. Туҡтаны һәм баҡса янына китте. Итәге менән кесерткәнде өҙөп алды ла минең янға килде.
— Бына һиңә! Бына һиңә! – тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай, мине кесерткән менән һыҙырырға тотондо. Мин аҡырып илап ебәрҙем.
— Ҡабат әйтәһеңме? Ҡабат әйтәһеңме?- тип һамаҡлай-һамаҡлай саҡтырҙы ул мине кесерткәндән.

Сағылмаған ерем ҡалмағандыр. Бөтә балаларҙың үсен бер миңә төшөрөп, Һәтҡи әбей китеп барҙы. Мин урынымда нисек торғанмын, шул ерҙә аҡырып илап тороп ҡалдым. Әбей күҙҙән юғалғас ҡына, ҡапҡа баштарынан төшөп, апайымдар яныма килде.

Кис көнө сабыртҡан ерҙәремде күрһәтә-күрһәтә, әбейҙе әсәйемә ошаҡланым. Ул:
— Бушҡа һыҙырмағандыр әле, нимә булды һуң? – тине. Әсәйем, әүлиә тиерһең, бөтәһен дә белеп тора. Мин, шуны ғына көткәндәй:
— Һәтҡи әбей, һимеҙ баҡа, һимеҙ баҡа, тинек!
Әсәйем көлөмһөрәне лә:
— Оло кешегә шулай әйтәләрме ни инде?! – тине лә ҡуйҙы.

Кесерткәндең урыны оҙаҡ әрнене. Уның әсеһе кешегә эйәреп, ололарҙы үсекләмәҫкә тигән һабаҡ бирҙе.

5. Серле йомортҡалар[edit]

Март аҙаҡтары. Башымды ла ҡалҡыта алмай, өсөнсө көн ауырып ятам. Мин сирләгәс, ағай-апайҙарым ип¬ләп кенә баҫып йөрөй, шым ғына һөйләшә. Уйнарға сыға алмайым, көн менән төн буталды. Шулай ята торғас, бер мәл өйҙө ҡолаҡ шаңҡып китерлек тынлыҡ баҫты. Иртәнсәктер, тип уйлайым. Ағай-¬апайҙарым мәктәптәлер, миңә унда бараһы түгел, бәләкәймен әле. Әсәйем ҡайҙа икән? Ниңә уның тауышы ишетелмәй? Борсола башланым. Ләкин торорлоҡ хәлем юҡ. Шул саҡ ишек асылып китте һәм әсәйемдең тауышы ишетелде. Йөрәккә йылы йүгерҙе. Шым ғына уның яныма килеүен көтә башланым. Ә ул:
– Әлфирә, тор әле, ҡара, һинең тыуған көнөңә тауыҡтар ниндәй йомортҡалар һал¬ған! – тине. Мин тороп ултырҙым:
– Әсәй, бөгөн минең тыуған көнөммө?
– Эйе, ҡыҙым. Бөгөн – һинең тыуған көнөң.
– Ә тауыҡтар минең тыуған көнөмдө ҡайҙан белгән?
– Белгән инде, ҡыҙым, белгән...
– Ә ҡайҙа ул йомортҡалар?
– Бына бында, кил, ҡыҙым, табын янына!

Үҙе түрбаш янында булыша. Минең шул тиклем ул серле йомортҡаларҙы күргем килә! Ипләп кенә тороп, әсәйем янына барам. Ә унда... табаҡ¬та...береһенән-береһе сағыу төҫтә... йомортҡалар күҙҙең яуын алырҙай булып ята.

Бер килке иҫем китеп ҡарап торҙом. Быға тиклем минең бер ваҡытта ла төҫлө йоморт¬ҡаларҙы күргәнем юҡ ине. Элеккеләре гел аҡ ине. Тауыҡтар төҫлө йомортҡа ла һала икән... Шул асышыма баш була алмай, аптырап ҡарап торам. Әсәйем:
– Тауыҡтар тыуған көнөңә бүләк яһағандар, кил, берәй¬һен ашап ал! Хәлең юҡтыр инде, ауыҙыңа ризыҡ ҡапмай оҙаҡ яттың, әйҙә, ултыр, сәй эс, – тип мине өҫтәл артына ултыртып та ҡуйҙы. Алдыма әрселгән йомортҡа һалды һәм:
– Аша, балам! Йомортҡа бик туҡлыҡлы ул, хәл инеп китер. Хәтерҙе лә яҡшырта, мейе яҡшы эшләһен өсөн уны ашар¬ға кәрәк, тиҙерәк шәбәйер¬һең, балам! – тип йомшаҡ ҡына әйтә. Ана ниндәй серҙәре бар икән йоморт¬ҡаның! Әсәйемдең белмәгән нәмәһе юҡ! Ул йомортҡаның ағы менән һарыһын киҫәктәргә бүлеп алдыма һала.

Минең бер нәмә лә ашағым килмәй. Шулай ҙа ипләп кенә бер аҡ киҫәкте тәм тоймаған ауыҙыма һалам. Сөнки тиҙерәк шәбәйгем килә! Хәл инеүен теләйем! Табаҡтағы йомортҡаларҙы берәмләп һыйпап сығам. Уларҙың береһе – һары, икенсеһе – йәшел, өсөнсөһө – ҡыҙыл, тағы әллә ниндәй төҫтәр бар...

Әсәйем:
– Бына алты йәшеңә алты төҫлө йомортҡа һалған тауыҡтар, – ти.

Тиҙҙән мәктәптән ағай-апай¬ҙарым ҡайтты. Улар табынға ултырғас, әсәйем баяғы яңылыҡты туғандарыма ла әйтте. Ә мин тыуған көнөмә тауыҡтар бүләк иткән төҫлө йомортҡаларҙы ағай-апайҙарыма таратып сыҡтым. Иң беренсеһен Әнүр ағайыма бирҙем. Әсәйем өлөш бүлгәндә атайымдан башлай бит. Атайым – шофёр, әле ул рейста. Икенсеһен – Әлфиә апайыма, өсөнсөһөн Әлиә апайыма бирҙем. Тышта уйнап йөрөгән Әхсән ҡустым ингәс, береһен уға тотторҙом. Береһе үҙемә булды, алтынсыһын әсәйемә бирҙем. Әйҙә йомортҡаны ашап, уларҙың хәтере яҡшырһын, баштары шәп итеп эшләп китһен, тип уйланым мин. Хәлһеҙлектән башым әйләнә, шулай ҙа туғандарым менән мәж киләм. Уларҙың араһында йөрөү миңә шул тиклем оҡшай! Тыуған көнөмдә күңелле, төҫлө йомортҡалар бигерәк матур!

Был серле йомортҡалар ҡыуанысынан мин шәбәйеп киттем. Башҡа ул көндө ятманым, урынымды матур итеп йыйып ҡуйҙылар.

6. Баҡса ҡараҡтары[edit]

Беҙҙең баҡсабыҙ ҙур. Кишер түтәлдәре генә ике-өсәү, һуған да шул сама, ә помидор, кәбеҫтә, ҡыярҙарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Йәшелсәгә беҙ иртәле-кисле һыу ҡоябыҙ. Көндөҙ шуның өсөн Ағиҙелдән һыу ташып ҡуябыҙ.

Ҙур булғас, йәшелсә тәгәрәшеп ятҡас, мин бөтә кешенеке лә шулайҙыр тип уйлай торғайным. Ләкин... күрше-күләндең баҡса үҫтермәүен һуңғараҡ белдем...

Әсәйем кәбеҫтәне – ағас мискәгә, ҡыярҙарҙы быяла банкаларға һалып тоҙлай. Ҡыш көндәрендә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары: «Бер-ике баш булһа ла тоҙло ҡыяр бир әле, Зәйнәп еңгә!» – тип йыш килә. Бер кемдән дә бер нәмә лә йәлләмәй әсәйем, биреп сығара. Беҙҙе лә: «Хоҙай Тәғәлә Хызыр Ильясын төрлө сүрәткә индереп ебәрер, шуға өйөңә килгән кешене асыҡ йөҙ менән ҡаршы алырға кәрәк», – тип өйрәтә. Йәйҙең эҫе бер көнөндә Хоҙай Тәғәлә беҙгә Хызыр Ильяс сүрәтендә насар кешеләрен ебәрҙе. Әсәйемдәр бесәнгә киткәйне. Бер мәл ишек алдыбыҙға малайҙар килеп инде. Өйҙә Әлиә апайым менән икебеҙ генә. Әлфиә апайым да бесәнгә киткән. Теге малайҙар:
— Беҙҙе баҡсағыҙға индерегеҙ! – тип талап итте.

Их, Әлфиә апайым булһа, быларҙың кәрәктәрен биреп, кире бороп сығарыр ине. Ул – уҫал. Унан тирә-яҡ малай¬ҙары ла, беҙ ҙә ҡурҡабыҙ. Ә Әлиә апайым менән мин йыуашбыҙ, беҙҙән бер кем дә шөрләмәй. Әле лә күктән төшкән кеүек килеп баҫҡан дүрт-биш малай алдында ҡалтырап төштөк. Өндәшмәй генә баҡса янына алып килдек. Ә уның ҡапҡаһында ҙур йоҙаҡ эленеп тора. Малайҙарҙың Риф тигәне:
— Йә, кемегеҙ тиҙ генә баҡсаға төшөп, беҙгә ҡыяр алып бирә? – тине ҡаты итеп. Мин күп уйлап торманым, өйрәнелгән юл менән ҡоймаға үрмәләнем һәм бер минуттан баҡса эсендә инем. Риф атаман:
— Ырғыт, ырғыт ҡыярҙарҙы! – тип фарман биреп торҙо, мин түтәлдә күренеп ятҡан ҡыяр¬ҙарҙы баҡса тышына ырғыта башланым. Малайҙар уларҙың һәр береһен һауала уҡ эләктереп ала. Ә ҡыяр¬ҙар салбар кеҫәләренә инеп юғалып тора.
Атаман:
— Ярар, етер! – тип бойорғас ҡына, туҡтаным. – Сыҡ, әйҙә!

Етеҙ хәрәкәттәр менән ҡойма аша ырғып, баҡсанан сыҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әлиә апайым эргәһенә барып баҫтым. Теге Риф:
— Әсәйеңә беҙҙең килгәнде әйтһәгеҙ, тағы килеп, туҡмап китәбеҙ, – тип бармаҡтары менән янап, ҡурҡытып, күҙҙән юғалдылар. Быға тиклем шым ғына торған Әлиә апайым менән мин, улар сығып китеү менән, оҙаҡ ҡына тыйыла алмай иланыҡ. Апайымдар бесәндән ҡайтҡас та, тегеләрҙе ошаҡланыҡ.
— Баҡса бикле бит, унда нисек инделәр? – тине, әсәйем аптырап. Апайым менән бер-беребеҙгә ҡараныҡ. Өлкәндәр өйҙә юҡта, баҡсаға гел шул юл менән йөрөйбөҙ. Бигерәк тә мин оҫтарып алғайным. Оялышымдан башымды эйҙем. Шулай ҙа әсәйгә аңлатып бирергә тура килде. Ул көрһөндө лә:
– Туҡта, Рифтең әсәһенә барып киләйем әле, – тип, ҡаты баҫып сығып китте.

Теге малайҙар беҙҙең тирәлә башҡаса күренмәне. Мин дә баҡсаға ҡойма аша инмәй башланым.

7. Тауға сәйәхәт[edit]

Ауылыбыҙ ҡаршыһында бейек тау бар. Өйөбөҙҙән сыҡҡас, урам аша үтһәң, тыҡрыҡ осона барып төртөләһең, уның буйлап йүгерһәң, тауҙың итәгенә киләһең дә етәһең. Шулай бер көндө тау итәгендә уйнап йөрөй торғас, Әлфиә, Әлиә апайымдар түбәһенә менергә уйланы. Минең бер ваҡытта ла был бейек яланғас тауҙың башына күтәрелгәнем юҡ. Шулай булһа ла, апайымдарҙан ҡалышманым. Таштарға, үләндәргә тотона-тотона, имгәкләп тигәндәй, өҫкә үрмәләйем. Ми¬ңә ошолай бейеклекте яулау хатта оҡшай ҙа башланы. Тау¬ҙың уртаһына еткәс, ултырып ял итеп алдыҡ. Бына ҡыҙыҡ: аҫтағы өйҙәр бәләкәй генә булып күренә. Әлегә беҙҙеке күҙгә салынмай. Әлфиә апайым:
— Тауҙың башына менеп еткәс, беҙҙең өйөбөҙ ҙә күренә! – ти.

Тиҙерәк күреү теләге менән тауҙың икенсе яртыһына үрмәләйбеҙ. Бына менеп тә еттек! Ултырып, өйөбөҙҙө эҙләй башланыҡ. Күренә – таптым өйөбөҙҙө! Ҡыуаныстан урыныбыҙҙан һикереп тороп, ҡысҡырыша башланыҡ:
— Оһо-һой!

Тау башында яңы донъя асылды: төрлө сәскәләр, быға тиклем күрмәгән үләндәр үҫеп ултыра. Арыраҡ урман башлана. Әлфиә апайым:
— Әйҙәгеҙ, анау иң ситтәге ҡайынға кем тәүҙә барып етер икән, – тине лә йүгерҙе. Уның артынан – Әлиә апайым, шунан мин һөйрәләм. Ниңә шулай тип әйтәмме? Артта ҡалһам, Әлфиә апайым гел: «Ниңә һөйрәләһең?» – тип шелтәләй.
— Ҡайынға еттек. Уны ҡосаҡлап оҙаҡ баҫып торҙом, ап-аҡ ҡына олонон һыйпаным. Яурынымды нимәлер әсе итеп семетеп ал-ғанға, ҡысҡырып ебәрҙем.
— Ҡырмыҫҡалар, – тип Әлфиә апайым башымдағы, кейемемдә йүгерешкән бөжәктәрҙе ҡағып төшөрҙө.

Хәл алғас, йүгереп йөрөп сәскә йыйҙым. Ҡайтҡас та һыу¬ға ултыртып ҡуйырмын. Сәскәмде ҡайын күләгәһенә һалып, уның янында йәшенмәк уйнап алдыҡ. Ағастан арыраҡ ҡырмыҫҡа иләүен күреп ҡал¬ғас, уларҙы күҙәтергә тотондоҡ. Кипкән ботаҡ алып, Әлфиә апайым иләү өҫтөндә тотоп тор¬ҙо. Ҡырмыҫҡалар уның буйлап йүгерешеп йөрөнө. Шунан апайым ботаҡты башта үҙе яланы, унан беҙгә бирҙе. Әскелтем генә тәм сыға ине.
— Файҙалы ул, – тине апайым.

Һыуһатҡан икән. Ҡайтырға булдыҡ. Тағы тауҙың ҡаҡ башына килдек. Ултырып, йәнә ауылды күҙәттек. Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Ә беҙгә төшөргә кәрәк. Ҡуҙғалдыҡ. Түбәнгә ҡарағайным, ҡотом осто. Үҙемде туп һымаҡ күҙ алдына килтерҙем. Хәҙер түбәнгә тәгәрәйәсәкмен һәм һытылып бөтәсәкмен. Ҡур¬ҡы¬шымдан ҡысҡырып ебәрҙем:
— Төшмәйем! Бынан төшмәйем!
Ә Әлфиә апайым йүгереп төшөп тә китте. Әлиә апайым бер-икене атланы ла, мине көтөңкөрәп, туҡтап ҡалды. Илап ебәрҙем һәм тағы ла ҡысҡырыбыраҡ ҡабатларға тотондом:
— Төшмәйем! Ҡурҡам!
Әлфиә апайым да туҡтаны, кире килде һәм мине етәкләп алды, тау түбәненә әйҙәне. Ә мин, ҡарышҡаҡ кәзә бәрәсе шикелле, ергә лыпын ултыр¬ҙым да тағы ла ярһыбыраҡ ҡысҡыра башланым:
— Тәгәрәп үлгем килмәй! Үлгем килмәй!
Әлиә апайым да кире килде. Улар нимә тураһындалыр һөйләште. Мин илауҙан туҡтаманым. Әлфиә апайым:
— Киттек! – тине.
— Ҡайҙа?
— Күрерһең.

Тау түбәненә булмағас, күндәм генә апайымдар артынан эйәрҙем. Беҙ тау буйлап киттек һәм һөҙәк кенә бер ергә еттек.
— Был нимә? – тип һорайым.
— Был – үҙәк.
— Ошонан төшәбеҙме?
— Эйе.

Үҙәк буйлап аҫҡа юл төшә. Беҙ шул һуҡмаҡтан түбәнгә атлайбыҙ. Минең күҙем йәшләнә.
— Бында ҡайһылай матур юл булған. Ә һеҙ мине бейектән, юлһыҙ ерҙән төшөрмәксе булдығыҙ.
— Был юл түгел.
— Ә нимә һуң?
— Һуҡмаҡ.
— Ниндәй шәп һуҡмаҡ булған, ә һеҙ мине бейектән төшөрмәксе итәһегеҙ, – тип йәнә үпкәмде белдерәм. Ҡапыл туҡтап ҡалдым. Сөнки ҡулымдағы сәскәләргә яңы иғтибар иттем. Усымда уларҙың һабағы һытылып бөткән һәм һулыған ине.
— Тағы нимә булды?

Иң алдан барыусы Әлфиә апайым кире яныма килде. Усымды асып, сәскәләргә күрһәттем дә, иларҙай булып:
— Үлгәндәр, – тинем. Апайым усымды һелкетте. Ә ундағы сәскәләр ергә ҡойолдо. Мин тағы иларға уйлағас:
— Барыбер һулығандар, – тине. – Бар, алдан төш, мин артыңдан барам.

Шулай ике апайымдың уртаһында тауҙы төшөп еттем. Беҙ, ҡыр кәзәләре кеүек, өйгә табан йүгерҙек.

8. Һонторәфис[edit]

Минең сәстәрем һары төҫтә. Ә апайымдарҙыҡы, Фәнүр менән Әнүр ағайҙарымдыҡы ҡара дегет кеүек. Шуға ла беҙҙең өйгә береһе килеп инһә, мотлаҡ миңә төртөп күрһәтеп:
– Ҡайҙан килгән был урыҫ ҡыҙы? – тип һорай. Өйрәнеп бөтөргә лә ваҡыт инде, шулай ҙа һәр саҡ һағайып, берсә әсәйемә, берсә атайыма ҡарайым. Бәлки, ысынлап та, мин улар¬ҙың ҡыҙы түгелдер, берәй урыҫ бында ҡалдырып киткәндер? Әсәйемдәр: «Үҙебеҙҙеке ул», – тип әйтһә генә эсемә йылы йүгерә.

Шулай нәҙек оҙон булып үҫеп киләм. Күрше-күләндәге тиҫтерҙәр менән көн дә уйындар ҡорабыҙ. Бигерәк тә «Гөргөлдәк»те яратабыҙ. Уйынды башлар алдынан түңәрәккә теҙелеп баҫабыҙ ҙа: Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе боҙолған.
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған? – тип һанашмаҡ әйтәбеҙ. «Булған» һүҙе төртөлгән кеше берәй һан әйтә. Һандың иң аҙаҡҡыһы кемгә төбәлә, шул көтөүсе була. Көтөүсе бура мөйөшөндә ҡала. Урам яғында беҙгә яңы өйгә тип бура башлағайнылар, уйын өсөн бик йәтеш булды ул. Көтөүсе мөйөшкә ҡарап:
Бер, бер, бер әтәс,
Ике тауыҡ, бер әтәс, – ти ҙә иллегә тиклем һанай башлай. Ул һанағансы, башҡалар йәшенеп бөтә. Аҙаҡ көтөүсе уларҙы эҙләргә тотона. Кемде таба, шуның исемен ҡыс¬ҡырып әйтеп, бура мөйөшөнә барып туҡылдатырға тейеш. Тапҡан кешеһе унан алда барып өлгөрһә, теге ҡайтанан көтөүсе була. Аҙаҡ яңынан түңәрәккә теҙеләбеҙ.

Шулай бер көн тыҡрыҡ буйында йыйылдыҡ. Һанашмаҡҡа теҙелдек. Ҡапыл берәү:
– Әйҙә, оҙонлоҡ буйынса баҫайыҡ! – тине. Әлиә апайымдың йәштәше Сәриә беҙҙе теҙә башланы. Мине кемдеңдер артына баҫтырғас:
– Бынау Әлфирә апаһынан да оҙонораҡ булып үҫеп килә, – тине һәм Әлиә апайымды минән һуң ҡуйҙы. Әйтерһең, апайымдың үҫмәүенә мин ғәйепле. Башҡаларға Сәриәнең һүҙе етә ҡалды.
– Һонтор! Һонтор! – тип үсекләй ҙә башланылар. Ә береһе:
— Һонторәфис! –тине.
— Уныһы нимә була? – тим, үпкәләп.
— Һонторәфис – ул һонтор әфисәр. Элек әфисәрҙәр шулай һары сәсле, нәҙек оҙон бул¬ған, – тине теге «белемсе». Уға эйәреп, башҡалар ҙа миңә төртөп:
— Һонторәфис! Һонторәфис! – тип ҡабатланы. Быларҙа уйын ҡайғыһы китте. Мине уратып алдылар. Сәриә тағы:
— Был һонтор Әлфирә апаһын үтеп бара! Шулай һәйбәт буламы инде? Апаһы ҡыҫҡа, һеңлеһе оҙон! – тине.
– Сабата менән кешенең башына һуҡһаң, ул үҫмәй, ти өләсәйем, – тине береһе. Сәриә бик мөһим эш башҡарырға йыйынғандай:
– Сабатаны ҡайҙан алабыҙ инде? Хәҙер ундай нәмә юҡ бит! – тине.
– Сабата булмаһа, башҡа аяҡ кейемдәре лә ярайҙыр инде, – тине теге «белемсе». Улар шулай минең оҙон булыу «хатаһын» төҙәтергә уйланы, ахыры. Мин ҡурҡыныс янағанын тойҙом. Әлиә апайым:
– Бушты һөйләмәгеҙ! – тип әйтеп ҡарай. Ләкин тыңлау ҡайҙа?! Бөтәһе лә аяҡ кейемдәрен тотоп, һикерешә башланы. Мин ҡасып китмәксе булғайным, түңәрәкләп уратып алған балалар төркөмө миңә аяҡ кейемдәре менән ябырылды. Башымды һаҡлау өсөн ҡулымды түбәмә ҡуйып өлгөрҙөм. Шап та шоп сандалиҙар, тәпешкәләр тупылдай ҙа башланы. Мин ергә һығылып төштөм. Үҙем:
– Һуҡмағыҙ башыма! – тип ҡысҡырам. Тегеләр:
– Апайыңдың үҫеүен теләмәйһеңме? – тип һамаҡлап-һамаҡлап һуғыуын дауам итә. Ә Әлиә апайым мине ҡурсалап, ҡулы менән тегеләрҙе ҡыуа:
– Алйот итеп ҡалдырырға уйлайһығыҙмы ни һеңлемде? Һуҡмағыҙ! – тип ҡысҡыра. Мин аҡырып илай башланым. Апайымдың һүҙе тәьҫир иттеме, тауышымдан ҡурҡтылармы, ҡапыл ҡасышып бөттөләр. Тыҡрыҡ буйында Әлиә апайым менән генә тороп ҡалдыҡ. Ул яныма ултырҙы. Аҡырып илауымдан туҡтап, апайыма:
– Мин һинең үҫеүеңде теләйем ул, – тим.
– Үҫеү-үҫмәү уға ҡарамай. Ә кеше башына аяҡ кейеме менән һуғып иҫәр итеп ҡалдырыр¬ға була, – тип ерҙән тартып тор¬ғоҙҙо. Өҫтөмдәге саңды ҡаҡҡыланы. Билемдән ҡосаҡлап:
– Әйҙә, ҡайтайыҡ! – тине.

Башҡаса мин ул балалар менән уйнаманым.

9. Муйылға барыу[edit]

Йәйҙең матур көндәренең береһендә муйыл бешеүен хәбәр иттеләр. Ул йыл һайын уңмай. Булған сағында бөтә ке¬ше лә емешенә йөрөй, уны киптерә, ваҡлап, шәкәр ҡомо ҡушып, ҡышҡылыҡҡа ултыртып ҡуя. Беҙ ҙә ике апайым менән бер көндө Боһондо йыл¬ғаһы буйына муйылға йыйындыҡ. Йылғаһының исеме есеменә яҡын. Тау эргәһендәге ағастар араһынан боҫоп ҡына ағып килә лә Ағиҙелгә ҡоя. Беҙ шул тирәгә туҡталырға булдыҡ, муйыл да суҡ күренә. Тәүҙә Боһондоноң «боһоп ҡына» аҡҡан еренән ҡапыл оло Иҙелгә ҡушылған урынын иҫебеҙ китеп ҡарап торҙоҡ. Һыу инеп алдыҡ. Унан үҙебеҙ менән алған икмәктәрҙе муйылға ҡушып ашап, тамаҡ ялғаныҡ. Аҙаҡ йүгереп төшөп, йылғанан ятып һыу эстек. Үҙе бәләкәй генә булһа ла, таҙа ул, ваҡ ҡына балыҡтары ла бар. Ә балығы булған һыу саф бу¬ла. Улар ошо һыуҙа ғына йәшәй. Быны ла апайымдар һөйләне. Мин нимә беләйем инде, әле мәктәпкә лә бармағанмын. Әлфиә апайым башта ҡарап йөрөп, муйыл ағастарын һайланы. Һәр беребеҙгә – берәү. Минеке – иң ситтәгеһе. Улар¬ҙыҡы – төптәрәк. Муйылдың тәлгәштәрен һыҙырып алам да һауытыма тирәм. Әлфиә апайым килеп өйрәтеп китте. Тик тәлгәштәге муйылдар тиҙ тирелеп бөтә. Туҡта, ағастың башына менеп, күп итеп ботаҡтарын һындырайым да бер юлы ултырып тирәйем. Һауытым да тулыр. Шул уйҙар менән өҫкә үрмәләйем. Ботаҡтан-ботаҡҡа күтәреләм. Һындырып алырлыҡ тәлгәшлеләре күренмәй. Тағы өҫкәрәк менәм. Шулай ағастың иң башына еттем. Бында муйыл шундай суҡ! Ботаҡтарҙы ергә ырғыта башланым. Ә улары аҫҡа төшөп етмәй, башҡаларына эләгеп ҡала. Ағасты һелкетәм. Шулай итһәң, тегеләре яйлап ҡына аҫҡа оса. Байтаҡ ырғыттым инде, иң остағы бер суҡлы ботаҡ баянан бирле күҙҙе ҡыҙ¬ҙырып тора. Шуны ғына алайым да төшөрмөн, тим. Ынтылып ҡына һындырҙым да аҫҡа бырғаным. Ә ул, ҡарыш¬ҡандай, тағы ботаҡҡа һағып ҡалды. Көс менән ағасты тегеләй-былай һелкетә башланым. Шул ыңғайға нығыраҡ эйелепме, ҡапыл үҙем ултыр¬ған ботаҡ шытыр итеп ҡалды. Минең ҡотом осто. Тотонор өсөн икенсе ботаҡҡа һонолдом. Тик һелкенеп торған ағас¬та кәүҙәмде тота алманым. Башым әйләнеп китте. Ерҙең миңә табан килгәнен тойҙом. «Нисек ер миңә табан килә ала?» – тип уйлап ҡына өлгөр¬ҙөм, донъя ҡараңғыланды. «Дыңҡ» иткән тауыш ҡолағыма салынды.

Күпме ятҡанмындыр ерҙә, бер саҡ ҡоштар сутылдашҡан тауыш ишетелде. «Улар ҡайҙа һайрайҙар икән, ә үҙҙәре күренмәй?» – тип уйлайым. Күҙемә ҡып-ҡыҙыл һәм түп-түңәрәк ҡояш салынды. Ул шул тиклем эҫе бөркә. Ана, ҡаршымда – үҙем муйыл йыйған ағас. Бер ботағы һынған, һерә¬йеп тора. Моғайын, шунан ҡолап төшкәнмендер. Ул асыу¬ланып ҡарағандай тойолдо. «Был ботаҡ хәҙер ҡорор инде», – тип әсенәм эстән генә.

Ҡулымды ла, аяғымды ла – бер еремде лә тоймайым. Аяғым һындымы икән?! Хәҙер кем күтәреп алып ҡайтыр? Әллә ҡулым һынғанмы? Ҡуҙғалырға ҡурҡып ятам. Башым геүләй. Апайымдар килеп етте.
— Ни эшләп тауышың сыҡмай? – тип килгән Әлфиә апайым, мине күргәс, ҡурҡып китте. Эргәмә ултырҙы. Уның артынан Әлиә апайым да яныма сүгәләне. Ипләп кенә бөтә кәү¬ҙәмде тикшереп сыҡтылар. Башымды ҡалҡыттырҙылар. Ҡулдарымды ҡапшанылар.
– Ҡан-фәләне күренмәй, һыҙырылған урыны бар, – тине Әлфиә апайым.
— Яйлап ҡына ултыр әле!
Ултырҙым. — Баҫып ҡара әле!
Ипләп кенә тороп баҫтым.
— Ҡайтабыҙ! – тине апайым.

Мин һындырып төшөргән ботаҡтарҙы икәүләшеп тиҙ генә тирҙеләр. Унан Әлфиә апайым мине ҡултыҡлап, Әлиә апайым һауытымды тотоп, ҡайтыу яғына йүнәлдек.

Бынан һуң бер ваҡытта ла ағастың иң башына менеп, уны һелкетмәнем. Башҡаса муйылға барып, ботаҡ һындырып йөрөмәнем.

10. Бесәндән ҡайтыу[edit]

Бер көндө әсәйем беҙ өсәүҙе сабынлыҡҡа ебәрҙе.
– Бакуйҙа ятҡан бесән бар. Бер-ике күбә булһа ла күбәләп ҡайтығыҙ, – тине. Был һүҙҙәр, әлбиттә, Әлфиә апайыма әйтелде. Әлиә апайым менән мин уға иптәш булып барабыҙ.

Аҙыҡ-түлекте сепрәк моҡсай¬ға һалдыҡ та сығып киттек. Башта үҙәктән ҡаршылағы тау¬ға мендек. Унан юл буйлап киттек. Иртә булғас, һалҡынса. Бы¬на бойҙай баҫыуына ла еттек. Әҙерәк барғас, Олоҡман соҡоро ята.
– Ниңә Олоҡман соҡоро тигәндәр икән? – тип һорайым.
– Олоҡман тигән кеше төшөп үлгән, шуға ҡушҡандар, – ти Әлфиә апайым. Миңә шомло булып китә. Соҡор үҙе күренмәй, тирәләп өйкөм-өйкөм булып үҫкән ағастар ғына япраҡтарын елгә шыбырлатып, беҙҙе сәләмләгәндәй тойола.
– Олоҡман соҡоро менән Кәмәше мәмерйәһе бик элекке замандарҙа ҡушылған булған, – тип һүҙгә Әлиә апайым ҡушыла. – Кешеләр ауылға яҡын мәмерйәнән төшөп, ошо соҡор¬ға килеп сыҡҡан. Бигерәк тә яу ваҡытында был йәшерен юл иҫәпләнгән.

Иҫем китә. Апайымдар ҡай¬һылай күпте белә!
– Хәҙер уңға боролабыҙ, – ти Әлфиә апайым, – Яҙҙауар ҡаяһының башына етәбеҙ.

Иген баҫыуы араһынан һуҙыл¬ған һуҡмаҡ беҙҙе ағаслыҡ ҡырына алып килде.
– Инде тауҙан төшәбеҙ, – алдан барған Әлфиә апайым фармандарын бирә генә. – Аяҡ аҫтығыҙҙы ҡарап атлағыҙ. Юлда арҡыры ағастар ята, эләгеп йы¬ғылмағыҙ. Һуҡмаҡ буйында шыма үләндәр үҫә, тайып китһәгеҙ, уларға тотонмағыҙ, ҡулығыҙҙы ҡырҡыуы бар, ағас ботаҡтарына йәбешергә тырышығыҙ. Юлыбыҙ үҙәк эргәһенән үтҡәндә, абай булығыҙ. Ипләберәк атламаһағыҙ, тайып китеп, аҫҡа тәгәрәп төшөп китәсәкһегеҙ. Аяҡ аҫтымды ҡарап ҡына барам. Арҡыры ятҡан ағастар, шыма үләндәр, тәрән үҙәк, тай-ғаҡ һуҡмаҡ – бөтәһе лә булды, юл ситендәге ағас ботаҡтарына тотона-тотона төшөп еттек был тауҙы. Ултырып ял итеп алдыҡ. Әлфиә апайым йәшерелгән урындан баҡырсаны алды ла беҙҙе һыуға ебәрҙе. Үҙе кибә башлаған бакуйҙарҙы әйләндерергә ҡалды. Беҙҙең сабынлыҡ Яҙҙауарҙа. Һыу юлы менән дә килергә була бында. Тик әлегә йылға ташҡан, ҡойма ямғыр¬ҙар¬ҙан һуң ҡайтмаған. Шуға әсәйем беҙҙе тау юлы буйлап ебәр¬ҙе лә инде. Киттек Әлиә апайым менән Ағиҙелгә. Машина юлына төшөп алғас, тиҙ барып еттек. Апайым йылғаға төшкәс, уны сәләмләп алды, битен-ҡулын сайҙы, унан төпкәрәк барып, баҡырсаға һыу тултырҙы. Үҙе миңә ҡарап:
– Иң беренсе йылға менән һаулыҡ һорашырға кәрәк. Һыу¬ға килгәс, битте-ҡулды йыумай ҡайтырға ярамай. Уны эскәс, йылғаға рәхмәт әйтергә кәрәк, – тине.
– Ниңә икән? – Миңә бөтә нәмә ҡыҙыҡ ине.
– Юҡһа Һыу эйәһе асыулана.

Һыу эйәһенән ҡурҡыпмы, апайымды тыңлапмы, мин дә тиҙ генә йылғаға төшәм. Һыуы¬быҙҙы алып, кирегә атланыҡ. Бер аҙ шөрләтә. Шым ғына барабыҙ. Уң яҡтағы ағаслыҡ шомло тойола. Ә һулда – һоло баҫыуы. Мин инде бойҙай менән һолоно танырға өйрәндем. Беҙ килеп етеүгә, Әлфиә апайым усаҡ тоҡандырғайны. Баҡырсаны аҫҡаҡҡа эләктереп, ҡайнатырға ҡуйғас, ҡыуышҡа индек. Унда рәхәт – күләгә һәм һалҡынса. Ҡыуышты ағас эргәһенә йәтешләп эшләгән атайым. Үҙе шофёр булғас, бушамай, рейстан төндә генә ҡайта.

– Барыбер эҫелә эшләп булмай. Әйҙә, Иҙелгә барып, һыу инеп киләйек! – тине Әлфиә апайым, сәй эсеп бөткәс. Беҙ шатланып риза булдыҡ.

Иҙелдә һыу инеү бер-ике сәғәткә һуҙылғандыр. Унан эш ҡоралдарыбыҙҙы күтәреп, бесән күбәләргә киттек. Әлиә апайым менән мин тырматабыҙ. Бер юлы яҫмар ҙа яһап китәбеҙ. Әлфиә апайымда ағас һәнәк. Ул күтәремдәрҙән күбә һала, шунан менеп тапай йә беҙгә ҡуша. Өс-дүрт күбәне эшләп бөтөүгә, Ҡалҡаман мәмерйәһенең тапҡырына еттек. Абайламаған да булыр инем әле, Әлфиә апайым төртөп күр¬һәтмәһә. Ысынлап та, ҡаршыла ғына бейек тау уртаһында ауыҙы өңөрәйеп бер мәмерйә күренә. Уның тура¬һында легендаларҙы ишетеп үҫкәнгә, бик мөғжизәле һымаҡ күренде.

— Әйҙәгеҙ, менәйек! – тине Әлфиә апайым. – Һин бармайһың, унда бейек, тәгәрәп китерһең, – тип өҫтәне миңә ҡарап.
— Юҡ, менәм, – тинем.

Иң беренсе Әлфиә апайым китте, уның артынан Әлиә апайым, аҙаҡ – мин. Таштары ҙур, тау бейек. Шуға өс-дүрт метр¬ҙан өҫкә күтәрелә алманым, Әлфиә апайым был саҡта мәмерйә ауыҙында ине. Әлиә апайым юлдың яртыһына еткән, ул минән ике йәшкә оло шул. Әлфиә апайым инде кирегә төшә башланы, артынан Әлиә апайым да аҫҡа ыңғайланы. Минең тәңгәлемә еткәс, Әлфиә апайым шым ғына:
— Йылға буйында туристар күренә. Мәмерйә ҡарарға туҡтағандарҙыр, тиҙерәк эште бөтөрәйек тә ҡасайыҡ, йә тотоп алырҙар, – тине һәм баҫыу араһынан һуҙылған һуҡмаҡҡа күрһәтте. Был һуҡмаҡ йылға яғынан килә. Туристар туранан мәмерйәгә юл һалған.

Нисек бер-ике күбәне яһағаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Әлфиә апайымдың ҡулдары уйнап торҙо, беҙ ҙә тырыштыҡ. Туристар әле күренмәне. Беҙ йәһәтләп ҡыуыш яғына киттек. Шым ғына барабыҙ. Баҡырсала ҡалған һыуыҡ сәйгә ҡушып ҡал¬ған аҙыҡты ашаныҡ. Көн дә кисләгәйне. Ҡояш офоҡтоң өҫтөндә тора. Тауҙы артыла башланыҡ. Бер аҙ өҫкә күтәрелгәс, Әлфиә апайым:
— Әйҙәгеҙ, теге туристарҙы ҡарайыҡ, ни эшләп йөрөйҙәр икән? – тине. Беҙ һуҡмаҡтан ситкә – һул яҡҡа боролоп, ағастар араһынан киттек. Юл ситендәге еләктәрҙе ашай-ашай бара торғас, асыҡ ҡына тау моронона килеп сыҡтыҡ. Тирә-яҡ ҡараңғылана башланы. Аҫҡа ҡараһаҡ та, мин бер ни күрмәнем. Әлфиә апайым:
— Әйҙәгеҙ, туристарҙы ҡурҡытайыҡ! – тине. Быға тиклем шөрләп кенә йөрөгән апайым батырланып киткәйне. Ул:
— Оһо-һой, эй, туристы! – тип урыҫсалап һөрәнләне. Мин әле уҡымағас, уның нимә әйткәнен аңламаным. Шулай ҙа ҡурҡып киттем, апайыма:
— Ҡуй, ҡысҡырма, йә бында килеп менерҙәр, ҡасып ҡотола алмаҫбыҙ, – тим.
— Юҡ, улар бында менә алмай, юлды белмәйҙәр, – тип тынысландыра Әлфиә апайым. Әлиә апайым уның еңенән тартып:
— Тауҙы менә һалайыҡ, ҡараңғы төшә башланы бит! – тип ҡабаландырҙы.
— Туҡта, тағы берҙе ҡысҡырайым да!

Кире боролоп һуҡмаҡҡа еткәндә, урман эсендә ҡараңғы төшкәйне инде. Шым ғына барабыҙ. Бер саҡ Әлиә апайым:
— Ана, алда айыу ултыра, – тине. Ысынлап та, һуҡмаҡ ситендә генә бер ҡарасҡы күренә. Әлфиә апайым:
— Ниңә тик кенә ултыра икән? Әйҙә, ҡысҡырайыҡ әле. Айыу-ҙар кешенән ҡурҡа ул, – тине лә һөрәнләп, яулығын болғай-болғай алға йүгерҙе. Беҙ ҙә ҡысҡырырға тотондоҡ. Бына Әлфиә апайым «айыу» янына барып етте, тик тегеһе ҡыбырларға уйламаны ла.
— Түңгәк булған бит! – тип ҡысҡырҙы апайым һәм уны тибеп ебәрҙе. Серек түңгәк аҫҡа табан тәгәрәне. Уң яҡтағы шомло үҙәккә ҡарап, Әлиә апайым:
— Ошонда айыуҙар йәшәй, ти әсәйем, – тине.
— Ысынмы? – Мин ҡалтырана башлайым. Әлфиә апайым:
— Әйтеп торам бит, айыуҙар кешенән ҡурҡа. Шуға ҡараңғы урманда шым ғына йөрөргә ярамай, йә ҡысҡырып һөйләшергә, йә йырларға кәрәк, – ти. – Әйҙәгеҙ, ҡысҡырайыҡ! Оһо-һой, айыуҙар, беҙ һеҙҙән ҡурҡмайбыҙ!

Беҙ ҙә уның артынан шул һүҙ¬ҙәрҙе ҡабатлайбыҙ. Бер кем дә айыу килеп сығыуын теләмәй. Уф, тауҙы саҡ менеп еттек! Урманды имен-аман сығыуыбыҙға ҡыуаныстан көлөп ебәр¬ҙек. Оло юлға тиклем баҫыуҙы йүгереп үттек. Бына юл, йылы тупраҡ борҡоп ята.Тирә-яҡ байтаҡ ҡараңғыланғайны. Тик ҡай¬ҙандыр яҡтылыҡ төшә. Алға ғына ҡарап килә инек, ҡапыл күккә баҡтыҡ. Ә унда алтын табаҡ кеүек йомро ай балҡый! Бөтәбеҙ бер юлы:
– Ай! – тип шатланып ҡысҡырыштыҡ.
– Ай беҙгә иптәш! – тине Әлиә апайым.
– Әйҙәгеҙ, йырлайыҡ! – тине Әлфиә апайым. Үҙе башлап та ебәрҙе:
Тауҙар һәм үҙәндәр буйлап
Дивизия атланы.
Алыр өсөн Приморьены,
Ҡыуыр өсөн аҡтарҙы...
Уға Әлиә апайым ҡушылды. Һүҙҙәрен белмәһәм дә, мин дә көйләгән булам. Ул йыр бөтөүгә, Әлфиә апайым икенсене башланы:
Дан приказ: ему на запад,
Ей в другую сторону...

— Олоҡман соҡорона яҡынлайбыҙ, – ти Әлиә апайым.
— Ҡайтып етергә лә күп ҡалмай, – ти Әлфиә апайым.

Йырлап барыу күңелле икән. Апайымдар һалдаттар һымаҡ маршҡа баҫып атлай. Мин дә дәртләнеп киләм, йүгереп тә китәм. Тирә-яҡта ҡараңғы бул¬һа ла, ҡаршыбыҙҙа ғына торған айға ҡарап барыуы күңелле. Тау башына етеүгә Әлфиә апайымдың ҡысҡырып йырлауҙан тауышы бөтә башлағайны. Ул туҡтаны. Көндөҙ үҙәктән төшөр инек, хәҙер шөрләтә. Тауҙы, текә булһа ла, юл буйлап төшә-беҙ. Ҡайһы саҡ мин ултырам да артым менән этенеп шыуам. Тауҙан төшөүебеҙгә, тыҡрыҡ осонда беҙҙе әсәйем көтөп тора ине. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡайны. Ул шым ғына, ләкин асыулы итеп:
— Сәғәт төнгө беренсе китте, ҡайҙа йөрөйһөгөҙ донъяғыҙҙы онотоп? – тип ҡаршыланы. Мин тәьҫораттарымды бүлешеп, әсәйемә:
— Беҙ туристарҙы ҡурҡыттыҡ! – тим.
— Айыу ашағандыр быларҙы, тип әллә нәмәләр уйлап бөттөм, нисә тапҡыр ошо тыҡрыҡ осона килдем, төшкән бер кешенән һеҙҙе һорашам, – ти әсәйем. Мин:
— Ә беҙ айыуҙың үҙен ҡурҡыттыҡ! – тигән булам.
— Нисек ҡурҡыттығыҙ? – ти әсәйем.
— Ҡысҡырып ҡурҡыттыҡ. Әсәй, беҙ ҡурҡманыҡ, юл буйы йырлап ҡайттыҡ.
— Ярай, һеҙҙең төнгә хәтлем йөрөгәнегеҙҙе атайығыҙ белмәй ҡалды, рейстан арып ҡайтты ла ятты, – тип әсәйем үҙ хәбәрен теҙҙе.

Уның борсоулы йөҙө беҙҙе имен-аман күреүҙән яҡтырып китте. Шул саҡта әсәйҙең нисә сәсен ағарттыҡ икән?!

11. Еҙнәм ҡыҙҙары[edit]

Беҙгә һирәкләп кенә әбейемдәр килә. Әсәйем ул көндө көтөп: “Ана, әбейеңдәр килә, шуны былайтыр кәрәк, быны шулайтыр кәрәк”, тип әҙерләнә башлай. Әсәйемдән бер көн: — Әбейем - уның исемеме? – тип һораным. Сөнки ауылда береһенең дә әбейе юҡ, беҙҙеке генә бар. Әсәйем: — Әбейең – минең бер туған апайым, исеме – Сәғиҙә, - тип аңлата. — Башҡаларҙың әбейе юҡ бит, әсәй! — Башҡаларҙыҡы булмаһа, һеҙҙеке бар! Бындағылар инәй тиҙәр, беҙҙең яҡта шулай әйтелә, - тине лә ҡуйҙы. Мин әсәйемдең Еҙем һыуы, Мағаш тауы хаҡындағы хикәйәһен иҫкә төшөрҙөм дә башҡаса төпсөшмәнем. Әбейем менән беҙгә бабайым да килә. Уға әсәйем өҙөлөп “еҙнәй”, “бер бөртөк кенә еҙнәйем” тип өндәшә. Әбейем менән бабайым үҙҙәренә ҡайтып киткәс, әсәйемдән тағы һораным: — Әсәй, бабайымдың исеме - “еҙнәй”ме? — Юҡ, бабайыңдың исеме –Ғәбделхәй. — Әсәй, ә минең еҙнәйем бармы? — Бар. Һинең дә еҙнәйең бар. Рәйсә апайыңды беләһеңме? Мин баш ҡағам. Беҙгә һирәкләп айҙай балҡып торған битле, теремек кенә апай килгеләй торғайны. Уларҙың өйөн дә беләм: беҙҙән дүрт өй аша үҙәктәрәк йәшәйҙәр. — Бына шул Рәйсә апайыңдың ире Ғәле – һинең еҙнәң була. Уларҙың ике ҡыҙҙары ла бар. Ҙурыһы Флүзә менән бер синыфта уҡыясаҡһығыҙ. Икенсеһе - Филиә исемлеһе Әнүр ҡустың менән йәштәш, - ти әсәйем. Әнүр ҡустым минән ике йәшкә бәләкәс. — Еҙнәңдең ҡыҙҙары менән танышырһың әле. Тыуған көнөңә тирә-яҡ балаларын саҡырырға уйлайым, уларға ла әйтермен. Тиҙҙән тыуған көнөм килеп етте. Ысынлап та, әсәйем ул көндө күрше-тирәләге бөтә балаларҙы саҡырҙы. Төпкө яҡтағы өй өҫтәлендә һыймай ултырҙыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ булды: бер береһе үҙе менән нимәлер тотоп килә. Ике-өс дәфтәр, ручка, ҡәләм, юйма, линейка, альбом һәм башҡалар... Дәфтәрҙәр бейек булып өйөлөп китте. Ә Флүзә менән Филиә - береһе таҫма, икенсеһе нәски тотоп килде. Ашап-эсеп алғас, ишек алдында, аҙаҡ урам буйына сығып уйнаныҡ. Уйын ваҡытында күптәр таралышып ҡайтып бөттө. Март ҡояшы һүрәнәйгәс, мин дә өйгә индем. Шул ваҡыт беҙҙән ике өй аша йәшәгән Тәслимә тигән ҡыҙ йүгереп килеп керҙе. Итектәрен сисеп, теге өйөлгән дәфтәрҙәр янына килде. Ҡулы менән уларҙы аралап, ике алһыу тышлыһын тартып алды ла : — Ошолары – минекеләр! – тип, итектәрен кейҙе лә сығып китте. Мин әсәйемдән: — Башҡалар ҡайтып бөттө. Дәфтәрҙәрен онотоп ҡалдырҙылар, — тим. Ә ул, көлөп: — Дуҫтарың был дәфтәрҙәрҙе һиңә бүләк иттеләр бит, улар хәҙер– һинекеләр, — тине. — Ниңә улайһа Тәслимә бүләген кире алып ҡайтып китте? — Өйҙә аңлатып ебәрмәгәндәрҙер. Ул һинән бер йәшкә бәләкәй бит. Әле уҡымай ҙа, белмәгәндер, — ти әсәйем, көлөп. Мин шул саҡта беренсе синыфҡа барасағым менән ғорурланып ҡуйҙым. Ошо ваҡиғанан һуң Флүзә, Филиә менән дә йышыраҡ бергә уйнай башланыҡ. Ни тиһәң дә, улар бит — минең еҙнәмдең ҡыҙҙары! Ана, әсәйем “еҙнәм” тип ҡайһылай өҙөлә! Флүзә менән Филиәләр ҙурҙан яңы өй һалалар. Әле иҙәндәре лә, түбәләре лә юҡ. Беҙгә уйнар өсөн шәп урын булды ул. Ямғыр яуһа, өҫтө ҡаплаулы, һыуыҡтан да, елдән дә һаҡлай. Көндәр буйы тапсыҡтар араһында бер-беребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырышып уйнайбыҙ. Ә бер көндө уҡытыусы булып уйнаныҡ. Башта үҙебеҙгә ултырыр өсөн тәпәшерәк түмәрҙәр эҙләнек, унан бейегерәктәрен һайланыҡ. Флүзә беҙҙең түмәрҙәргә ҡағыҙ, ҡәләмдәр һалды. Уларҙы таратып бөткәс: — Һеҙ – уҡыусылар, мин — уҡытыусы! — тине. Һәм ҡағыҙға һүрәттәр төшөрөргә ҡушты. — Эшегеҙ бөтһә, “апай,апай!” тип кенә ҡул күтәрәһегеҙ, - тип аңлатты “уҡытыусы апайыбыҙ”. Тыңлап ҡына ултырабыҙ. Флүзә ҡайһылай килештерә, мин улай булдыра алмаҫ инем, тип уйлап ҡуйҙым. Уның атаһы, йәғни еҙнәм дә - уҡытыусы шул! Бер көндө, әсәйҙәр унда төшөүҙе тыйһа ла, Иҙел буйында уйнарға булып киттек. Йылғала боҙ китеүенә яңы ғына, һыу ташҡын. Ярҙар ашалып бөткән. Шуға ла әсәйҙәр беҙ төшөп китмәһен тип ҡурҡаларҙыр. Ярға яҡын бармай ғына, ажарланып аҡҡан Иҙелде ҡарап торҙоҡ. Буръяҡ һыу ярҙан-ярға бәрелеп аға. Ҡарауы ла ҡурҡыныс, баштар әйләнеп киткән һымаҡ. Ошо яҙ көндәрендә кемдер батып үлгән, һыу ташыуынан ҡайҙалыр ниндәйҙер фажиғә булған, тигән шомло хәбәрҙәр ишетелеп тора. “Аллам һаҡлаһын!” - әсәйем әйтмешләй. Иҙел буйында йөрөй торғас, беҙҙең тапҡырҙағы картуфлыҡ эргәһенә еткәнбеҙ. Унда атайым көҙҙән өйөп ҡуйған бүрәнәләр өҫтөндә уйнаныҡ та ҡайтырға йүнәлдек. Флүзәләрҙең тыҡрығы тураһында йырын буйлап Иҙелдән килгән һыу йәйрәп ята. Унан сығыу хаҡында уйлау ҙа ҡурҡыныс. Беҙҙең картуфлыҡ аша Флүзәләр янындағы тыҡрыҡҡа барырға булдыҡ. Ул тыҡрыҡҡа тиклем өс-дүрт кешенең картуф баҡсаһы аша үтергә кәрәк. Ипләп кенә атлайбыҙ. Беҙҙең, күршеләребеҙҙең картуфлығын ыңғай ғына уҙҙыҡ. Баҡсаның уртаһына етһәк тә, тыҡрыҡ яғына ыңғайлайбыҙ. Өсөнсө өй тапҡырына еткәндә, итектәребеҙ ергә бата башлана. Алда тағы бер кешенең генә картуфлығы ҡалды. Беҙ йырын тәңгәленә еткәнбеҙ икән. Шулай ҙа алға атлауыбыҙҙы белдек. Бер заман алдан барған Флүзәбеҙ итеге-ние менән тупраҡҡа батты ла ҡуйҙы! Уның артынан ғына барған Филиә лә уның эргәһенә барып батты. Мин туҡтап ҡалдым. Еүеш ер ҡыҙҙарҙың итектәрен упҡан! Тегеләр итектәрен сығармаҡсы булып көсәнәләр, ләкин аяҡтарын ерҙән айырып ала алмайҙар. Киреһенсә, итектәре батҡандан-бата бара. Бер заман тупраҡта итектәре лә күренмәй башланы. Ер уларҙы убып барған һымаҡ. Улар икеһе лә бер тауыштан илап ебәрҙеләр. — Әлфирә апай, беҙҙе ҡотҡар! –тип ҡысҡырҙы Филиә. Флүзә лә унан ҡалышмай: — Әлфирә апай, ҡулыңды бир! Беҙҙе ҡотҡар! — тип илауланы. Ул өс айға ҙур булһа ла миңә “апай” тип торғанғамы, әллә икеһенең дә ҡоттары осоп, ярҙамға саҡырыуҙарынанмы, бәлки, шулай кәрәк тип тапҡанғалыр, ипләп кенә ҡорораҡ яҡтан барып, Флүзәгә ҡулымды һуҙҙым. Флүзә менән Филиә етәкләшеп торалар ине. Ул минең ҡулымды эләктереп алған ыңғайға мин дә бата башланым. Тиҙ генә итегемде һурып алып, икенсе урынға баҫтым да Филиәгә ҡулымды һуҙҙым. Филиә лә ҡулымды эләктереп, сығырға ынтылды. Флүзә, үҙе ынтылыуҙан туҡтап, һеңлеһен тартышты. Филиә үҙе батҡаҡтан сыҡты, ә итеге унда ҡалды. Сығып барғанда: — Итегем, итегем, - тип илауларға итә ине, мин ҡаты итеп: — Ярай, үҙең сыға һал! – тинем. Әсәйемдең ҡайһы саҡта ҡаты итеп әйтеү ысулы бар. Быны ҡулланыу файҙа бирҙе. Улар илауҙан туҡтаны. Филиә батмай торған урынға сыҡты. Хәҙер – Флүзәгә сират. Йән көсөмә үҙемә тарта торғас, ул да ҡотолдо. Тик итектәре ултырып ҡалды. Ул, яурыныма таянып, тәңгәлемдән үтеп барғанда, минең итектәрем батты ла ҡуйҙы. Хәҙер уларҙы тартып алырға тырышам. Юҡ, сыҡмай ҙә ҡуя . Ер упҡан. Ә еҙнәмдең ҡыҙҙары ситтә дерелдәп, ҡалтырашып ”ы-ы-ы” тип тауыш сығарып, ҡоттары осоп тик тора. Уларҙан файҙа булмаясағын аңлағас, итектәрҙе ҡалдырып, мин дә ҡайтыу яғын ҡараным. Торабыҙ өсәүләп еүеш ерҙә еүеш нәскиҙәр менән. Тегеләр тағы иларға тотондо: — Беҙҙе өйгә индермәйҙәр инде хәҙер! — Ҡалай бысрандыҡ, етмәһә, итегебеҙ ҙә юҡ! Мин тағы ҡаты ғына итеп: — Ошолайтып оҙаҡ торһаҡ, беҙгә һыуыҡ тейәсәк! Ҡайта һалайыҡ! – тинем дә ҡыр кәзәһе һымаҡ картуфлығыбыҙ аша өйгә ҡарай йүгерҙем. Улар ҙа илаша-илаша тыҡрыҡҡа йүнәлде. Өйҙәре лә яҡын ғына,, бирешмәҫтәр. Мине күргәс, әсәйемдең күҙҙәре ҙурайып китте. Тиҙ генә тасҡа йылы һыу ҡойоп, йыуындырҙы ла юрғанға урап һалды. Үҙе еҙнәмдәргә китте. Тиҙ әйләнеп ҡайтты. — Вәт кешеләр! Шулай итәләрме инде! Барһам, теге балалар ҡалтырашып, һыуыҡ соланда баҫыптора. Бысранып ҡайтҡанға, “яза” биргәндәр, имеш. Ата-әсәһен: “Икәүләшеп нимә уйлап, йылы өйҙә ултыраһығыҙ, хәҙер һыуыҡ тейә битбалаларығыҙға!” – тип, әрләп алдым.. — Әсәй, һин шулай уҡытыусы кешене лә шелтәләй алаһыңмы? Үҙеңә асыуланманылармы һуң? — Юҡ! Мин бит ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советында торам. Өндәшмәнеләр. Балаларын өйҙәренә индереп ҡалдылар, көйөп, ҡайтып киттем. — Әсәй, ә итектәребеҙ шунда ҡалыр микән? — Итек өсөн ҡайғырма, балам! Яңыһын алырбыҙ! Үҙең ауырып китмә! Бысранған итекте йыуаһың да ҡуяһың, ә ҡалған хәтерҙе юйып булмай, - тип үҙ алдына һөйләнде. Юрғанға төрөнөп ятҡанда соланда дерелдәшеп торған еҙнәм ҡыҙҙарын күҙ алдыма килтереп, эй йәлләнем...

12. Аҡ һаҡаллы аҡ бабайҙар[edit]

Өйөбөҙгә һирәкләп кенә ап-аҡ һаҡаллы бер олатай килә. Йылмайып торған был ҡарт, таяҡҡа таянып, ҡапҡанан инеп килеүен күреп ҡалһаҡ, ҡыуаныстан ҡысҡырыша башлайбыҙ: — Алла бабай килә! Алла бабай килә! “Алла бабай”ыбыҙ ишек төбөнә таяғын һөйәүгә, кемуҙарҙан уға ултырғыс алып киләбеҙ Ул берәйебеҙҙең ултырғысына йәтешләп ултырғас, беҙ бабайға барып һырығабыҙ.Ә ул һәр беребеҙҙең башынан һыйпай, арҡаһынан һөйә. Әсәйемдән атайым тураһында һораша. “Алла бабай” тигәнебеҙ сығып киткәс, әсәйем ипләп кенә: — Ул Алла бабай түгел, Ниғмәт бабай була, - тип аңлата. – Ҡарт олатайығыҙ Һибәткә йома көндәрендә хәйер бирергә килә торғайны. Ҡарт олатайығыҙ үлгәненә лә тиҫтәгә яҡын ғүмер үтте. Ғәҙәт онотолмай. Аяғы тартып тик торалыр инде. Әле кибеткә китеп барышы. Хәл белергә ингән. Хәл һорашыуҙың да сауабы ҙур уның. Әсәйемдең һүҙҙәренең күбеһен аңлап еткермәһәм дә, ҡарт олатайым тураһында һүҙ сыҡҡас, һорашам: — Ә Һибәт олатай һәйбәт булғанмы? — Эйе, балалар, ҡарт олатайығыҙҙы ауылда исемен дә әйтеп тормай, Һәйбәт бабай тип кенә йөрөттөләр. Ул мулла булды. Кешеләрҙе дауаланы, тоҙ өшкөрөп бирә ине. Үпкә менән сирләгән Хажғәле ҡарт: “Өшкөрөүең килешә!” – тип, хатта бүркен дә өшкөртә ине. Әллә нисә рәт килде. Ул арала урамда кибеттән ҡайтып килеүсе “Алла бабай”ҙы күреп, тағы ҡысҡырыша башлайбыҙ. — Әсәй, Алла бабай, уй, Ниғмәт бабай тағы беҙгә инеп килә! – тип һөйөнсөләйбеҙ. Ысынлап та, ишектән таныш бабай килеп ингәс, ҡыуаныстан һикерешәбеҙ. Ә ул кәнфит-печеньелар һалынған тоҡсайынан һәр беребеҙгә тәмлекәстәр өләшеп сыға. Унан әсәйем менән икәүләп ултырып доға уҡыйҙар, хуш итәләр. Ниғмәт бабай шулай тағы бер-ике ҡыш беҙҙе ҡыуандырып килеп йөрөнө. Ул күренмәй башлағас, сәьәбен әсәйемдән һорашам. — Ул күптән түгел үлеп ҡалды, балам. Ә мин һаман төпсөнәм: — Үлгән кешеләрҙе ни эшләтәләр? — Зыяратҡа алып барып ерләйҙәр. — Улар унан ҡайта алалармы? — Унан ҡайтмайҙар, балам. Йәндәре йә ожмахҡа осоп китә, йә тамуҡта яна. Әсәйем шунан беҙгә “тамуҡ уты”, “кешеләрҙең ерҙәге изге һәм насар эштәрен үлсәүсе бизмән”, “яҡшы яғы ауырыраҡ тартыусыларҙың ожмахҡа эләгеүе, насарҙарының мәңгелек тамуҡта яныуҙары тураһында мауығып һөйләй башлай. Аҡ һаҡаллы Ниғмәт бабайҙы юҡһыныуҙанмы, Һибәт олатамды ла аҡ һаҡаллы ҡарт итеп күҙ алдына килтереүҙәнме, әллә бүтән төрлө хикмәттәнме, тиҙҙән минең төштәремә аҡ һаҡаллы бабайҙар инә башланы. Улар күмәк. Бөтәһе лә бер иштән – аҡтан кейенгәндәр. Һаҡалдары ла аҡ. Ҡулдарында Ниғмәт бабайҙыҡы шикелле таяҡтары ла бар. Бөтәһе лә бергә күккә төбәлеп ултыралар, унан баштарын ергә тейҙерәләр, һәм тағы күккә төбәләләр, ирендәре ҡыбырҙай. Иң аҙаҡтан устары менән биттәрен һыпыралар. Бабайҙарҙың нимә эшләүен мин әле аңламайым (XX быуаттың 70-се йылдар башында намаҙ уҡыу тәртибен белеү-өйрәтеү ҡайҙа инде ул!), иң аҙаҡҡыһын ғына – хуш итеүҙе генә аңлайым. Күрше-тирә ҡатындар әсәйемә лә хәйер индергәндә, ул: — Хуш итәйек! – тип доға уҡый.Үҙе лә ара-тирә: ”Хәйер биреп киләйем әле!” – тип сығып китә. Төшөмдәге бабайҙарҙың доға уҡығанлығын аңланым. Уларҙы әсәйем беҙгә лә өйрәтә. Ашап бөткәс доға уҡыла һәм аҙағынан : ”Әлхәмдуллилаһ! Аллаһу әҡбәр! Рәхмәт, әсәй!” -тип, битте һыпырабыҙ. Элек башҡортсаһы оҙонораҡ ине. Беҙҙең: — Әсәйем һау булһын! Атайым һәр саҡ эшләп йөрөһөн! – тигәнде ишетеп, беҙгә килеп сәй эсеүсе бер инәй көлдө: — Ҡалай доғағыҙ ҡыҙыҡ: атаһы эшләп кенә йөрөһөн, әсәһе һау булһын! Шунан бирле ғәрәпсәһен генә уҡыйбыҙ. Тиҙҙән төштәремдәге теге аҡ һаҡаллы бабайҙар мине уҡыта башланы. Минең бер ағайым, ике апайым бар. Ҙурҙары бәләкәйҙәрен өйрәтһә, шуны уҡыта тиҙәр.Ә мин әле мәктәпкә бармағанмын. Шулай ҙа уҡытыуҙың нимә икәнен аңлайым. Аҡ һаҡаллы бабайҙар нимә уҡыта, йоҡонан торғас, онотам да ҡуям. Әсәйемә әйтәм тиһәм, бабайҙарҙың ҡаты итеп: “Бер кемгә лә һөйләмә!” – тигәндәре иҫкә төшә. Кис бөтә балалар йоҡлап китә, мин һаман йөрөйөм. Әсәйем: — Төн етте бит инде. Ниңә һаман йоҡламайһың? Бар ят! – тиһә, мин: — Йоҡламайым! Унда мине бабайҙар йонсота, уҡыталар! – тип әйтергә уҡталып, ауыҙымды асһам, тегеләрҙең уҫал ҡараштары, таяҡтарын күрһәтеп әйткәне иҫкә төшә лә, асҡан ауыҙымды кире ябам. Төн етте бит инде, теге бабайҙар мине көтәлер. Күндәм генә урыныма барып ятам да йоҡлап китәм. Һәм тағы теге бабайҙар мине уратып ала ла уҡыта башлай. Йонсоп килеп уянам. Килеп торғас та: — Әсәй, мине тағы бабайҙар уҡытты! –тип ҡысҡырып ебәрергә уйлап, ауыҙымды асам. Һәм тағы уларҙың киҫәтеүе иҫкә төшөп, ауыҙымды ябам. Үҙем тағы , нимә уҡыттылар әле, тип иҫкә төшөрөргә тырышам, бер нәмә хәтергә килмәй. Әсәйем: — Нимә, ауыҙыңды асып, тик ултыраһың? – тип асыуланһа ла, эсемдән генә серҙе сисмәгәнемә ҡыуанып, һикереп торам да үҙ эшем менән мәшғүл булам. Шулай берәр йыллап “һабаҡ бирҙе” миңә аҡ һаҡаллы бабайҙар. Ә мин ауыҙымды аса-яба сер тоторға өйрәндем. Уҡырға барғас ҡына, төшөмә инеүҙән туҡтаны улар.

13. Беренселәр таныша[edit]

Бына минең дә уҡырға барыр саҡ етеп килә. Август аҙағында шиғыр ятларға мәктәпкә йөрөй башланыҡ. Беҙҙе Бикә исемле йәш һәм сибәр апай ҡаршы алды. Ул яңыраҡ ҡына беҙҙән өс-дүрт өй аша йәшәгән Ҡаһарман тигән ағайға кәләш булып килгәйне. Бикә апайҙың ҡара сәстәре оҙон, уларҙы түбәһенә өйөп ҡуйған. Ҡара ҡаштары ҡарлуғастай ҡыйылып тора. Ә күҙҙәре... төпһөҙ күлме ни...Ҙур ҡара аҡыллы күҙҙәре менән һиңә тултырып ҡараһа, бөтә донъяңды онотаһың....Апайыбыҙ хәс кинонан төшкән әртис инде.Тауышы йомшаҡ. Йылмайып ҡына тора. Беҙ унан күҙебеҙҙе ала алмай ултырабыҙ. Нимә әйтһә, шуны ауыҙ асып тыңлайбыҙ. Бикә апайыбыҙ аяҡтарына бейек күтәрмәле ҡара туфли кейгән. Өҫтөндә- ап-аҡ блузка һәм ҡара итәк. Мин уны ап-аҡ муйынлы аҡҡошҡа оҡшаттым. Ҡулдарын йәйер ҙә осоп китер һымаҡ.. — Балалар, мин Бикә Ғәлләм ҡыҙы булам. Бикә апай тип кенә йөрөтһәгеҙ ҙә ярай. Бөгөн бергәләп йыр өйрәнәбеҙ! – тине лә үҙе башлап ебәрҙе. — Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, йырлайыҡ бергә, Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына. Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына, Йәшәйек донъяла һайрап ҡына! – тип йырлағас, - әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, - тине. Үҙе: — Әл-лә-лә-лә-ләлә-лә-тип һуҙҙы. Беҙ ҙә әл-ләгә ҡушылдыҡ. Ул йырҙың ике юлын йырлап, беҙҙән ҡабатлатты. Шунан ҡалған ике һен йырлап күрһәтте лә, беҙҙән башҡартты. Һәүетемсә генә өйрәнеп алғас: — Хәҙер бер-беребеҙ менән танышайыҡ инде! – тине. Класта бөтәһе ун һигеҙ уҡыусы, мин белмәгәндәре лә бар! Үрге яҡтыҡыларҙы таныйым, уларҙы кибеткә үтеп-һүтеп йөрөгәндәрендә күргәнем бар. Ә беҙ урта тошта йәшәйбеҙ, йәғни үҙәктәрәк, кибет тә беҙгә яҡын ғына. Бына түбән остағыларҙы белеп бөтмәйем икән. Синыфтағы бер-ике ҡыҙҙы ла танымайым булып сыҡты. Бикә апай балаларҙы берәм-берәм баҫтыра, ә улар үҙҙәренең исемдәрен әйтә лә ултыра.Ҙур күҙле етен сәсле теремек бер ҡыҙ баҫты ла: — Мин – Вәғиә! – тине. Ә апайыбыҙ исемлеккә ҡараны ла: — Балалар, был ҡыҙҙың исеме – Иркә! – тине. Теге ҡыҙ: — Юҡ, мин Вәғиә! – тип ҡабатланы. Бикә апай: — Ярай, Иркә Мырҙабай ҡыҙы! Исемеңә лә өйрәнерһең әле! – тине. Шунда был ҡыҙҙың атаһының күптән түгел атаҡлы малсы – район чемпионы исемен алыуы иҫемә төштө. Өйҙәгеләрҙән ишеткәйнем. Шулай һәр беребеҙ менән танышып бөткәс, апайыбыҙ: — Бер-беребеҙ менән таныштыҡ. Беҙ хәҙер татыу ғаилә кеүек йәшәргә өйрәнергә тейешбеҙ. Дуҫ булайыҡ, һуғышмай-талашмай ғына йәшәйек! – тине. Унан һуң күмәкләп мәктәп ихатаһына уйнарға сыҡтыҡ. Апайыбыҙ ҙа бергә ҡасышлы уйнаны. Ҡыҙыҡ инде, ҙур апайҙың йүгереп йөрөүе, тотолһа: “Мине ҡотҡарығыҙ!” – тип ҡысҡырып тороуы. Шулай ҙа беҙгә уның менән уйнауы оҡшаны. Һәр кем уны тоторға йә ҡотҡарырға теләне. Уҡытыусыбыҙҙы директор саҡыртҡас, ул беҙгә ҡайтырға ҡушты ла үҙе мәктәпкә йүнәлде. Сыр-сыу килеп, урамға ыңғайланыҡ. Малайҙар тәүҙә һыпыртты. Беҙ, ҡыҙҙар, яйлаңҡыраныҡ. Мәктәп ихатаһын сыҡҡас, стадион башлана. Унан – урам яҡтан – кибет. Ул әле асылмаған, күрәһең. Алдында бер төркөм ҡатын-ҡыҙ көтөп тора. Миңә Иркә тигән исем мәрәкә тойолдо. Был ҡыҙ иркә генәлер инде, шуға ла ошондай исем ҡушҡандарҙыр, тип уйланым. Һәм тегегә ҡарап: — Иркә! – тип өндәштем. Ә ул үсекте лә китте. — Мин Иркә түгел, мин – Вәғиә! — Бикә апай һине Иркә, тине, - тим мин дә. Ә ул: — Үҙеңде бел! Әлфирә-мәлфирә - һәпрә! – ти. “Һәпрә” тип беҙҙең яҡта иң булдыҡһыҙ кешегә әйтәләр. Минең дә йәнем көйөп китте: —Үҙең һәпрә! – тим. — Ә шулаймы ни әле? – тип ул мине төрттө лә ебәрҙе. Йығылып киттем. Ғәрләндем, өҫтөм саңланды. Әсәйем: — Үҙегеҙ башлап һуҡмағыҙ. Ә кем тейә, уға үҙенән яманыраҡ яуап ҡайтарығыҙ. Башҡаса үҙегеҙгә һуҡмаҫлыҡ булһын! - тип өйрәтә ағай-апайымдарҙы.Әсәйемдең шул һүҙҙәре иҫкә төштө лә йүгереп барып теге ҡыҙҙы төрттөм. Ул да йығылды.Мин ситкәрәк киттем. Ул тороп, өҫтөндәге саңды ҡаҡты ла: — Һинең атаң- Баязит- аяҡлы ҡаза! – тине. Ҡара әле, еңә алмағас, атайға килеп йәбеште. Мин дә шул саҡ уның атаһы чемпион исеме алғас, ауыл халҡының уны мәрәкәләп, шпион тип атауы иҫемә төштө лә: — Ә һинең атаң – шпион! – тинем. — Ә шулаймы әле!- тип Иркә миңә килеп йәбеште. Мин дә уның түшенән матҡып тотоп алдым. Шатыр-шотор нимәлер йыртылды. Иркә сәсемә йәбеште. Мин дә уның етен сәстәрен ҡойроҡ итеп ҡуйған еренән эләктереп алдым. Икебеҙ ҙә ярһығайныҡ. Ул: — Һинең атаң – аяҡлы ҡаза! – ти, ә мин: — Һинеке – шпион! – тип ҡысҡырам. Үҙебеҙ үсекләшәбеҙ, үҙебеҙ сәстәребеҙҙе ысҡындырмайбыҙ. Әйләнсек быҙау кеүек бер урында өйөрөләбеҙ. Шулай күпме ҡысҡырып йөрөгәнбеҙҙер, йығылып киттек. Бер заман әсәйемдең йөҙө күҙгә салынды. Тағы бер ят инәйҙең беҙҙе айырғанын күрҙем. Ул инәй Иркәгә шул тиклем оҡшағайны. Әсәйем дә, Иркәнең әсәһе лә кибеткә килгән булған икән. Бер-береһенә ҡарап көлөшәләр: — Синыфташтар ҡайһылай матур итеп танышҡан! Беҙ, сабышҡан аттай, йыш-йыш тын алабыҙ. Бер-беребеҙгә ҡарамаҫҡа тырышабыҙ. Шулай ҙа һәр кем үҙенсә ҡәнәғәт ине: һәр ҡайһыбыҙ намыҫ яҡланы бит! Бикә апайҙың бер ғаилә булып йәшәйек, тигән һүҙҙәрен беҙ ана шулай “нығытып ҡуйҙыҡ”. Ә теге ҡыҙҙың исеме документта Иркә тип яҙылһа ла, өйҙәгеләр Вәғиә тип йөрөткән. Сәс йолҡошоп һуғышһа ла, уны мәкт мәктәптә бөтәһе лә Иркә тип йөрөттө.

14. Тәүге “икеле”[edit]

Шулай итеп, беренсе синыфта уҡый башланым. Уҡытыусы апайыбыҙ бигерәк тә яҙыуға иғтибар бүлә. Үҙенең яҙыуы матур, эре. — Күркәм холоҡло кешеләрҙең яҙыуы ла һоҡланғыс була, - ти ул. — Һеҙҙең матур булғығыҙ киләме? Хәҙерҙән яйлап, тырышып яҙырға өйрәнһәгеҙ, почеркығыҙға бөтәһе лә һоҡланыр. Ҡайһылай матур яҙа былар, тип башҡалар көнләшеп ҡарар, - тип өйрәтә Бикә апайыбыҙ. Матур яҙыу дәфтәрендә хәрефтәр ҙә яҙабыҙ, төрлө шаҡмаҡтар, һыҙыҡтар ҙа һыҙабыҙ. Яҙыу дәресе бөткәс, “Әлифба”ны уҡыйбыҙ. — Бынау бәләкәй генә төрткө “нөктә” була! – тип өйрәтә апай. – Нөктәгә еткәс, саҡ ҡына туҡтап алырға кәрәк. “Нөктә”нең нөктә икәнен мин белә инем, ни тиһәң дә өйҙә ағай-апайҙарым – уҡыусылар. Ә бына “төрткө” тигәнде тәүгә ишетәм. Бикә апайыбыҙ һәр беребеҙҙе үҙ янына – уҡытыусы өҫтәле янына саҡыртып уҡыта. Китабыбыҙҙы тотоп барабыҙ ҙа ижекләп уҡый башлайбыҙ. Бына миңә лә сират етте. Дәреслегемде алып, уҡытыусы янына ашығам. Ыңғай ғына уҡыным, апайыбыҙ, йылмайып, баш ҡағып ҡына ултырҙы ла, иң аҙаҡтан, нөктәгә төртөп: — Был нимә була? – тип һораны. — Төрткө! – тим ҡыйыу ғына. Апай көлдө лә, башымдан һыйпап, ултырырға ҡушты. Һәйбәт кенә уҡып йөрөйөм. “Бишле”, “дүртле” билдәләре лә алам (ете йәштән уҡығас, беренселә үк беҙгә билдәләр ҡуйыла ине). Шулай бер көндө апайыбыҙ матур яҙыу дәфтәренә өйгә эш бирҙе: түңәрәктәр һәм ҡыя таяҡсалар һыҙырға. Өйҙә ағай-апайҙарымдың дәрестәрен әҙерләй торған үҙ ваҡыттары бар. Мин бөтәһенән дә алда ултырам. Улар өйгә эштәрен башҡарғанда мин ҡамасаулап йөрөмәйем. Әле лә барыһынан алда өҫтәл артына н урын алдым. Башта ҡағыҙ битенә түңәрәктәрҙе яһап ҡарайым: килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Түңәрәгем йә өсмөйөш башлы, йә шаҡмаҡ башлы була. Иларға етешеп ултырғанымда эргәмә Әлиә апайым килде. — Мин эшләп ҡарайыммы? – тине ул шым ғына. — Йә һуң, - тим. Ул ҡағыҙҙа яһап ҡараны. Матур килеп сыға! Ни тиһәң дә, өсөнсөлә уҡый шул. — Минеке килеп сыҡмай, эшләй алмаһам, иртәгә Бикә апай “икеле” ҡуя инде! – тим мин. Әлиә апайым: — Әйҙә, дәфтәреңә лә төшөрәйем дә ҡуяйым! – ти. Мин икеләнәм: — Бикә апай белеп ҡалһа? — Ҡайҙан белһен ул?! Беҙ бер кемгә лә әйтмәҫбеҙ! Ысынлап та, өйҙә Әлиә апайым менән икәү генәбеҙ икән дә! Әҙерәк икеләнеп торғандан һуң, ризалаштым. Матур яҙыу дәфтәремә апайым матур итеп түңәрәктәр һәм таяҡсалар һыҙҙы. Икенсе көнөнә уҡытыусыбыҙ өйгә эш дәфтәрҙәрен йыйып алды. Ә өсөнсө көнөнә иһә уларҙы кире таратты. Дәфтәремде ипләп кенә асам. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайым: апайым яһаған матур түңәрәктәр аҫтында ҡыҙыл ручка менән ҡуйылған ҙур “икеле” билдәһе тора ине! — Әлфирә, дәфтәреңде ал да яныма кил әле! – ти Бикә апай талапсан тауыш менән. — Быларҙы кем яһаны? — Мин... – тим шым ғына. — Һин яһамағанһың шул, кем яһаны?- ти тағы ла талапсаныраҡ тауыш менән апай һәм күҙҙәремә ҡарай. Мин ҡарашымды аҫҡа төбәйем һәм ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп: — Әлиә апайым, - тим. — Ни өсөн “икеле” билдәһе ҡуйғанды аңланыңмы инде хәҙер? Беренселә кем уҡый: Әлиә апайыңмы әллә һинме? — Мин... — Был “икеле” бүтәнсә кешенән өйгә эшеңде эшләтмәҫкә һабаҡ булһын! Башҡа дәрестәр нисек үткәнен иҫләмәйем. Өйгә илай-илай ҡайтып индем. Әлиә апайыма “2” билдәһен күрһәтә-күрһәтә иланым. “Икеле”не яратмайынса, бармағым менән төртөп ултыра торғас, үҙем бер туҡтауһыҙ илағанғамы, йәшле еүеш бармағым менән билдәне ышҡығанғамы, “2” торған урында тишек барлыҡҡа килде. Икенсе көндө Бикә апайыбыҙ тишелгән урынды күрҙе. “2” урынында өңөрәйеп торған тишек янына ҡыҙыл ручкаһы менән тағы ла ҙурыраҡ “икеле” сәпәп китте. — “Икеле”не яратмағас, башҡаса өйгә эшеңә “өмә” яһама, үҙең генә эшлә! – тине ул ҡаты итеп. Эстән генә: ” Бикә апайыбыҙ әллә үтә күреп тора инде, өйгә эште Әлиә апайымдан эшләткәнде лә, минең “икеле”не яратмағанды ла әллә ҡайҙан белә?” – тип ғәжәпләндем мин. Дәфтәрем тулғансы был хурлыҡлы “икеле” миңә, ҡыйын булһа ла, өйгә эште үҙеңә эшләргә кәрәклеген иҫкәртеп торҙо. Башҡаса бер ҡасан да өйгә эшемә “өмә” яһаманым.

15. Иҙел һыуы[edit]

Ауылыбыҙ эргәһенән генә Ағиҙел аға. Иҙел тип йөрөтәбеҙ уны. Йылға буйы бигерәк тә йәйгеһен балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора. Беҙ¬ҙең тапҡырҙа ул тәрәнерәк тә, киңерәк тә. Саҡ ҡына, биш-алты аҙым алға атлаһаң, шаршыға килеп сығаһың. Беҙ шул йылыуҙы яратабыҙ. Ситтә һыу йылы, арыраҡ сылтыйҙар йө¬ҙөп йөрөй. Ваҡ балыҡтарҙы шулай тибеҙ. Ятып һыу эскәндә улар¬ҙы йотоп ебәргән малай¬ҙар ҙа була икән. Был хаҡта апайымдар һөйләй. Әле улар тәрәндә һыу инә. Беҙ Әхсән ҡустым менән ярҙан өс-дүрт аҙым йылға эсендә ятҡан Йомро ташта ултырабыҙ. Унда биш-алты бала урынлаша ала. Ситтәге һыу һай һәм йылы булғанға, Йомро таш та йылы. Бында ултырыу бәхете гел тәтемәй. Кем алдараҡ өлгөрә, шулар биләй уны. Бөгөн тәүҙәрәк килдек, тип әйтеп булмай, беҙгә тиклем ташты биләүселәр ҡайтып китте. Ә апайымдар эстәрәк ятҡан Йәшел ташты ярата. Ул да ҙур, бәләкәй өҫтәл хәтлем барҙыр. Апайымдар тәрәндә йөҙөп йөрөйҙәр ҙә шунда баҫып, ял итәләр. «Йәшел ташты күргем килә!» – тип ныҡышҡас, бер саҡ мине лә үҙҙәре менән алдылар. Икеһе ике яҡтан ҡултыҡлап тоттолар ҙа, ағын һыуҙы ҡулдары менән һуға-һуға, мине Йәшел ташҡа алып барып баҫтырҙылар. Һыу был тирәлә ысынлап тәрән икән, Әлиә апайымдың муйынынан булды. Мин ташҡа аяҡ баҫҡас, үҙҙәре башҡа ҡыҙ¬ҙар менән уйнай башланы. Беҙ, беҙ, беҙ инек, Беҙ ун ике ҡыҙ инек. Бер таҡтаға теҙелдек, Таң атҡансы юҡ булдыҡ, – тинеләр ҙә һыуға сумып юғалдылар. Бер аҙҙан берәм-берәм баштарын ҡалҡытҡас: «Кем беренсе сыҡты ул?» – тип бәхәсләшергә тотондолар. — Яңынан сумайыҡ! – тине береһе. Был тирәгә күп кенә ҡыҙҙар йыйылғайны. Апайымдар мине бөтөнләй онотто. Ҡысҡырып-ҡысҡырып ҡараным да, барыбер ишетмәгәстәре, нимә булһа ла булыр тип, ағын һыуға ташландым. Аға-аға йөҙә торғас, үҙебеҙҙең тапҡырҙа аяғым ташҡа тейҙе. Ҡыуаныстан баҫып, ял итеп алдым, ҡалған яғына атлап сыҡтым. Шуларҙы иҫләп, Әхсән ҡус¬тым менән аяҡты һыуға тығып, Йомро ташта ултырабыҙ. Тик кенә, ҡыбырҙамай ултырғас, сылтыйҙар йөҙөп килеп, аяҡты төртә, ҡытыҡлай. Һыуҙы сәпелдәтһәк, ҡасалар. Ҡустым менән генә ултырғым килмәй ҙә бит. Эшем бар шул: апайымдарҙың һыу инеп туйғанын көтөп, уны ҡарарға мәжбүрмен. Юғиһә, ана, Флүзә, Филиә, Фәйләрә – урта урам ҡыҙҙары яр буйлап үрләп килеп, шаршынан түбәнгә йөҙөп төшөп китте. Мине лә саҡырғайнылар ҙа, бара алманым. Башҡа ваҡыт булһа, ҡушылып китәм... Бергәләп йөҙөп, сумып, һыуҙа уйнап туйғас, ярға сығып, төҫлө таштар йыябыҙ. Унан ултырып, ҡырҡташ уйыны уйнайбыҙ. Арыһаҡ, ҡомдо соҡоп, күмелеп ятып, ҡояшта ҡы-ҙынабыҙ. Аяҡтарҙы һуҙып бер-беребеҙҙекен сағыштырабыҙ. «Кем нығыраҡ ҡояшта янған?» – тип бәхәсләшәбеҙ. Әлбиттә, беренселекте Фәйләрә ала. Уның тәне ҡарағусҡыл булып ялтырап тора. «Ниңә һинеке бөтәһенән дә ҡарараҡ?» – тигән һорауға ул да, беҙ ҙә яуап бирә алмайбыҙ. Һыуҙа оҙаҡ инә алмайым, өшөй башлайым. Тәнем аҡ шул. Әсәйем дә: «Ҡара кешенең тире сыҡҡансы, аҡ кешенең йәне сығыр», – ти. Ә апайымдарҙы сығарып алып булмай. Оҙаҡ ингәнгә, уларҙы «Һыу баҡалары» тим. Һыу яратҡас¬тар, үсекмәйҙәр. Көнө буйы ла йөрөрҙәр ине лә... Әле лә оҙаҡланылар. Ә өйҙә эш көтә. Атайым менән әсәйем үҙҙәре киткәндә, беҙгә гел йомош ҡушып ҡалдыра. Әле бер ай инде ямғыр яуғаны юҡ. Йәйҙең уртаһы – картуф утап, күмеү ваҡыты етте. Картуф баҡсабыҙҙа бер ҡыйҙы ла ҡалдырмай, утап сыҡтыҡ та ул. Ямғыр яумағас, күмә алмай тора инек. Атай-әсәйебеҙ яйын тапты: «Иҙелдән һыу ташып, картуф төптәренә һибә-һибә, күмегеҙ». Шулай эште башланыҡ та. Ике апайым һыу ташый, ә ҡустым уны һәр төпкә берәр сүместән ҡойоп сыға, мин күмә барам. Һыу ташыуы ҡыйыныраҡ бит, шуға күмеүгә риза инде. Апайымдар тулы биҙрәләрен ҡалдыралар ҙа буштары менән тағы Иҙелгә йүнәләләр. Беҙ ыратмай башлаһаҡ, тиҙ генә күмешәләр. Ул саҡта сүмесләп һыуҙы үҙем ҡоям, ҡустым ял итеп тора. Мырҙам әле беренсегә лә бармаған. Беҙгә саҡ ҡына эш ҡалдыралар ҙа апайымдар тағы һыуға китәләр. Баҡсабыҙҙан Иҙелгә тиклем илле аҙымдай барҙыр. Әле бына эшләп арығайныҡ та, саңланғайныҡ та. Һыу инеп сыҡҡас, Йомро ташта ял итеп ултырабыҙ. Йылғаға килгәндә мин дә бәләкәй биҙрәләремде көйәнтәмә элеп, һыу алып ҡайтам. Ана, апайымдар ярға ыңғайланы. Беҙ ҙә ҡустым менән ҡайтыу яғына йүнәлдек. Картуфлыҡҡа килеп еттек. Яртыһынан күбен күмеп бөткәнбеҙ инде. Өсөнсө көн эшләйбеҙ бит. Һәр төпкә һыу ҡойоп барғанғамы, күмелгән картуфтар көлөп ултырған һымаҡ. Ә күмелмәгәндәре бойоҡ ҡына, баштарын аҫҡа эйгән кеүек. Ялтырап ултырғандарына ҡарап ҡыуанабыҙ, бойоҡҡандарын йәлләйбеҙ. — Сарсап ултыраһығыҙмы, хәҙер һеҙгә лә һыу эсерербеҙ. – тип уларҙы «йыуатабыҙ». Әхсән ҡустым: «Асыҡтым!» – тип өйгә йүгереп ҡайтып китте. Сүмесләп һыу ҡойоу минең өлөшкә төштө. Апайымдар йәһәтләп күмергә тотондо. Арымаҫ борон тиҙерәк ыратырға кәрәк. Аяуһыҙ ҡояш хәлде тиҙ ала, әлһерәтә. Унан эшләге килмәй башлай. Шул саҡ яр буйлап бер көтөү малайҙарҙың шаршыға табан барыуын күреп ҡалдыҡ. Шаулаша-шаулаша килгәнгә, эштәребеҙҙе ташлап, онотолоп ҡарап торҙоҡ. Әлиә апайым: — Ҡарағыҙ әле, араларында Әнүр ағайым да бар! – тине. Мин күпме генә текләһәм дә, ҡулдарына күлдәктәрен тотоп, яланғас ҡалған малайҙар араһынан уны таный алманым. Әлфиә апайым: – Ә ниңә Әнүр ағайым беҙҙең менән эшләмәй? Беҙ өсөнсө көн бил бөгәбеҙ, уның сығып әйләнгәне лә юҡ! – тигән һорау ҡуйҙы. Ысынлап та, ағайым бер көндә лә беҙҙең менән булманы. Әлиә апайым: — Әйҙә, уға ла өндәшәйек, эшләшһен! – тигәс, күмәкләп ағайымды саҡырырға тотондоҡ. Тирә-яҡты яңғыратып: — Әнүр ағай, ҡайт, картуф күмеш! – тип һамаҡлайбыҙ. Тик яуап ҡайтарыусы ла, ярҙамға йүгереп килеүсе лә булманы. Көндөң икенсе яртыһында өсәүләп Иҙелдән һыу ташый-ташый, күмеп бөттөк. Хәҙер инде бөтә картуфтар ҙа йылмайып-көлөп ултырғандай. Тик матур кәйефемде кис бул¬ған ваҡиға ғына боҙғандай булды һәм мәңгелеккә хәтеремә уйылды. Апайымдар Әнүр ағайымды атайға ошаҡлағандар, ахыры. Үҙем ишетмәнем. Атайҙың эштән ҡайтҡас, яралы йыртҡыс кеүек, ярһып йөрөүен күреп, аптыраным да, ҡурҡтым да. Һуң булһа ла, Әнүр ағайым һаман өйҙә күренмәне. Көнө буйы Иҙелдән ҡайтманы. Нимә ашап-эсеп йөрөйҙөр. Эш бөткәнгә ҡыуанып, көлөп ултырған картуфтарға һоҡланып ҡарап тора инем. Ҡапыл атайымдың: — Нимә ҡарап төнгә тиклем йөрөйһөң, донъяңды онотоп, эштән ҡасып? – тип ҡысҡырған тауышы ишетелде. Сыбыртҡы шартланы. Ағайымдың илаған тауышы ишетелде. Мин, ҡотом осоп, тауыш сыҡҡан яҡҡа йүгерҙем. Атайым эргәһенә барып еткәндә, ағайым күренмәне. Берәй ергә инеп ҡасҡандыр. Өй яғынан әсәйем күренде. Ул да тауышҡа сыҡҡан, күрәһең. Атай сыбыртҡыһын һарай мөйөшөндәге сөйгә алып барып элде. Әсәйгә ҡарамай ғына: — Ҡабат өйгә ваҡытында ҡайтһын! Эштән ҡасып йөрөмәһен! Ҡурҡытыр өсөн генә шартлаттым. Осо ғына тейеп ҡалды, – тине, аҡланғандай. Ошо ваҡиғанан һуң дөйөм эштәрҙә Әнүр ағайым да ҡатнаша башланы. Шәп эшләй, һигеҙенсене бөткән егет бит инде. Ул көҙҙә күп кешеләрҙең картуфы булманы. Иҙел һыуы килештеме, мәгәр, беҙҙеке ишелеп уңды. Ҡыш буйы ашап кинәндек. Үҙ эшебеҙҙең емешен татыу айырыуса күңелле ине. Иҙел яҡын булғанға, шифалы һыуы картуфыбыҙҙы үҫтергәнгә, беҙ эстән генә йылғабыҙға рәхмәт уҡыныҡ.

16. Әсәһе кем?[edit]

Уҡырға-яҙырға өйрәнгәс тә миңә китап ене ҡағылды. Ҡайҙа ниндәй яҙыу күрәм – уҡырға тотонам. Китапханаларға йөрөй башланым. Бер көн – мәктәптекенә, иртәгеһенә ауылдыҡына барам. Сөнки китапты көн дә бирмәйҙәр. Беренселә – йоҡа тышлыларын, икенселә ҡалыныраҡтарын уҡыным. Йыш алған¬ғалыр, бер көн китапханасы: «Әллә һүрәттәрен генә ҡарай¬һыңмы?» – тине, аптырап. Тапшырырға алып килгән китабымдың йөкмәткеһен һөйләп бирергә тура килде. Эшемде башҡармаһам да, ҡулыма ал-ған китапты уҡып бөтмәй, туҡтамайым. Шул арҡала Әлфиә апайымдан эләгеп тә ҡуя. Әсәйем иртәнсәк эшкә киткәндә йомоштар ҡуша. Әлфиә апайым уларҙы беҙгә бүлеп бирә. Көн оҙоно һәр беребеҙ шуларҙы үтәргә тейешбеҙ. Апайым үҙе лә буш ултырмай: кер йыуыу, икмәк бешереү ке¬үек ҙур эштәрҙе башҡара. Беҙгә Иҙелдән һыу ташыу, кисен уны йәшелсәләргә ҡойоу, йыуыу, сайыу кеүек еңел-елпеләре эләгә. Үҙем ялҡау ҙа түгелмен. Тик ҡулыма китап эләк¬һә, донъямды онотам да ҡуям. Кәртә башына ла менеп уҡыйым йә ҡасып, мунса алдында ултырам. Кәрәкһәм, Әлфиә апайым барыбер ҡайҙан булһа ла эҙләп таба. Мин китап эсендәге тормош менән йәшәйем, шул кешеләр араһында үҙем дә йөрөгәндәй хис итәм. Мөкәрәмә Садиҡованың Сәмреғош тураһындағы әҫәре ныҡ тәьҫир итте. Ундағы хәлдәрҙе әсәйемә һөйләгәс, үҙенең етемлектә үткән тормошо хаҡында әйтте. Баҡһаң, әсәйем тыуған яҡтарҙа Иҙел түгел, Еҙем тигән һыу аға икән, унда тауҙар ҙа бындағы кеүек бейек түгел, ә Мағаш тигән тау¬ҙа ашарға яраҡлы сәтләүек үҫә, имеш. Шул сәтләүектәрҙе ҡыҙ¬ҙырып ашай торған булған әсәйемдәр. Ә улар ныҡ тәмле, майлы, туҡлыҡлы, ти. Әсәйемдең ҡыҙығып һөйләүенән ауы¬ҙымдан һыуҙар килә, ашағым килеп китә. Унан үҙҙәренең ҙур йәшелсә баҡсаһы, һуғыш ваҡытында төнгө ҡараҡтарҙан һаҡлап, ҡарауылда ултырыуҙары, септә, арҡан ишеү¬ҙәре, тағы әллә ниндәй мин белмәгән эштәрҙе башҡарыу¬ҙары хаҡында хикәйәләй. Атай¬һыҙ-әсәйһеҙ, ағаһы һуғышта саҡта өс бала менән яңғыҙ донъя көткән еңгәһе ҡулында көн күреүе еңел булмай. Унан ағаһының да ҡайтыуын көтмәй, еңгәһенең балалар йортона ебәреүен, ауылдан сығып китеп, тимер юлына еткәс, поездың ҡысҡыртыуын ишетеп, нисек уның ҡолап китеүен күҙ алдына килтереп, тетрәнәм. Әсәйемдең һөйләгәнен тыңлайым да, был хаҡта берәй ваҡыт китап яҙырға кәрәк, тип уйлайым. Инде икенсе синыфта уҡып йөрөйбөҙ. Бикә апай бер көн бөтәбеҙҙән дә киләсәктә кем булырға теләүебеҙҙе һораша башланы. Беренсе рәттә алдағы партала ултырғас, мине иң тәүҙә баҫтырҙы. — Йә, Әлфирә, әйт әле беҙгә, кем булырға уйлайһың? Яңы йыл байрамы етеп килә ине. Өйҙәгеләр ҙә, мәктәп тә шуға әҙерләнә. Кистән беҙ ҙә ап-аҡ мендәр ябыуҙарынан миңә күлдәк тегеп, ялтырҙар тағып, баш кейеменә таж эшләп, уға мамыҡ, өҫтөнә ялтыр уйынсыҡ ватыҡтарын йәбештереп, мәж килгәйнек. Сөнки Яңы йыл кисәһенә ҡарата бөтә ҡыҙҙарҙың бер хыялы була. Ә шул теләгемде уҡытыу¬сыға ҡыс¬ҡырып әйттем: — Ҡарһылыу булам! Бөтәһе лә гөж итеп ҡалды. Бикә апай, ҡулы менән тынысланырға саҡырып, былай тине: — Эйе, Әлфирә Яңы йыл кисәһендә Ҡарһылыу булып кейенергә йыйына икән, һәйбәт, ә киләсәктә, ҙур үҫкәс, ниндәй һөнәр һайларға уйлайһың? Бына мин уҡытыусы булғанмын. Бер аҙ уйлап торғандан һуң, әсәйемдең һөйләгәндәрен тыңлағанда тыуған теләгем иҫкә төштө: — Яҙыусы булам! Тағы бүлмә геүләне. Бикә апайыбыҙ көлөмһөрәне лә: — Беҙҙең Әлфирә яҡшы уҡый: математиканы ла һәйбәт белә, урыҫ теленән дә «бишле»гә өлгәшә. Йә математика, йә урыҫ теле уҡытыусыһы булыр, ә бәлки, минең кеүек башланғыс синыфтарҙы уҡытыр, – тине лә ултырырға ҡушты. Башҡалар¬ҙан һорашыуын дауам итте. Кемдер осоусы, кемдер космонавт була, ҡыҙҙарҙың күбеһе табип һөнәрен үҙ итә. Ә Бикә апай, ниңәлер, «шофёр булам», «комбайнсы», «агроном булам» тигән малайҙарҙы маҡтаны. Кеше йыһанға осҡан заманда ауылда ҡалып ер һөрөп, иген сәсеп, ғүмер итергә әҙерләнгән балалар уға яҡшыраҡ тойол¬ғандыр инде. Мин дә, апайыбыҙҙың һөнәремде хуп¬ламауын тойоп: «Ниңә, уҡытыу¬сы ла – яҡшы эш», – тип уйлап ҡуй¬ҙым. Дәрес бөтөүен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Аҙаҡҡыһы булғас, ҡайтыу яғына йүнәлдек. Мәктәп ишеге төбөндә малайҙар тора. Беҙҙең синыфтыҡылар. Бушҡа тормай улар. Хәҙер бергәләп берәйһен төртөп йығасаҡтар ҙа ҡасасаҡтар, тип уйлайым. Беҙҙә ун туғыҙ уҡыусы: уныһы – ҡыҙҙар, туғыҙы – малайҙар. Уларҙы башҡа уҡытыусылар «хулигандар» тип әрләй. Ә Бикә апайыбыҙ иркәләтә, гел баштарынан һыйпап ярата, бер ҙә асыуланмай. Дәрестә наҙланып ҡына ултырған малайҙар урамға сыҡҡас та һуғыша, үсекләшә башлай. Көн дә бер ҡыҙҙың йә сәсенән тартып, йә үсекләп, илатып ҡайтаралар. Һаман тора теге малайҙар. Ҡыҙҙар, бергәләшеп, өймәклә¬шеп кенә тупһанан төшә башланыҡ. Нисектер былар мине көтөп тораларҙыр һымаҡ тойолдо. Ҡыҙҙарҙан айырылып, тупһаны төшөп бөтмәй, туҡтап ҡалдым. Шуны ғына көткәндәй, береһе: — Ниңә туҡтап ҡалдың, яҙыусы!..– тине мыҫҡыллы тауыш менән. Башҡалары ҡысҡырып көлдө. Әһә, үсекләшергә туҡтағандар икән. Һуғышырға уйлаһалар, тик кенә торорҙар ине. — Әлиә апайым менән ҡайтам! – тинем, яҡлаусым хәҙер сығасағын иҫкәртеүле тауыш менән. — Һе, яҙыусы була икән берәү, – тине, көлөп, йәнә икенсе малай. Өсөнсөһө элеп алды: – Эйе шул! Уның атаһы ла яҙыусы бит – Баязит Бикбай! Дүртенсеһе ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе: — Әсәһе лә – яҙыусы! Беренсе малай: — Эйе шул! Әсәһе – Зәйнәб Биишева! Беҙҙә әсе телле малайҙар күпселек ошо дүртәү-бишәү. Ҡалғандары өндәшмәй. Төртөп китергә булһа, күп һорап тормаясаҡтар. Ысынлап та, атайымдың исеме – Баязит, әсәйемдеке – Зәйнәб. Күренекле кешеләрҙең балаһы булыу ғәрлек түгел дә инде, ғорурлыҡ, тип уйлайым. Танауымды күтәрә биреп, күтәрмәлә баҫып торам. Үсекмәүемде күреп, малайҙар ҡайтыу яғына ыңғайланы. Башҡаса бер ваҡытта ла, атайың – Баязит Бикбай, әсәйең – Зәйнәб Биишева, тип ирештермәне улар.

17. Коммунизм көткәндә...[edit]

Бикә апай ҡайһы саҡта беҙ аңламаған нимәләрҙе һөйләй. Бер көн: — Беҙ социализмда йәшәйбеҙ. Тиҙҙән коммунизм буласаҡ, — ти. — Ә коммунизмда нисек булла, тиһегеҙме? Ул мәлдә... Уҡытыусыбыҙ тынып тора ла дауам итә. Беҙ иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ. — Ул ваҡытта магазинда хәҙерге ваҡыттағы кеүек сират булмаясаҡ. Кәштәләрҙә әйберҙәр тулып торасаҡ. Кем нимә теләй, шуны бушлай аласаҡ... — Бушлай?! — тибеҙ, аптырап та, ышанмай ҙа. — Эйе, бушлай. Хатта балаларға туңдырманы ла бушлай бирәсәктәр... — Ысынмы? — тип ҡуйҙы бер бала. — Ә нимә ул туңдырма? — тип һораны берәү Ысынлап та, беребеҙҙең дә туңдырманы ашап түгел, тотоп та ҡарағаны юҡ. Апайыбыҙ бер аҙ уйлап торҙо ла: — Туңдырманы һөткә шәкәр ҡушып, туңдырып эшләйҙәр, — тип аңлатты. — Һе, — тине бер малай. — Һөт үҙебеҙҙә лә күп, әйҙә туңдыр ҙа яла! — Эй, балалар, — ти Бикә апай, — ә туңдырма шул тиклем тәмле! Минең ашағаным бар! Беҙ Бикә апайға ҡыҙығып ҡарайбыҙ. Туңдырманы күҙ алдына килтерергә тырышабыҙ, ләкин килеп сыҡмай. — Ә ул коммунизм ҡасан була? — ти ҡапыл, түҙемһеҙләнеп, бер бала. Тиҙерәк туңдырма ашағыһы киләлер. — Тиҙҙән! — тип ышандыра Бикә апай. — Социализмды төҙөп бөтәбеҙ ҙә коммунизм төҙөй башлаясаҡбыҙ. Моғайын, был 90—сы йылдарға тура килер... Ялтыраған күҙҙәр һүнгәндәй тойола. (XX быуаттың етмеш алтынсы йылында туҡһанынсы йыл бик алыҫ тойолғандыр...) Беҙ Бикә апайҙың туңдырма ашағанына ышанабаҙ. Ә бына магазинда әйберҙәрҙең бушлай бирелеүен күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Ауылдағы берҙән—бер магазинға килгән тауарҙарҙы, аҡса менән булһа ла, талаша—һуғыша алып бөтә халыҡ. Эстән генә һәр беребеҙ: “Булмаҫтыр был коммунизм тигәндәре!” — тип уйлайбыҙ. Ләкин ҡысҡырып әйтмәйбеҙ. Ҡайһы бер нимәләрҙе ҡысҡырып әйтмәҫкә, шым ғына һөйләшергә өйрәтә өйҙә әсәйҙәр. Бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләүҙе йәй көнө үҙ елкәмдә татыным мин. Өйҙә – әсәйҙәр, мәктәптә уҡытыусылар алдашмаҫҡа өйрәтә. Ә ул юлы... Етмеш бишенсе йыл ҡоро килде. Бесән булмағас, колхоз малдарына күпләп япраҡ аҙыҡ бәйләнеләр. Был эшкә өлкәндәрҙе лә, хатта балаларҙы ла йәлеп иттеләр. Бригадир — әсәйҙәрҙе бер эшкә, балаларҙы япраҡ бәйләргә әйтеп китте. Машинаға тейәлеп, урманға барып төштөк. Бер—ике өлкән ир ағастарҙы йыға. Звено башлығы Әбделхай бабай кемгә ҡайҙа эшләргә икәнен әйтеп китә. Ул беҙгә ҡаршы ғына йәшәй, уның исемен әйтеүгә йәтешләп, Әптелхай бабай тип йөрөтәбеҙ. Мин, Әлиә апайым һәм Әхсән ҡустым эшкә керешәбеҙ. Ҡустым менән йығылған ағастан метр ярымлыҡ ботаҡтарҙы һындырып, миндек итеп бәйләр өсөн өйәбеҙ, апайым шуларҙы бәйләй. Ул бәйләгәндә, мин тотоп торам. Парлы миндектәрҙе арҡыры һайғауға элергә ярҙамлашам. Шулай эшләй торғас, байтаҡ ыраттыҡ. Ара—тирә күршеләр янына барып, уларҙың нисәүҙе эшләгәнен белеп киләбеҙ. Артта ҡалып, оятлы булып ҡуймайыҡ! Хәлдәрен белешкәс, тынысланабыҙ. Бер ишерәк эшләйбеҙ икән. Тиҙҙән Әбтелхай бабай күренде. — Йә, балалар, нисәүҙе бәйләнегеҙ, яҙып алайым әле! — тине ул, йомшаҡ ҡына тауыш менән. — Башҡа эшләмәйбеҙме ни? — Йығылған ағастарҙың ботаҡтарын алып бөтәбеҙ ҙә — бөгөнгә етер. Хәҙер машина килә. Нисәне бәйләнегеҙ? Беҙ үҙенең килеп һанағанын көтөп торабыҙ. Ул беҙҙең әйткәнде көтөп тора. Күпме бәйләгәнебеҙҙе ишеткәс, көлөмһөрәп: — И—и, балалар, улай тип яҙһаҡ, һеҙгә эш көнө лә ҡуймаҫтар бит. Көнө буйы бушҡа йөрөгән кеүек була, — ти. Беҙ аптырап торабыҙ. Ә нисек яҙырға һуң? Әбтелхай бабай һуҙып ҡына: — Бына тегеләрҙеке – шунса, уларҙыҡы – ошо сама, — тип һанап китте. Шаҡ ҡатып торабыҙ. Беҙҙән ике тапҡырға күберәк эшләгәндәр! Шул саҡ күршеләр иҫкә төштө. — Ә күршеләр нисәне эшләгән? – тип һорайым, бар ҡыйыулығымды йыйып. — Уларҙыҡы – шунса! Күҙ маңлайға менә яҙҙы: ике тапҡыр арттырғандар! Үҙем дә һиҙмәҫтән: — Яңы ғына яндарына барғанда, шунсаны эшләгәндәр ине! Бер иш барабыҙ икән, тип һөйләшеп торҙоҡ хатта! — тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Бабайыбыҙ көрһөндө лә: — Ҡысҡырып йөрөмәгеҙ! — тине шым ғына. — Әйҙәгеҙ, һеҙгә лә уларҙыҡы һымаҡ итеп яҙайыҡ, раз бер иш эшләгәсегеҙ. Беҙ баш һелктек. Көнө буйы арып—талып йөрөп тә, эш көнө яҙмаһалар, бушҡа була бит. Етмәһә, әсәйем: “Эшләгәнегеҙҙең аҡсаһы мәктәпкә кейем—һалым, китаптар, башҡа кәрәк—яраҡ алыуға булыр,” — тигәйне. Беребеҙ ҙә: “Был – алдашыу ҙа!” — тип әйтмәне. “Социализмда йәшәйбеҙ,” — тигәйне Бикә апай. Ҡайһы бер нимәләре оҡшап та, аңлашылып та бөтмәй был социализмдың. Бер көн миңә дәрестән һуң ҡалырға ҡуштылар. Ҡалдым. Икенсе класҡа алып инделәр. Директор килеп инде. Ҡулындағы төргәкте миңә һуҙып: — Күп балалы ғаиләләргә хөкүмәт ярҙам йөҙөнән ебәргән, — тине. (Ысынлап та, ғаиләлә һигеҙ бала булып киткәйнек) Мин сығынланым да киттем: — Миңә кәрәкмәй. — Нимә икәнен дә белгең килмәйме? — Юҡ. Ул бүлмәнән сыҡты ла бер ҡатын уҡытыусыны эйәртеп инде. Үҙе икебеҙҙе генә ҡалдырҙы. Был апай беҙҙе уҡытмай. Йылмайып ҡына төргәкте һүтте. Эсенән ҡара төҫтәге мәктәп формаһы килеп сыҡты. — Кейеп ҡара әле, — тип, апай форманы миңә тотторҙо. Күлдәк ҙур ине, ергә һөйрәлеп тора. Систем дә кире һондом. — Миңә кәрәкмәй. Үҙемдеке бар. — Ал, ал, әҙерәк үҫкәс, кейерһең. Ул — һинеке! — Миңә атайым менән әсәйем һатып ала ул! — тип еңмешләнеп, сығыу яғына атланым. Теге апай ипләп кенә: — Сумкаңды бир әле, һеңлем! – тине лә күлдәкте, ҡағыҙына төрөп, минең сумкама йәтешләп һалды һәм миңә кире һондо: — Үҙеңә кәрәкмәгәс, күлдәкте әсәйеңә бирерһең, йәме! Әсәйем йә атайым берәй әйбер һатып алһа, башым күккә тейгәндәй, ҡыуана торғайным. Әле ҡайтып киләм “ярҙам күлдәк”те йөкмәп, ә күңелдә бер шатлыҡ хисе лә юҡ. Ҡайтҡас та, әсәйемә тотторҙом да уны, был турала оноттом. Мин өйҙә юҡта, әсәйем ул күлдәкте Әлфиә апайыма биргән. Әсәйҙән алғанғамы, үҙенә таман булғанғамы, апайым күлдәкте ҡыуана—ҡыуана кейҙе...

18. “Ленин партаһы”[edit]

Бала саҡта булған бер хәл иҫкә төштө әле. Бер саҡ уҡыуҙан ҡайтҡас, апайымдар мәктәптә өйрәнгән йырҙарын йырланы: Ленин – һөйөклө атабыҙ, Ул - һәр саҡ беҙҙең менән. Беҙ уның рәсемен биҙәйбеҙ, Гөл, аҫыл сәскә менән. Мин аптырауға ҡалдым. Ипләп кенә әсәйем янына барҙым.: — Әсәй, кешенең нисә атаһы була? — Берәү була, ҡыҙым. — Ә беҙҙеке икәүме ни? Әсәйемдең күҙҙәре ҙурайҙы, апайым әйтмешләй, “күҙҙәре маңлайына менде”. — Юҡ. Атайығыҙ берәү. — Ә Лилин кем ул? Беҙҙең атаймы? Әсәйем нимә әйтергә теләгәнемде аңламаны. — Кем тиһең? — Лилин. Апайымдар йырлай бит, ул беҙҙең атай тип. Әсәйем көлөмһөрәп, йылмайып ҡуйҙы. Уның һайын ныҡыштым. — Кем ул Лилин? Ҡайҙа ул? — Лилин түгел, Ленин. Ул – беҙҙең юлбашсы. Бына уҡырға төшкәс, һин дә белерһең әле. — Улайһа, ул – беҙҙең атай түгелме ни? Апайымдар йырлағас, беҙҙең икенсе атайыбыҙмы икән тип уйлағайным, - тип тәтелдәнем мин. Әсәйем, көлөп, арҡамдан яратып ҡуйҙы. Ысынлап та, уҡырға төшкәс, Ленин бабайҙың ( ниңәлер, бөтә балалар ҙа исемен дөрөҫ әйтмәй, “Лилин бабай” тип әйтә торғайнылыр) кем икәнлеген белдек. Мәктәптә ул тик “5” билдәләренә генә уҡыған икән. Бик башлы булған. Бер көн Бикә апай: — Класыбыҙҙа “Ленин партаһы” булдырабыҙ. Унда тик “5” билдәһенә генә уҡыған уҡыусылар ултырасаҡ, - тип белдерҙе. Икенсе көндө дәрескә килеүебеҙгә иң алғы парта алдына таҡта беркетелгән һәм унда ҡыҙыл буяу менән “Ленин партаһы” тип яҙылғайны. Кисәге көндә кемдәр иң күп “5” билдәһе алған, ике уҡыусыны апайыбыҙ ул партаға ултыртты. Икенсе көндә унда Флүзә менән, ә өсөнсө көндә Асия тигән ҡыҙ менән мин дә ултырҙым. Бөтәһенең дә “Ленин партаһы”нда ултырғыһы килдеме — һәр беребеҙ тик “5” билдәһе алырға тырышты. Бер көн дәрескә килһәк, “Ленин партаһы” артында ике ҡыҙ ултыра. Ғәҙәттә, Бикә апай беҙ мәктәптән ҡайтыр алдынан иртәгә парта артында кем ултырасағын әйтә торғайны. Кисә әйтергә онотто. Ә иң алдағы парта артында ултырыусылар Флүзә һәм Иркә ине. Уларҙың янына, сумкаһын тотоп, Асия исемле ҡыҙ барып баҫты. Мин дә “Ленин партаһы”на яҡынланым. Сөнки кисә бөтә дәрестәр буйынса ла тик “5” билдәләре алғайным. Асия – ҡыйылып торған ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, ҡара сәсле матур ҡыҙ. Ғәҙеллек ярата, әҙерәк уҫал да. Уның фекере менән ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа иҫәпләшә. Һуңғылары бер аҙ шөрләй ҙә. Әле лә парта артында ултырыусыларға: — Ниңә Бикә апай әйтмәҫ элек бында килеп ултырҙығыҙ? - тигән һорау ҡуйҙы ул. Тегеләр урынынан ҡуҙғалманы. Ҡурҡалар. Улар торһа, урындарына беҙ ултырасаҡбыҙ. Флүзә тиҙ генә: — Мин кисә бөтә дәрестәр буйынса ла “5”-тәр генә алдым! - тине. Флүзәнең атаһы, минең еҙнәм, ул уҡытыусы булғанғамы, ҡыҙға хатта малайҙар ҙа бик бәйләнеп бармай. Асия ҡарашын Иркәгә төбәне: — Ә һин? Иркә хәбәрен шәп—шәп әйтә, һөйләгәндә етен сәстәре ялпылдап, түп—түңәрәк күҙҙәре тағы ла ҙурайып китә. Үҙе миңә ҡарап—ҡарап ала. Беренселә үк сәс йолҡошоп һуғышып алғас, был тағы килеп йәбешмәһен, тиҙер. “Ҡурҡма!” — тим эстән генә, мин тәбиғәтем менән тыныс кеше, һөжүм итмәһәләр, үҙем башлап һуҡмайым. Ә Иркә: — Мин кисә бөтә фәндәр буйынса ла гел “5” билдәләре алдым! - тине. Асия аптырап: — Мин дә кисә тик “5”-тәр генә алғайным! - тине. — Мин дә! - тинем мин. Ҡыңғырау тауышы менән килеп ингән уҡытыусыға хәлде ярыша-ярыша аңлатып бирҙек. Ул бер һүҙ ҙә әйтмәй, тыңланы ла бүлмәнән сығып китте. Тиҙҙән сүкеш-ҡыпһыуыр тотҡан бер хеҙмәткәр ағай килеп инде лә тәүге партаға ҡаҙаҡланған “Ленин партаһы” тип яҙылған таҡтаны һүтеп алып, сығып китте. Беҙ аптырашып торғанда, Бикә апай килеп инде һәм: — Һәр берегеҙ үҙегеҙҙең элекке урынына ултыра! Дәресте башлайбыҙ! - тине. “Ленин партаһы” булмағас, бер аҙ эс бошоп торҙо ла ул да тиҙҙән онотолдо.

19. Атайым һабағы[edit]

Атайым менән әсәйем бер саҡ ата-әсәләр йыйылышынан Маҡтау Грамотаһы тотоп ҡайттылар. Унда “балаларын яҡшы тәрбиәләгән өсөн бүләкләнә” тип яҙылған ине.

Атайым менән бәйле бер хәл булды. Яҙ көнө. Апрель айы булғандыр. Тауҙарҙағы ҡар саҡ ирегән, үләндәр баш ҡалҡытҡан саҡ. Мин башланғыс кластың 3-сө класында уҡып йөрөйөм, туғыҙ–ун йәштәрҙәмен. Төштән һуң сәғәт 2-нән уҡыйбыҙ. Атайым бер көндө мине иртәнсәк саҡырып алды ла тау башында иген сәсеп йөрөгән ағайҙарҙан соляркамы, маймы алып ҡайтырға ҡушты. Үҙе машинаһын һүтеп һалған. Ҡыҙыу-ҡыҙыу тегеләй-былай йөрөй, ҡайҙалыр барырға ҡабаланалыр. Атайҙар эш ҡушҡанда, беҙҙең төпсөп һорашып тороу ғәҙәтебеҙ бөтөнләй булманы. Эш ҡушылған икән, уны үтәргә генә кәрәк. Унан тағы ағайым, апайымдар – уҡыуҙа, ҡустым әле бәләкәй. Ә эш минең көсөмә самалап ҡушылған. Киттем атайым тотторған кәнистрҙы һөйрәп тау башына - Тимер арҡаһына. Бына тауҙың яртыһына менеп еттем. Ултырып хәл йыйғанда ауылды күҙәтәм. Унан тағы – алға. Хәҙер ике метр менәм дә ултырам. Тау башына етәрәк, тау ҙа бейегәйҙе. Ҡулымдың хәле бөттөмө, әллә ауылды күҙәтеү менән мауығып киттемме, бер саҡ ҡулымдағы кәнистр ысҡынып китеп, аҫҡа тәгәрәне. Мин артынан йүгерҙем. Ярай ҙа, бер соҡорораҡ урын булған, шунда төшөп ятты теге. Кәнистрҙың тау аҫтына тиклем тәгәрәп китмәүенә ҡыуанып, юлымды дауам итәм. Үҙемсә ҡабаланған булам. Ҡояш ҡыҙҙыра, төш етәлер. Унан уҡырға барырға ла күп ҡалмай. Эстә лә ас бүреләр олой башланы. Тау башына менеп еткәнсе шулай ике -ике сәғәт ярымдай хитланғанмындыр. Менеп еткәс, атайым өйрәткәнсә, техника тауышын тыңлап ҡарайым, бер ниндәй ҙә тауыш ишетелмәй. Шулай ҙа алға барыуымды дауам иттем. Илле метрҙай барғас, техника күҙгә салынды. Бер аҙ барғас, кешеләре лә күренде, ағайҙар төшкө ашҡа туҡтағандар икән. Мине күргәс, улар аптырап китте. — Был ҡыҙ кеше түгелме? Кемдең ҡыҙы һин? — Баязиттың ҡыҙы мин. — Ошо хәтлем ергә ҡыҙ кешене ебәрергә Баязиттың башына тай типтеме икән?!. Бик яҡын бармай, ҡысҡырып, атайымдың сәләмен еткерҙем. Баш сайҡап, аптырауҙарын дауам итерҙәр ине, мин тағы ла ҡысҡырыбыраҡ: — Йә, бирәһегеҙме-юҡмы, миңә ҡайта һалырға кәрәк, мәктәпкә һуңлайым, - тинем. Улар, иҫтәренә килеп, кәрәкле яғыулыҡты тиҙ генә кәнисрға тултырып бирҙеләр. Уларҙа ла, атайымда ла колхоз техникаһы, колхоз яғыулығы, бирмәй ҡайҙа барһындар! Ҡайтҡанда кәнистрҙы тауҙан тәгәрәтәм дә артынан үҙем йүгерәм. Тик ул гел тәгәрәп бармай, йә төпһәгә эләгеп, туҡтай, йә ҡыйыш тәгәрәп китә. Ҡайтып еттем шулай. Атайыма кәнистрҙы тотторғайным, ул эсен асып ҡараны ла бер һүҙ генә әйтте: “Яҡшы!” Мин йүгереп өйгә инеп киттем, мәктәпкә барырға ваҡыт етеп килә!

20. Яҙыусы түгел...[edit]

Класыбыҙҙың бер яҡ стенаһының яртыһын алып бер стенд элеүле тора. Өҫтөнә ҡыҙыл менән “Башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары” тигән яҙыу беркетелгән. Яҙыусыларҙың портреттары үтә күренмәле ялтыр тышлыҡ менән көпләнгән, ыҡсым итеп беркетелгән. Һәр береһенең аҫтында исемдәре яҙылған. Тәнәфес ваҡыттарында, буш ваҡыттарымда мин ошо стендтағы яҙыусыларҙы барларға яратам. Кемеһенең китаптарын китапхананан алып уҡығанмын, кемеһенең шиғыр йә хикәйәһен дәреслектәрҙә осратҡанмын. Ә дәреслектәр өйҙә күп: апайҙар, ҡустымдыҡы. Мин башланғыс синыфты тамамлап, инде дүртенселә уҡып йөрөйөм. Ҙур үҫкәнмен инде, китапхананың уҡырлыҡ китаптарын алып, уҡып бөткәнмен. Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти – иң яратҡан яҙыусыларым. Назар Нәжми, Ирек Кинйәбулатовтың шиғырҙарын яратам. Әнүәр Бикчәнтәевтың “Илсе ҡыҙы”, “Яр буйы малайҙары”н йотлоғоп уҡыным. Күп, күп инде улар... Хатта Максим Горькийҙың “Бала саҡ”, “Минең университеттарым”, Гоголдең “Үле йәндәр” тигән китаптарын тәржемәлә өсөнсөлә үк уҡып бөткәйнем. Тик миңә бер нәмә тынғылыҡ бирмәй. Стендтың иң аҫҡы рәтендәге уртала торған портреттағы яҙыусымы, шағирҙымы – белмәйем. Үҙе йәш кенә егет, сәсен артҡа тараған. Ҡарашы тура һәм ҡыйыу. Рус шағиры Сергей Есенинға ла оҡшап киткән һымаҡ. Тик бына уның исемен китаптарҙа бер ҙә осратҡаным юҡ. Бәлки, миңә генә осрамайҙыр. Китаптары китапханала барҙыр. Ошо уйымды тикшереү маҡсатында, һәр тәнәфестә китапханаға йөрөй башланым. Ингәс тә, өҫкө кәштәлә торған китаптарҙы ҡарап сыҡтым. Урталыҡҡа етәрәк, ҡыңғырау шылтыраны. Юҡ, әле ул кешенең китабы табылманы. Тәнәфес булыу менән, тағы китапханаға килдем. Башта урта рәттәге кәштәләрҙә китаптарҙы ҡараным. Юҡ. Өсөнсө тәнәфестән һуң да килдем. Аҫҡы кәштәләргә еттем. Китапханасы апай, аптырап: — Әлфирә, нимә тигән китапты эҙләйһең? Әйт, алып бирермен, - тине. Аптырап ҡалдым. Шулай ҙа серемде сисмәнем. — Уҡырға берәй китап булһа, - тинем. Апай, дәртләнеп: — Бәлки, Аркадий Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы” тигән китапты алырһың? Был китапты әллә нисә тапҡыр уҡып сыҡһам да, ризалығымды белдереп, баш сайҡаным. Минең ризаһыҙ тороуымды абайлапмы, Гайдарҙыҡына ҡушып, тағы бер китап яҙҙырып бирҙе. Артабанғы тәнәфестә китапхана бикле ине. Ҡайтҡас та, теге китапты уҡырға тотондом. Сөнки яҙҙырып алғанын тапшырған саҡта ғына инергә тейеш булам китаптар иленә. Ә мин теге портреттағы яҙыусымы, шағирҙыңмы китабын әле тапманым бит! Әлфиә апайым – 8-ҙә, Әлиә 6-ла уҡып йөрөй. Уларҙың туған әҙәбиәт, башҡорт теле дәреслектәрен бер түгел, ике тапҡыр ҡарап сыҡтым. Юҡ! Беҙҙең китаптарҙа ла юҡ. Әхсән ҡустым 2-лә, күршелә йәшәгән ҡыҙҙар – Дилбәр менән Миңнур 7-лә һәм 5-тә уҡыйҙар. Уларҙың дәреслектәрен һорап тороп ҡараным. Юҡ! Әнүр ағайым күрше Монасип ауылында уҡып йөрөй. Бер ялда ҡайтҡанында унан һораштым. — Ағай, һеҙҙең дәреслектәрҙә ошо шағирҙыңмы, яҙыусыныңмы шиғыры йәки хикәйәһе юҡмы? Ағайыма теге фотоһүрәттең аҫтына яҙылған исемде һуҙам. Был ҡыҫҡа ғына исемгә Әнүр ағайым оҙаҡ текләп тора. Нимәлер иҫкә төшөрөргә теләп, маңлайын төйә, уйлай, һәм: — Юҡ. Был кешенең әҫәрен дәреслектә күргәнем булманы, - ти. Һәм үҙҙәре уҡыған авторҙарҙы һанап сыға. Эҙләнеү эше тамам. Ул бер һөҙөмтә лә бирмәне. Икенсе көндө мин туған әҙәбиәт дәресе алдынан Ғәли Ғәли улы янына килдем дә: — Ғәли ағай, (еҙнәм булһа ла, мәктәптә улай әйтергә ярамай бит) һеҙ анау торған стендҡа яҙыусы ла, шағир ҙә булмаған кешене индергәнһегеҙ! Уҡытыусы аптырап китте. — Кем ул? Мин Есенинға оҡшап торған сибәр йөҙлө йәш егет рәсеменә төртөп күрһәтеп, көр тауыш менән: — Ағай, уның бер китабы ла юҡ китапханала! Дәреслектәрҙә, исмаһам, бер генә шиғыр йә хикәйәһе юҡ,- тинем. Ғәли Ғәли улы, ҡурҡҡан һымаҡ, тирә-яғына ҡаранып алды. Тәнәфес бит, һәр бала үҙенсә мәж килә. Ағай: — Кем әйтә уны? – тине. — Бер кем дә әйтмәй. Мин китапханаға инеп, китаптарын эҙләнем, тапманым. Апайымдар, ағайымдың, беҙҙең дә — бер дәреслектәрҙә лә хатта бер шиғыры ла юҡ! – тим. — Шулаймы? – ти уҡытыусы. Шул саҡ ҡыңғырау шылтыраны. Дәрес башланды. Ғәли ағай, алға баҫып, уҡыусыларҙың тынысланғанын шым ғына көтөп торҙо ла, миңә ҡарап алып, тауышын баҫа биреберәк һөйләй башланы. Ғәҙәттә, ул иң мөһим нәмәләрҙе шулай, тауышын баҫа төшөп әйтә. Һәм асыҡ дәрестәр биргән ваҡытта, дәрескә ата-әсәләр инеп ултырғанда, алға баҫып, шулай рухланып һөйләй. Әле лә һүҙен шулай башлағас, уҡыусылар шымып, уҡытыусының ауыҙына текәлде. Ғәли Ғәли улы мине һатманы. — Уҡыусылар, — тине ул, стендтағы йәш кенә егеттең фотоһына төртөп, — Был – шағир ул. Һеҙ уның шиғырҙарын белмәйһегеҙ инде, бына беҙҙең быуын уның шиғырҙарын яттан белде. Шиғырҙары бик һәйбәт уның, хәтерҙә ҡалып, ятланып ҡына тора. Бына мин һеҙгә уның бер шиғырын һөйләп күрһәтәйем әле, - тип, уҡытыусы тәьҫирләнеп һөйләп китте:

Айға үрләп, нурҙа уйнап, Күкрәгемде нурланым. — Ит ғәфү әй, ай, тинем мин, Нурҙарыңды урланым.

— Һис зарар юҡ, ал, тине ай. Ал да нур сәс халҡыңа. Мин дә бит төн хаҡына Алдым ҡояштың нурҙарын.

Класс тын. Уҡытыусы ла тынып ҡалды. Шунан шиғыр һөйләгәндә күтәрелеп киткән тауышын тағы баҫа төшөп: — Ул — шағир ул. Китаптары ла бар ине. Шиғырҙары дәреслектәрҙә лә була торғайны. Ни сәбәптәндер, китаптарын китапханаларҙан, шиғырҙарын дәреслектәрҙән алдырттылар. Беҙгә шомло булып китте. Минең күҙ алдымдан китапханаларҙан уның китаптарын алып йөрөгән ҡара кешеләр йүгереп үтте. — Ләкин ул шағир булғас, мин уның рәсемен стендтан алманым, - тип тамамланы һүҙен Ғәли Ғәли улы. Мин йәнә түҙмәй: — Ә Ш. Бабич уның исемеме? – тип һораным. — Шәйехзада – уның исеме, фамилияһы – Бабичев, ә “Ш.Бабич” – псевдонимы, йәғни әҙәби исеме, - тип аңлатты уҡытыусы. – Килер бер көн: уның шиғырҙары дәреслектәргә инер, китаптары яңынан баҫылыр! Уҡытыусы яттан һөйләгән шиғыр юлдары көнө буйы күңелемдән китмәне. Кис йоҡларға ятҡас, тәҙрә аша төшкән ай нурҙары мине иркәләп, шағир тауышы менән әйткәндәй булды:

Айға үрләп, нурҙа уйнап, Күкрәгемде нурланым...

  Ал да нур сәс халҡыңа...

21. “Бүре алған Миңленур”[edit]

Әсәйем ҡайһы саҡ Әлиә апайымды: — Бигерәк әсе теллеһең. Кендек инәйең күрше уҫал Сәйҙә булғайны, шуға оҡшағанһың, ахыры, - тип шелтәләй.

Әсәйемдең һүҙҙәрен элеп алам:

— Әсәй, әсәй, ә минең кендек инәйем кем? — Һинең кендегеңде Руша медсестра ҡырҡты, - тип, беҙҙең яҡта ят булған исемде атаны. - Ул хәҙер ауылда ғына түгел, районда ла юҡтыр инде. Күсеп киттеләр улар. — Эй-й... – тим үкенесле итеп. Сөнки минең дә кендек инәмде күргем килә. Әлиә апайым, ана, күргеһе килһә, күршегә генә йүгереп инә ала. Әсәйем, көлөмһөрәп: — Кендегеңде Руша апайың ҡырҡһа ла, һине беренсе булып Миңленур инәйең ҡулына алды, йыуындырҙы. Һин уға ла оҡшағанһың. Кеше бит кендек инәһенә оҡшай, тиҙәр. — Ҡайһы Миңленур инәй? – тип төпсөшәм, быға тиклем бер Миңленур инәйҙе күрмәһәм дә. — “Бүре алған Миңленур инәйең”! — Бүре алған? — Эйе, ҡыҙым, бер үҙе ике бүре үлтергән. Шуға ла уны “бүре алған Миңленур” тип йөрөтәләр. — Бүрене нимә менән үлтергән? — Һәнәк менән сәнсеп алған. — Һәнәк менән? Минең ул инәй хаҡында күберәк белергә теләүемде белеп тора әсәйем. Шуға: — Үҙенән һорашырһың, ҡыҙым. Тиҙҙән инәйеңде аятҡа саҡырып алам. Бер юлы мунса инеп, йоҡлап та ҡайтыр, – тине йомшаҡ ҡына итеп. – Етмеш йәште ҡыуалаһа ла, шәп әле инәйең: һаман бесән саба, һыйыр тота, ирҙәрҙән ҡалышмай, донъя көтә. Уның йәшендәгеләр береһе лә бесән сапмай, һыйыр тотмай. Яңғыҙым тип тормай... - Әсәйемә һөйләргә лә ирек бирмәй, һорауымды яуҙырам: — Балалары юҡмы әллә? — Булмай ни? Лоҡман ағайың менән Сания апайыңды кем балалары тип уйлайһың? Улар башҡаланды бит. Ғилфан ағайың әле кәләш алмаған, шуға донъяны үҙе көтә инде Миңленур инәйең. Беләм, Лоҡман ағайҙы ла, Сания апайҙы ла. Берәй йомоштары төшһә: “Баязит ағайым өйҙәме?” – тип килеп етәләр. Миңә бигерәк тә уларҙың өҙөлөп “ағайым” тип әйтеүе оҡшай. Берәү ҙә атайыма шулай өҙөлөп өндәшмәй, уларҙан башҡа. Тиҙҙән кендек инәйем менән дә күрешергә насип булды. Миңленур инәй өтә баҫып йөрөй, ҡырҡыу-ҡырҡыу һөйләшә. Мине күреп ҡалғас та, ҡапыл йомшарып, яҙылып китте, арҡамдан тупылдатып һөйөп алды: — И-и-и, Әлфирә ҡыҙым, кендегеңде ҡырҡмаһам да, беренсе булып, һине ҡулыма мин алдым, Иҙел һыуы менән йыуындырҙым, - тине. — Ниңә Иҙел һыуы менән? – тип аптырап һорайым. Һорауыма инәйем кеткелдәп көлөп ебәрҙе: — Һи, элек ҡотоҡтар булманы бит. Нимәгә кәрәк булһа ла, һыуға Иҙелгә йүгерер инек. Шунан башымдан һыйпап: — Уҡыуың һәйбәт икән, ҡыҙым. Маладис, уҡытыусылар маҡтап бөтә алмай... Был һүҙҙәргә аптырап ҡалдым. Минең турала һорашып йөрөймө икән? Әллә кендек инәһе булғанға, яуаплы тоямы үҙен? Әсәйем мине ҡарт олатам Һибәтуллаға ныҡ оҡшағанһың, ти.Ул мин тыумаҫ борон - өс йыл элек үлеп ҡалған, туҡһан йәшендә. Ә Миңленур инәйҙең һуғышта үлеп ҡалған ире Шәрәфулланың атаһы - Сибәғәтулла Һибәтулла олатайым менән бер туған булған. Шәрәфулла һуғышта ятып ҡалғас, Һибәтулла олатам Миңленур инәйҙе балалары менән Нөгөш тигән ерҙәге ферманан ауылға күсереп алып ҡайтҡан. Һуғыштан һуң була был. Ҡарт өләсәм Гөлшәрифә Миңленур инәйҙең балаларын ҡараша, олатам үҙенең күршеһендә инәйгә йорт күтәртә. 0шо хаҡта миңә әсәйем һөйләне. Был юлы һораша алманым кендек инәмдән бүре хаҡында. Ныҡлап танышып алғас, уларға барып йөрөй башлағас, бер нисә йыл үткәс кенә, һораным. Был ваҡытта инәй ауыл осонда яңы йорт күтәрткән, Ғилфан ағай ҙа кәләш алған, имсәк балалары бар ине. Ә беҙҙең күршеләге өйөн ул үҙенең һеңлеһе Йәнифәгә ҡалдырып киткәйне. Инәйем бер асылып киткәндә, әллә ҡапыл һораным, ул етдиләнеп китте. Йөҙө ҡырыҫланды. Һәм биш-алты һөйләм әйтте. Уның ошо яуабы ла ун ике йәшлек ҡыҙҙың күҙ алдына һуғыш ваҡытындағы хәтәр күренештәрҙе баҫтырырға ярҙам итте.

  • * *

..Таңға ҡарай ғына төш күрҙе: уралып-уралып ятҡан йыландар балалары яғына ҡарап ыҫылдай. Эргәләрендә генә бер ни һиҙмәй, Миңленурҙың балалары йөрөй. Ул ҡысҡырып ебәрҙе: — Әй әттәгенәһе, был тау битләүенә нисек килеп сыҡҡан был балалар? Балаларын ҡурсалап ҡысҡырған үҙ тауышына уянып китте Миңленур. Йөрәкһеп килеп торҙо. Йоҡлап ятҡан һигеҙ йәшлек улын, алты йәшлек ҡыҙының юрғандарын рәтләштерҙе. Сәңгелдәктә тауыш биргән улын алып, имсәк ҡаптырҙы ла хәтирәләр йомғағын тағатырға тотондо. ...Нөгөш тип аталған был ергә улар Шәрәфуллаһын мал докторы итеп билдәләгәс, күсеп килгәйнеләр. Бында Нөгөш йылғаһы аға, шуға ла уның атамаһы фермаға ла бирелгәндер. Бер йәй ҡыуышта йәшәне йәш ғаилә, көҙгә колхоз өй ҙә өлгөрттө. Бәләкәй булһа ла, үҙ мөйөштәре булды, быға бигерәк тә улы Лоҡман менән ҡыҙы Сания ҡыуанды. “Нөгөш фермаһы” тип аталған был ерҙә “Маяҡ” колхозының һыйырҙары һәм һарыҡтары аҫырала. Ирен ике ферманың да малын бағырға ебәрҙеләр ҙә инде. Миңленур һарыҡ ҡарауға төштө килгән көндө үк. Шулай матур ғына эшләп, йәшәп яталар ине. Өсөнсөгә ауырға ҡалғанын һиҙҙе Миңленур. Балаға йән инеп, ҡорһағы ла беленә башланы. Бер көн таң алдынан һыңҡылдап илаған бала тауышына уянып китте ул. Һиҫкәнде. Тирә-яғына күҙ һалды. Балалар, ғәҙәттәгесә, һикеләрендә йоҡлайҙар. Сәйерһенеп, ҡолағын эсенә яҡын килтерҙе. Эйе, ысынлап та... ҡорһағындағы балаһы илай ине... Тетрәнде... Ипләп кенә ҡорһағын яратты. Илау тауышы баҫылды. Ә күңелдәге шом ҡалды. Ләкин иренә был хаҡта ләм-мим өндәшмәне. Ниңәлер, уны ла шомландырғыһы килмәне. Бер ай үттеме-юҡмы, һуғыш сыҡҡан тигән хәбәр, алыҫ тип тормай, ауылдан утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Нөгөш фермаһына ла килеп етте. Типһә тимер өҙөрҙәй, күптән түгел утыҙын тултырған Шәрәфулла беренсе саҡырылыш менән үк һуғышҡа алынды. Һигеҙ айлыҡ ауыры менән Миңленур уны бында ғына оҙатып ҡалды, хатта ауылға тиклем дә бара алманы. Ире һуғышҡа алыныуына теүәл бер ай үткәс, улы тыуҙы. Ул әйтеп киткән исемде ҡушты ҡатын – Ғилфан. ...Хәтирәләренең ошо мәленә килеп еткәс, улы имсәгенән тартыуға, терт итеп ҡалды. Улына күҙ һалды. Уныһы, һорау алырға теләгән һымаҡ, ҡап-ҡара күҙҙәрен тултырып, әсәһенә текләгән. Тимәк, имеп туйған. Ҡатын, түшен иҙеүенә йәшерә-йәшерә, улы менән һөйләшергә тотондо: — Нимә, улым, ҡаты итеп текләйһең? “Атайым ҡайҙа?! – тип һорарға теләйһеңме? Атайыңды күрмәй ҡалдың шул, ул һуғышҡа китте. Ниместәр менән һуғышып йөрөй. Бына атайың уларҙы еңеп ҡайтҡас, күрерһең әле . Атайыңдың да һине бик күргеһе килә лә ул... Ғилфанына ике йәш тулып уҙһа ла, уны имсәктән айырманы ҡатын. Былай ҙа сибек булып тыуҙы. Ашау етмәгәнлектән, ике йәше тулыуға саҡ тәпәй баҫты. Инде имсәктән дә айырһа, сибек кенә балаһы киңгәр, ҡырау һуҡҡан кеүек булыр, тип ҡурҡты. Өсөнсө йыл һуғыш бара. Улына: “Еңеү килер, атайың ҡайтыр”, - тигән һүҙҙәрҙе һөйләһә лә, үҙен быға бер ҙә ышандыра алмай ҡатын. Сөнки ауыл яғынан береһенән-береһе шомлораҡ хәбәрҙәр килә. Былтыр – 1942 йылдың йәйендә фронттан яраланып бер-бер артлы ике Фәтхислам ҡайтып төштө. Береһе – уның ҡайнағаһы Фәтхислам. Икенсеһе – оло Фәтхислам. Яралары төҙәлә башлау менән, улар һуғышҡа кире китергә лә әҙерҙәр ине. Ә әлегә ҡайтып төшөү менән, ҡатын-ҡыҙҙар ғына һөйрәгән колхоз эшенә тотондолар: колхоз малдарына бесән сабыуға төштөләр. Ауыл халҡына ла ярҙам иттеләр. Ҡайнағаһы Миңленурға ла килеп, бесән эшләшеп китте. Юҡһа, йәш балаһы менән әллә ни ырата алмаҫ ине. Лоҡманы ҡул араһына инде улай ҙа. Бесәнде тырматыуға эшкә аша. Берәү булһа ла, һыйыры бар. “Аҡтан балаларымды айырыу юҡ!” – тигән уй менән йәшәй ул. Бына шул ике Фәтхисламды, ҡайтыуҙарына бер йыл үтер-үтмәҫтән, НКВД кешеләре , өйҙәренә тентеү яһап, төрмәгә алып киткән. Йәнәһе, улар фашистарға ярҙам итеп, отряд төҙөп, Совет власына ҡаршы баш күтәрергә йыйына. Иларһың да, көлөрһөң дә... Тағы өс кешене алып киткәндәр, ти. Береһе – Айытҡол бабай. Граждандар һуғышында ҡыҙыл партизан булып танылған, әле колхоз рәйесе фронтҡа киткәс, шул йөктө тартыусы ҡарт коммунист Айытҡол бабай нисек “халыҡ дошманы” булһын, ти? Уның өйөндә улынан ҡалған һунар мылтығы табылған, ти шул. Башҡаларҙа ҡорал-фәлән табылмаған. Алып киткән кешеләренең дүртенсеһе – колхоз тимерлегендә эшләгән 20 йәшлек аяғы зәғиф Әҙеһәм, ти. Ул бахырҙың бер кемгә лә зыяны юҡ ине, тимерсеһеҙ тороп ҡалды инде Тимер ауылы. Бишенсеһе – Фәтхислам ҡайнағаһының атаһы – Хәбибулла ҡайныһы. Ул ҡарт булғанға, хеҙмәт әрмеһенә лә яраҡһыҙ тип, тороп ҡалғайны. Шыш та быш ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа килеп еткән хәбәрҙәр шаҡ ҡатырғыс һәм шаңҡытҡыс ине. Ауылда ирҙәр заты ҡалмаған. Бында ла йөктө тик ҡатындар һөйрәй. Ҡарт булһа ла, ғәрип булһа ла, күҙ терәп торған ирҙәр барҙа, ауырлыҡтар бик ҡурҡытмаған икән. Быйыл йәй малдарға етерлек бесән әҙерләй алманылар. Имен генә ҡышты сыға алырҙармы? Ауылдағы кешеләр аслыҡтан ҡасып, сит яҡтарға тарала башлаған, имеш. Яңыраҡ Хәбибулла ҡайныһының әбейе Рәбиға инәй ҙә ире лә, улы ла нахаҡтан төрмәгә алынғас, һыйырын һуйып, ике улы менән Әүжән яғына күсеп киткән, ти. Яп-ябай ауыл кешеләренән ниңә “дошман” яһарға? Бына ошоларҙы уйлаһа, Миңленурҙың башы тубалдай була. Башҡасаһына зиһене етмәй. Иренән дә ике ай тирәһе хәбәр юҡ. Ярай әле, эше бар. Балаларын ас итмәй, һарыҡтарын имен итеп, ҡыш сығарырға ине. Көҙ етте бит. Ошо осор бүреләр ҡотора башлай. Шуға ҡото осоп тора. Бөгөн төндә һарыҡтарҙы ҡарауыллау – уның сираты. Ике-өс ҡатын шулай төндә сиратлап ҡарауыллап торалар. Бер баш мал юғалһа ла, баштан һыйпамаҫ был НКВД кешеләре. Эт кеүек еҫкәнеп, темеҫкенеп кенә йөрөйҙәр. ..Уйҙарына бирелеп, абайламай ҙа ҡалған, таң атҡан. Тороп, мейескә ут яғып ебәрҙе, плитәгә һыу ҡайнатырға ҡуйҙы.Кистән ойоторға ҡуйған ҡатығы ойономо икәнен ҡараны – ойоған. Сеүәтәгә улына, ҡыҙына ҡойоп ултыртҡас, кәстрүлдәге ойотҡанды соланға - һалҡынға сығарып ҡуйҙы. Ойотҡан янына берәр телем икмәк әҙерләп һалды – иртән торғас, ашарҙар балалары. Тиҙ генә кейенеп эшенә йүгерҙе. Кис һарыҡ фермаһына ҡарауылға ыңғайлағанда таңда күргән төшө ҡапыл иҫенә килеп төштө. Ҡалтыранып ҡуйҙы. Башынан төрлө насар уйҙарҙы ҡыуып, эстән генә белгән доғаларын уҡып, юлын дауам итте. Бына фермаға етеп, мөйөштә торған урын-һикене рәтләштерҙе.Һыуыҡтар төшкәнсе, әле һарыҡтар кәртәлә. Шуға ла ҡарауылсыға бик тә һаҡ булырға кәрәк. Миңленур шәмдәге кәрәсинде тикшерҙе, бөтөп килә ине, тултыра яҙғансы канистрҙан бензин тултырҙы. Биҙрә төбөндә өйҙән алып килгән ҡуҙҙы өрөп, шәмде ҡабыҙҙы.

  • * *

Һикеһенә барып терәлгәйне генә, ойоп киткән. Шул арала ҡолағына һуҙып-һуҙып олоған тауыштар салынды. — Ҡороғорҙар – бүреләр! – тигән уй мейеһен ярып үтте. Һикереп торҙо. Тәҙрәгә күҙ һалды. Ҡараңғы әле. Ҡайһы арала йоҡлап киткән? Мөйөштә һөйәүле торған һәнәк, ҡыҫтырыулы балта күҙенә салынды. Шәмде ҡулына алды. “Нисәүҙәр икән?”- тигән һорау мейеһен телде. Уң ҡулына һәнәкте эләктереп, һул ҡулына балта менән шәмде тотоп, тышҡа атлыҡты. Таң һарыһында ялан кәртә эсенә еңел генә һикереп ингән дүрт бүре һынын абайлап ҡалды. Һарыҡтар уның яғына һөрлөктө. Утты шәйләп ҡалған бүреләр кәртәнең арғы осонда арт аяҡтарына ултырып, олоп ебәрҙе. — Ҡороғорҙар! – тине әсенеп, ҡатын. Үҙенең күҙ алдынан бер-бер артлы шундай күренештәр йүгереп үтте: ҡырылып ятҡан һарыҡтар араһында үҙенең дә йәнһеҙ кәүҙәһе ята. Эргәһендә торған өс балаһы уны төрлө яҡлап тартҡылай: — Әсәй, тор, асыҡтым! Ашағым килә, әсәй! Башын һелкеп алыуға, икенсе күренеш йәшен тиҙлегендә мейеһен телде: ҡырылып ятҡан һарыҡтар. Үҙе, нисектер, тере ҡалған. Ләкин уны, колхоз байлығын һаҡлай алмағаны өсөн НКВД кешеләре ҡулына бығау һалып, алып китергә йыйына. Ә икенсе яҡта балаларын балалар йортона алып китеү өсөн арбаға ултырталар... Миңленурҙың йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы. Ҡапыл йәшелле-күкле тауыштар сығарып, ҡысҡырып ебәрҙе: — Йә Хоҙай! Йә Аллам! Көс бир миңә балаларым хаҡына! Олоп ултырған бүреләр абайламай ҙа ҡалды. Миңленур ҡысҡыра-ҡысҡыра һәнәген яҡында олоп ултырған бүренең ауыҙына йән көсөнә ҡаҙаны. Һул ҡулындағы шәме менән балтаһы ергә төшөп киткәнен дә абайламаған. Ярай, шәме һүнмәне. Эйелеп балтаны һәләт кенә алды ла яҡындағы бүрегә ырғытты. Уныһы ырылдап артҡа сигенде. Күҙе бүрегә ҡаҙаулы һәнәккә төштө. Әһә, йән бирергә самалай, һуҙылып төшкән. Йән асыуынан һәнәкте кире тартып алып, ятҡан бүренең башына бер-икене ҡундырып алды. Унан яман ҡысҡырып, өсөнсө бүрегә ташланды: — За Родину! За Сталина! Был һүҙҙәр башына нисек килгәндер. Ә, эйе, Шәрәфуллаһы һуғыштан яҙғайны, ниместәргә һөжүмгә ташланғанда шулай ҡысҡырабыҙ, тип. Ситтән ҡарап торған кеше, был бисә тилергәндер, тип уйлар ине. Ул ташланған бүре лә абайламай ҡалды, әллә аслыҡтан ул да хәлһеҙме, ҡасырға уйламаны ла. Бүре ауыҙына инеп киткән һәнәкте кире тартып алып, Миңленур, енле кеше кеүек, бар көсөнә бүренең түшенә ҡаҙаны: — Бына һиңә! Бына һиңә! Шул ыңғайға үҙе ҡысҡырып илап ебәрҙе. Ике бүре ялан кәртәне еңел генә һикереп төшөп, урман яғына инеп юғалдылар. Ялан кәртәлә сеңләп илаған Миңленур менән ике бүренең йәнһеҙ кәүҙәһе генә ятып ҡалды. Ялан кәртәнең ферма яҡ мөйөшөндә һарыҡтар һөрлөгөшөп тора ине. ..Күпме шулай сеңләп ултырғандыр. Уның илауына йүгерешеп килеп еткән башҡа һарыҡ ҡараусыларҙың тауышына айнып киткәндәй булды. Ултырған урынынан яй ғына торҙо. Итәктәрен ҡаҡҡыланы. Башын юғары күтәрҙе. Күккә ҡарап: — Рәхмәт, Хоҙайым! Балаларымды етем ҡалдырманың, - тине бышылдап ҡына.

22. Тәүге ҡырау[edit]

Һигеҙенселә башлаған ғәҙәтемде ташламаным: туғыҙынсыла уҡығанда ла көндәлектәр яҙыуымды дауам иттем.

1981 йыл, 1 сентябрь. Күрше Монасип ауылында уҡый башланыҡ. Интернатта ятабыҙ: ҡыҙҙар менән егеттәр ятағы йәнәш ултырған өйҙәрҙә. Ҡыҙыҡ һымаҡ бөтәһе: уҡытыусылар – яңы, уҡыусылар – таныш түгел... Ауыл да, урын-ере лә - икенсе төрлө. Танышабыҙ, өйрәнәбеҙ...

1981 йыл, 15 сентябрь. Бер көн төштән һуң Әлфиә исемле синыфташ ҡыҙ менән Байназарға барып килдек. Таңһылыу әхирәтемде күрергә. Иҙел буйлап ҡына барҙыҡ. Байназар – Иҙел буйы ауылдарынан иң өҫтә ултырғаны. Унан һуң Ҡурғашлы, ары - Нәби. Бара биргәс, Яңы Монасипҡа етәһең. Шунан һуң – Иҫке Монасип. Аралыҡтары - саҡрымдан ашыу. Тыуған ауылыбыҙ Тимер ҙә Иҙел буйында, тик аҫтараҡ урынлашҡан. Беҙ Иҫке Монасипта уҡыйбыҙ, сөнки ауылыбыҙҙа мәктәп һигеҙ йыллыҡ. Байназарҙа әхирәтемде күреп, ҡыуанып ҡайтып инһәк, аптырап киттек. Бөтә ҡыҙҙар карауаттарына ятҡандар. Көпә-көндөҙ йоҡламайҙар бит инде, нимәлер булған. Карауатыбыҙға барып ултырҙыҡ та Әлфиә менән ҡарашып ултырабыҙ. Берәү ҙә бер ни өндәшмәй, һыңҡылдайҙар. Ярты сәғәт ваҡыт үткәндер. Беҙ ипләп кенә нимә булғанлығын һораша башланыҡ, күҙҙәрен йәшерәләр. Берәүһе түҙмәне: — Илаттың һин беҙҙе Әлфирә! - тине. Мин аптырап: — Нисек илаттым? - тим. Бикә апай тураһында көндәлегеңдә яҙғанһың да.... — Бәй, ул көндәлек минең сумаҙанымда ята бит, тип ,– сумаҙанға эйелдем. —Беҙ алып уҡыныҡ, ғәфү ит инде.... Ҡараһам, көндәлек урынында. Беренсе уҡытыусыбыҙ тураһында уйҙарымды яҙғайным шул теге юлы. Һорамай уҡығас, кәрәктәрен алғандар. Асыуым килһә лә өндәшмәнем. Яҙыуҙарым кешене илата алыр көскә эйә икәнлеген күреп, тетрәнеү кисерҙем... Ҡапыл үҙемдең дә, Бикә апайҙы иҫләп, илағым килеп китте. Беренсе-икенсе кластарҙа уҡытҡан апайыбыҙ, Ҡаһарман ағай менән айырылышып, үҙенең тыуған яҡтарына ҡайтып киткәйне шул. Ә беҙ уны шул тиклем яратып өлгөргәйнек. Уны һағынып бер булдыҡ. Үҙебеҙ генә ҡалһаҡ, Бикә апайҙы телдән төшөрмәй, хәтерләнек. Беҙҙең кескәй йөрәктәребеҙгә инеп ултырҙы уның яҡты образы. Мин шул хаҡта, Бикә апайыбыҙға ҡарата булған оло һөйөүебеҙ хаҡындағы үҙ уйҙарымды көндәлегемә теркәп ҡуйғайным шул ... Бергә уҡыған синыфташ ҡыҙҙарым да шундай тойғолар кисерәлер тип, уйлап та ҡарамағайным... Көндәлек яҙыуымды ташламаным. Урынын ғына алмаштырҙым.

1981 йыл, 1 октябрь. Бөгөн, ниңәлер, бала саҡтар иҫкә төшөп китте... Бер саҡ, мин икенселә уҡығанда, ике класты бергә уҡыта башланылар. Беренсе, икенсе рәттәрҙә – беҙ, өсөнсө рәттә өсөнсөләр ултыра. Икенсе рәттә өс партала – икенселәр, ә дүртенсе партала – өсөнсөнөң ике егете. Был егеттәр яҡшы уҡый, дәрестә һәр һорауға шартлатып яуап бирәләр. Беҙ уларҙы шундуҡ үҙ иттек. Беҙҙең рәттә ултыралар бит! Тәнәфестә класыбыҙҙың ҡыйпысыҡ ҡыҙҙары улар янында өйөрөлөп-сөйөрөлә. Миңә Иҙел тигәне оҡшай. Ул аҡһыл һары сәсле, аҡ йөҙлө, мыҡты кәүҙәле. Һөйләшкәндә йылмайып ҡына тора. Икенсеһе – Морат тигәне лә көлөп кенә һөйләшә беҙҙең менән. Беҙҙең синыф малайҙары кеүек ҡыҙҙарҙы рәнйетмәйҙәр, төртмәйҙәр, һуғышмайҙар. Ҡыҙҙар өсөнсөнөң ике егете янында уралғас, үҙебеҙҙең егеттәребеҙ беҙҙе ҡыҙғандай булдылар. Тәртиптәре лә ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Ҡыҙҙар ыңғайына мин дә ҡай саҡ Иҙел менән Морат янына барып торам. Әммә уларға һүҙ ҡушҡаным юҡ. Морат ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, ҡара дегет сәсле, ҡуңыр йөҙөнөң яңаҡтары сығып тора. Йылмайғанда ике яҡ ирендәре осонда соҡорсоҡтар барлыҡҡа килә. Ә бөгөн ул минең ике яҡтан толомлап үреп төшөргән сәстәремдән тартып китте. Үҙе миңә шундай яҡын итеп ҡараны. Мин әһәмиәт бирмәнем. Миңә бит Иҙел оҡшай!

1981 йыл, 14 октябрь. Ваҡыт тигәнең ҡайһылай тиҙ үтә! Туғыҙынсыла уҡып йөрөйбөҙ. Шәмбе көн уҡыуҙарҙан һуң йәйәүләп ауылыбыҙға ҡайтып китәбеҙ. Ял көнө төштән һуң тағы йәйәүләп юлға сығабыҙ. Беҙ унынсыларға эйәреп кенә йөрөйбөҙ, әле юлды яҡшылап белеп бөтмәйбеҙ. Һигеҙ- туғыҙ саҡрым арала тауҙарҙы ла менергә, уларҙан төшөргә лә, үҙәктәр, урман буйлап барырға кәрәк. Алдан егеттәр атлай. Беҙ, ҡыҙҙар, һөйләшә-көлөшә килә торғас, артта ҡалабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Бик алыҫҡа китеп, беҙ күренмәй башлағас, егеттәр беҙҙе көтөп алалар. Унан бергәләп атлайбыҙ. Бер аҙ барғас, улар тағы алға сыға, беҙ артта ҡалабыҙ. Шулай әллә нисә тапҡыр туҡтап, көтөп ала улар. Йәйәүләп бергә ҡайтыуҙар ике класс балаларын ныҡ дуҫлаштырҙы ла. Беҙҙең йәшәгән интернат – ауыл осонда, ә кухня - ауыл уртаһында урынлашҡан мәктәп янында. Кухняға көнөнә өс тапҡыр ашарға киләбеҙ. Унда дежур ҙа итәбеҙ.

1981 йыл, 1 ноябрь. Кис көнө кухняға барғанда-ҡайтҡанда, беҙҙең ҡыҙҙар артынан был һәм күрше ауыл егеттәре эйәрә. Ҡайһы бер ҡыҙҙар улар менән дуҫлашып та китте инде. Минең генә күңелемә бер кем дә оҡшамай! Иҙел һигеҙенсенән һуң училищемы, техникумғамы уҡырға китте. Ә Морат унынсыла уҡып йөрөй. Беҙҙең менән кухняға йөрөй. Сиратта көтөп торған арала оҙон һары толомдарымдан тартып китә. Мин сәрелдәп ҡысҡырып ебәрһәм, шундай үҙ итеп, йылмайып ҡарай. Ҡараҡай ғына был малай миңә оҡшай ҙа башланы шикелле...

1982 йыл, 3 ғинуар. Яңы – өр-яңы йыл килде! Ниндәй шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерер был йыл, ниндәй һағыштарына сорнар ул?! Йөрәктәр күкрәктән сығып ҡына килә! Ҡышҡы каникулдабыҙ. Күберәк өйҙә булғас, хәбәрҙәремде әсәйемә һөйләйем. Телемдә гел Морат ҡына икән. Быны әсәйем дә һиҙеп алған. Миңә бер хикәйәт һөйләйем, тисе. Ниндәй хикәйәт икән?!

1982 йыл, 8 ғинуар. Әсәйемдең хикәйәтен һеҙгә лә бәйән итәйем әле... ... Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында була был хәл. Ауылыбыҙҙа ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, оҙон ҡара толомдарын икенән үреп төшөрөп йөрөгән аҡ йөҙлө һылыуҙарҙан-һылыу ҡатын йәшәгән. Ғәлимә булған уның исеме. Ире һуғышҡа киткәндә бер йәшлек улы менән уны оҙатып ҡала. Бөтә ҡатын-ҡыҙ кеүек үк, ул да һуғыш михнәттәрен үҙ елкәһендә татый. Әммә бирешмәй. Һуғыштың өсөнсө йылында иренең “Хәбәрһеҙ юғалды”, тигән хат килә. Был – үлем хәбәре түгел, шуға күрә лә Ғәлимә өмөтөн өҙмәй, ирен көтә. Ләкин тиҙҙән һуғыш та тамамлана. Бер-бер артлы һирәкләп һалдаттар ҡайта башлай., ә уның Мөхәммәте ҡайтмай. Ғәлимә төҫкә бик сибәр булғанға, ҡайтыусы һалдаттар ҙа уға күҙ һалғылай башлай. Бигерәк тә ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, ҡарағусҡыл йөҙлө, мыҡты кәүҙәле ҡыҫҡараҡ буйлы Ғәзизйән эш араһында яратып һүҙ ҡуша, ярҙамға атыла. Ғәлимәгә уның аҡыллы һүҙҙәре, аҡыллы күҙҙәре оҡшай бигерәк тә! Үтәнән-үтә күргән төҫлө уны был тол ир. Уның да бер улы бар – Баязит. Үҙе һуғышта саҡта атаһы Һибәт менән йәшәне. Ейән менән олатай бер-береһенә өйрәнеп тә бөткәндәр инде. Ғәзизйәндең ҡатыны һуғышҡа тиклем үлеп ҡалғайны. Бер көн кисләтеп кенә ул Ғәлимәнең ишеген ҡаҡты. Көҙгө һалҡын көҙ ине. Иңенә йоҡа шәлен генә һалып сыҡҡан ҡатындың ҡулын тотоп, Ғәзизйән: — Бергә булайыҡ, Ғәлимә. Һин дә яңғыҙ, мин дә яңғыҙ. Улыңды үҙемдекеләй күрермен, - тине. Ғәлимә өндәшмәй генә ирҙең күҙҙәренә баҡты. Был күҙҙәрҙә тәрән һағыш, һөйөү хистәрен күрҙе ҡатын. Һалҡын ел йүгереп үтте. Тол ир һаҡ ҡына ҡатынды ҡосағына алды. Икенсе көндө Ғәлимәләр тапҡырында Ғәзизйәндең аты туҡтаны. Ҡатындың әйберҙәрен тейәп, улын ултыртып, үҙҙәренә күсереп алып ҡайтты. Шулай йәшәп алып киттеләр. Ҡыш үтте, яҙ килде. Май урталарында ауылды шаулатҡан бер ваҡиға булды. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хаты килгән Мөхәммәт ҡайтып төштө. Мөхәммәт ҡайтҡаны бирле, Ғәлимәнең үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәнлеген һиҙҙе Ғәзизйән. Шуға ла бер көн: Ғәлимә, Мөхәммәткә кире ҡайтырға уйлаһаң, тотмайым. Берәү булһа ла, уртаҡ улығыҙ бар... - тине. Ғәлимә, нимәлер әйтергә уҡталды ла, тыйылды, туҡтап ҡалды... Был һүҙҙәрҙе әйтеү уға ауыр булды. Яратты бит Ғәлимәне. Уның да өҙгөләнеүен һиҙә, шуға кеше өлөшөнә ингән ҡараҡтай тоя башланы үҙен Ут эсенән ҡайтҡан кеше булараҡ, Мөхәммәтте лә аяны. Икенсе көндө Ғәзизйән эштән ҡайтҡанда, Ғәлимә юҡ ине. Ул өйҙә юҡта, Мөхәммәт улы һәм ҡатынын килеп алғайны. Шулай тамамланды Ғәзизйән һәм Ғәлимәнең мөхәббәт тарихы. Ҡышҡа ингәс, Ғәлимә ир бала тапты. Һуғыштан һуңғы йылдар һуғыш ваҡытынан да ауырыраҡҡа тура килде. Ҡайҙа ҡарама – етешһеҙлек, емереклек, юҡсыллыҡ, аслыҡ. Кеше ҡайғыһы – төштән кире. Шулай ҙа әсе телле ҡатындар ауыҙынан: “Ғәлимәнең Ғибаты Ғәзизйәндән икән. Бала исемен дә уларға - атаһы Һибәт исеменә яҡынайтып ҡушыуы икән...” - тигән һүҙҙәр йөрөнө. Хикәйәт тамам. Мин әсәйемә бағам. Нимә әйтергә теләй ул?!. Башыма барып етте. Морат бит – Ғибаттың улы, ә мин Ғәзизйәндең улы Баязиттың ҡыҙы. Әсе теллеләрҙең һүҙе дөрөҫкә сыҡһа, беҙ туғандар булып сығабыҙ.

1982 йыл, 4 февраль. Үҙем менән ауыр йөк йөрөтәм. Миңә шундай ҡыйын... Нисек был хаҡта Моратҡа һөйләргә?!. Ул һаман сәстән тарта ла яҡын итеп йылмая... Мин әһәмиәт бирмәҫкә тырышам...

1982 йыл, 18 март. Көндәр йылына башланы. Ҡояш нурҙарын шул тиклем мул өләшә, хатта иреп китерҙәй булаһың. Көндәр буйы тышта ғына йөрөгө килә. Шуның өсөн кухняға ла алдан киләбеҙ. Ашау ваҡыты еткәнсе саф һауала булабыҙ. Соланда эскәмйәлә ултырып торабыҙ. Бер көн шулай яйын тура килтереп, Моратҡа хикәйәтте һөйләнем. Ул шым ғына тыңланы. Ҡара аҡыллы күҙҙәре менән тағы ла яратып ҡарап: — Ниңә һөйләйһең быны миңә? - тине. — Әгәр дөрөҫлөк булһа, туғандар булып сығабыҙ беҙ, - тинем шым ғына. Ул, ҡулы менән сәсен тарап, өндәшмәй генә эскәмйәнән тороп китте.

1982 йыл, 27 апрель. Аңлағандыр Морат. Башҡаса сәсемдән тартманы. Күрше ауылдан Зәйтүнә исемле ҡыҙ менән дуҫлаша башлаған, тип ишеткәйнем. Ә бөгөн үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Минең ҡарашымды һиҙептер, Зәйтүнәне эйәрткән Морат әйләнеп миңә шундай көйҙөрөп ҡараны. Йөрәгем убылып төшә яҙҙы. Үҙ итеп, яратып ҡараған ҡара күҙҙәрҙе һағынып, күңел оҙаҡ әрнер инде...

1982 йыл, 9 май. Еңеүҙең 37-се яҙы! Митингынан һуң ауылға ҡайтып киләбеҙ. Күңелем әрней. Ҡоштарҙың сутылдашып һайрауы, урмандың саф һауаһы ғына йөрәккә ял бирә... Әллә ҡасан үткән һымаҡ һуғыштың ҡәһәрле еле бер көн килеп яңы ғына бөрөләнеп килгән һөйөү гөлдәремде ҡыра һуғыр, тип ике ятып, бер төшөмә лә инмәй ине .. Ә нисегерәк һуҡты!?. Аяп торманы. Ҡәһәр һуҡһын һуғышты...