Jump to content

Ең һыҙғанып ҡаршылайбыҙ.

From Wikisource
Ең һыҙғанып ҡаршылайбыҙ (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1936 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” №13 1936 йыл..



Ең һыҙғанып ҡаршылайбыҙ


Яҙғы ҡояштың йылы нурҙары,
Дәрт артыра эшсән йөрәктә,
Сикһеҙ ҡырҙарҙы, ҡыҙыу эш көндәрен,
Килетеп баҫтыра алғы теләккә.

Бөтә нәмә әҙер яҙ сәсеүгә,
Һабан, сәскес, ҡамыт, тырмалар,
Тулы тәртип менән амбарҙарҙа,
Ваҡыт етеүен көтөп торалар.

Һәр колхозсы ысын күңел менән,
Әҙерләнә яҙғы сәсеүгә,
Һыҙғанылған таҙа ҡулдар менән,
Киң ҡырҙарҙа тырышып эшләүгә.

Һәр көн һайын ҡояш ҡыҙыуында,
Ҡарҙар ирей, ҡарҙар умырыла,
Ҡарҙар ҡаплап ятҡан сәсеү ҡыры,
Көндән көнгә -ҡарая, асыла.

Тимерлектә сирле машиналарҙы
Тырышып –тырышып төҙәтә Үтәбай,
Бөтә кеше шаулап әҙерләнә,
Бер кеше лә эшһеҙ тик тормай.



Гәрәй –конюх, һәр көн һарайҙарҙа,
Аттар араһында ысын эштә.
Билен быуып ысын эш башҡара,
Шатлыҡ һиҙелә уның йөҙөндә.
 
Аттарҙы ул ҡарай, сын күңелдән,
Толом–ялдарынан һөйөп ҡырғыслай,
Төндә килеп аттар менән бергә,
Аунап эшләп таңды ҡаршылай.

Һөлөк һымаҡ йылғырҙарын,
Йырлай –йырлай барып эсерә.
Эсерә лә кире алып ҡайтып,
Аттарына таҙа ем бирә.

Төнәдә тимәй, һәм дә иртә тимәй,
Һәр ваҡытта аттар янында,
Сәсеү ҡырын күреп һәр көн һайын,
Йөрәгендә дәрттәр арталар.

Аттарҙы ул яҙғы сәсеү өсөн,
Һәр көн һайын ҡарай яҡшылап,
Теләге лә Гәрәйҙең, яҙ сәсеүҙе,
Ваҡытында үтәү арттырып.

Бына тиҙҙән ҡарҙар иреп бөтөр,
Бәтә көстәр ҡырға ташланыр,
Һыҙғанылған беләк бөтә көстәр менән,
Ҡыр шаулатып, эштәр башланыр.


1936 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.