Еңергә өйрәнәм

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Еңергә өйрәнәм (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (81-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Еңергә өйрәнәм


Орлоҡҡа ҡом түгеп,
Асфальтҡа күмгәндәр,
Ә сәскә таш ярып,
Ҡояшҡа үрмәләй.

Сәскәгә биргәстен
Шул ҡәҙәр ғәйрәте,
Миндә лә көс етер,
Еңергә ғәйбәтте.

Күңелдең ҡылы ла
Тарттырып көйләнә.
Үҙемдән көслөрәк
Булырға өйрәнәм!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.