Бәхет

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Бәхет (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (82-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Бәхет


Нисәмә йыл көттөм һине, бәхет,
Хыялымдан мәрмәр һарай ҡорҙом.
Күрмәй ҡалмайым тип, килгәнеңде
Күңел тәҙрәһенән ҡарай торҙом.

Беләм, бәхет, һинең ерҙә түгел,
Күңелдәрҙә генә йәшәүеңде,
Хыял баҫыуының, мөмкин түгел,
Хис-яуынһыҙ бер мәл йәшәреүе…

Юҡ, көтмәйем!
Арып юлдан яҙған,
Өмөттәрем, ана, кире килде...
Инде беләм, көткәндәргә түгел,
Ҡаршы барғандарға килереңде!

Юлға сығам!
Алыш һуҡмағына,
Юғалтыуҙар, табыштарға табан.
Туҡталмайса барам,
Берәй ҡасан
Ҡыҫҡарыр ҙа шулай беҙҙең ара!

Ҡаршы барам һиңә,
ҡаршы барам
Дауылдарҙан ҡыйыулыҡтар алам,
Күңелемдең шырлыҡтарын үтеп,
Мәңге йәшел утрауымды табам!
Бәхет, үҙем һиңә ҡаршы барам...



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.